|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
|
|
|
АТАЙҘАН КИЛӘ ҠУРАЙҒА ҺӨЙӨҮ ҺӘМ ЭШҺӨЙӘРЛЕК, ДОНЪЯ КӨТӨҮ ТӘРБИӘҺЕ
|
|

Республикала ғаилә фольклор ансамблдәре күпме икән? Бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр. Ә бына Хәсәновтарҙың 70-тән ашыу туған-тыумасаһын берләштергән фольклор ансамбле һымаҡтар республикала, илдә тағы нисәү икән? Даланлы һәм талантлы ансамбль репертуары сәнғәтебеҙҙең бай гөлләмәһен тәшкил итә: унда башҡорт халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, таҡмаҡҡа бейеүҙәр, халыҡ бейеүҙәре, бәйеттәр, мөнәжәттәр, театрлаштырылған йәки йолаларҙы тергеҙгән тамашалар... Хәсәновтарҙың сығышын Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, БДБ, Балтик буйы илдәре тамашасылары ла алҡышланы. Ғаилә ансамбленең нигеҙен бар иткән Сәфәрғәле һәм Рәхимә Хәсәновтарҙың ғаиләһендә ун бер бала үҫә - ете ҡыҙ һәм дүрт ул. Рауил, Рәмил, Рәил - республиканың арҙаҡлы ҡурайсылары. Улар өсөһө лә төрлө йылдарҙа үткән ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-при яулаған маһирҙар, үҙҙәре хәҙер күп йәш ҡурайсыларҙың остаздары. Кәрим Дияров исемендәге республика ҡурайсылар ярышында - өлкән ул Рауил, Ғ. Сөләймәновтың 100 йыллығына үткәрелгән ярышта - кинйәләре Рәил, ошо уҡ данлы ҡурайсының 110 йыллығына үткәрелгән быйылғы бәйгелә Рәмил Гран-приға лайыҡ булды.
|
Уҡырға
02.09.22
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Беренсе бүлек. Таш быуаты.
Энеолит
Ям мәҙәниәте ҡәбиләләре тәүгеләрҙән булып баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлай, бында күп һандағы баҡыр әйберҙәр табылыуы ошоға дәлил. Табылған предметтарҙың химик составын өйрәнеү һәм уның һөҙөмтәләрен мәғдән составы менән сағыштырыу (геохимик метод) нигеҙендә б.э. тиклем IV - III быуаттарҙа Көньяҡ Уралда баҡыр мәғдәне ҡаҙып сығарылған Ташҡаҙған (Уй йылғаһында), Баҡырүҙәк (Ҡыҙыл йылғаһында) һәм башҡа рудниктар булыуы фәнгә билдәле булды. Ырымбур ҡалаһы янындағы Ҡарғалы руднигы иң ҙуры була. Әйтергә кәрәк, ошо рудниктар, яңыртыла барып, хәҙерге замандарға тиклем эшләп килгән.
|
Уҡырға
02.09.22
|
| |
|
|
РУХИ НЫҠЛЫҠ НИГЕҘЕ - ТУҒАН ТЕЛ, ТУҒАН МӨХИТ
|
|

"Балаларым бәләкәй әле. Башҡортса ғына аралашабыҙ. Әммә күршебеҙ, үҙе башҡорт теле уҡытыусыһы, балаларыңды наҙан ҡалдыраһың бит, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра алмаясаҡтар, ти. Үҙе балалары менән рус телендә генә аралаша. Ирем икеләнеп ҡалды..." - тигән икеләнеү белдерҙе бер йәш әсә. Был һорау күптәрҙе борсой, шуның өсөн гәзит аша яуап бирергә уйланым.
|
Уҡырға
02.09.22
|
| |
|
|
|
|
ИЛҺӨЙӘРҘӘР ТӘРБИӘЛӘҮ - ТӨП БУРЫС
|
|

Баш ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең уҡыу йылы башланырҙан алда үткән август кәңәшмәһе ҡатнашыусыларҙың Башҡортостан һәм Рәсәй гимндарына аяғүрә баҫыуы менән асылғайны. Был юҡҡа түгел, сөнки киләһе уҡыу йылында илдәге һәр белем усағында уҡыу аҙнаһы тап шулай башланасаҡ. Ниһайәт, илебеҙҙә белем һәм тәрбиә биреүҙе берҙәй тигеҙ алып барыу зарурлығын танынылар. Ошондай бик мөһим үҙгәрештәр һәм талаптар менән башланған яңы уҡыу йылына Өфө педагогтарының әҙерлек кимәле, эш һөҙөмтәләре һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләнелде кәңәшмәлә.
|
Уҡырға
02.09.22
|
| |
|
|
ВАТАНСЫЛЫҠ НИМӘНӘН БАШЛАНА, ЙӘКИ КЕМДӘР МИНЕ ИЛҺӨЙӘР ИТЕП ТӘРБИӘЛӘНЕ?
|
|

Был һорауға мин иң тәүҙә мәшһүр йырсы Марк Бернес башҡарыуында яңғыраған "С чего начинается Родина?" ("Тыуған ил нимәнән башлана?") исемле йырҙағы һүҙҙәр менән яуап бирер инем: "Һинең әлифбалағы һүрәттәрҙән..." Эйе, юҡҡа ғына баланы ете йәштән уҡырға бирмәйҙәр, сөнки ул ошо йәштә, ҡайһы берҙәре иртәрәк, кемдер һуңыраҡ, шулай ҙа күпселеге ете йәштә шәхес булараҡ формалаша башлай. Әлегә ул уҡый белмәй, тик үҙе өсөн донъяны һүрәттәргә ҡарап өйрәнә...
|
Уҡырға
02.09.22
|
| |
|
|
ИКМӘККӘ ҺЫЛАП...
|
|

Көн һайын иртән бал һәм корицанан эшләнгән пастаны икмәккә һылап ашағыҙ. Ул холестеринды кәметә, инфаркттан һаҡлай. Тын алыуҙы яҡшырта, йөрәк мускулын нығыта, шулай уҡ ҡартайыуҙы иҫкәртә.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
БӘҒӘНӘШ
|
|

Был дарыу үләненә көтмәгәндә тап булдым. Йәй башланған мәл ине. Трамвайҙа осраған ғалим-шағир Вафа Әхмәҙиев (хәҙер мәрхүм инде): "Әйҙә, бәғәнәш үләнен күрһәтәм. Өфө урмандарында ла үҫә ул. Хәҙер сәскә атҡандыр инде", - тип мине ҡала Советы туҡталышына алып барҙы.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
ТАТЛЫ ТАМЫР
|
|

"Татлы тамырҙы (солодка Коржинского) беләһеңме? Уның файҙалы үҫемлек икәнлеге билдәлеме, юҡмы?" - тип атайым күп йылдар элек үк һорағайны инде. Ул ошо үләндең 1921 йылғы йотлоҡта һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа берҙән-бер тәмләткес булыуын, аслыҡтан үлем хәленә еткән кешеләрҙең ошо үләндең тамырын сәйнәп һауығыуҙарын легенда итеп һөйләгәйне...
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
АРТЫШ, КИПАРИС...
|
|

Артыш беҙҙең республиканың Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Ғафури, Ейәнсура һәм башҡа таулы райондарында ылыҫлы урмандарҙа, тау битләүҙәрендә, ҡомло йәки ваҡ ташлы урындарҙа үҫә. Ваҡ ташлы тупраҡтарҙа ул ергә ятып, ә ҡомло урындарҙа, мәҫәлән, Марий Эл республикаһында тура олонло булып үҫә. Бейеклеге 1-3 м булған был үҫемлектең олондары ҡара һоро, ә йәш ботаҡтары ҡыҙғылт һоро төҫтә була. Артыштың 10-16 мм оҙонлоҡтағы тар ланцет япраҡтары энәне хәтерләтә, ҡышҡылыҡҡа ҡойолмай.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
ТЕАТР ДОНЪЯҺЫ - КҮҢЕЛ ДАУАҺЫ
|
|

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә ХӘйруллина 1983 йылдан, студент сағында уҡ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Әлеге көнгә тиклем сәхнә киңлегендә йөҙөп йөрөп эшләгән талантлы актрисаларыбыҙҙың береһе булып ҡала. "Театр бит ул - яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, мәңгелек сығанағы. Театр донъяһы - күңел дауаһы" - ти Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
МИН ТЫНЛЫҠТЫ ТЫҢЛАЙЫМ… (8-се бүлек. Аҙағы)
|
|

Камила боролдо ла ире яғына атланы. Улар күҙҙән юғалғансы, Ғәзинур урынынан ҡуҙғалманы.
Байтаҡ ваҡыт шым ғына барҙылар. Исхаҡ ҡапыл тамаҡ ҡырып ҡуйҙы. Камила һағайҙы, ире нимә тураһындалыр һүҙ башларға итә.
- Мин уны, нисек тип әйтергә... "Уңыш үҙеңдең ҡулыңда, үҙеңә ышан!" - тигәне өсөн барыбер хөрмәт итәм...
Камила шып туҡтаны. Ул ниндәй һөйләшеү? Һис булыуы мөмкин түгел.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
НУРЛЫ ДОНЪЯ СЕРЕ ҮҘЕБЕҘҘӘ УЛ!
|
|

Ошо фани донъябыҙҙа ғәжәп матур бер күренеш бар - ул да булһа, һыҙылып ҡына таң атыуылыр. Илаһи тәбиғәтебеҙҙең ошо мәлен һоҡланып та, илһамланып та ҡарап-күҙәтеп тормаған кеше һирәктер ул. Әле яңы ғына тоҫмаллана башлаған офоҡ тәүҙә аҙ ғына алһыулана башлай, шунан инде иртәнге шәфәҡ ҡыҙыллығы ҡуйыра барып, күк менән ер тоташҡан көнсығыш тарафын рәссамдарҙа ла булмаған буяу-төҫтәргә мансый. Ошо иҫ китмәле тантаналы үә илаһи күк нурҙары балҡышында еребеҙҙә өр-яңы көн тыуа, һәм мәңгелек тип аталған йыһан хәрәкәтенең ошо микроскопик бер мәлендә беҙҙең йәнебеҙ ҙә яңырғандай, яңынан тыуғандай булалыр ул.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
|
|
ФАТИР АЛҒАНДА БЫНДАЙ ХӘЛДӘР ҘӘ БУЛҒЫЛАЙ
|
|

Балиғ булмағандар исемендә булған фатирҙы һатып алыуҙың бер нисә үҙенсәлеге бар. Был осраҡта һатыу-һатып алыу килешеүенә ҡул ҡуйыу оҙағыраҡ ваҡыт талап итеүен иҫтә тотоғоҙ.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
САНКЦИЯМЫ, ӘЛЛӘ ТЕРРОРИЗММЫ?
|
|

Егерме беренсе быуатты сәйәсмәндәр терроризм эпидемияһы быуаты тип бик дөрөҫ билдәләмә бирә, сөнки был хәүефле күренеш тарихта һис ҡасан булмағанса әүҙемләшә һәм төрләнә бара. Әммә уның төп асылы - көс ҡулланыу, ҡурҡытыу юлы менән теге йәки был йәмғиәттәге тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыу һәм ваҡиғалар ағышын үҙ мәнфәғәттәренә бойһондорорға маташыу, үҙҙәре ҡылған енәйәткә ҡарата мөмкин тиклем күберәк һәм киңерәк даирәләр иғтибарын йәлеп итеү, ҡанһыҙлыҡ, маҡсаттарына өлгәшеү юлында күпме ҡорбан килтереләсәген дә уйлап тормаҫтан, теләһә ниндәй сараларҙан да баш тартмау кеүек кешелеккә ҡаршы йөкмәткеһе һәм алымдары үҙгәрешһеҙ ҡала.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
|
|
УН ЙӘШЛЕК ҺЫЛЫУҠАЙ БАШҠОРТОСТАНДЫ, БАШҠОРТЛОҠТО ДАНЛАЙ
|
|

"Ҡыҙыл төлкө - ер күрке, матур егет - ил күрке, матур ҡыҙҙар - өй күрке" тигәндәр борон беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Бөгөн шундай аҫыл егет-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап, тип беләбеҙ. Шөкөр, йәштәрҙең төрлө өлкәлә уңыштарына шаһит булып торабыҙ. Өйөбөҙ Башҡортостандың күрке булырҙай һылыу ҡыҙҙарыбыҙ ҙа етерлек, шуларҙың береһе - күптән түгел Мәскәүҙә үткән "Russian Beauty 2022" матурлыҡ, мода һәм талант фестивале сиктәрендәге "Юная Мисс Вселенная" конкурсының Гран-приһын яулаған Регина ХУЖИНА. Ун йәшлек һылыуҡай һәм уның әсәһе Айгөл Тәфтизән ҡыҙы менән матурлыҡ төшөнсәһенең асылы, юғары мода донъяһы, үҫмер ҡыҙҙарҙың тәрбиәһе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
|
Уҡырға
26.08.22
|
| |
|
|
|
|
ЮБИЛЕЙЛЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕНӘ
|
|

Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы юбилейлы ижад миҙгеленә әҙерләнә. Театр хеҙмәткәрҙәре өсөн йәйге отпуск осоро тамам, улар яңы көс туплап эшкә сыҡты һәм йыйылышып, яңы бурыстар, пландар буйынса фекер алышты.
|
Уҡырға
22.08.22
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.
Ризаитдин нәсихәттәренән.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|