«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЯЙЫҠ КАЗАГЫ – 2
+  - 


Иҙерәп китеүҙән кәүҙәһе оҙоная төшкән баланы йөк өҫтөнә һалып, Аверьян оҙон юлға сыҡты. Ҡояш бик юғарыға һауалап киткәс, үҙ өйөндә кейеҙ өҫтөндә һикерешеп уйнаған бәрәс бәүеленең еҫтәренә өйрәнеп бөткән Рәжәп ниндәйҙер тонсоҡторғос сөсө ят еҫтән һиҫкәнеп уянып китте. Башта оҙаҡ ҡына үҙенең ҡайҙа булғанын башына килтерә алмай ятты. Майлы тәгәрмәстәре сиҡылдап барған арбала яңғыҙ китеп барыуын һиҙеп ҡалғас, Рәжәп бөтә көсөнән:
"Әсәй, атай!" - тип ҡысҡырҙы ла, ситлеккә эләккән ҡошсоҡ кеүек, Аверьяндың ҡулынан ысҡынып ҡасырға самаланы, ләкин уны эләктереп алған ҡулдарҙан ҡотолоп булмаясағына тиҙ төшөндө.
Аверьян яңы атай рәүешенә керергә самалап, малайға иғтибарлыраҡ булырға тырышты. Ул башҡортсалап:
Роман, атай, әсәй хәҙер юҡ. Атайың мин, әсәйең Настя апай булыр, тип ҡулын алға һондо.
Тибенгеләп тулаған Рәжәпте, сабый биләгән шикелле, Аверьян толопҡа бер-нисә ҡат ураны ла, уның осона үҙе ултырып алды. Хәленә төшөнгән бала тынып ҡалды. "Нисауа, кешеләр айыу балаһын да өйрәтә, һине генә өйрәтербеҙ, ебәктәй булырһың әле".

2

Тигеҙ дала юлы менән китеп барған Аверьян уға арҡаһы менән терәлеп йоҡлап килгән башҡорт малайын нисек тәрбиәләү тураһында уйланды. Арбаһы өҫтөндә талғын ғына тирбәлеп, көнгә ярылып бөткән ирендәрен берсә көлгән ише салшайтып, берсә илаған балалай бөршәйтеп ултырған Аверьян "Мин унан ысын казак яһап ҡайтарам", тигән һығымтаға килде. Тәртә араһына яңы ғына индерелгән тай-тулаҡтай, хәлдән тайған Рәжәп яңынан йоҡоға талды.
Ауыл яҡынлығын тойған шикелле ылдымыраҡ йүгергән тәгәрмәстәр көҙгө ҡояшҡа ялтырап ятҡан юлдан алға тәгәрәһә, арба өҫтөндә әленән-әле тәмәке төргән Аверьяндың уй йомғағы артҡа тәгәрәне, тағатылған еп остары уны алыҫ көнсығышта ҡасандыр үҙе хеҙмәт иткән Яйыҡ атаман полкы менән тоташтырҙы. Ғали йәнәптәренең Андрей флагы аҫтында ошо полк менән ул ҡайһы тарафтарҙа ғына булманы, батша тәхете өсөн ниндәй генә һуғыштарҙы башынан кисермәне. Герман фронтында ҡатнашып күрһәткән батырлығы һәм тырышлығы өсөн тулы кавалер була алмаһа ла, өс Георгий тағып, тыуған яҡтарға юлланғас ҡына революция килеп сыҡты. Грязнов ише мул йәшәгән казактарҙан йыйылған атаман полкы был ваҡиғаға бер һүҙһеҙ "һуңғы патронға тиклем батша тәхете аҫтында берҙәм Рәсәй өсөн көрәшергә" тигән мөнәсәбәт белдерҙе. Аҙаҡ вахмистр Аверьян Грязнов полкташтары менән атаман Дутов яғына сығып, ҡыҙылдар менән аяуһыҙ көрәште. Колчаксыларҙы оҙатып, Ҡытай сигенә тиклем етте, тик атының ҡанъяғаһына аҫҡан ҡуржынында аҡса-алтын булмауы ғына уны Яйыҡҡа кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте.
Ғүмер буйы аралашып, белешеп, йыш ҡына ер-бесәнлек өсөн талашҡан башҡорттарға ҡарата уның мөнәсәбәттәре айырым. "Әгәр бөтә башҡорттар ҙа, Ғәлимйән хажи һымаҡ, Совет власына ҡаршы торһалар, мин башҡорт яҡлы. Әгәр инде улар Советты яҡлап сығалар икән, мин иртәгә үк һарайҙа үҙ сәғәтен көтөп торған Серкоға атланып, башҡорт ауылдарын туҙҙырырға сығасаҡмын. Бусурмандарға бер ниндәй ышаныс юҡ, бөгөн улар былай, иртәгә тегеләй..."
Аверьян башҡорттар ҡулына эләгеп, ана үләм, бына үләм тигән саҡта, Хоҙай ҡөҙрәте менән улар ҡулынан нисек ысҡынып киткәнен бер ҡасан да онотмай. Колчак ғәскәрҙәре Ҡыҙыл армия ҡыҫымы аҫтында көнсығышҡа сигенә башлағас, полк командиры вахмистр Грязновҡа махсус эш ҡушты. Уға сигенеүсе армия артынан мөлкәт-йыһаз тейәп эйәрергә тейешле станица атаманының ылауын ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Шунда атамандың ҡомһоҙлоғо арҡаһында Аверьян бындағы осһоҙ-ҡырыйһыҙ далаларҙа саҡ башын ҡалдырманы. Ҡарун атаман әйткән уныһын да, быныһын да ылауға тейәп йөрөгәндә, кисә генә ҡыҙылдар яғына сыҡҡан башҡорт ғәскәре көнбайыштан станцияны баҫып алды. Ҡасырға өлгөрмәгән вахмистрҙы байтаҡ ҡына аҡ казактар менән мунсаға бикләп ҡуйҙылар. Иртән атылырға тейешле казактар төнө менән мунса түбәһен һүтеп, һаҡсыны үлтереп, ҡасып ҡотолдолар.
Хәтирәләргә бирелеп ултырған Аверьян был ваҡытлыса Хоҙай биргән малайҙы нисек тәрбиәләү тураһында ла бер аҙ уйланып алды. "Ауылда Совет асҡан мәктәпкә уны биреү килешмәҫ, иртәгә үк сиркәүгә алып барып, суҡындырырға кәрәк. Шунһыҙ Настя уны ла, мине лә өйгә индермәйәсәк..." Шундай һығымтаға килде Аверьян Грязнов.
Йәше менән Аверьяндан ун биш йәшкә кесе, күрше ауылдағы бай казағының күҙ терәп торған берҙән-бер ҡыҙы, дөмғара үрелгән сәстәрен көнбағыш табағылай баш осона ураған, өрөп тултырған кеүек тулы кәүҙәле, буйы-һыны күркәм булған Настя көтмәгән ҡунаҡҡа шундуҡ һырт бирҙе. Бының өсөн ғаилә бәхетендә май эсендәге бөйөр кеүек йөҙөргә тейеш булған хужабикәнең ҡайһы бер нигеҙлектәре лә юҡ түгел ине шул.
Беренсенән, ошоға тиклем сабыйға ҡалмауының сәбәбен Настя тик үҙенән күпкә оло, утыҙҙы үткәнсе теләһә ҡайҙа "аҙып-туҙып" йөрөгән иренән күрә. Асыуы ҡабарған саҡтарҙа: "Һин орлоғоңдо эйәрең өҫтөндә бөтә Рәсәй буйлап һибеп бөтөргәнһең", тип тә ебәрә. Ә бына күптән түгел генә нимәгәлер талағы ташып, иренә бүлтәйҙе. "Миңә ике генә тәүлек ваҡыт бир, мин һиңә туп шикелле казачок алып ҡайтам", тимәһенме. Быға Ҡытай сигендә вахмистрҙың ниндәйҙер "йөн-табандарға" эләгеп, айға яҡын кесе ярауҙан яфа сиккәнен дә ҡушһаң, Настяның арҡаны ныҡҡа терәп һөйләшер өсөн сәбәбе лә юҡ түгел.
- Әгәр иртәгә үк был ҡара сутыр ер ҡортон сиркәүҙә суҡындырмаһаң, был басурманың менән һеҙҙе өйгә индереү юҡ! - тине Настя бөйөрөнә таянып.
- Туҡта әле, сабыр ит. Был малай әҙерәк баш-күҙ алһын, - тип иренең эште һуҙырға теләген һиҙеп, ул мәсьәләне теп-текә ҡуйҙы.
- Мин ул ғүмерҙә мунса күрмәгән малайыңдың бетен сүпләп ултыра алмайым, ҡайҙан алдың, шунда кире илтеп ҡуй, - тип һыртын күрһәтте Настя.
Күрнәсә өйөнөң төпкө бүлмәһендә, ишектең уң яғындағы ике билдекле тимер һандыҡ өҫтөндә Рәжәп өйҙөң бейеклегенә, ундағы йыһаздың күплегенә хайран ҡалып ултырҙы. Һандыҡ эргәһендә генә бөтә стенаны ҡаплап торған быялалы шкаф эсендәге затлы һауыттарҙы яңы ғына ун бишкә тиклем һанарға өйрәнгән малай осо-башына сыға алмай аптыраны. Мөйөштәге һүрәттә ниндәйҙер һары ялтыр бағанала ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп, яп-яланғас, Мөхәмәтҡужа апаһыныҡы* кеүек, шып-шыйыҡ кәзә һаҡаллы бер кешенең башын ҡырын һалып, аҫылынып тороуы уны бөтөнләй ғәжәпкә ҡалдырҙы. Етмәһә, уның алдына түшәмдән майшәм төшөрөп ҡуйғандар. "Әле көн уртаһы булһа ла, быларҙың майшәме янып тора, ә беҙҙең ҡыуыҡһыҙ шәмдең төндә яндырыу өсөн дә һәр саҡ кәрәсине юҡ", тип уйлап алды һәр саҡ күршеләргә ҡырҡ ҡоршаулы сынаяҡ өҫтө тотоп кәрәсин һорарға йөрөгән Рәжәп.
Мейес артында стенаға эленгән ҡулйыуғыс аҫтындағы ултырғысҡа баҫтырып, Аверьян Рәжәптең битен-ҡулын йыуҙы, үҙе лә йыуынып алды. Хужабикә өҫтәлгә аш әҙерләй башланы. Һимеҙ иттә бешкән кәбеҫтә ашының тәмле еҫе юлда асыҡҡан малайҙың танауын ҡытыҡланы. Аверьян ҡапыл урынынан тороп, мөйөштәге баяғы яланғас кеше төшөрөлгән һүрәт алдына баҫып, уң ҡулының өс бармағын йыйнап, ауыҙ эсенән ниҙер шыбырҙап, маңлайына, яуырын баштарына һәм күкрәгенә төртөп алды. Урынына ултырғас, бәләкәй стаканға өҫтәлдәге ялтыр һауыттан ниндәйҙер үтә күренмәле, һыуға оҡшаған шыйыҡсаны тултырҙы, тағы ла мөйөшкә ҡарап суҡынды һәм уны түңкәреп тә ҡуйҙы. Шунан йорт хужаһы ҙур табаҡ дәүмәлдәге икмәкте күкрәгенә терәп, оҙон һаплы бысаҡ менән уны телгеләргә кереште. Көлгә бешерелгән йоҡа ғына сөсө икмәкте әсәһенең бәләкәй генә өлөштәргә телгеләп, тотторорҙан алда телемгә бер, балаһына ике ҡарап алған саҡтары кинәт иҫенә килеп төштө лә, былай ҙа юл буйы буҫығып илап килгән Рәжәптең тамағына ниндәйҙер төйөн килеп тығылды. Ул ҡыҙарған күҙҙәрен сырт-сырт йомдо ла илап ебәрҙе. Настя шуны ғына көтөп торған шикелле, бөтә эшен ташлап, ҡулдарын алъяпҡысына һөрттө лә иренә һүҙ ҡушты:
- Бына һиңә, Аверьян, был малайҙың беренсе сәләме. Быныһы тик сәскәһе генә, емешен алдараҡ күрерһең. Нимәгә кәрәк булғандыр инде һиңә бер бәйнәт, эт имгәге, - тип ҙур эске кинәнес менән теҙеп алып китте.
- Юҡ, юҡ, Роман. Казак булаһы кешегә шәмәреп ултырыу килешмәй. Һин бит егет кеше, егеткә яҡшы ашарға кәрәк. Бына ал икмәкте, ашыңды аша, - тип уның алдына балсыҡ һауытта боҫрап торған аш ултыртты, икмәк һалды.
Йәлләп торған кеше булғас, Рәжәп тулған күңелен бушатҡанса балауыҙ һыҡты. "Әсәйемә ҡайтам", - тип үҙенең ҡайғы-хәсрәт тулған күңеле төбөндә ятҡан ялбарыуынын белдерҙе.
- Туҡта, Роман, сабыр ит. Бер аҙ ҡунаҡ булырһың да, мин һине атайыңа кире илтеп ташлармын. Ә хәҙер, әйҙә, аша, - тип Аверьян тағы ла тултырылған стаканына үрелде. "Нисауа, бер-ике аҙнанан доньяла атаң-әсәң барын да оноторһоң әле. Һыйлы тамаҡтан һуң арпа талҡаны бармай ул", - тип уйлап алды Аверьян.
Малайҙы нисек тә булһа үҙенә эҫендереү маҡсаты менән уны тынысландырҙы. Юлдан асығып килгән Рәжәп, ауыҙ һыуҙарын ағыҙып, тәмле аҙыҡ-әүҡәткә ҡаршы тора алманы, ҡорһағы кипсәлгәнсә ашаны ла, ултырған урынында ойой ҙа башланы. Икенсе көнөнә үҙенең иҫке бекешаһына төрөп, башына маңлайынан йәшел таҫма тартылған папаха кейҙереп, Аверьян Рәжәпте сиркәүгә алып китте. Аяғына хужабикәнең ҡунысһыҙ кейеҙ ҡаталарын кейгән Рәжәп сиркәү эсенә ингәс тә аптырап ҡалды. Ундағы затлы йыһазға, алтын ялатылған майшәмдәр яҡтыһында стеналағы һүрәттәргә иҫе китте. Уртала ауыр тәре тотоп торған дөмғара попты сиркәүгә һирәк кенә йөрөгән тәкәббер вахмистрҙың бала етәкләп килеп инеүе бермә-бер ҡыҙыҡһындырҙы. Аверьяндың йомошон да белгәс, сиркәү хужаһының туҡ битенә алһыу һыҙаттар йүгерҙе. Рәжәптең күҙенә төшкән папахаһын алып, уны шул ҡара кейгән кеше алдына баҫтырҙылар.
Байрамса кейенгән крестныйҙар** бында инеләр инде. Аверьян үҙе менән әллә нисә йылдар атаман полкында өҙәнгеләш йөрөгән иптәшен крестный ата, уның ҡатынын крестная әсә итеп һайланы. Бына улар сабый балаларҙы суҡындырыу өсөн сиркәүгә төкәп эшләнгән махсус бүлмәгә инделәр. Инәнән тыума шыр яланғас, дерелдәп торған Рәжәпте, буласаҡ данлыҡлы Яйыҡ казагын, ситтәренә тиклем һыу тултырылған купелгә*** тыҡтылар. Рәүеше менән түнкәрелгән ҙур ҡыңғырауға оҡшаған был тарихи һауыт беренсе мәртәбә үҙ эсенә башҡорт малайын ҡабул итте. Тонсоҡмаҫ өсөн ирендәрен ҡымтып, һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан Рәжәпте башына төртөп яңынан батырып ҡойондорҙолар. Батюшканың тәҡдиме буйынса яңы суҡындырылған малайға Роман исемен ҡуштылар. "Был изге исем бөтә доньяны тот тигән мәғәнәгә эйә", тип аңлатты кенәгәгә теркәп ултырыусы сиркәү дьягы.
Төп сиркәү кенәгәһенә "Грязнов Роман Аверьянович, 19... йылда Обручевка утарында Евдокия көнөндә доньяға килде һәм Покров көнөндә суҡындырылды", тип теркәп ҡуйҙылар. Был яҙыуҙы дөрөҫләп, крестный ата-инә ҡултамғаларын һалды. Оло кинәнес менән был тамашаны ситтән күҙәтепторған ата кешене суҡындырыу бөткәс кәңәшкә саҡырҙылар.

(Дауамы. Башы 44-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru