«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӘР ӨСӨНСӨ БЕЛОРУС...
+  - 

Башҡортостан Белоруссияның үҙенсәлекле проектын - "Һәр өсөнсө" концерт-реквиемын ҡабул итте. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары һәм геройҙары иҫтәлегенә арналған. Сара башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала һөйләне.

"Беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ, Беларусь фашист Германияһының һөжүменә беренсе булып ҡаршы торҙо. Һәм исемендә күрәһегеҙ: "һәр өсөнсө" тип яҙылған. Был беҙгә шул ҡот осҡос һуғышта күпме кешенең - белорустарҙың, Белоруссия халҡының һәләк булыуын аңлата. Һәм был, әлбиттә, беҙ иҫтә тоторға тейешле тарих. Башҡортостан да дошманды ҡыйратыуға лайыҡлы өлөш индерҙе. 700 меңдән ашыу яҡташыбыҙ фронтҡа китте, 380 меңе әйләнеп ҡайтманы. Тормошобоҙҙоң ауыр йылдарында, фашизм һәм нацизм баш күтәргәндә, беҙ белорустарҙың бөгөн беҙҙең менән бергә булыуын күрәбеҙ. Улар беҙҙең тоғро фекерҙәштәребеҙ, иптәштәребеҙ, ҡәрҙәштәребеҙ. Бөгөн мин белорус халҡына хәтер, Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле бөтә нәмәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлаған өсөн рәхмәт белдерәм.
Бөгөн беҙ бик ҡыҙыҡлы бер фактты белдек, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын һәм Башҡортостан халҡының унда ҡатнашыуын етди өйрәнһәм дә, мин быны белмәй инем. Бер меңдән ашыу яҡташыбыҙ Белоруссия биләмәһендәге партизан отрядтарында һуғышта ҡатнашҡан. Был бик ҙур һан. Беларусь етәкселегенә, Союз дәүләтенең даими комитетына был иҫ киткес проект өсөн рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ. Залда йәштәр күп, минеңсә, был йәштәр өсөн дә, беҙҙең барыбыҙ өсөн дә сағыу, әһәмиәтле ваҡиға буласаҡ. Был - ата-бабаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ өлөшөнә төшкән бик ауыр йылдар, үтә ауыр һынауҙар тураһында хәтер концерты", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Тамашасыларҙы шулай уҡ Беларусь Милли банкы идараһы рәйесе Роман Головченко сәләмләне. "Был илебеҙҙең иң яҡшы ижади коллективтарын һәм башҡарыусыларын берләштергән милли белорус проекты булып тора. Ул дүрт йыл буйына ҡот осҡос оккупацияла йәшәгән, әммә дошманға баш эймәгән, бирелмәгән, ә илбаҫарҙарға ысын мәғәнәһендә халыҡ ҡаршылығын ойошторған белорустарҙың бөтә һыҙланыуҙарын һәм батырлығын үҙ эсенә алған. "Реквием" концерты - ябай ғына сәнғәт тамашаһы түгел. Беҙ художестволы саралар менән концертҡа һалынған төп фекерҙе һәр йөрәккә еткерергә тырышабыҙ: бер генә ғүмер ҙә онотолмаған, бигерәк тә үҙ ерендә, илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә хаҡ эш өсөн бирелгән ғүмер.
Радий Фәрит улы Башҡортостандан, Белоруссиянан партизан хәрәкәтендә ҡатнашыусылар тураһында һөйләне. Ошо осор, ошо дәүер менән беҙҙә бик тығыҙ бәйләнеш бар. Башҡортостандың Белоруссиянан эвакуацияланған партизан ғаиләләренә, граждандарға ярҙам итеүе хаҡында барыһы ла белә, был турала күп һөйләйҙәр. Башҡортостан ерендәге госпиталдәрҙә бик күп яралы яугирҙарҙы дауалағандар. Байтаҡ предприятиелар, шул иҫәптән Беларусь биләмәһенән эвакуацияланғандар, фронтты кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡорт АССР-ының ҡаһарман улдары беҙҙең ерҙә башын һалған. Ике йыл элек кенә "Башҡортостан улдары Белоруссия өсөн һуғыштарҙа" китабы донъя күрҙе, унда мәңгелеккә Белоруссияла ятып ҡалған 558 Башҡортостан ир-егетенең исеме мәңгеләштерелгән. Ғәҙеллек өсөн әйтергә кәрәк, был һан тулы түгел. Бер нисә аҙна элек Витебск өлкәһендә эҙәрмәндәр тағы бер һалдаттың - пулемёт ротаһы командирының һөйәктәрен тапты. Уның күкрәгендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены бар ине. Ордендың номеры буйынса уның сығышы менән Башҡортостандың Туймазы ҡалаһынан булған пулемёт ротаһы командиры икәнлеге асыҡланды. Тағы бер Башҡортостан ир-уҙаманы тыуған яғына ҡайтты. Ошо йылдар буйына ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән.
Ни өсөн был беҙҙең өсөн мөһим? Беҙҙең өсөн был тарихи ҡалҡан, хәтер ҡалҡаны. Һәм был тарихты пассив күҙәтеү генә түгел. Иҫтә тотоу ғына аҙ. Бындай күренештәргә ҡаршы көрәшергә кәрәк. Беҙҙең концерт ошо йүнәлештә мөһим аҙым булыр һәм һәр кемдең йөрәгенә үтеп инер тип өмөтләнәм. Әгәр шулай булһа, бик шат булырбыҙ, тимәк, беҙҙең уйыбыҙ бойомға ашты", - тип билдәләне Роман Головченко. "Һәр өсөнсө" концерт-реквиемын Белоруссияла меңләгән тамашасы ҡараны, проект Мәскәүҙә, Ҡазанда, Санкт-Петербургта һәм Түбәнге Новгородта күрһәтелде.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru