«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠЫШ БАБАЙ ТИРМӘЛӘРЕ
+  - 

25 декабрҙә Торатау шиханы янындағы этнокомплекста Ҡыш бабай тирмәһе эшләй башлай (0+). Уны асыу тантанаһы 26 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Ҡунаҡтар Ҡыш бабай, уның ейәнсәре Ҡарһылыу һәм балалар өсөн әкиәттәрҙең геройҙары менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән бейей ала. Санала шыуырға, ҡаргиҙәрҙә һәм аттарҙа йөрөргә була. Ҡышҡы уйындар ойошторола, хатта VR-күҙлек ярҙамында виртуаль ысынбарлыҡ донъяһына сумырға мөмкин. Байрамса биҙәлгән тирмәлә Башҡортостандың төп яңы йыл тылсымсыһы менән аралашыу, шиғыр һөйләү, бейеү һәм фотоға төшөү мөмкинлеге бар. "Өсөнсө йыл Яңы йыл тылсымсыһы мөғжизәгә ышанған һәр кем өсөн үҙ тирмәһенең ишектәрен аса. Балалар менән генә түгел, ә күңелендә әкиәт донъяһы йәшәгән өлкәндәр менән дә осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә", - тип хәбәр иттеләр этнокомплекстың матбуғат хеҙмәтенән. Ҡыш бабай тирмәһе 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем эшләй.
Ә Башҡортостан баш ҡалаһының төп Яңы йыл майҙансығы ҡунаҡтарҙы яңы йылға бер нисә көн ҡалғас ҡабул итә башлай. Өфө ҡала советы янындағы майҙансыҡта урынлашҡан Ҡыш бабай резиденцияһы 26 декабрҙә асыла, тип хәбәр итә баш ҡала властары. Хәҙер биләмәлә байрамға әҙерлек бара: белгестәр конструкцияларҙы ҡороу һәм киңлекте биҙәү эштәре менән мәшғүл. Былтыр резиденция 25 декабрҙә - бер көн алдараҡ эшләй башланы. Байрам майҙансығына бөтәһе 200 меңдән ашыу кеше килде. Ҡала советы янындағы яңы йыл резиденцияһы ҡышҡы байрам көндәрендә Өфөнөң иң популяр урындарының береһенә әүерелә: бында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыуҙар ойошторола, балалар һәм өлкәндәр өсөн фотозоналар һәм күңел асыу программалары эшләй.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru