«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
МӨЛДӨРӘМӘ АҠЫЛ ТУЛЫ ҒҮМЕР
+  - 

Сафия апай балалары менән

Башҡорт халыҡ ижады иҫ китмәле бай һәм төрлө. Том-том нәшер ителгән улар ителеүгә, ләкин өйрәнелеп бөтмәгәндәре күпме әле! Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары был йәһәттән баһалап бөткөһөҙ оло эш башҡарған. "Халыҡ ижады" тип аталған рухи хазинабыҙҙың һәр һүҙе нисә йылдар буйы халыҡтан йыйып тупланған. Өҫтәүенә, юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары, йыл һайын экспедицияларға йөрөп, был хазинаны тулыландырыуҙы дауам итә. Ә кемдәрҙән яҙып ала һуң улар аҫыл ҡомартҡыларҙы? Кемдәр һаҡлаған быуаттар буйы телдән-телгә күсеп килгән ауыҙ-тел ижадын? Ә бит күп кенә ҡобайырҙар, өләңдәр, мөнәжәттәр, әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар быуаттан-быуатҡа телдән-телгә һөйләнелеп күсеп килә. Иң хайран ҡалдырғаны - ҡобайырҙарыбыҙ. Бөтөн донъя халыҡтары ижады араһында иң фәлсәфәүи ҡобайырҙарҙан һаналған "Урал батыр". Ул да бит яҙма ҡомартҡы түгел, ауыҙ-тел ижады булараҡ килеп еткән!

..."Тормош һабаҡтары"н дәреслек итеп яҙа башлаған осорҙа байтаҡ өлкәндәр менән осрашырға, уларҙың яҡты зиһенендә һаҡланған ғәжәп ижад ҡомартҡыларын яҙып алырға тура килде. Шул саҡта иғтибар иткәнем һәм хайран ҡалғаным - ул халҡыбыҙҙың күңел байлығы, зирәклеге, отҡорлоғо, тел байлығы, һәр һүҙгә һаҡсыл ҡарауҙы... Шуныһы ҡыҙыҡ: халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлаусылар был хәлде тәбиғи күренеш тип ҡарай. Өләсәйемдән, ҡәрсәйемдән, олатайымдан, ҡартатайымдан отоп алдым, хәтер һандығыма һалып ҡуйҙым, үҙ балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә һөйләрмен, тип уйланым, тиҙәр. Йомаҡ ҡойошоу ғәҙәти хәл ине, әлбиттә. Элек балаларҙың яратҡан шөғөлө булды бит был. Мәҡәл-әйтемдәр тел осона килеп кенә тора. Һөйләгән хәбәренә, өйрәткән аҡылына "Ә борон әсәйҙәр шулай тей торғайны", тип, мотлаҡ мәҡәл, ололар һүҙе ҡушып ебәрелә, шулай итеп, уның хәбәреңә тотош бер быуын ҡатнашып киткәндәй тойола. Ошондай мәҡәл-әйтемдәр, халҡыбыҙҙың тәрбиә һабаҡтары нигеҙендә тәрбиәләнгән балалар бөтөнләй икенсе. Уларҙы, ысынлап та, атай-әсәй генә түгел, ә быуын-быуын ололар тәрбиәләгән кеүек...
...Халҡыбыҙҙың алтын ҡаҙыҡтай, гәүһәр ҡашлы йөҙөктәй бер вәкиле сәсән телле Сафия апай Насретдинова тураһында яҙғаным бар ине. Әгәр бөгөн иҫән булһа, 100 йәшен билдәләр ине. Үкенес, ярты йыл ғына ҡалғас, яҡты донъяны ташлап китте. Әммә ул тотош бер һандыҡ хазина ҡалдырҙы. Хазина һандығында - тәрбиә һабаҡтары. Әсәй, өләсәй булараҡ, уның тәрбиәһендәге балаларын ғына һанап киткәндә лә күҙ алдына халҡыбыҙҙың ғәжәп һиммәтле аҡыл эйәһе булған уҙаманбикә-ағинәй күҙ алдына баҫа. Ысынында Сафия апай менән һөйләшкән саҡта уның тел байлығына, фекер тослоғона бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалмайҙыр.
Сафия менән Ғәйнулла Насретдиновтар ғаиләлә алты бала тәрбиәләнеләр. Апай иренән 32 йылға оҙағыраҡ йәшәне, ул бөтә 11 ейән-ейәнсәренең, 17 бүлә- бүләсәләренең тыуыуын күрҙе, уларҙың күбеһенә ярҙам итте. Балалар ата-әсәләренең өмөттәрен аҡлай алды, медицина, мәғариф, ауыл хужалығы, юриспруденция буйынса һәләттәрен тормошҡа ашырҙы. Ғаиләлә ун медицина белгесе (килендәре менән 14), быйыл бүләсәһе Элеонора ла медицина институтын тамамлай. Иң өлкәне - Мәхмүзә Ғәйнуллина республикала билдәле шәхес, Рәсәй кимәлендәге билдәле профессор, медицина фәндәре докторы, РФ-ның һәм РБ-ның атҡаҙанған врачы, БР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре. Уның улы Рәсүл Яҡупов медицина фәндәре докторы, профессор, БР-ның атҡаҙанған врачы, 2024 йылда конкурста икенсе урын алып, РФ кимәлендә иң яҡшы врач-травматолог тип танылды. Икенсе ҡыҙы Динара - БР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, улы Винер һәм ҡыҙы Ҡәҙриә - медицина фәндәре кандидаттары. Өсөнсө ҡыҙы Фәйрүзә - БР-ның атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре, уның улы Камил - юрист, юстиция полковнигы, ҡыҙы Әлфиә - медицина фәндәре кандидаты. Дүртенсе ҡыҙы Вәкилә - РБ-ның атҡаҙанған врачы, улы Тимур - врач, Марат - иҡтисадсы. Сафия апайҙың өлкән улы Вәкил - юрист, улы Таһир - табип ине, ҡыҙы Венера - иҡтисадсы. Кинйә улы Сәғит һәм хәләл ефете Зөлфиә икеһе лә - БР мәғариф отличнигы, РФ почетлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре. Балалары Айҙар менән Ғәлиә - уҡытыусылар.
..."Урал батыр" ҡобайырындағы Һомай тураһында яҙғанда уның аҡыл сағылышын билдәләп, "Һомай Шүлгәндең етешһеҙлеген теҙеп әйтмәй, ә үҙ етешһеҙлеген үҙе күрерлек шарттар алдына ҡуя. Ошонда сағыла ла инде Һомай аҡылы", тигәйнем. Сафия апайҙың килене Зөлфиәнән ҡәйнәһе тураһындағы фекерен ишеткәс, Һомай аҡылы сағылышын тойомлап, ғәжәпкә ҡалдым: "Мин, Сафия һәм Кәлимулла Насретдиновтарҙың кесе улы Сәғиткә кейәүгә сығып, был йортҡа аяҡ баҫҡас, килендәшем Зөһрә: "Зөлфиә, һин шундай йортҡа төштөң: бында етешмәгән яҡтарыңды ла, яңылышлыҡтарыңды ла күрмәҫкә тырышалар. Ҡәйнәмдең аҡылы арҡаһында һин үҙ етешһеҙлегеңде үҙең күреп, төҙәлергә тырышаһың", - тигәйне. Тәүге көндәрҙә үк тойҙом быны. Ҡәйнәм белмәгән эштәремде үҙ өлгөһө менән өйрәтә барҙы, мәҡәлдәре менән зиһенемә һеңдереп ҡуйҙы. Иң элек яуаплылыҡ тойғоһо һеңде. "Әйткән һүҙең өсөн дә, башҡарған эшең өсөн дә, яңылышлығың өсөн дә һин үҙең яуаплыһың, үҙең генә төҙәтә алаһың. Кешегә һылтанаһың, кешегә япһараһың икән, хата бер ваҡытта ла төҙәлмәй. Ҡабатлана ғына", - тигән фекер һалды ла ҡәйнәм, үҙенең өлгөһө һәм мәҡәлдәр аша нығыта барҙы. Мин ҡәйнәм аша тотош халҡыбыҙҙың иҫ китмәле тәрбиә алымдарын күрҙем. Мәктәптә "Тормош һабаҡтары" предметы уҡыттым. Ҡәйнәмдең мәҡәлдәрен бик йыш ҡуллана инем", - тип һөйләне килене Зөлфиә.
Илебеҙҙә ун миллион иң-иңдәрҙе "аҡтар" тип, тағы тиҫтә йылдан һуң дин әһелдәрен "коммунистарҙың дошманы", тип, унан һуң ауыл хужалығы, ер эше белгестәрен "кулак" тип, Себергә ебәреп бөткәндән һуң, илебеҙҙә сәйәсәт тә, ауыл хужалығы ла ныҡ ҡаҡшай, "аҡылдарыбыҙ" башҡа илдәргә хеҙмәт итә. Ә илдә халыҡ дошманы балаһы, тип бынамын тигән һәләтле балаларҙы, яңы тормош юлына баҫҡан йәштәрҙе ҡыйырһытыу, уҡыуҙан ҡыуыу, иң яман, иң ауыр "яза" һаналған комсомолға алмау кеүек алым менән рух һындырыу сәйәсәте алып барыла. Кулак Хәбиәхмәттең ҡыҙы Сафияға ла аҙым һайын татырға тура килә был сәйәсәт һипкенен. Үҙе йәшәгән ауылда ғына түгел, хатта тирә-яҡтағылар ҙа "ҡоро ҡалмай". Нуриман районының Яңы күл ауылына килен булып төшкәс, ире Кәлимулла менән еләккә сығалар. Шунда ауылдан берәү: "Йөрөмәгеҙ сабынлыҡ тапап, бында кулак ере юҡ", - тип, төртмә телләнеп үтеп китә. Ул ғына ла түгел, хатта йылдар үтеп, үҙ балалары була башлағас та, ул осор өсөн иң яман "кулак балаһы" тигән һүҙ онотолмай. Урамға уйнарға сыҡҡан саҡтарында "Әсәйең кулак балаһы", тип уйнатмай, ҡыуып ҡайтаралар балаларҙы. Имеш, кулак икән, тимәк, бай. Ә бай булыу, байлыҡ - ул социалистик ҡоролош өсөн ят күренеш, кеше ярлы йәшәргә тейеш.
Ярлылыҡ - йәшәү рәүеше. Сталиндың бер генә шинеле булған, Ленин хатта ҡаты ауырыған сағында ла үҙенә тәғәйен шоколадты балаларға ебәрткән...
Уҡырға ингәндә - атаһының батрак булыуы; вазифалы урынға дәғүә иткәндә - хеҙмәт юлын ҡара эшсе булып башлау байраҡ итеп иң алда елпелдәтелгән замандар ине. Сафияның балалары үҙҙәренең ни өсөн ҡыйырһытылғанлыҡтарын да аңлап етмәй, тик "кулак" тигән һүҙҙең бик яман икәнлеген, әсәләренең яман кеше балаһы булыуын ғына аңлайҙар, "кулак" йоҙроҡ тигән һүҙ була ла инде, бәлки, олатай гел һуғышып йөрөгәндер...
"Әсәй, кем ул кулак?" - тигән һорауға нимә тип яуап бирһен Сафия? Ер эшен һәйбәт белгән, үҙ ҡул көсө менән донъяһын бөтәйткән, ғаиләһен матур баҡҡан, арымай-талмай эшләп мал тапҡан, йоҡо һимертеп ятмаған, кеше өсөн файҙаланмаған, тик үҙ ҡул көсө менән етеш йәшәүгә өлгәшкән кеше кулак була, типме? Улай тиһәң, ни өсөн "кулак - дошман" тиҙәр, тип аптырар бала. Бала түгел, өлкән кешене аптыратырлыҡ, аңға һыймаҫ хәлдәр әле лә уйылып китерлек уйҙарға һала.
Ә ошондай аңға һыймаҫ хәлдәрҙе нисек теләнеләр, үҙ файҙаларына нисек кәрәк - шулай аңлаттылар халыҡҡа. "Ҡайғырма, әсәһе, бер йыл тартай һимерә, икенсе йыл бүҙәнә", - тигән Сафияның атаһы, ауыр хәлдәге ғаиләһен йыуаныр-йыуатыр һүҙҙәр эҙләгәндә.
Ысынлап та, заманалар алмашынды, кемдең кем икәнлеге асыҡланды. Әммә яралар тәрән. Кимне-кимне иҫкә төшөп һаман һыҙлай. Алты йәшендә күршеләренә һөт һорарға инеп, буш көрөшкә тотоп илай-илай сығып киткәнен, бәләкәй һылыуым үлә инде хәҙер, тип һығылып-һығылып илағанын онота алмай иҫләй Сафия. "Ғүмеренең һуңғы йылдарында әсәйем көн һайын тиерлек үҙенең ауыр бала сағын иҫенә төшөрә ине. Моғайын, уның өсөн тормоштоң ошонан да әсерәк мәле булмағандыр тип уйлайым", - тип хәтерләй ҡыҙы Мәхмүзә.
Әммә... Нисә йылдар үткәс, йорттарынан ҡыуып, мунсаға сығарған, тотош әйберҙәрен пыран-заран килтерткән колхоз председателенең ҡыҙы килә бер саҡ уларға: "Сафия апай, ҡыҙың профессор бит, әсәйем ҡаты ауырый", - тип, ярҙам һорай. Шул саҡ Сафия, атаһының һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, тертләп китә. "Бер йыл тартай һимерә, бер йыл бүҙәнә..." "Мәхмүзә ҡыҙым, ауырһынмай ғына ярҙам ит инде", - ти ҡыҙына. Мәхмүзәнең аптыраулы ҡарашынан барыһын да аңлап: "Уларҙың ни ғәйебе?" - тигәндәй, ым менән генә яуап бирә. Мәхмүзә аңлай әсәһен. Тыңлай, ризалаша. Әлбиттә, төрлө һылтауҙар табып, ярҙамдан баш тарта алыр ине... Юҡ, улар икенсе тәрбиә алған. "Күңелегеҙ ныҡ булһын, тик ҡаты булмаһын", - тип ҡабатлай уларға өлкәндәр Хәбиәхмәт уҙамандың аманатын. "Хоҙай үҙе күрә, үҙе тигеҙләй, балам", тигән һүҙҙе лә гел ҡабатлай әсәй кеше. Шулай. Нисә йылдар үткәс, тигеҙләне. Хәбиәхмәт уҙамандың мәҡәл көсө алға сыҡты. Мәхмүзәнең күңеле йомшарҙы. Әсәһенең ҡарашынан барыһын да аңлап, ярҙам итергә кәрәклеген аңлаһа ла, күҙ алдында алыҫ үткәндәге ваҡиғалар берәм-берәм пәйҙә булды...
Бына әсәһенең атаһы Хәбиәхмәт, төндә генә йәшеренеп килеп, мунсала йәшәп ятҡан ғаиләһен тиҙ генә йыйындырып, Силәбе өлкәһенә Ашаға алып ҡаса... Иртәгеһен был ғаиләне мунсала йәшәргә мәжбүр иткән председатель: "Кулак эттәрен мәкегә тултырырға кәрәк булған", - тип ярһый, ҡоторона. Әле ошо кешенең ҡыҙы Мәхмүзәнең ярҙамына мохтаж булып килгән. Әсәһе: "Ҡыҙым, яҡшыға кем дә яҡшы була, ә һин яманға яҡшы булып ҡара", - тигән һүҙҙәрен ҡабатлағандай ҡараш ташлай ҡыҙына. Әсәһенең ҡарашынан барыһын да аңлаған Мәхмүзә ярҙам ҡулы һуҙа. Үлем хәлендәге ҡатынды ҡотҡара...
Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙының балалары уның мәҡәлдәренең раҫлана барыуына ғәжәпкә ҡала ла ҡуя. Ул һәр саҡ, балаларығыҙға аҡыллы әйтемдәр, мәҡәлдәр әйтә барығыҙ, ишетмәгән һымаҡ булһалар ҙа зиһендәрендә ҡала ул, ти. Раҫлана бит уның аҡыллы һүҙҙәре. "Әсәйемдең мәҡәлдәрен туплай башлаған саҡта, ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүләсәләре лә үҙенә әйтелгән мәҡәлде иҫләй булып сыҡты!" - тип ғәжәпкә ҡала Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы.
Рәхмәт балаларға. Әсәй, өләсәй һабағын, ул ҡулланған мәҡәл-әйтемдәрҙе, тормош һабаҡтарын хәтерҙәрендә һаҡлағандар йәки яҙып ала барғандар. Мәҡәлдәре генә ике йөҙҙән ашыу. Сафия апай менән һөйләшеүҙә аҙ ғына ваҡытта тиҫтәләгән мәҡәл, әйтем ишетергә тура килә ине. Мәҡәлдәре араһында халыҡта таралғандары ла, бығаса бер ҡайҙа ла яҙылмағандары ла, үҙе сығарған әйтемдәре лә күп.

Шулай итеп...
Халҡыбыҙҙың рухи байлығы булған ауыҙ-тел ижадын, бөгөнгө көндә беҙҙе ҡыуандырған, ғорурландырған, донъя кимәлендә даныбыҙҙы таратҡан ижадыбыҙҙы, ошондай зирәк хәтерле, тапҡыр телле, үткер һүҙле уҙаман башҡорт ҡатындары һәм ирҙәре түкмәй-сәсмәй, сайпылтмай-бүҫкәртмәй һаҡлап килгән дә инде. Сафия Насретдинова кеүек әүлиә аҡылы йөрөткән зирәк ағинәйҙәр хаҡында күберәк яҙырға кәрәк. Улар беҙҙең зыялыларыбыҙ. Шәхестәребеҙ. Улар һаҡлай рухи хазинабыҙҙы. Халыҡты аҡыллы шәхестәр күтәрә. Беҙ уларҙы күтәрергә тейешбеҙ.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
БР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru