«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Көҙ - ул йәй буйы тир түгеп эшләгәндең уңышын йыйыу, яйлап ҡына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү мәле. Ә ҡорт тотоусылар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән көрәшкән икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӨРӘКТӘР ЙЫЛЫҺЫ, БЫУЫНДАР АҠЫЛЫ
+  - 

Өфө районының Шамон ауылында мәҙәниәт һарайы юҡ. Меңдән ашыу йорттан торған был ҙур ҡасабала мәктәп, "Аҡбуҙат" һәм "Росинка" тип аталған ике балалар баҡсаһы һәм мәсет кенә бар. Мәҙәни саралар, йәмәғәтселек йыйындары уларҙа үтә. Урта дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре үҙҙәре ойошторған мәҙәни саралар менән ауылға йәнлелек һәм йәм өҫтәй. Һәм һәр саҡ шул сараларҙың уртаһында булырға тырыша Шамон ауылының Рәйфә Вәлиева етәкселегендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары.

Мәктәптә

Күптән түгел генә улар Шамон дөйөм белем биреү урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән бергә "Өләсәйем һандығы" тигән сара үткәрҙе. Байрамды мәктәп "Белем" Рәсәй йәмғиәтенең грант ярҙамы менән "Берҙәмлек: халыҡтар, ғаиләләр һәм мәғариф берҙәмлеге" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторҙо. Унда "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындары менән эшләү" комиссияһының урындағы бүлексә ағзалары ла саҡырылғайны. Осрашыуҙың төп геройҙары булған ағинәйҙәр был юлы мәктәпкә ғаиләлә һаҡланған иң ҡәҙерле ҡомартҡыларын алып килгәйне. Балалар алдында ҡиммәте аҡса менән түгел, ә йөрәк хәтере менән үлсәнгән әйберҙәр һаҡланған "Өләсәй һандығы" асылды. Бер өләсәй күп йылдар элек әсәһе тегеп биргән янсыҡты, икенсе өләсәй быуындан-быуынға тапшырылып килгән ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен, өсөнсө өләсәй иһә килен булып төшкән сағындағы яңы ғаиләгә ҡабул итеү символы булған иҫтәлекле бүләкте сығарып күрһәтте. Һандыҡта һаҡланған һәр әйбер йолалар һәм быуындарҙың өҙөлмәҫ бәйләнеше тураһында бер хикәйәт итеп ҡабул ителде. Балалар был тере тарихты тын ҡалып тыңланы, халыҡтың оло тарихын нәҡ ошондай "Өләсәйем һандығы"ндағы кеүек ҡомартҡыларҙан да күҙаллап була икәнен аңланы. Шамон мәктәбендәге был көн быуындар бәйләнеше - йәмғиәтебеҙҙең төп терәге икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы.

Балалар баҡсаһында

Сентябрь тыуып, мәктәптә - уҡыуҙар, балалар баҡсаларында яңы төркөмдәр тупланыу башланһа, Шамон ағинәйҙәре лә бушамай китә. Төрлө мәҙәни һәм тәрбиәүи сараларҙың ойоштороусыһы ла, ҡатнашыусылары ла улар. Үткән аҙнала ғына "Росинка" ("Ысыҡҡай") балалар баҡсаһында "Талҡан байрамы" ойоштороп ҡыуандырҙылар. Унда тәрбиәселәр һәм тәрбиәләнеүселәр генә түгел, ата-әсәләр ҙә саҡырылғайны.

Ағинәйҙәр башта башҡорт халҡының боронғо милли ризығы талҡан, уның файҙалы үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Артабан ағинәй Роза Абдуллина талҡан әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ағинәйҙәр Рәйлә Ишкилдина һәм Вәлимә Шаһивалиева талҡан онон, сәтләүек, йөҙөм ҡушып, ҡаймаҡ, һөт, иретелгән май менән баҫып биргәс, балалар һәм әсәйҙәр уларҙы йомороҡас итеп әүәләп, әҙер ризыҡҡа әүерелдерҙе, тәмләп ҡараны. Был эштә ҡатнашҡан балаларҙың күҙҙәре нисек янғанын күрһәгеҙ ине!
Байрам төрлө уйындар менән аралашып барҙы. Ағинәйҙәр бәләкәстәргә башҡорт бейеүе хәрәкәттәрен өйрәтте, "Йәшерәм яулыҡ" уйынын бергәләп уйнауҙы ойошторҙо. Ә ата-әсәләр викторина һорауҙары өҫтөндә баш ватып, дөрөҫ яуап биреүселәр ағинәйҙәр ҡулынан бүләк алып, күңелле итеп ваҡыт үткәрҙе.
"Киләһе байрамды ауылдың "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында үткәрербеҙ, тип уйлайым. Унда "Башҡорт дебет шәле" байрамы үткәргәйнек инде. Шулай йөрөп сығабыҙ ауылыбыҙ балалары тәрбиәләнгән учреждениеларҙы. Беҙҙең ойошмалағыларҙың күбеһе элекке башҡорт теле уҡытыусылары, шуға ла беҙҙе балаларҙың туған телдә һөйләшеүе, аралашыуы ҡыҙыҡһындыра, ата-әсәләр менән осрашыуҙарҙа мотлаҡ ғаиләлә туған телде һаҡлау мәсьәләһен күтәрәбеҙ. Беҙ эшләмәһәк, кем эшләй, тип тотонабыҙ инде һәр сараға", - ти ағинәйҙәр етәксеһе Рәйфә Фирғәле ҡыҙы. Афарин уларға!

"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.26 | Ҡаралған: 9

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru