
Бөгөн республикабыҙҙың һәр ауылында һәм ҡалаһындағы төп хәстәр - Махсус хәрби операциялағы улдарыбыҙға гуманитар ярҙам туплау. Ирекмәндәрҙең иң алғы сафында -"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары булған ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр. Уларҙың эшенә бер аҙ ғына байҡау яһап китәйек әле.
Көнһылыу СӨЛӘЙМӘНОВА, Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе: Беләһегеҙҙер, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ойошторолғас та беҙҙең эшмәкәрлектең бер төрө - әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең элекке ҡул эштәрен-кәсептәрен тергеҙеү булды бит. Ысынында, һарыҡ йөнөнән йылы ойоҡбаш, бейәләйҙәр, баш кейемдәре, шарфтар бәйләү шөғөлдәре ҡулдан төшкәне лә булманы инде. Шуға ла Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк "Йөрәк йылыһы" акцияһына ҡушылып, үҙебеҙҙең бәйләгән-теккән әйберҙәрҙе яугирҙарыбыҙға оҙатыуҙы беҙ, ағинәйҙәр, башлап ебәрҙек, тиһәм, дөрөҫ булыр. Артабан инде гуманитар ярҙам төргәктәренә һалдаттарға кәрәк булған башҡа әйберҙәр - тыуған йорт йылыһын еткергән сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡорот, һалма, талҡан, ҡаҙ майҙары кеүек ризыҡтар әҙерләүгә тотондоҡ. Һалдаттарға быҡтырылған ит, борщ, төрлө салаттар, ҡайнатмалар әҙерләп оҙатыуҙы ла башлыса беҙ, ағинәйҙәр, тормошҡа атҡарабыҙ. Шулай уҡ госпиталь өсөн медикаменттар, памперстар, кейем, түшәк кәрәк-яраҡтары, бәләкәй мендәрҙәр тегәбеҙ. Мәҙәниәт йортонда ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә, изге теләктәребеҙҙе ҡушып, һаҡ селтәрҙәре үрәбеҙ. Окоп шәмдәре ҡойоуға мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итәбеҙ. Беҙҙең ярҙам яугирҙарҙың тәненә генә түгел, күңелдәренә лә йылылыҡ өҫтәһен, еңеүгә ышаныстарын арттырһын, тип, доғалар ҡылабыҙ.
Мәҙәниәт йорто беҙҙең көндәлек эш урынына әйләнде инде был йылдар эсендә. Үҙ-ара һөйләшеүҙәр һәр ваҡыт һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылыуы, йәп-йәш егеттәрҙең илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булыуы тураһында була. Бөйөк Ватан һуғышы тарихын да иҫкә алабыҙ. Ул һуғыш ваҡиғалары беҙҙең йәштәгеләрҙең һәр береһенең ғаиләһенә ҡағыла бит. Мәҫәлән, минең атайым Воронеж, Украина фронттарында фашистарға ҡаршы һуғышҡан. Пулемётсылар ротаһы командиры булып, Еңеү яҙын Украина ерендә ҡаршылай. Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Хәҙерге көндә ветерандарыбыҙҙың ейәндәре шул уҡ Украина ерендә тыуған илебеҙҙе һаҡлап, уларҙың данлыҡлы хәрби юлын намыҫлы дауам итә. Беҙҙең өлкән йәштәге ағинәйебеҙ ҙә ҡәһәрле һуғышта ғәзиз улын юғалтты. Ауылдан да МХО-ла ҡатнашыусылар, һәләк булғандар байтаҡ. Сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләгәндә ниндәй генә ауыр хис-тойғолар кисереп, күңелһеҙ уйҙар баҫһа ла, һәр һалынған әйбергә ҡул һәм йөрәк йылыбыҙҙы ҡушабыҙ. МХО-ға күрһәткән гуманитар ярҙамдың күләме, уның төрҙәрен һанап яҙып бөтөү мөмкин дә түгел. Мәҫәлән, ауылдың "Ҡурай" (хужаһы Линиза Әлмөхәмәтова), "Гөлназ" (Гөлназ Ғәлина), "Аҡсарлаҡ" (Суфия Мөхәмәтйәнова) магазиндарына "Изгелек ҡумта"лары, аҡса һалыу өсөн һауыттар ҡуйылған. Һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Ауылдың ир-егеттәре лә бергәләп аҡса йыйып, яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр ебәрә. Ҡыҫҡаһы, әүҙем ауылдаштар, шәхси эшҡыуарҙар менән берлектә беҙ, ирекмән ағинәйҙәр, күңелебеҙҙе төшөрмәй, еңеүгә тулы ышаныс менән йәшәйбеҙ. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, ил һаҡсыларының имен-һау, үҙ аяҡтарында тыуған яҡтарына, атай- әсәйҙәре, ғаиләләренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ һәм түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА, Ғафури районы Родина-Ватан ауылы старостаһы, "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе: Беҙҙең Ғафури районы Родина-Ватан ауылында йәшәүселәр Махсус хәрби операциялағыларға гуманитар ярҙам туплау мәлендә берҙәм һәм дәррәү генә күтәрелеп, кемдер аҡса, кемдер әйбер, кемдер үҙе әҙерләгән борщ-салаттарын, ит һәм ҡамыр ризыҡтарын алып килә һала. Күптән түгел ауылыбыҙ эшҡыуары Руслан Бакировҡа ҡушылып аҡса йыйып, квадрокоптер һатып алып ебәрҙек.
Ике йыл элек ветеран уҡытыусы Л.В. Вечерина район үҙәгенән һаҡселтәр үрергә өйрәнеп ҡайтты ла, ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ауылдың балта оҫтаһы Рәүеф Шәрипов ауылыбыҙ эшҡыуарҙары Шәйбәковтар биргән ағас материалдарҙан станок эшләп бирҙе. Станогыбыҙҙы клубтың икенсе ҡатындағы иркен фойела урынлаштырҙыҡ та, ағинәйҙәр, ауылыбыҙҙың башҡа фиҙаҡәр ҡатын-ҡыҙҙары менән бергәләп, эшкә тотондоҡ. Әлеге көнгә беҙ 90-сы һаҡселтәребеҙҙе үреп бөттөк! Беҙ, һаҡселтәр үреүселәр, клубҡа эшкә йөрөгән кеүек йөрөйбөҙ, бында үҙебеҙгә күңел йылыһы ла табабыҙ, үҙ-ара аралашабыҙ, милли ризыҡтар бешереп килтереп, сәй ҙә эсеп алабыҙ. Төрлө милләттән булһаҡ та, дуҫбыҙ, татыубыҙ.
Һаҡселтәр үреү ябай ғына эш түгел, схеманан ҡарап геометрик биҙәктәр төшөрөү өсөн оҫталыҡ та, зиһен дә кәрәк әле ул! Һалдаттарға күтәреп йөрөргә еңел дә булһын, тәбиғи төҫтәр менән ҡушылып, уларҙы дошман күҙенән дә һаҡлаһын! Любовь Вечерина, Рима Аҡбашева, Рима Саттарова, Әлфиә Аралбаева, Рәмзиә Садыҡовалар көн дә тиерлек йөрөй һаҡселтәр үрергә. Селтәрҙең ситтәрен Анфиса Кинйәбаева һәм Валентина Веретюк ырғаҡ менән ҡаймалай. Материалды клуб хеҙмәткәре Петр Иванов үҙе эшләгән станогында таҫмаларға киҫеп бирә, ә оҙон таҫмаларҙы 2 метр оҙонлоғондағы киҫәктәргә бүлеүҙе ағинәйҙәребеҙ Фәнүзә Латыпова, Рәзифә Сәғиҙуллин, Рәсимә Батыршина һәм Любовь Хасанова башҡара. Беҙ һаҡселтәрҙәрҙе яугирҙарҙың һорауы буйынса 6, 7, 8, 9 метр оҙонлоғонда үрәбеҙ, ә барыһының да киңлеге - 3 метр. Ҡайһы берҙә һалдаттарҙың үтенесе буйынса 2 селтәрҙе бергә ҡушып, киңерәк итеп тә ялғайбыҙ. Һаҡселтәребеҙҙе үреп бөткәс, уны төргән ваҡытта мотлаҡ Ҡөрьән аяттары уҡып, изге теләктәребеҙҙе теләйбеҙ.
Беҙҙең Родина - Ватан ауылы районда селтәр үрергә өйрәтеү үҙәгенә әйләнде инде, төрлө ауылдарҙан килеп, оҫталыҡ дәресендә шөғөлләнәләр ҙә, үҙҙәрендә лә эште яйға һалалар. Ғафури районы һаҡселтәрҙәр үреү иҫәбе буйынса республикала алдынғылар рәтендә бара. Фронттағы һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарыма ихлас рәхмәтем яуһын! Беҙ ошо ябай ғына эшмәкәрлек менән Еңеүҙе яҡынайтабыҙ бит!
Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, Бөрйән районы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе: Ауыр һынауҙар алдында тора кешелек донъяһы. Донъя, ил, ғаилә именлеге өсөн хәүеф тойғоһо көндән-көн арта, күңелдәрҙе биләп ала бара. Ябай кеше кимәленән аңлап та булмай ваҡиғаларҙың айышын.
Илебеҙ именлеген яҡлап, иңдәренә ауыр һынау алған ир-егеттәребеҙҙең яҙмышы өсөн битараф ҡалған әҙәм юҡтыр районыбыҙҙа. МХО-ның башынан алып, ундағыларҙың хәлен дөрөҫ аңлап, маҡсатлы һәм кәрәкле ярҙам ойоштороу яуаплылығын Бөрйән районы ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев үҙ өҫтөнә алды. Гуманитар ярҙам тупланған мәлдә уның етәкселегендә бар халыҡ ойошоп, изге эшкә дәррәү ҡушыла, ағинәйҙәр иһә төп эштең уртаһында ҡайнай. Ниндәй ярҙам кәрәк тип табыла, шул йүнәлештә үҙ өлөшөн индерә улар. Ағинәйҙәр барыһы ла ветерандар советы ағзаһы бит инде, шуға күрә Олег Марс улы иң тәүҙә беҙгә мөрәжәғәт итә, ағинәйҙәр иһә изге эштә әүҙемлектә һынатмай! Бигерәк тә Иҫке Собханғол, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Байғаҙы, Яңы Собханғол, Ғәлиәкбәр ауылдары ал бирмәй.
Гуманитар ярҙамға индергән өлөштәрен кемдер алдында иҫәп-хисап тотор өсөн түгел, ә, Аллаһ ризалығы өсөн, тигән күңел талабынан башҡаралар улар. Шуға күрә, район кимәлендә ойошторолған онлайн-төркөмдәрҙә лә йөҙәрләгән мөслимә-ағинәйҙәр тарафынан аҙна һайын бер үк ваҡытта яугирҙарыбыҙ именлеген теләп, салауаттар уҡыла, һәләк булғандарының рухы өсөн тәһлилдәр әйтелә, ҡырҡ бер "Йәсин" бағышлана, донъяларҙың тынысланыуын, яуҙа йөрөүсе улҡайҙарыбыҙ, хәбәрһеҙ юғалған милләттәштәребеҙ, яҡташтарыбыҙҙың ҡайтыр юлдарының асыҡ булыуын бер Аллаһу Сүбхәнәкә үә Тәғәләғә ысын күңелдән ялбарып, доғалар ҡылына.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА