«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЕР ҒАИЛӘ БУЛЫП ЙӘШӘНЕК БАЙМАҠ ИНТЕРНАТ-МӘКТӘБЕНӘ - 70 ЙЫЛ
+  - 


Быйыл Башҡортостандың Урал аръяғы мәғариф системаһында мөһим урын тотҡан, буласаҡ милли кадрҙар тәрбиәләүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарынан өс меңдән ашыу балаға төплө белем биреп, уларҙы үҙаллы тормош юлына сығарған Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты үҙенең 70 йыллығын билдәләй. 1956 йылда Темәс ауылында асылған интернат-мәктәп 1963 йылда Баймаҡҡа күсә. 1993 йылда мәктәп лицей статусын ала, ә 2024 йылда полилингваль күп профилле лицей-интернаты итеп үҙгәртелә. Матур юбилей айҡанлы белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаған, үҙҙәре һайлаған өлкәләрҙә уңыштар ҡаҙанған замандаштарыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Улар - биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтурин (1962 йылда тамамлаған), яҙыусы-драматург Әминә Миңдеғол ҡыҙы Яхина (1969), медицина хеҙмәте подполковнигы Хәлил Төхвәт улы Һөйөндөков (1974), Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Мәймүнә Рамаҙан ҡыҙы Ишкилдина (Бүләкова) (1979), журналист Ильяс Илдар улы Ҡасҡынов (2016). Әйткәндәй, ошо әңгәмәне ойоштороусы мин үҙем дә 1973-1979 йылдарҙа Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыным.



Баймаҡ интернат-мәктәбендә ҡайһы осорҙа уҡынығыҙ? Унда белем алыу бәхете һеҙгә нисек һәм ни сәбәпле тейҙе? Ни сәбәпле, тим, сөнки совет осоронда интернат-мәктәп системаһы иң элек социаль йүнәлешле ине.

Сәфәрғәле Йәнтурин:
Мин 1945 йылдың март айында Баймаҡ районы Татлыбай ауылында тыуғанмын. 1952 йылда бәләкәй генә ауылымдың бәләкәй генә бер бүлмәле мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға барғанмын. Етенсе класҡа еткәнсе мәктәп ете йыллыҡҡа әүерелде. Артабан уҡыуымды ҡайҙа дауам итеремде төбәп кенә әйтә алмай инем әле. Бер көн әсәйемдең, Темәс тигән ауылда мәктәп-интернат асылған, шунда күмәк балалы ғаиләләрҙең балаларын алалар икән, тип атайыма һөйләгәнен ишеттем. Беҙ ғаиләлә 7 бала инек. Малайҙарҙың иң бәләкәйемен. Темәс беҙҙең ауылдан алыҫ, Ирәндек тауы аша 100 километрҙан ашыу арала ята. Күрше-күлән ҡатындары: "Әгәр улыңды унда бирһәң, ул һинеке түгел, ә советтыҡы була ла ҡуя инде", - тип кире өгөтләй башлағандар әсәйемде. Ул: "Булһын, совет үҙебеҙҙеке лә инде", - тип үҙ һүҙен бирмәгән. Документтар юллап йөрөгәндә күрше малайы Зиннурҙың туғандарын да өгөтләне, уның атаһы ла, әсәһе лә яңыраҡ үлгәйне. Шулай итеп, август айы аҙаҡтарында, яңы уҡыу алдынан, аттарҙы парлап егеп, Иҫке Сибай, Моҫтай ауылдарын үтеп, Ирәндек тауы аша Түбә ҡасабаһына барып етеп, аттарҙы ял иттереп, үҙебеҙ ғүмеребеҙҙә тәүге тапҡыр "сталауай" ашап, кисләтеп Темәскә барып еттек. Икенсе көн атайым, мәктәпкә барып, беҙҙе урынлаштырыу мәсьәләрен хәл итеп йөрөнө. Зиннурҙы - алтынсы, мине һигеҙенсе класҡа уҡырға алдылар.
Әминә Яхина: Баймаҡ интернат-мәктәбендә 1960-1969 йылдарҙа уҡыным. Ул саҡта уҡырға икенсе кластан алалар ине. Унда мин осраҡлы ғына барып эләктем, тиһәм дә ярай. Әхирәтем Рәйләне әсәһе интернатҡа биреү өсөн медицина ҡарауы үткәрергә тип дауаханаға юлланғанда, мин осрағанмын. Уларға эйәреп, ҡаралыу үтеп ҡайтып, әсәйемә, интернатҡа барам, тигәс, аптырап ҡалғандар. Ул ваҡытта интернат беҙҙең ауылда, Темәстә, ине. Күмәк балалы ғаиләнән булғас, мине лә алғандарҙыр инде.
Хәлил Һөйөндөков: Интернат-мәктәпкә 1971 йылда 8-се синыфҡа килдем. Минән алда унда беҙҙең Мәмбәт ауылынан ҡайһы бер ағайҙар, апайҙар ҙа уҡығайны. Улар аша интернатта уҡыу, йәшәү шарттары яҡшы булыуы, малайҙар өсөн ҡурай түңәрәге эшләүе, интернатты тамамлағандарҙың институттарға күберәк инеүе хаҡында ла ишетеп йөрөй торғайным. Интернат малайҙарының барыһының да бер иш кенә мәктәп формаһына ла ҡыҙыҡтым. Ауылда дүрт синыфты тамамлағас, тиҫтерҙәремдең барыһы ла бишенсегә интернатҡа уҡырға китте. Тик атайым менән әсәйем унда мине юллап торманылар, сөнки элегерәк бер туған ағайымды алмағайнылар. Сәбәбе - беҙ атай һәм әсәйле инек, икенсенән, ғаиләбеҙҙә бары тик "биш кенә" бала булдыҡ. Ә унда уҡыған апай һәм ағайҙар, башлыса етем йә иһә күп балалы ғаиләнән ине. Ул саҡта биш балалылар әллә ни ҙур ғаилә иҫәбенә инмәне. Интернатҡа барам, тигәс: "Ҡуй, ағайыңды алмағас, һине лә алмаҫтар, ана, күрше ауылдағы ун йыллыҡ мәктәпкә бар ҙа ҡуй", - тине әсәйем. Етенсе синыфты тамамлағас, атайым менән әсәйемдең ай-вайына ҡарамай, үҙем, велосипед менән йөрөп, кәрәкле документтарҙы йыйҙым. Заманына күрә ҡыйыу ғына ла булғанмындыр инде, интернат директоры Юнир Самат улы Әҙеһәмовҡа тура барып, үҙенә мөрәжәғәт иттем. Минең билдәләр ведомосен ҡарағас: "Оһо, был егетте, алабыҙ, алабыҙ!.." - тине дәү кәүҙәле директор ағай үҙенең сәркәтибенә.
Мәймүнә Ишкилдина (Бүләкова): 1973 йылда бишенсе класҡа уҡырға килдем. Ысынлап та, ул йылдарҙа интернат-мәктәптәр бөтөнләй мәктәпһеҙ йәки башланғыс мәктәптәре генә булған ауылдарҙың күп балалы ғаиләләрендә тәрбиәләнгән уҡыу алдынғылары менән бер рәттән, ата-әсәһен юғалтҡан йә иһә ауыр тормош хәленә юлыҡҡан балалар өсөн тә-ғәйенләнгәйне. Күрәһең, ул мәлдә бәхетлеләрҙең дә бәхетлеһе булғанмындыр инде, мин дә интернатта уҡый башланым. Утыҙ ике генә йәшендә тол ҡалған әсәйемдең иң ҙур хыялы - биш балаһына ла мөмкин тиклем төплөрәк белем биреү ине. Ғаиләбеҙҙән өс бала, тыуған ауылыбыҙҙың башланғыс мәктәбен уңышлы тамамлап, бер-бер артлы интернат-мәктәпкә уҡырға килдек. 1975 йылда ауылыбыҙҙа өр-яңы һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылһа ла, әсәйем беҙгә ҡайтырға рөхсәтен бирмәне.
Ильяс Ҡасҡынов: Баймаҡ лицей-интернатында 2014-2016 йылдарҙа уҡыным. Тыуған ауылымдағы мәктәп туғыҙ йыллыҡ ҡына, ә минең артабан юғары уҡыу йортона инеп, юғары белем алыу теләгем ҙур ине. Шуға күрә туғыҙынсы кластан һуң техникумға йәки колледжға китмәйенсә, уҡыуымды 10-11-се кластарҙа дауам итергә ҡарар иттем. Ул ваҡытта Баймаҡ лицей-интернаты үҙенең яҡшы уҡытыусылары, ныҡлы белем биреүе менән айырылып торҙо. Бынан тыш, уҡыусыларға уҡыу һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуы ла минең өсөн мөһим ине. Шуға күрә һайлауым тап ошо белем усағына төштө. Бында уҡыу киләсәктә юғары белем алыу хыялыма табан мөһим бер аҙым булды. Беҙҙең осорҙа мотлаҡ һынау имтиханы һөҙөмтәләре буйынса алдылар лицей-интернатҡа.

Һеҙ уҡыған осорҙағы Баймаҡ интернат-мәктәбе хәтерегеҙҙә нисек уйылып ҡалған?

Сәфәрғәле Йәнтурин:
Ике ҡатлы мәктәп Темәстең ҡап уртаһында, ә йәшәгән ятағыбыҙ бер саҡрым тирәһе ситтә, Шырҙы һәм Талашты йылғалары аша урынлашҡайны. Аҙаҡтан белеүебеҙсә, интернат-мәктәп элекке Темәс педагогия училищеһы базаһында ойошторолған икән. "Директорҙың бүлмәһендәге ҙур мөһәбәт өҫтәл Әхмәт-Зәки Валидовтың эш бүлмәһендәге йыһаз", тип һөйләне Ырымбурҙан училище менән бергә Темәскә күсеп килгән Бакаев фамилияла башҡорт теле уҡытыусыһы. Аҙаҡ ул өҫтәлде Темәстәге крайҙы өйрәнеү музейында күрҙем. Мин уҡырға барғанда интернат-мәктәп ике йыл эшләй ине инде. Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен районынан килгән балалар күпселекте тәшкил итте. Тәүҙә тыуған йортто ныҡ һағындырҙы. Уҡыу шарттарының яҡшы, һәр саҡ ашарға әҙер булыуы, һәйбәт кейем, яңы дуҫтар табылыуы яйлап һағышты баҫты. Етмәһә, мәктәптәге йыр дәрестәре, бейеү, тынлы оркестр түңәрәктәре мөғжизәле икенсе донъяға алып инеп китте беҙҙе. Интернаттың үҙенең һыйырҙары, аттары, сусҡа фермаһы, тауыҡтары булды. Беҙ уларҙы график буйынса алмашлап ҡарай торғайныҡ. Ятаҡтарҙы йылытыу өсөн утынды үҙебеҙ бысып, ярып, киптереүгә ҡуя инек. Малға бесән сабып, күбәләр өйөп, кәбәндәр ҡойоп ҡуйыуҙар, кис костер яғып, төрлө уйындар ойоштороуҙар үҙе бер донъя булды беҙҙең өсөн. Йәйге каникул ошо эштәр менән үтте. Тыуған йортҡа, атай-әсәйҙәр янына, ун биш көнгә генә ҡайтып әйләнә инек. Әминә Яхина: Темәстә уҡыған ваҡытта беҙ айырым йорттар булып урынлашҡан ятаҡта йәшәнек. Өлкән класс уҡыусылары беҙҙе шефҡа алып, сәстәребеҙҙе үреп, өҫ-баштарыбыҙҙы ҡарай торғайны. Уҡырға Темәс ауылындағы элекке педагогия училищеһы булған ике ҡатлы йортҡа бара инек. Уларҙың араһы километрҙан ашыу булғандыр. Ҡайтып, төшкө ашты ашайбыҙ ҙа, тағы шунда дәрес әҙерләргә китәбеҙ. Уҡыу миңә еңел бирелде, гел бишкә өлгәшә инем. Башланғыс белемде Римма Харрас ҡыҙы Бикбирҙина бирҙе. Бик тыныс, мөләйем уҡытыусым әлеге көндә лә иҫән, Баймаҡ районының Төркмән ауылында йәшәй.
Интернат Баймаҡҡа күскәс, беҙ унда яңыса йыһазландырылған, бөтә уңайлы шарттары булған өс ҡатлы бинала уҡый башланыҡ. Директорыбыҙ Юнир Самат улы Әҙеһәмов бик алдынғы ҡарашлы етәксе булғандыр, уҡыу өсөн бөтә шарттар бар ине. Яҡшы уҡыған өсөн етенсе класта Бөтә Союз "Орленок" пионер лагерына ебәрҙеләр. Мәктәптә, төп уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәр эшләне. Спортты үҙ итеп, саңғы буйынса ныҡлап шөғөлләндем.
Хәлил Һөйөндөков: Тәүге күреүем менән интернатты айырым бер ауыл һымағыраҡ итеп тойҙом. Йәшәй, уҡый торған бүлмәләре, ашхана, ял көндәре кинозал, клуб та булып киткән спортзал, оҫтахана, тегеү цехы, китапхана, фотолаборатория һәм башҡаһы ҙур бер бина эсендә булғанғалыр инде. Беҙҙең осорҙа мәктәп биләмәһендә ҡаҙанлыҡ, алмағас баҡсаһы, яҡындағы Таналыҡ йылғаһы буйында һыйыр малы аҙбары, Һаҡмар буйында йәйге хеҙмәт лагеры бар ине. Хеҙмәт лагеренда ҙур ялан тултырып картуф, кәбеҫтә үҫтерҙек. Иҫләй башлаһаң, ысынлап та, буйтым үҙаллы хужалыҡ ине шул. Екке аттары, йөк машинаһы, хатта автобус та булды бит!
Мәймүнә Ишкилдина (Бүләкова): Уҡырға ынтылышы булған, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуя белгән үҫмерҙәр өсөн Баймаҡ интернат-мәктәбе - баһалап бөткөһөҙ белем сығанағы ине. Ауыл мәктәптәре менән сағыштырғанда күпкә отошлораҡ матди-техник йыһазландырыу, предметлы кабинет системаһы, төп дәрестәрҙән тыш, төрлө туңәрәктәр, спорт секциялары, үҙаллы дәрескә әҙерләнеү сәғәттәре һәм, әлбиттә, үҙ эшенә ныҡ бирелгән юғары белемле, талапсан уҡытыусылар тырыштарға белем тауҙарын яуларға дәрт-дарман бирҙе. Тәрбиәселәребеҙҙең хеҙмәте, пионер һәм комсомол ойошмаларының эш йүнәлеше уҡыусыларҙы йәмғиәт өсөн файҙалы булырға, спорт менән шөғөлләнергә, сәнғәт менән мауығырға, дөрөҫ туҡланырға, һаулыҡҡа иғтибарлы булырға әйҙәй ине. Ата-әсәләрен иртә юғалтҡан, һаҡлау-яҡлаулы мөнәсәбәткә, яратылыуға мохтаж балалар өсөн дә кешелекле йылы шарттар тыуҙырылғайны. Тап шундай яҡты нурлы, йылы ҡояшлы йорт булып хәтеремдә ҡалған интернатым.
Ильяс Ҡасҡынов: Лицей-интернаттың тағы бер ҙур үҙенсәлеге - унда Баймаҡ районының төрлө ауылдарынан белемгә ынтылған, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған егеттәр һәм ҡыҙҙар йыйылғайны. Уларҙың һәр береһенең үҙ хыялы, үҙ маҡсаты бар ине. Тырышып уҡыйҙар, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашалар, уңыштарға өлгәшәләр. Һин дә шундай йәштәр араһында булғас, уларҙан ҡалышмаҫҡа, үҙ өҫтөңдә күберәк эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға ынтылаһың. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә, терәк булырға тырыштыҡ. Тап ошо мөхит беҙгә ҙур этәргес бирҙе, донъяға ҡарашыбыҙҙы киңәйтте. Элек үҙебеҙ өсөн алыҫ булып күренгән хыялдар яйлап аныҡ маҡсаттарға әйләнде. Шуға күрә Баймаҡ лицей-интернаты минең өсөн - белем алған урын ғына түгел, ә шәхес булараҡ үҫкән, үҙ юлымды таба башлаған тормош мәктәбе.

Уҡытыусыларығыҙ, тәрбиәселәрегеҙ, һабаҡташтарығыҙ тураһында ниндәй йылы иҫтәлектәрҙе әле лә күңелегеҙҙә һаҡлайһығыҙ?

Сәфәрғәле Йәнтурин:
Тәрбиәсебеҙ Мәрйәм апайыбыҙ, директор Шәриф Хәйбрахман улы Ғәҙелшин, уҡытыу буйынса уның урынбаҫары Йосоп Әхмәт улы Ибраһимов ағайҙар хәҙер был донъяла юҡтар инде, әммә рухтары беҙҙең менәндер. Улар беҙҙе ғүмер буйы һаҡланылар, алға өндәнеләр. Класташтар һәр саҡ осрашып торҙоҡ. Бер-беребеҙҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһындыҡ, кәрәк булһа, ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ.
Әминә Яхина: Барлыҡ предметтарҙан да яҡшы өлгәшһәм дә, минең күңелемә химия, математика, физика бик яҡын ине. Химия уҡытыусыһы Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина һәр саҡ хуплап, үҙе уҡытҡан предметҡа булған һөйөүемде нығытҡандыр, тип уйлайым. Математика уҡытыусыһы Фәрит ағай миңә һәм бер нисә уҡыусыға өҫтәмә дәрестәр бирер ине, хатта унынсыны тамамлағас, бер нисә китап бүләк итте. Физика уҡытыусыһы Кинйәғол Хәйбулла улы тыныс, хатта йомшаҡ күңелле булһа ла, уны уҡыусылар яратты. Бәлки, шуға күрәлер ҙә, мин үҙемдә ышаныс тойоп, нефть институтына юлланғанмындыр. Рус теле уҡытыусыһы Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова бик талапсан булды, уның дәрестәренә әҙерләнеп килә инем. Шуны ла әйткем килә, хеҙмәт дәрестәрендә малайҙарҙы Сәлих Файзулла улы Ҡарабандин балтасы һөнәренә өйрәтһә, ҡыҙҙарға Альмира Зариф ҡыҙы Ғәббәсова тегенсе оҫталығы дәрестәре бирҙе. Физкультура уҡытыусыһы Рафаэль Әхмәт улы Сырлыбаев етәкселегендә район буйынса ярыштарҙа беренселекте бирмәй инек.
Темәстә әле генә армиянан ҡайтҡан Йәғәфәр Әғзәм улы Мусин беҙҙе һалдаттар һымаҡ тәртипкә өйрәтһә, Баймаҡта иһә ипле холоҡло йәш кенә Сәмғиә Ғибәт ҡыҙы дәрестәребеҙҙе еренә еткереп эшләтте. Уның менән беҙ походтарға күп йөрөнөк. Рәшит Сәғәҙей улы Ҡашҡаров беҙҙең класс малайҙары өсөн бер табыш булғандыр - улар менән волейбол, футбол уйнай ине, хатта футбол типкәнендә аяғын һындырғаны иҫемдә. Өлкән кластарҙа тәрбиәсе булып Светлана Барый ҡыҙы Асҡарова килде. Яңы ғына мәктәп тамамлағанғамы, беҙ уны үҙебеҙҙең әхирәт һымаҡ ҡабул иттек. Матур йырланы, бейене, класта бик күп саралар ойоштороуы менән хәтерҙә ҡалды.
Хәлил Һөйөндөков: Уҡытыусы һәм тәрбиәселәребеҙ хаҡында, әлбиттә, тик йылы иҫтәлектәр генә һаҡлайым. Директор Юнир Самат улының, урынбаҫарҙары Айҙар Йыһанша улы, Руфа Харрас ҡыҙының һәләтле етәкселәр булыуын һис кем дә инҡар итмәҫ, моғайын. Уларҙан бер аҙ шөрләй ҙә, ихтирам да итә инек. Химия, биология уҡытыусыһы Гөлсара Искәндәр ҡыҙы, урыҫ теле уҡытыусылары Зәкиә Нуриман ҡыҙы Лоҡманова, Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова, физик (шул уҡ ваҡытта ҡурайсы) Кинйәғол Хәйбулла улы Ғайсин, математик Лотфиямал Шаһиғәли ҡыҙы Хәсәнова, физкультурник Рафаэль Әхмәт улы Сырлыбаев, оҫтахана мөдирҙәре Сәлих Фәйзулла улы Ҡарабандин, тегеү оҫтаһы Альмира Зариф ҡыҙы Ғәббәсова, пионервожатый Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхмәтова, китапханасы Рәшит Сәғәҙей улы Ҡашҡаров һәм башҡалар барыһы ла оло маҡтауға лайыҡ шул.
Мәймүнә Ишкилдина (Бүләкова): Һабаҡташтарым менән осрашҡан һайын ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙҙы, яраткан тәрбиәселәребеҙҙе иң йылы һүҙҙәр менән хәтергә алабыҙ. Иҫәндәре менән осрашырға, хәлдәрен белешеп торорға, байрамдар менән ҡотларға форсат табырға тырышабыҙ. Беҙҙең күңелдәрҙә улар һаман да йәш, матур, үҙ эштәрен мөкиббән яратҡан изгеләрҙән-изге Кешеләр булып һаҡлана.
Ильяс Ҡасҡынов: Иң тәүҙә тәрбиәселәребеҙҙе ҙур рәхмәт хистәре менән иҫкә алам. Берәй ауырлыҡ килеп тыуһа, күңелде борсоған һорауҙар булһа, иң тәүҙә тәрбиәсегә мөрәжәғәт итә инек. Улар беҙҙе тыңланы, аңланы, кәрәк саҡта кәңәш бирҙе, йыуатты, ярҙам ҡулы һуҙҙы. Айырыуса Флүзә Ишҡыуатованы ҙур йылылыҡ менән хәтерләйем. Уҡытыусыларға килгәндә, синыф етәксебеҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәрхиә Янбирҙинаны айырым билдәләп үтер инем. Ул минең башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуымды тағы ла көсәйтте, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға дәртләндерҙе. Дәрестәрендә беҙ башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, әхлаҡи ҡиммәттәрен дә үҙләштерҙек. Ғөмүмән, лицей-интернат уҡытыусыларының белем кимәле мине таң ҡалдыра торғайны. Ҡайһы бер уҡытыусылар дәрескә хатта дәреслек тотмайынса килеп инә лә, теманы үҙ һүҙҙәре менән шул тиклем тәрән, аңлайышлы итеп һөйләй башлай! Улар беҙгә әҙер мәғлүмәтте генә еткермәне, ә уйланырға, һорауҙар бирергә, үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтте.

Интернатта беҙ бер ғаилә булып йәшәнек: бер өҫтәл артында ултырып ашаныҡ, һигеҙешәрләп, унышарлап бер бүлмәлә йоҡланыҡ, күмәкләп ултырып дәрес әҙерләнек, уйнаныҡ, байрамдар үткәрҙек. Хәтерегеҙгә бигерәк тә ныҡ уйылып ҡалған ваҡиғаларҙы иҫләп үтәйек әле...

Сәфәрғәле Йәнтурин:
Иң иҫтә ҡалғаны шул булды - беҙҙе унда барғас та өр-яңынан кейендерҙеләр. Хатта унда бирелгән эске кейемдәрҙе кейеп, ауыл буйлап йөрөгән саҡтарыбыҙ хәтерҙә һаҡланып ҡалған. Баҡһаң, ул эске кеймдәрҙе йоҡлағанда ғына кейәләр икән. Беҙ, ауыл балалары, уны ҡайҙан ғына беләйек инде. Темәс ауылы малайҙары беҙҙең кейемдәрҙе күреп, хәтәр көнләшә торғайны, хатта берәмләп йөрөгән саҡтарҙа туҡмап та ҡайтаралар ине. Үҙ-ара иһә ныҡ дуҫ булдыҡ, татыу йәшәнек.
Әминә Яхина: Интернат ҡаланан ситтә урынлашҡайны. Яҙ көнө эргәләге тау битләүендә ҡоро үлән янып китте. Бер төркөм балалар янғын һүндерергә барып, өҫтө-башыбыҙ ҡоромға буялып килеп индек интернатҡа. Директорҙан бының өсөн шелтә алдыҡ. Геологтар (ГРП) биҫтәһендә клуб була торғайны. Ҡайһы саҡ ял көндәрендә, ҡасып, кино ҡарарға бара инек. Бер көн киноға барыуын барҙыҡ, тик уның ике серия икәнен белмәнек. Вахтер беҙҙе индермәне лә ҡуйҙы. Бер аҙҙан өлкән тәрбиәсе килде, беҙҙе теҙеп ҡуйҙылар, арт һабағыбыҙҙы уҡыттылар, киноға башҡа ҡасып йөрөмәҫ булдыҡ.
Хәлил Һөйөндөков: Тыуған ауылым Мәмбәт - Баймаҡҡа иң яҡын ауылдарҙың береһе. Ял көндәре ҡалаға сығырға рөхсәт булыуына ҡарамаҫтан, ауылға бер кемде лә ҡайтармайҙар ине. Әммә беҙ, Мәмбәт малайҙары, туғыҙ саҡырымда ятҡан тыуған ауылыбыҙға ҡайтмай торабыҙмы ни инде! Иртәнге аштан һуң, Баймаҡтағы таныштарыбыҙҙа "йәшерелгән" велосипедтарыбыҙҙы алып, ауылға һыпыртабыҙ, киске ашҡа килеп өлгөрәбеҙ. Бер мәл, 9-сы синыфта уҡығанда, киске ашҡа һуңланыҡ. Беҙ килеүгә тәрбиәсе Ишбикә апай менән директор беҙҙе ишек төбөндә етди ҡараш менән ҡаршы алды. "Атай-әсәйҙәрегеҙҙе алып килгәс кенә инерһегеҙ мәктәпкә", - тине Юнир Самат улы асыулы ғына. Беҙ, атай-әсәйҙән дә ҡурҡҡан балалар булараҡ (нимә уйлағанбыҙҙыр инде), ауылға ҡайтмай, ҡырға сығып киттек… Май аҙағы, көн йылы ине, ҡырҙа ҡунып, иртәгеһен һуңлап ҡына мәктәпкә килеп еттек. Интернат ишеге алдында минең әсәйем, Солтанмораттың Шайморат ағаһы, директор, уның урынбаҫары беҙҙе ҡаршы алдылар. "Бөттө баш, былай булғас!" Әммә шул саҡ Юнир Самат улының нисек шат йылмайғанын күрһәгеҙ! "Әйҙә, әйҙәгеҙ, егеттәр, инегеҙ, барығыҙ, ана, сталауайға, асыҡҡанһығыҙҙыр..." - тине беҙҙең арҡанан һөйөп. Юғалған балаларҙың табылыуына ул шулай шат ине.
Мәймүнә Ишкилдина (Бүләкова): Минең генә түгел, бөтә һабаҡташтарымдың да күңелендә ныҡ уйылып ҡалған ваҡиға - ул класыбыҙ менән Өфөгә ун көнлөк экскурсияға барыуыбыҙҙыр. Кластар араһында тәүге тапҡыр ойошторолған бер йыллыҡ социалистик ярыштағы еңеүебеҙ өсөн мәктәп администрацияһы беҙҙең 9 "б" класына шундай бүләк эшләгәйне. Класс етәксебеҙ Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы менән яраткан уҡытыусыбыҙ Шәһит Зәкәриә улы баш ҡаланы күрһәтеп, юғары уҡыу йорттары менән таныштырып, беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштереп, дуҫлаштырып, яҡшы уҡырға дәртләндереп алып ҡайттылар.
Ильяс Ҡасҡынов: Беҙҙең синыф айырыуса әүҙем, татыу һәм төрлө башланғыстарға әүәҫ булды. Иң иҫтә ҡалған ваҡиғаларҙың береһе - 10-сы класта "Йыл синыфы" исемен яулауыбыҙ. Бүләк итеп беҙгә Өфөгә бер аҙналыҡ сәйәхәт ойошторҙолар. Баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсияларға йөрөнөк, юғары уҡыу йорттары менән таныштыҡ. Күптәребеҙ өсөн был Өфөгә тәүге сәйәхәт ине. Ул беҙгә онотолмаҫ тәьҫораттар ғына түгел, киләсәк һөнәребеҙ һәм уҡыуыбыҙ тураһында нығыраҡ уйланырға ла мөмкинлек бирҙе. Бергәләп тырышып яулаған еңеүҙең шатлығы айырыуса ҡәҙерле булды.

Һуңғы йылдарҙа уҡыу йорттарында "буллинг" тигән күренеш таралды. Миңә ҡалһа, Баймаҡ интернаты өсөн был - бөтөнләй ят, хатта ҡырағай хәл, тип раҫлай алам. Һеҙ ни әйтерһегеҙ?

Мәймүнә Ишкилдина (Бүләкова):
Был күренеш, бәлки, ниндәйҙер сифатта, ҡайһылыр кимәлдә беҙҙә лә булғандыр. Әммә интернат шарттарында уға тәрән тамыр йәйергә, күкрәп сәскә атырға мөмкинлек бирмәнеләр. Беҙ бит 7 тәүлектең бөтә 24 сәғәтендә лә кемдеңдер яуаплылығында булдыҡ. Дежур тәрбиәсе, дежур администратор, уҡытыусы, тәрбиәсе, пионервожатый, медсестралар, төнгө няня, вахтер, ҡарауылсы... Хатта китапханасы Рәшит Сәғәҙей улы ла ял көнө дежур итә торғайны. Сәфәрғәле Йәнтурин: Киреһенсә, беҙ туғанлашып бөттөк. Беҙгә, өлкән класс уҡыусыларына, баштан уҡ бәләкәй малайҙарҙан - ҡусты, ҡыҙ балларға һеңле беркетеп ҡуйҙылар. Уларҙың уҡыуына ла, тәртибенә лә яуаплы инек. Ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйы "ағалы-ҡустылы" булып йәшәне.
Әминә Яхина: Шаян малайҙар булды, тик артыҡ тәртип боҙоп йөрөмәнеләр. Тәрбиә эше юғары ҡуйылғайны, шау-шыу ҡуптарырлыҡ ваҡиғалар, тәртипһеҙлектәр, бер-береңде рәнйетеү кеүек хәлдәрҙе иҫләмәйем. Бындай ваҡиғаларҙы тикшергән уҡыусылар советы ла эшләне бит беҙ уҡыған осорҙа.
Хәлил Һөйөндөков: Һигеҙҙә уҡығанда, унынсынан өс малай, үҙҙәренең көсөн күрһәтеү ниәте менәнме, ике аяғымдан тотоп, баш түбән күтәреп, "кеҫәмде ҡаҡҡандары" иҫемдә. Башлыса бик дуҫ, хатта бер туғандар кеүек йәшәнек. Бәләкәйҙәрҙе ҡыйырһытыу тигән уй башыбыҙға инеп тә сыҡманы.
Ильяс Ҡасҡынов: Мин 2014 йылда Баймаҡ лицей-интернатына уҡырға килгәндә, бындай күренештәр бөтөнләй юҡ ине, тип әйтә алам. Беҙҙең арала үҙеңде көс менән раҫлау, "дедовщина", кемделер ҡурҡытып өҫтөнлөк алыу йәки йоҙроҡ ярҙамында абруй ҡаҙаныу тигән күренештәр булманы. Киреһенсә, һәр кем үҙенең белеме, тырышлығы, һәләте һәм ҡылған эштәре менән айырылып торорға ынтылды. Әлбиттә, үҫмерҙәргә фекер айырмалыҡтары, үҙ-ара ярышыуҙар хас. Әммә тап шундай мәлдәрҙә беҙ бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңларға, уртаҡ тел табырға өйрәндек.

Үҙегеҙ, бергә уҡыған һабаҡташтарығыҙ тураһында ҡыҫҡа ғына бер кәлимә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине. Үҙ-ара бәйләнеш тотаһығыҙмы, йыш осрашып тораһығыҙмы?

Сәфәрғәле Йәнтурин:
Класташым, Билал ауылы егете, Лик Зайнуллин - Екатринбургтың бик билдәле шәхесе. Ул ваҡытында Урал политехник институтында уҡып белем алғайны, хәҙер техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған металлургы. Һаман да ғилем донъяһында хеҙмәт итә - институт директоры. Өмөтбай ауылы ҡыҙы Зәкия Лоҡманова рус теле белгесе булараҡ, ғүмер буйы үҙебеҙҙең интернат-мәктәбендә балаларға белем бирҙе, төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡлы булды. Интернатты тәүләп алтын миҙалға тамамлаусы Әбйәлил районы Буранғол ауылы ҡыҙы Әсмә Усманова, медицина институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт итте. Амангилде ауылы егете Әғләм Әхмәтҡужин, медицина фәндәре кандидаты булараҡ, арабыҙҙа тәүгеләрҙән булып ғилем донъяһына юл асты. Был исемлек тулы түгел, әммә класташтарымдың, барыһы ла донъяла үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, халҡыбыҙға, илебеҙгә хеҙмәт итте, барыһы ла матур тормош ҡороп, үҙҙәре кеүек талантлы балалар үҫтерҙе.
Әминә Яхина: Һабаҡташым Ринат Мөхәмәтйәнов шиғырҙар яҙҙы, талантлы ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере иртә өҙөлдө. Ғилминур, Фәрүәз, Сәлимә, Әюп уҡытыусы һөнәрен һайлап, бик уңышлы эшләнеләр. Әртист булам тип хыялланған Уралыбыҙ уйламағанда хәрби хеҙмәт юлын һайлап, полковник дәрәжәһенә етте. Ҡалғандар ҙа тормошта юғалып ҡалманылар, күңелдәренә яҡын һөнәр һайлап, матур тормош ҡорҙолар.
Хәлил Һөйөндөков: Бөгөнгө көндә класташтарым Мотаһар Үҙәнбаев - юғары категориялы табип, Нурзиә Кейекбаева (Әбдрәшитова) - Башҡортостандың халыҡ артисы, Зөбәйҙә Ишҡыуатова (Итбаева) - Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Фәйрүзә Рәхмәтуллина (Ясыбаева) мәғариф ветераны. Барыбыҙ ҙа, әлбиттә, хаҡлы ялда. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: класташ биш малай биш ҡыҙыбыҙ менән биш ғаилә ҡороп, бала-сағалы булғандар.
Мәймүнә Ишкилдина (Бүләкова): Класыбыҙ һәр ваҡыт татыулығы, берҙәмлеге, мәктәп тормошондағы әүҙемлеге менән бергә уҡыуҙа юғары күрһәткестәре менән айырылып торҙо. Әле лә бик татыубыҙ, биш йыл һайын осрашабыҙ, онлайн чаттарыбыҙҙа көн һайын тиерлек аралашып торабыҙ.
Ильяс Ҡасҡынов: 11-се класты тамамлағас, барыбыҙ ҙа төрлө яҡтарға таралыштыҡ. Кемдер Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, кемдер Өфөгә, Сибайға, Магнитогорскиға уҡырға китте. Берәүҙәр юғары уҡыу йорттарын һайланы, икенселәр колледждарҙа һөнәр үҙләштерҙе. Бөгөн инде синыфташтарым араһында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында, хатта сит илдәрҙә йәшәп, уңышлы эшләп йөрөүселәр бар. Кемдер тыуған яғына ҡайтып, ауылында төпләнгән, ғаилә ҡорған, балалар үҫтерә, хужалыҡ алып бара. Шуға күрә кемделер айырым билдәләп үтергә теләмәйем. Минең өсөн уларҙың һәр береһе үҙенсә уңышлы, һәр береһе хөрмәткә лайыҡ.

Бөгөнгө интернат уҡыусыларына - лицеистарға - әйтер һүҙегеҙ...

Сәфәрғәле Йәнтурин:
Интернат менән бәйләнеште беҙ һаман да дауам итәбеҙ. Йыл һайын сығарылыш тантанаһында алдынғы уҡыусыларға үҙебеҙҙең стипендияларҙы тапшырабыҙ, уҡырға саҡырабыҙ һәм илебеҙ киләсәге улар ҡулына күсәсәген иҫтәренә төшөрәбеҙ. Интернатта дөйөм йүнәлеш биреү көслө. Икенсе мөхиткә барып эләгеүҙән ҡурҡмағыҙ. Тик ул мөхит һиңә ыңғай тәҫир итһен, һин үҙең дә ул мөһитте ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә өлөш индерә алаһың - шуны аңлаһындар ине. Әминә Яхина: Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлаусылар араһынан бик ҙур шәхестәр, күренекле эшмәкәрҙәр, ете профессионал яҙыусы сығыуы менән ғорурланам. Лицеистарға, тырышып яҡшы белем алығыҙ, үҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ, тип мөрәжәғәт итәм.
Хәлил Һөйөндөков: Бөгөнгө интернат уҡыусыларына шағирыбыҙ Аҡмулла олатайҙың һүҙҙәре менән: "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" - тип мөрәжәғәт итер инем. Интернатта уҡыуҙың ҡәҙерен белеп, бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, ата-әсәгеҙҙе, уҡытыусы һәм тәрбиәселәрегеҙҙе тыңлап йөрөһәгеҙ, беҙҙең уҡытыусы Айҙар ағайыбыҙ Йыһанша улы әйтмешләй, "бушҡа икмәк серетмәгән" булырһығыҙ. Үҙегеҙгә үҙегеҙ ғәҙелһеҙлек ҡылмағыҙ. Бына шул саҡта һуңынан үкенергә тура килмәҫ, ин шәә Аллаһ.
Мәймүнә Ишкилдина (Бүләкова): Бөгөнгө интернат уҡыусыларына алға юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, ваҡыттарын әрәм итмәй, тырышып уҡырға, һәр яҡлап үҫергә, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итәм. Матур итеп аралашырға, дуҫлашырға, үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы хөрмәт итергә, яратырға өйрәнегеҙ. Бының өсөн интернатта бөтә шарттар ҙа бар.
Ильяс Ҡасҡынов: Баймаҡ лицей-интернаты хәҙер - заманса мөмкинлектәргә эйә булған күп профилле полилингваль белем усағы. Ошонда уҡыу бәхетенең ҡәҙерен белегеҙ. Алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйыуҙан, хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Белем алығыҙ, үҙегеҙҙе төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарағыҙ, тик алға барығыҙ.

Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.26 | Ҡаралған: 13

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru