«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Көҙ - ул йәй буйы тир түгеп эшләгәндең уңышын йыйыу, яйлап ҡына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү мәле. Ә ҡорт тотоусылар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән көрәшкән икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КӨҘГӨ ТӨШӨНКӨЛӨК НИҘӘН?
+  - 

Көҙгө мәлдә көндәрҙең ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендә кешеләрҙең эш һәләте бермә-бер кәмей. А.И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты эксперты Елена Колтыгина ни өсөн йоҡоһоҙ бер төн өс тәүлеккә беҙҙе рәттән сығара һәм ял көндәрендә төшкә тиклем йоҡлау нимәһе менән хәүефле икәне хаҡында һөйләй.

Уның әйтеүенсә, кешенең тәбиғи циклдары меңәрләгән йылдар буйына көңдөң оҙайлығы йоғонтоһонда формалашҡан. Көҙгөһөн иһә ҡараңғы иртә төшә, шуға күрә эш һәләте лә тәбиғи рәүештә кәмей. Әммә электр һәм гаджеттарҙың барлыҡҡа килеүе менән кешеләр йоҡоға китеү ваҡытын төн уртаһына шылдыра башланы, ә иртәнге йоҡонан тороу үҙ мәлендә ҡалды.
"Кешеләр тәбиғәттән ситләште, әммә биология закондары көслөрәк, - ти эксперт. - Кеше ямғырҙарға, һыуыҡҡа һәм баҫым үҙгәреүенә хәлһеҙлек менән яуап бирә икән, тимәк, йәшәү көсө резервтары етмәү һәм гомеостаз, йәғни тәбиғи циклдарҙың боҙолоуы эҙемтәһе тураһында һүҙ бара. Айыуға ҡышҡыһын төнәү кәрәк булған кеүек, көҙгө-ҡышҡы осорҙа кеше организмына ла тыныслыҡ талап ителә".
Елена Копытина тәртипле һәм кәйефле булыу ул гормондар һәм нейромедиаторҙар балансынан ғибәрәт икәнлеге хаҡында әйтә: "Мелатонин - "йоҡо гормоны" - 20.00 сәғәттән алып актив эшләп сығарыла башлай, ә таңғы 4-5 сәғәттәргә уның кимәле кәмей. Тимәк, иң ҡаты йоҡо төн уртаһына тап килә. Шулай ҙа йоҡо ваҡытында мейе үҙ эшенән туҡтамай - ул мәғлүмәттәрҙе айыра һәм регенерация башлай. Гаджеттарҙың зәңгәр экрандары мелатонин синтезын туҡтата һәм тулы ял итеүгә ҡамасаулай. Шуға күрә смартфон һәм компьютерҙарҙың дисплейҙарын йоҡонан кәмендә ике сәғәт алда ҡуйы һары спектрға күсерергә кәрәк".
Көн режимы нервылар системаһын һаҡлаған файҙалы ғәҙәт барлыҡҡа килтерә. "Бер йоҡоһоҙ төндән һуң тәндә нейроэндокрин дауыл башлана, һәм ул ике йә өс тәүлектән генә баҫыла. Индивидуаль йоҡо нормаһы 7.5 сәғәттән алып 8.5 сәғәткә тиклем тәшкил итә. Һәм ул норманы көн дә тултырырға кәрәк. Ә икенсе яҡтан, ял көндәрендә төшкә тиклем йоҡларға ла ярамай: оҙаҡ йоҡлау йәнә биоритмдарҙы боҙа. Иң шәп ял - эшмәкәрлекте алмаштырып тороу һәм теүәл график. Тәртипкә һалынған активлыҡ көндәлек эштәргә бүленгән ваҡытты экономиялай һәм эске ресурстарыбыҙҙы һаҡлап ҡала", - ти эксперт.
Бер ваҡытта тороп, бер ваҡытта йоҡоға китеү һәм көн режимы организмға көҙгө һәм ҡышҡы миҙгелде еңелерәк үткәрергә ярҙам итә.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru