|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
|
ТАУЫШЫНДА -ТАРИХ...
|
|

Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә "Тауышында тарих" исемле 17 йәшкә тиклемге балалар араһында бәйге үтте.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
БАЛАЛАРҒА...
|
|

Янғын һүндереүселәр балаларға янғын ваҡытында үҙ-үҙеңде тотоу тәртибен иҫкә төшөрҙө: "Әгәр һин өйҙә яңғыҙ ҡалһаң һәм янғын сыҡһа: һинең төп бурысың - үҙеңде ҡотҡарыу! Янғын - ҡурҡыныс, әммә ҡағиҙәләрҙе белһәгеҙ, ут һине еңә алмаясаҡ. Был ҡағиҙәне иҫеңдә тот!"
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
ҠАРА ҠАЙЫН ҠАЙҒЫ КИЛТЕРӘМЕ?
|
|

Ҡара ҡайғы баҫтымы әллә,
Япраҡтарың йәшел, үҙең ҡара,
Әйтсе, ҡайын, һиңә ни булды?
Ҡара елме килеп һуғылды?
Рафаэль Сафин
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
МӨЛДӨРӘМӘ АҠЫЛ ТУЛЫ ҒҮМЕР
|
|

Башҡорт халыҡ ижады иҫ китмәле бай һәм төрлө. Том-том нәшер ителгән улар ителеүгә, ләкин өйрәнелеп бөтмәгәндәре күпме әле! Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары был йәһәттән баһалап бөткөһөҙ оло эш башҡарған. "Халыҡ ижады" тип аталған рухи хазинабыҙҙың һәр һүҙе нисә йылдар буйы халыҡтан йыйып тупланған. Өҫтәүенә, юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары, йыл һайын экспедицияларға йөрөп, был хазинаны тулыландырыуҙы дауам итә. Ә кемдәрҙән яҙып ала һуң улар аҫыл ҡомартҡыларҙы? Кемдәр һаҡлаған быуаттар буйы телдән-телгә күсеп килгән ауыҙ-тел ижадын? Ә бит күп кенә ҡобайырҙар, өләңдәр, мөнәжәттәр, әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар быуаттан-быуатҡа телдән-телгә һөйләнелеп күсеп килә. Иң хайран ҡалдырғаны - ҡобайырҙарыбыҙ. Бөтөн донъя халыҡтары ижады араһында иң фәлсәфәүи ҡобайырҙарҙан һаналған "Урал батыр". Ул да бит яҙма ҡомартҡы түгел, ауыҙ-тел ижады булараҡ килеп еткән!
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
ҺӘР ӨСӨНСӨ БЕЛОРУС...
|
|

Башҡортостан Белоруссияның үҙенсәлекле проектын - "Һәр өсөнсө" концерт-реквиемын ҡабул итте. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары һәм геройҙары иҫтәлегенә арналған. Сара башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала һөйләне.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
ЯЙЫҠ КАЗАГЫ - 1
|
|

Оло Ҡыҙыл йылғаһы Ҡырҡты тауын уртаға ярып, үҙ йүнәлешен көнсығышҡа борғас, ул, елегенә май ултырып, аҙымын һәлмәкләткән ир ҡорона тулған кеше кеүек, шаршы ағымын бермә-бер әкренәйтә, ҡая-таштан ҡыҫылып сыҡҡан ише, тегендә-бында бәрелеп бармай, һәүетемсә генә ғорур аға. Бына ошо әкиәт-йырҙарҙа һуғарылған, яҡын-тирәләге тормошҡа йәшәү биргән ғәжәп йылға буйын һыулап, бер-бер артлы эреле-ваҡлы башҡорт ауылдары теҙелеп киткән. Ҡыҙыл тамағынан ҡырҡ саҡрым өҫтәрәк бороңғо атаҡлы Бөрйән ырыуы сатҡыһының иң көньяҡ тармағы булып хисапланған Ялан ауылы кешеләре лә бында донъя ҡорған.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
ЯРАТҠАН ЭШ ЯЛҠЫТМАЙ, ЙӘКИ МИНЕҢ ТЕЛЕВИДЕНИЕҒА БӘЙЛЕ ЯҘМЫШЫМ ТУРАҺЫНДА
|
|

Башҡортостан телевидениеһында мин 1980 йылдың 1 июлендә эш башланым - балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһы мөхәррире булып киттем. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыуымды тамамлап, диплом алғас, быға тиклем хеҙмәттәшлек итеп, "Күңелле станциялар", "Әкиәт артынан әкиәт" кеүек тапшырыуҙар өсөн сценарийҙар әҙерләшеп йөрөгән автор булараҡ, телевидениеға һөйөнсөләргә генә килеп ингәйнем, биш минут эсендә миңә ғүмерлеккә "ҡороҡ һалдылар". Мине телевидение редакторы итеп эшкә алған етәкселәр Ғата Шәйхетдин улы Имаев менән Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов булһа, тележурналистика буйынса уҡытыусым, әлбиттә, Фуат ағай Биишев ине. Ошо арҙаҡлы уҙамандар арҡаһында мин тележурналистика эшенә мөкиббән бирелдем.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
|
|

Тәүҙә тәнҡит, һуңынан - үҙтәнҡит
...1987 йылдың 6 майында, иртән эшкә килеү менән, "Правда" гәзитендә Шакировты тәнҡитләүгә арналған "Преследование прекратить..." тигән мәҡәләне күрҙем. Был мәҡәлә бомба шартлауына тиң булды. Беҙ, мөхәррирҙәр, кисә генә Ахунйәнов менән "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы алдында матбуғатҡа бағышланған күргәҙмәне ҡарап йөрөгәйнек. Барыһы ла тыныс ине. Таһир Исмәғил улы, һәр саҡтағы кеүек, шаярып, анекдоттар һөйләне. Хәҙер инде шаяртыуҙарға урын ҡалманы. Илдең төп гәзите республика өлкә комитетының эш стилен һәм алымдарын үҙгәртеп ҡороу юлындағы тормоз тип таныны. Ҡабул ителгән ҡағиҙә буйынса беҙ мәҡәләне ҡабатлап баҫып сығарҙыҡ. Бөтә Башҡортостан, тын да алмайынса, тәнҡит мәҡәләһен уҡырға тотондо. Был хәлде аяҙ көндө йәшен атыуға тиңләһәң дә аҙ булыр ине. "Правда" 1937 йылдың октябрендәге ҡәһәрле пленум алдынан Башҡортостан өлкә комитетының нисек яманатын сығарһа, хәҙер ҙә шулай "туҡманы".
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
МИНЕҢ МЕНӘН ДУҪЛАШМАЙҘАР...
|
|

Балам үҙен кешеләр араһында сит итеп тоя. Ошондай сетерекле мәсьәлә менән ата-әсәләр йыш мөрәжәғәт итә. Улар әйтеүенсә, бала мәктәптән ҡайта ла үҙенә йомола, кәйефе юҡ. Тыуған көндәргә, экскурсияларға барыуҙан баш тарта. "Мине берәү ҙә яратмай", "Берәү ҙә минең менән дуҫлашмай", - тип зарлана ул. Был һүҙҙәрҙән йөрәк ауырта, балаға нисек ярҙам итергә лә белеп булмай. Һеҙҙең эсегеҙ боша, асыу ҙа килә, үҙегеҙҙе ғәйепле итеп тә һанайһығыҙ. Иң мөһиме: ни өсөн шулай икәнен аңламайһығыҙ.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
ПУТИНДЫҢ ДИПЛОМАТИК МАРАФОНЫ
|
|

Үткән аҙна башы 27 октябрҙә РФ Президенты Владимир Путин Хельсинки һәм Осло башланғысында Финляндия президенты Александр Стубб, шулай уҡ Норвегия премьеры Йонас Гар Стере менән телефондан һөйләште.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
БАТАЛЬОНДЫҢ АБРУЙЫ ЮҒАРЫ
|
|

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальоны сафын башлыса йәштәр тулыландыра, ти Башҡортостан Башлығының Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин. Быны ул яңы төр ғәскәрҙең элиталы булараҡ танылыуы менән аңлата.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
УЙЛАУ КӘРӘКМӘГӘН ЗАМАН: КЕШЕЛЕККӘ "КОГНИТИВ ЯЛҠАУЛЫҠ" ҠУРҠЫНЫСЫ ЯНАЙМЫ?
|
|

Технологиялар заманында йәшәйбеҙ: бөгөн яһалма интеллект беҙҙең өсөн яҙа, һүрәт төшөрә, йыр яҙа һәм йырлай, хатта быға тиклем сиселмәгән ҡатмарлы математик мәсьәләләрҙе сисә. Әммә ошо уңайлыҡ менән бергә кешелеккә яңы хәүеф - "метакогнитив ялҡаулыҡ" янай башланы. Ни өсөн мейебеҙ үҙаллы уйлауҙан баш тарта? Был виртуаль ҡапҡандан нисек ҡотолорға һәм яһалма интеллектты ялҡаулыҡ өсөн түгел, ә аҡылды үҫтереү өсөн нисек ҡулланырға? Бөгөнгө әңгәмәбеҙ - тап ошо турала.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
ХӘҠИҠӘТ – БЕРҘӘМЛЕКТӘ
|
|

Рәсәйҙә йыл һайын 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Ошо рәсми дәүләт байрамы 2004 йылда Дәүләт Думаһы тарафынан раҫланғайны. Был көн (юлиан календары буйынса 22 октябрь) Рәсәй империяһында 1649 йылдан 1917 йылға тиклем дини байрам - православный христиандарҙың Ҡаҙан Божья Матерь иконаһы көнө тип билдәләнеп килә. Бының сәбәбе - Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ополчение XVII быуат башындағы Бола (Смута) заманында Мәскәү Кремлен баҫып алған поляк интервенттары менән хәл иткес алышҡа сыҡҡанда рухи терәк сифатында Ҡаҙандан ошо иконаны килтерткән була. Ошо христиан образы бер үк ваҡытта дәүләттең бөтөнлөгө, бойондороҡһоҙлоғо һәм уның халыҡтарының берҙәмлеге символы итеп ҡабул ителә. Тимәк, әлеге байрамдың тарихи тамырҙары бар, ошо хаҡта бер кәлимә һүҙ әйтеп үтеү урынлы булыр.
|
Уҡырға
05.11.26
|
| |
|
|
МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ
|
|

Борон Урал буйында йәшәгән Нәҙерша ҡарт менән әбейенең бик матур ҡыҙҙары булған. Исеме Маянһылыу икән. Маянһылыуҙың сәсе ебәк кеүек ялтырап тора, ә биле бал ҡортоноҡо һымаҡ нескә генә, ҡашы ҡыйғас айҙай, тауышы ҡырсынташҡа һибелгән көмөштәй зыңғырлаҡ ҡына икән. Маянһылыу буй еткергәс, берҙән-бер көндө уны Нуғай тигән илдең ханы күреп ҡалған да яратҡан да ҡуйған. Маянһылыуҙы алам тип, илгә яу асҡан хан.
|
Уҡырға
28.10.26
|
| |
|
|
ЙЫЛЫН, ЛӘКИН ЯНЫП КИТМӘ!
|
|

Тышта ноябрь... Өфө фатирҙарында әле һалҡынса, ә Белорет районының шәхси йорттарында иртәнсәк һыуыҡ тәҙрәләргә төрлө биҙәктәр төшөрә. Ҡул үҙенән-үҙе майлы йылытҡыс төймәһенә һуҙыла, иҫке кирбес йортта мейесте нығыраҡ йылытыу, ә дачала йәй буйына йыйылған сүп-сарҙы яндырыу теләге барлыҡҡа килә. Тап ошо мәлдә, беҙ һыуыҡты алдарға теләгән ваҡытта, янғындар башлана.
|
Уҡырға
28.10.26
|
| |
|
|
ЙӨРӘКТӘР ЙЫЛЫҺЫ, БЫУЫНДАР АҠЫЛЫ
|
|

Өфө районының Шамон ауылында мәҙәниәт һарайы юҡ. Меңдән ашыу йорттан торған был ҙур ҡасабала мәктәп, "Аҡбуҙат" һәм "Росинка" тип аталған ике балалар баҡсаһы һәм мәсет кенә бар. Мәҙәни саралар, йәмәғәтселек йыйындары уларҙа үтә. Урта дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре үҙҙәре ойошторған мәҙәни саралар менән ауылға йәнлелек һәм йәм өҫтәй. Һәм һәр саҡ шул сараларҙың уртаһында булырға тырыша Шамон ауылының Рәйфә Вәлиева етәкселегендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары.
|
Уҡырға
28.10.26
|
| |
|
|
ӨС БЫУЫН ТӘРБИӘЛӘНГӘН БЫНДА
|
|

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарын, башҡорт мәғариф системаһының яңырыу осоро, тип атаһаҡ, һис яңылышмабыҙ. Нисек шулай булмаһын инде: бөйөк Пушкин заманында дворян балалары ғына уҡый алған лицей һәм дә гимназиялар башҡорт мөхитендә тап ошо йылдарҙа пәйҙә булды бит.
|
Уҡырға
28.10.26
|
| |
|
|
ИКЕ НУРҘЫҢ ҠАУЫШЫУЫ
|
|

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тиҫтә йылдар эшләп, төрлө жанр геройҙарын оҫта башҡарған, илебеҙҙә барған театр фестивалдәрендә конкурс лауреаты булып танылған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгизә Ғилманованы тамашасы күптән үҙ итте. Танылған кинорежиссёр А. Галибиндың М. Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" хикәйәһе буйынса "Һеңлекәш" тип аталған нәфис фильмы мәҙәни тормошобоҙға айырым бер йәнлелек тә индергәйне. Йәмилдең әсәһен уйнаған Илгизә Исмәғил ҡыҙының оҫталығы кино сәнғәтендә лә асыҡ сағылды. Хәйер, был ҙур эшкә тотонғансы уҡ актриса ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙа ла уйнап, тәжрибә туплағайны инде. Режиссёр Роман Пожидаевның "Карусель" фильмында, Рияз Исхаҡовтың "Ете ҡыҙ", "Алтын мираҫ" клибының "Ғашиҡтар әйтеше"ндә лә уйнаны ул. "Салауат йыйыны" республика байрамында батырҙың ҡатыны - Гөлбәзирҙе һынландырҙы. Шулай ҙа театр сәхнәһендәге ижад уның төп асылын тәшкил итә. "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен ҡарағандар Илгизә Ғилманованың талантына йәнә бер тапҡыр һоҡланды. Роман авторы һүрәтләгән яҡтарҙа ла - Ангара буйындағы ҡалаларҙа ла академтеатр был спектклде уйнап ҡайтты. Хәҙер инде актриса сәхнәлә өр-яңы ролдәрҙе балҡыта.
|
Уҡырға
28.10.26
|
| |
|
|
РИЗЫҒЫҢ ДАУА БУЛҺЫН, Ә ДАРЫУҘАР РИЗЫҠ БУЛМАҺЫН!
|
|

Һуңғы ваҡытта табиптар, ваҡытында тикшерелеп торғанда, яман шеште иртә асыҡлап, уны дауалап була, тиһәләр ҙә, был сир сафтарҙы һаман да ҡырыуын дауам итә. Уның төрҙәре лә, симптомдары ла төрлөсә һәм ҡайһы берҙә бер нисә ай эсендә кеше яҡты донъя менән хушлашып та ҡуя. Бөгөн, гәзит уҡыусыларҙы иҫкәртеү маҡсатында, онкологтарҙың кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
28.10.26
|
| |
|
|
ҠАЙҺЫ ЕРЕҢ АУЫРТҺА ЙӘНЕҢ ШУЛ ЕРҘӘ
|
|

Медиктар фекеренсә, кеше организмы 45 del-ға (del - ауыртыуҙың үлсәү берәмеге) тиклем ауыртыуҙы күтәрә ала икән. Ауыртыу был кимәлдән артҡан осраҡта кеше шок хәленә инә һәм иҫен юғалта йә аңын юя. Ә ҡатындар бала тыуҙырған саҡта 57 del берәмгенә тиклем ауыртыу тойғоһон күтәреүгә һәләтле. Был бер юлы кешенең 20 һөйәге һынған саҡта тойолған ауыртыуға тиң. Тап шуның өсөн дә күп кенә әсәләр донъяға тыуған сабыйының тәүге илауын ишетмәй ҡала, баҡтиһәң.
"Бер төрлө ауыртыу икенсеһен кәметеүгә булышлыҡ итә. Әгәр ҙә һеҙ теше һыҙлаған бесәйҙең ҡойроғона баҫһағыҙ, ул бынан тик кинәнес кенә аласаҡ", - тигән яҙыусы һәм медик Антон Чехов. "Мөхәббәт - ул йөрәктең теш һыҙлауы", - тигән Генрих Гейне. "Ауыртыу - аң уяныуы ҡорамалы", - тигән тағы ла бер билдәһеҙ аҡыл эйәһе. Ә беҙҙең халыҡта иһә "Ауыртмаған башҡа - тимер таяҡ", "Йөрәге һыҙламағандың башы ауырта", "Ҡайһы ерең ауырта, йәнең шул ерҙә" тигән әйтемдәр бар. Әлбиттә, уларға һалынған кинәйәләр физик кисерештән дә киңерәк донъя, йәшәйеш хаҡында фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә.
|
Уҡырға
28.10.26
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|