«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Көҙ - ул йәй буйы тир түгеп эшләгәндең уңышын йыйыу, яйлап ҡына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү мәле. Ә ҡорт тотоусылар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән көрәшкән икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ИКЕ НУРҘЫҢ ҠАУЫШЫУЫ
+  - 


Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тиҫтә йылдар эшләп, төрлө жанр геройҙарын оҫта башҡарған, илебеҙҙә барған театр фестивалдәрендә конкурс лауреаты булып танылған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгизә Ғилманованы тамашасы күптән үҙ итте. Танылған кинорежиссёр А. Галибиндың М. Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" хикәйәһе буйынса "Һеңлекәш" тип аталған нәфис фильмы мәҙәни тормошобоҙға айырым бер йәнлелек тә индергәйне. Йәмилдең әсәһен уйнаған Илгизә Исмәғил ҡыҙының оҫталығы кино сәнғәтендә лә асыҡ сағылды. Хәйер, был ҙур эшкә тотонғансы уҡ актриса ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙа ла уйнап, тәжрибә туплағайны инде. Режиссёр Роман Пожидаевның "Карусель" фильмында, Рияз Исхаҡовтың "Ете ҡыҙ", "Алтын мираҫ" клибының "Ғашиҡтар әйтеше"ндә лә уйнаны ул. "Салауат йыйыны" республика байрамында батырҙың ҡатыны - Гөлбәзирҙе һынландырҙы. Шулай ҙа театр сәхнәһендәге ижад уның төп асылын тәшкил итә. "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен ҡарағандар Илгизә Ғилманованың талантына йәнә бер тапҡыр һоҡланды. Роман авторы һүрәтләгән яҡтарҙа ла - Ангара буйындағы ҡалаларҙа ла академтеатр был спектклде уйнап ҡайтты. Хәҙер инде актриса сәхнәлә өр-яңы ролдәрҙе балҡыта.

"Һеңлекәш" фильмы Рәсәй киңлегенә сығып, тамашасы яратып ҡараған фильмдарҙың береһенә әйләнде һәм IV Халыҡ-ара "Евразийский мост" кинофестивалендә Гран-при яуланы. "Һеңлекәш" - ҙур ваҡиға булды, ана шул ҙур ваҡиғаны тыуҙырыусы ижадсылар ҙа киноға төшөр алдынан бик ныҡ һайлау туры үттеләр. Илгизә, һеҙҙең әсә роленә килеү юлы нисек булды?

- Эйе, ҙур кастинг булды, ролдәрҙе бирер өсөн бик ентекле һайлау үткәрҙеләр. Мине тәүҙә саҡырған саҡтарында, балам ауырып китеп, бара алмағайным. Ә былай Йәмилдең әсәһе ролен уйнаусыны эҙләүҙәр дауам итте. Беҙҙең театрға ла килеп, кастинг үткәрҙеләр. Кастинг директоры Татьяна Лучинина мине уйнатып ҡарағас: "Ярай, режиссерға килеп күренерһегеҙ", - тине. Яҙ башында Александр Галибин Өфөгә килде. Шунда Арыҫлан Ҡырымсурин менән осраштыҡ. "Төп ролде уйнаясаҡ малай менән берәй сәхнә уйнап ҡарағыҙ", - тип тәҡдим иттеләр. Беҙҙең уйынды ҡарағандан һуң, режиссер: "Һеҙ ролгә бараһығыҙ, раҫланыҡ", - тине. Артабан йәнле кино төшөрөүҙәр башланып китте. Бик тә хуш күңелле, татыу команда йыйылғайны - оператор Михаил Агранович үҙе бер легенда, режиссер Галибин тураһында әйтергә лә түгел, Арыҫлан, башҡа балалар... Ғөмүмән әйткәндә, фильм ғәжәйеп йылы мөхиттә төшөрөлдө! Мостай Кәримдең әҫәре шәп, теле матур ҙа, ябай ҙа, бай ҙа. Кино төшөрөү шундай юғары рух, айырым бер йәнлелек менән барҙы. Киноға төшөү үҙенә күрә ҙур тәжрибә бирә. Ул ваҡыттар йылы, яҡты хис-тойғолар ғына ҡалдырҙы.

Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем" хикәйәһе буйынса ҡуйылған спектаклде тамашасылар яратып ҡарай. Ул тап һеҙҙең өсөн яҙылған һымаҡ. Шулай ҙа сәхнәлә бер кешенең ғүмер юлын үтеү еңел булмағандыр бит?

- Эйе, ундағы төп образ бик үҙенсәлекле: актриса 16 йәштән алып, 82 йәшкә еткән әбейҙе уйнарға тейеш. Артистарҙың ҙур ғына бер өлөшө ҡатнаша был тамашала. Режиссерыбыҙ Айрат Әхтәм улы Абушахманов башта әҫәрҙе уҡырға саҡырҙы. Хикәйәне тыңлап ултырғанда уҡ, маҡсатына барып етә аламы әбей, әллә юҡмы, тип, эстән генә янып-көйөп, ныҡ тулҡынланыу кисерҙем. Роль миңә бирелгәс, һикһән ике йәшлек әбейҙе нисек уйнарға, тип аптырап ҡалдым, сөнки үҙемдә ҡарт Фәрхинурҙы бөтөнләй күҙ алдына килтерә алмай инем. Айрат Әхтәм улы: "Тота килеп, ҡапыл ғына әбейҙе уйнай алмаҫһың, берәй әбей табып, аралашып алырға кәрәк булыр. Ул образды һин ҡарттар йортонда эҙлә", - тип кәңәш итте. Беҙ бит артистар - һөнәребеҙ шулай - эҙләнергә, төрлө кешеләрҙе, төрлө холоҡтарҙы күҙәтергә, өйрәнергә тейешбеҙ. Тышҡы ҡиәфәттән бигерәк, уның эске донъяһын, психологияһын белергә кәрәк - нимә ул ҡартлыҡ, ҡарт кеше ниндәй уйҙар менән йәшәй? Ҡарттар йортона йөрөй башланым, бер нисә әбей менән дуҫлашып киттем, улар менән даими бәйләнештә булдым, һәр береһен күҙәтәм, өйрәнәм. Бындай аралашыу, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне, образ тыуҙы. Спектакль уңышлы сыҡты, Аллаға шөкөр. Артабан спектакль менән фестивалдәргә йөрөй башланыҡ. Ул Бөтә Рәсәй "Алтын битлек"тең "Йөҙ һәйбәт спектакль" исемлегенә инде. Яр Саллыла үткән Милли театрҙар фестивалендә тәнҡитселәр спектаклебеҙҙе ныҡ маҡтаны.

Һуғыш тематикаһы күп яҙмыштар менән бәйле. Ә Фәрхинур образының һеҙҙең холоҡ, уй-фекерҙәр, яҙмыштар менән уртаҡлығы бармы?

- Ысынлап та, был беҙҙең тарих, беҙҙең дә олатайҙар һуғыштан ҡайтмаған. Ошо роль өҫтөндә эшләй башлағас, ул үҙемдең дә шәхси тарихыма әйләнде, сөнки спектаклдә Нурулланың: "Мин Нурулла, һин Фәрхинур. Һин дә нур, мин дә нур, яусы ебәрһәм, миңә сығаһыңмы?" - тингән һүҙҙәре бар. Башта был һүҙҙәргә иғтибар ҙа итмәгәйнем. Аҙаҡ материал эсенә инеп, ныҡлап төпсөнә башлағас, әсәй яғынан минең ғаилә тарихы менән бәйле бер факт шаҡ ҡатырҙы. Өләсәйемдең әсәһе - Хәснинур, ә ҡарт олатайымдың исеме - Нурмөхәмәт. Уларҙың да исемдәре "нур"ҙан тора, тимәк, ҡасандыр беҙҙең ғаиләлә лә ике нур ҡауышҡан. Олатай ҡырҡ өсөнсө йылда һәләк була. Ҡарт өләсәй иһә егерме биш йәштә ике бала менән тол ҡала һәм башҡаса кейәүгә сыҡмай. Холоҡтарына килгәндә, оҡшаш тип әйтмәҫ инем, ҡарт өләсәйем талапсан, ҡаты ғына кеше булды. Фәрхинур һымаҡ ғүмер буйы бер үҙе йәшәне ул, туҡһан икелә вафат булды. Шуларҙы асыҡлағас, оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Нурмөхәмәт олатайҙың, уны ғүмер буйы көткән Хаснинур өләсәйҙең рухтарына арнап уйнағанмын икән мин был ролде.
Хәйер, был минең генә ғаилә тарихы түгел, әйткәнемсә, ғөмүмән, ул - халҡыбыҙ тарихы. Ошо ысынбарлыҡты аңлау илһам да, көс тә бирә. Тамашасы, ысынлап та, спектаклде яратып ҡарай. Әле ошо спектакль менән Чечняла үткән Федерация фестивалендә ҡатнашып ҡайттыҡ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru