
Бөгөнгө техника менән электроника заманында һәм, ғөмүмән, тотош кешелек донъяһы яңылыҡтарға, үҫешкә, асмандарға ынтылған мәлдә һәр кемдең күберәк белергә, аңларға ғына түгел, ә ошо прогресс менән идара итергә, уны бойомға ашырыуҙа ҡатнашырға, тормошто яҡшыға, яҡтыға үҙгәртергә теләге, тырышлығы бар икән, уға юл асыҡ, тип беләбеҙ.
Йәнә лә кешенең белемгә эйә булырға, үҙенең аң һәм фекерләү ҡеүәһен камиллаштырырға хоҡуғы бар, тип тә беләбеҙ. Заманына яраҡлы һәм ярашлы булыр өсөн кәмендә юғары белем алыу, интеллектты үҫтереүҙең мөһим икәне лә аңлашыла. Тик бында шуныһы мөһим: вуз дипломы алып сыҡҡан йәштәргә эш урыны булһын. Үкенескә, был йәһәттән илдә мәсьәлә киҫкенләшә бара. 2022 йылда уҡ әле вуз бөткәндәрҙең өстән бер өлөшө һөнәре буйынса эшләмәй ине. Төп сәбәптәрҙең береһе йәш белгестәрҙең тәжрибә юҡлығына күрһәтһә, әлеге ваҡытта хеҙмәт баҙарында вакансияларҙың кәмеүе борсоуға һала.
Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә 35 процент кеше юғары белемле. Сағыштырыу өсөн: 2000 йылдарҙа был күрһәткес 25 процент самаһы тәшкил иткән. Юғары белемлеләрҙең иң күбе 25-34 йәштәрҙәге йәштәр араһында - 41 процент, ә өлкән йәштәгеләрҙең (55-64 йәш) 28 проценты юғары белемле. Тағы бер ҡыҙыҡлы күрһәткес: эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙең 45 проценты юғары белемле һәм Росстат был күрһәткестең арта барыуын раҫлай. Яҡшымы был, әллә түгелме? Ни тиһәң дә, "миҙалдың" икенсе яғы ла барлығын иҫкә төшөрәйек: юғары белемлеләрҙең барыһы ла дипломына яҙып сығарылған һөнәренә ярашлы эшләмәй: ундайҙар илдә 36 процент кешене тәшкил итә. Ул ғына ла түгел, 44 процент кешенең белем кимәле вазифаһы талаптарына яуап бирмәй: 19 процентының квалификацияһы кәрәккән кимәлдән юғары булһа, 25 проценттың, киреһенсә, түбән. Был мәғлүмәттәр уйландырмай ҡалмай, сөнки һайлаған, хыял иткән һөнәр буйынса эшләр өсөн эш урыны булыу ҙа мотлаҡ бит әле. Үкенескә, элек гөрләп эшләп торған етештереү предприятиелары ябылыуы кадрҙар файҙаһына һөйләмәй, әлбиттә.
Билдәле булыуынса, илдә юғары белем системаһын яңыртыу - реформа бара. Заманында, аныҡлабыраҡ әйткәндә, 2007 йылда, МДУ ректоры Виктор Садовничий кеүек абруйлы мәғариф эшмәкәрҙәренең ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, Дәүләт Думаһы законы менән Рәсәйҙә юғары белем Европа стандарттарына күсерелгәйне. Садовничий, әйтерһең дә, әүлиәлек күрһәткән: бөгөн килеп Рәсәй Болонья системаһынан баш тартты - дөрөҫөрәге, 2022 йылда Болонья төркөмө был системала Рәсәйҙең ҡатнашлығын туҡтатты.
Хәйер, һүҙ "баш тартыу" тураһында ғына түгел, ә был өлкәлә Рәсәй белем биреү традицияларына нигеҙләнеүсе үҙебеҙҙең милли модель булдырыу кәрәклеге килеп тыуҙы. Хеҙмәт баҙары менән белем биреү араһындағы бушлыҡты бөтөрөү ҙә мөһим ине, сөнки эш биреүселәр генә түгел, ғөмүмән, йәмәғәтселек аңында бакалавриат "тамамланмаған юғары белем" рәүешендә һанланмайыраҡ ҡабул ителде. Икенсе яҡтан, инженерия, педагогика кеүек йүнәлештәрҙә 4 йыл уҡыу юғары квалификациялы белгес әҙерләү өсөн етерлек кимәл түгел, тип табылды. Шул уҡ ваҡытта Болонья процесынан төшөп ҡалыу халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә юлды ябыу тигән һүҙ түгел әле, кимәлдәрҙе сағыштырыу өсөн Белем биреүҙең халыҡ-ара стандарт классификацияһын файҙаланырға була, ә Рәсәй дипломдарын таныу илдәр араһында килешеүгә бәйле буласаҡ.
Ҡыҫҡаһы, реформа үҙ яйы менән 2030 йылдарға тиклем дауам итәсәк. Был яҙмала уның бөтөн йүнәлештәрен һәм нескәлектәрен бәйән итеү маҡсат итеп ҡуйылманы, тик күңелде борсоп торған бер мәсьәлә - вуздарға уҡырға инеү тәртиптәренең ҡайһы бер үҙгәрештәре һорауҙар тыуҙыра. Киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителеүенсә, 2033 йылдың 1 мартына тиклем вуздарға ҡабул итеү сараларын сикләү буйынса бойороҡ проекты хасил булғанлығы мәғлүм булды. Был хаҡта күптән түгел "Московский комсомолец" гәзите сайтында ла хәбәр ителгәйне. Ҡабул итеү өлкәһендә үҙгәрештәрҙе түләүле урындарҙы кәметеүҙән башларға ниәтләйҙәр һәм хатта уның былтыр уҡ әле 47 мең урынға ҡыҫҡартылыуы билдәле ине. Быныһы, бәлки, дөрөҫтөр ҙә, сөнки һуңғы йылдарҙа белем сифатына ҡарамаҫтан, әллә ни көс түкмәй генә диплом алып сығыу ғәҙәткә инеп киткәйне бит. Ә төп сәбәп кадрҙар әҙерләүҙә өҫтөнлөктәрҙең алмашыныуында: бөгөн илдең иҡтисад һәм технологик үҫешен тәьмин итеүҙә шуға ярашлы белгестәрҙең күберәк кәрәклеге менән аңлатыла, айырыуса хеҙмәт баҙарында етешмәгән белгестәр әҙерләү зарурлығы юғары белем алыуҙа инженер, медицина һөнәрҙәренә иркен юл асасаҡ. Ә инде юриспруденция, менеджмент, дәүләт идараһы, реклама, PR кеүек гуманитар һөнәрҙәрҙең хеҙмәт баҙарында артыҡ күбәйеп китеүе был йүнәлештәр буйынса уҡытыуҙы кәметә башларға мәжбүр итә.
Түләүле нигеҙҙә ҡабул ителеүсе абитуриенттар мәсьәләһенә кире ҡайтып, быйыл уның тағы ла 57 мең урынға ҡыҫҡартылыуы хаҡында хәбәр ителде. Өҫтәүенә, вуздарҙың түләүле нигеҙҙә абитуриенттар ҡабул итеү өсөн балдарҙы үҙ ҡарамағынаса күтәреүе лә ихтимал, тиҙәр. Ҡыҙыҡ, ә бит заманында ҡайһы бер вуздар финанс ауырлығын ҡаплау өсөн башлап ебәргәйне түгелме түләүле уҡыу системаһын? Хәҙер улар ни эшләр, байып киттеләр микән? Хәйер, сит илдәрҙән студенттар килеп тулды лабаһа! 2026 йылдың сентябренә ҡарата Рәсәй юғары уҡыу йорттарында 182 илдән 422 мең сит ил студенты уҡыуы билдәле булды, шуларҙың 320 меңе - түләүле нигеҙҙә. Күҙаллауҙарынса, сит илдәрҙән килеп уҡырға теләүселәр ағымы арта барасаҡ.
Үткән уҡырға алыу осоронда уҡ ҡайһы бер вуздарҙа Рәсәй абитуриенттары өсөн түләүле урындарға конкурс балдары һәм БДИ буйынса уртаса баллдың байтаҡҡа күтәрелеүе күҙәтелгән. Тупаҫыраҡ итеп әйткәндә, мөмкинлеге булып йә ата-әсәләр тырышлығы менән баланы уҡытыу өсөн ҡайҙан да булһа аҡса табып түләргә әҙер үҙебеҙҙең абитуриенттарға, тимәк, уҡыу мөмкинлеге сикләнә буламы инде? Бюджет иҫәбенә студент булырға йыйынған абитуриенттарға ла тырышлыҡты арттырырға тура киләсәк; айырыуса, әгәр улар олимпиада еңеүселәре, йәки йөҙ балға эйә түгелдәр икән.
Әйткәндәй, вузға инеүҙә өҫтөнлөк менән файҙаланыу хоҡуғы биреүсе олимпиадалар һаны ла 83-тән 60-ҡа тиклем кәметеләск. Тағы ла бер яңылыҡ шунан ғибәрәт: билдәле бер эш биреүсегә беркетелгән маҡсатлы ҡабул итеү квоталарын да "оптималләштереү" көтә. Министрлыҡ шулай уҡ 2027/2028 уҡыу йылына БДИ буйынса минималь балдарҙы түбәндәгесә билдәләгән: күпселек предметтарҙан - 40 балл, физика буйынса - 41, йәмғиәтте өйрәнеү - 45, информатика буйынса - 46.
Белеме ҙурҙың телеме ҙур, тей халыҡ аҡылы. Йәш быуындың киләсәге, йәшәйеш кимәле, һис шикһеҙ, белемгә бәйле, ләкин әле бәйән ителгән реформа сикләүҙәре лайыҡлы тормош вәғәҙә итәме беҙгә?
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА