
Төбәктә үткәрелгән эпидемиологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, бәлиғ булмағандар араһында артыҡ ауырлыҡ проблемаһы ла борсолоу тыуҙырырға тейеш хәл булараҡ баһалана.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2026-2030 йылдарға балалар һимереүенә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара программаһында билдәләнеүенсә, республика уҡыусыларының 8,2 процентында һимереү асыҡланған, мәктәп йәшендәге балаларҙың 13,2 процентына артыҡ ауырлыҡ диагнозы ҡуйылған. Программала тәҡдим ителгән стратегияға ярашлы, Республика балалар клиник дауаханаһында һимереүҙе дауалау өсөн махсус кабинет булдырыу, ауыр сирле балалар реестрын алып барыу, йыл һайын педиатрҙарҙың, эндокринологтарҙың һәм диетологтарҙың квалификацияһын күтәреү, мәктәптә тәнәфес ваҡытында хәрәкәтле уйындар индереү, уҡыусыларҙы хәрәкәт әүҙемлегенә йәлеп итеү, мәктәп буфеттарында зарарлы аҙыҡ-түлек һатыуҙы сикләү, лекциялар үткәреү планлаштырыла.
Һимереү, әлбиттә, өлкәндәр өсөн дә хәүефле. Бына әле көҙ көнө күптәр тән ауырлығы артыуын билдәләй. Биология фәндәре докторы, доцент, Башҡортостанда когнитив-тәртип психотерапияһы ассоциацияһының төбәк вәкиле Регина Халфина һүҙҙәренсә, уның сәбәбе һауа торошо йоғонтоһонда кеше тәртибендәге тәбиғи үҙгәрештәргә бәйле. "Көн һыуытҡан һайын кеше күберәк углеводлы аҙыҡ ашай башлай. Бынан тыш, һауа торошо боҙолоуы арҡаһында физик әүҙемлек кәмей. Эксперт аңлатыуынса, организм ашауҙан йыуаныс эҙләй.
Психолог артыҡ ауырлыҡ алмаҫ өсөн кеше үҙенең рационына аңлы ҡарарға, артыҡ калорияһыҙ шатлыҡ гормондары балансын һаҡларға, йоҡо һәм туҡланыу режимын күҙәтергә ярҙам иткән физик әүҙемлекте һаҡларға кәңәш итә. Бынан тыш, рационға В төркөмө витаминдарына бай аҙыҡ-түлекте индереү, D витамины менән өҫтәмәләр ҡабул итеү мөһим.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|