«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕР-ӘСӘБЕҘ ЯҠЛАУҒА МОХТАЖ, ЙӘҒНИ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ФАЙҘАЛАНЫУҘА ЯҢЫ ТӘРТИП ТУРАҺЫНДА
+  - 

VII, VIII, IX саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зариф Байғусҡаров ошо йылдар эсендә Рәсәй өсөн мөһим булған рекультивация тураһындағы ҡанун проекты өҫтөндә ныҡышмалы эшләне. Зариф Закир улына күп һанлы кәртәләр, ҡаршылыҡтар, бихисап ведомстволар менән оҙайлы килешеүҙәр аша үтергә тура килде. Һәм, ниһайәт, ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһының профилле комитеты ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар боҙған ерҙәрҙе рекультивацияларға мәжбүр иткән закон проектын хупланы. Уны ошо көндәрҙә пленар ултырышта ҡарау планлаштырыла. Зариф Байғусҡаров "Киске Өфө" гәзитенә яңы механизмдың нисек эшләйәсәге һәм ни өсөн ошо ҡанунһыҙ ташландыҡ карьерҙар проблемаһын хәл итеп булмаясағы хаҡында һөйләне.

Зариф Закир улы, һеҙҙең проекттың төп идеяһы нимәлә?

- Рекультивация үткәреү өсөн гарантия рәүешендә Фондҡа аҡса индермәйенсә тороп, ойошмаларға файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға лицензия биреүҙе тыйыу мотлаҡ. Бөгөн Рәсәйҙә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың 95 проценты, шул иҫәптән алтын табыусылар, файҙалы ҡаҙылмалар сығарғандан һуң боҙолған ерҙәрҙе кире тәртипкә килтермәй. Был проблема Башҡортостан өсөн дә хас. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу эштәре тамамланғандан һуң хозур болондар, ҡалын урмандар урынына тәрән соҡорҙар, вәхшиҙәрсә ҡырылған мөхит барлыҡҡа килә. Бесәнлектәр юҡҡа сығарыла, шишмәләр ҡорой, йылғалар бысрана, үҙәнен үҙгәртә - тәбиғәткә ҡот осҡос ҙур зыян килтерелә!
Яңы ҡанун намыҫһыҙ компанияларҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуясаҡ. Минең фекеремсә, әгәр ҙә ойошманың Рекультивация фондына күсереү өсөн аҡсаһы булмаһа, уға файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнергә ярамай.

Ә ни өсөн электән килгән ҡанун-талаптар ғына етерлек түгел?

- Сөнки файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы компания, эштәр тамамланғас, үҙен банкрот тип иғлан итә, йә исемен үҙгәртә, ябыла - эҙ яҙлыҡтыралар. Ғәмәлдәге нормалар буйынса, ташландыҡ ерҙәрҙе рекультивациялау бурысы муниципалитеттарға йөкмәтелгән, әммә уларҙың был эшкә аҡсаһы юҡ. Яңы тәртиптәр ошо схеманы юҡ итәсәк.

Рекультивация фонды нисек эшләйәсәк?

- Ер аҫты байлыҡтарын сығарыуға лизенция алыр өсөн ойошма иң алда депозитҡа аҡса һала, әйткәндәй, ул инфляцияға ҡарап индексацияланасаҡ. Был аҡса ойошманың башҡа маҡсаттарына (бурыстарҙы ҡаплау, банкротлыҡ процедураһы) йүнәлтелмәй. Уны тик аныҡ биләмәне тергеҙеүгә генә тотонорға мөмкин. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тамамланғас, аҡтарылған ер тәртипкә килтерелергә тейеш. Тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, муниципаль берәмек һәм субъекттың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығындағы комиссия рекультивация нисек үткәрелгәнен тикшерәсәк. Әгәр ул эшләнмәһә йәиһә сифатһыҙ башҡарылһа, Фондтағы аҡса ерҙәрҙе тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк. Ә инде барыһы ла тәртиптә булһа, Фондта ятҡан залог компанияға кире ҡайтарыла. Лицензия яңы хужаға күсә икән, уның менән бергә тупланған аҡса ла күсә. Әгәр яңы милексе табылмаһа, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу хоҡуғы туҡтатылғандан һуң бер йыл үткәс, аҡса РФ субъекты ҡарамағына тапшырыла.

Был закон бәләкәй эшҡыуарлыҡты ҡурҡытмаҫмы?

- Маҡсатыбыҙ табышты тыйыу түгел, ә унан һуң ерҙе ташландыҡ хәлдә ҡалдырмау. Әгәр эшҡыуар цивилизациялы эшләргә әҙер булһа, ул алдан уҡ ерҙе тергеҙеүгә сығымдары тураһында хәстәрләй. Бынан тыш, залог күләме өс йылға бер тапҡыр һәр төбәк өсөн раҫланған ставкалар буйынса иҫәпләнәсәк.

Алда ниндәй эштәр көтөлә?

- Тиҙҙән Дәүләт Думаһында пленар ултырышта проектты икенсе уҡыуҙа тикшерәсәкбеҙ. 2018 йылдан алып ошо эш менән шөғөлләнәм. "Был мәсьәләне хәл итеү мөмкин түгел", тип, миңә күп тапҡыр әйттеләр. Әммә тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ. Ошо закон ҡабул ителгәнсе тыныслана алмайым.
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, 2024-2026 йылдарҙа үткәрелгән рекультивация тураһында бөтәһе 45 акт килешеүгә һәм иҫәп базаһына килгән. Был ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың 3,9 проценты ғына ерҙе тергеҙеү буйынса йөкләмәләр ала, тигәнде аңлата. Был ҡанун ҡабул ителгәс Башҡортостанда, ғөмүмән, илебеҙҙә ташландыҡ карьерҙар булмаясаҡ. Ер-әсәбеҙ юридик яҡлауға мохтаж, һәм беҙ уны ҡануни кимәлдә тәьмин итергә бурыслыбыҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.26 | Ҡаралған: 4

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru