«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БӨЙӨК КЕШЕЛӘР НИСЕК ТУҠЛАНА?
+  - 

Генийлыҡ йомағы өҫтөндә бөтә быуын ғалимдары ла баш вата. Берәүҙәр барлыҡ "сәбәпте" гендар үҙенсәлегендә һәм мейе төҙөлөшөндә күрһә, икенселәр бындай һәләтте ниндәй ҙә булһа һирәк ауырыуға япһара. Өсөнсөләр иһә генийҙар бары тик ҡыш көнө генә тыуа, тип иҫбат итә. Ләкин был гипотезаларҙың береһен дә дөрөҫлөккә тап килә, тип әйтеп булмай.

Тикшеренеүселәр бөйөк кешеләрҙең нисек туҡланыуын тикшергән һәм шундай һығымтаға килгән: уларҙың барыһы ла гурман булған һәм ашҡаҙандары тулы булғанда ғына ижад иткән. Шуға күрә "Ижадсы ас булырға тейеш", тигән хаҡиҡәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип әйтергә була. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, дөрөҫ булмаған туҡланыу иң тәүҙә мейегә тәьҫир итә һәм ҡайһы бер билдәле матдәләрҙең етмәүе мейе эшмәкәрлеге үҙгәрештәренә килтерергә мөмкин. Ниндәй ҙә булһа матдәнең етешмәүе тиҙ арыуға, ә был үҙ сиратында хәтерҙең насар булыуына килтерә. Шул уҡ ваҡытта белгестәр тәмле һәм файҙалы ашамлыҡтар ашау аҡылдың үҫеүенә килтерә, тип тә билдәләй. Һынамыш һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәре интеллектуаль һәләттәрҙе бер-нисә тапҡырға күтәрергә һәләтле икән.
Кешенең ҡулына ҡәләм алыр йәки сәхнәгә сығыр алдынан тәмле итеп ашау теләген белгестәр түбәндәгесә аңлата: баш эше менән шөғөлләнгән кешеләргә мейе эшмәкәрлеген ҡәнәғәтләндереүсе аҙыҡ-түлек ашау мөһим. Ундай аҙыҡ-түлектәр рәтенә, беренсе сиратта, мүк еләге, ҡара көртмәле, финик, йөҙөм, кәбеҫтә, сөгөлдөр, шпинат, кишер инә. Шулай уҡ балыҡ, тауыҡ ите ашау һәм һөт, сәй, кофе эсеү ҙә файҙалы. Бар донъяға билдәле кешеләрҙең аҙыҡ-түлек рационына нәҡ ошо ашамлыҡтар ингән икән. Мәҫәлән, Леонардо да Винчи составында кишер, сельдерей, бәрәңге, цуккини, кәбеҫтә, помидор, пармезан сыры булған ашты яратып ашаған. Федор Достоевский иһә сәтләүек ярырға яратҡан. Шулай уҡ ул йыш ҡына тауыҡ ите ашаған һәм йылы һөт эскән. Кәйефе күтәренке ваҡытта яҙыусы сыр, апельсин, лимон, икра һәм француз гәрсисе, ә күңеле төшкәндә һурпа эскән. Тағы ла ул сәй һәм вино яратҡан. Ит ашамаған Лев Толстой төшкө ашҡа, ғәҙәттә, һыуыҡ сөгөлдөр ашы һәм итһеҙ щи, ә кискелеккә макарон, йәшелсә-емеш ашаған. Баллы икмәкте һолонан эшләнгән кисель менән ашарға яратҡан. Ләкин яҙыусының иң яратҡан аҙығы - ул ҡыяр булған. Бөйөк шағир Александр Пушкин да тәмле итеп ашарға яратҡан. Уның яратҡан аш-һыуҙары иҫәбендә быҡтырылған бәрәңге, ебетелгән алма һәм шпинат, ҡуҙғалаҡ һәм йәш кесерткән япраҡтарынан, йомортҡа, шпинаттан эшләнгән котлеттан торған щи булған. Шулай уҡ ул аҡ крыжовник ҡайнатмаһын да үҙ иткән.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru