
Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә "Тауышында тарих" исемле 17 йәшкә тиклемге балалар араһында бәйге үтте.
Һәр бәйгенең кимәле ҡатнашыусыларҙың күплеге һәм башҡарыу оҫталыҡтарының юғарылығы менән баһалана. Әйтергә кәрәк, был конкурста ошо ике төшөнсәнең бергә тура килеүе осраҡлы түгелдер. Сөнки бында атаҡлы ҡурайсы-остазыбыҙ Әҙеһәм Исҡужин һәм сәнғәт мәктәбенең элекке директоры Әхиәт Ғәйетбаевтарҙың башлаған эштәрен дауам итеүселәрҙең үҙ эшенә яуаплы ҡарағанлығы, халҡыбыҙ моңона битараф булмағанлығы, башҡорт моңон йәш быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырыу өсөн ваҡытын йәлләмәй эшләгәнлеге һиҙелә. Был "Тауышында тарих" исемле милли музыка ҡоралдарында уйнаусы 17 йәшкә тиклемге балалар араһында үткәрелгән бәйгене бынан бер нисә йыл элек Өфө ҡалаһы сәнғәт мәктәптәре араһында Әхиәт Ғиниәт улы башлап ебәргән булһа, бөгөн ул Төбәк-ара кимәлгә күтәрелде һәм Әхиәт Ғәйетбаев иҫтәлегенә бағышлап уҙғарылды.
Бәйгелә республикабыҙҙың 10 районынан, 6 ҡалаһынан, Йошкар-Ола ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан һәм шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районынан 77 яңғыҙ башҡарыусы һәм 16 ансамбль ҡатнашты. Уларҙы танылған ҡурайсылар Юлай Ғәйнетдинов, Дим Мөжәүиров, Илһам Байбулдин, Салауат Кирәев, Фәиз Шәрипов, Рәмзин Әбсәләмов һәм башҡаларҙан торған жюри баһаланы. Гран-при лайыҡлы рәүештә Баҡалы районынан Азамат Ханнановҡа тапшырылды. Беренсе урындарҙы Өфө, Салауат, Йошкар-Ола ҡалалары һәм Күгәрсен, Ҡыйғы, Хәйбулла, Өфө районы уҡыусылары бүлеште.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|