«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӘҘЕРЛЕККӘ - АЙЫРЫМ ИҒТИБАР
+  - 

"Берләштерелгән пилотһыҙ технологиялар" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма ғәмәлдәге хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе пилотһыҙ системалар менән эш итергә өйрәтә.

"Хәрби хеҙмәткәрҙәр беҙгә ҡыҫҡа ваҡытҡа килә. Уларға мөмкин тиклем күберәк белем бирергә тырышабыҙ. Теориянан һәм техник хеҙмәтләндереүҙән тыш, төрлө ҡатмарлыҡтағы осош һәм БПЛА-ны туранан-тура ҡулланыу принциптары буйынса ентекле белем бирәбеҙ. Дрондар төрлө була, уларҙың тәғәйенләнештәре лә һәр ҡайһыһына башҡа. Дрондар менән идара итеүгә ни тиклем күберәк хәрбиҙәрҙе өйрәтһәк, шул тиклем күберәк ғүмерҙәрҙе һаҡлаясаҡбыҙ һәм дошмандың техникаһын, тере көсөн юҡ итәсәкбеҙ. Дрон бөгөн - кемдеңдер ғүмере ул. Был ябай, әммә ҡаты хәҡиҡәт", - ти ойошма подразделениеһы етәксеһе, БР Хәрби әҙерлек ассоциацияһы директоры урынбаҫары Редвал Неволин.
Уның әйтеүенсә, БПЛА операторы пульт аша дрондар менән идара итеүсе белгес тә, пилотһыҙ аппараттарҙы хеҙмәтләндереүсе лә булырға тейеш. Шулай уҡ уның үҫешкән моторикаға, билдәле бер тәжрибәгә эйә булыуы, яһалма интеллект менән эшләй белеүе мотлаҡ. Билдәле бер ваҡыт эсендә буласаҡ операторҙы һөнәрҙең бөтә техник нескәлектәренә өйрәтергә мөмкин, әммә моторика - тәбиғи сифат, һәм уны уҡыу ярҙамында ғына камил үҙләштереп булмай икән. Ғәмәлдәге хәрбиҙәрҙән тыш, "Берләштерелгән пилотһыҙ технологиялар" ойошмаһы белгестәре армия сафына баҫырға һәм Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәр менән дә эш алып бара. Медицина тикшереүе һәм тест үтеп, Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән буласаҡ дроноводтар махсус төркөмдәргә бүленә, тип һөйләй Рэдвал Неволин. "Бер төркөмдә гражданлыҡ һөнәрҙәре электроника менән бәйле кешеләр тупланһа, икенсеһендә - БПЛА операторҙары. Айтишниктар, программистар төркөмө лә бар. Был белгестәргә лә мохтаж Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре", - ти ул.
Әлбиттә, төп әҙерлек Рәсәй Ҡораллы Көстәре полигондарында һәм подразделениеларҙың үҙҙәрендә алып барыла. Өфөлә үк кемдең нимәгә һәләтле булыуын асыҡлау, хәрбигә артабанғы хеҙмәт юлын һайлауҙы еңеләйтә. БПЛА операторҙары дошман менән туранан-тура бәрелешкә инмәй. Аппараттар менән улар алыҫтан тороп, хәүефһеҙ дистанциянан идара итә. Был хәрби хеҙмәттең сифат яғынан юғары кимәлдәге хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.26 | Ҡаралған: 6

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru