|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
|
|
|
УЛ АФҒАН ЯУЫН ҮТКӘН
|
|

Атаһының, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәләхетдин Хөснөтдин улының, еңеү хәтирәләрен тыңлап, тыныс тормошта тиҫтерҙәре менән ағас мылтыҡтан атыш уйнап, ағайҙары менән ысын ир-егет тәрбиәһе үткән Вәлит Теләүбаев әрме хеҙмәтенә әҙер үҫә. Тыныс тормошта изге бурысты үтәп ҡайтыуҙың бер ҡыйынлығын да күрмәй ул. Ләкин 18 йәшлек егетте яҙмыш үҙ һынауҙары менән көтә. Быны ул өҫтән эҫе ҡояшы ҡыҙҙырған, аҫта саңдары борҡоп ятҡан, туҡтауһыҙ ямғыр кеүек пулялар яуып торған бейек тауҙар араһында урынлашҡан Афған еренә барып төшкәс кенә аңлай... Ана шул ваҡыттан нисек бормалы-бормалы тар тау юлынан тимер атын ауыҙлыҡлап юл алһа, бөгөнгәсә дүрт тәгәрмәстәрҙә елә шофер. Тормош юлында ниндәй тауҙарҙы артылған да, ниндәй ҡаршылыҡтар яулаған, үҙ-үҙен таба алғанмы икән яугир-интернационалист? Нисек кенә ауыр булмаһын, үтә һаҡлыҡ менән генә уның хәтер йомғағын тағатыуын һораныҡ. Һүҙ - Бөрйән районы Нәби ауылы ир-уҙаманы
Вәлит Сәләхетдин улы ТЕЛӘҮБАЕВҡа.
|
Уҡырға
18.02.22
|
| |
|
|
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (5-се бүлек)
|
|

Идеал Исчуринға айырым кешеләр, үҙе аралашҡан даирәлә дөйөм кәйеф тураһында тиҫтәгә яҡын отчет яҙҙы. Таныш-белештәренең яҙмышы менән уйнауы күңеленә таш булып ултырһа ла бер ни ҡыла алманы. Исчурин өрәйен алып, үҙенә тулыһынса буйһондорғайны уны. Ғәрләнде, үҙен күрә алманы һәр яҙған доносынан һуң. Тик ҡайһылатһын, түҙҙе. Уға ла йәшәргә кәрәк бит. Бәлки, кемдер уның тураһында ла органдарға яҙалыр, тип үҙен йыуатты.
|
Уҡырға
18.02.22
|
| |
|
|
БАҺАЛАП БӨТКӨҺӨҘ ХАЗИНА - УЛ ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘ!
|
|

Биш йыл элек гәзитебеҙҙә "Өфө башҡорто" рубрикаһын асып ебәргәйнек. Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан ул рубрикала сығыш яһаған геройҙарҙың башҡорт теле тураһындағы фекерҙәренә тағы ла бер байҡау яһарға булдыҡ. Ғөмүмән, Өфө башҡорттары башҡортса һөйләшәме?
|
Уҡырға
18.02.22
|
| |
|
|
ӨМӨТ ЙОНДОҘО ҺҮНМӘҺЕН!
|
|

Танышымдың ейәне көҙгә 1-се класҡа бара. Ҡайһы мәктәпкә бирергә белмәйенсә, былтырҙан алып баш ваталар.
|
Уҡырға
18.02.22
|
| |
|
|
ӘЛЕГЕ ЛӘ БАЯҒЫ ҺҮҘҘӘРЕБЕҘ ТАМЫРЫ ХАҠЫНДА
|
|

Гәзитебеҙҙең былтырғы 45-се һанындағы "Дөрөҫ һөйләш!" рубрикаһында "Йәтимме, әллә етемме?" тип аталған бәләкәс кенә бер мәҡәләне уҡығас та, сираттағы тапҡыр ҡәләмемә тотондом. Һүҙлегебеҙгә "етем" булып инеп киткән ошо һәм башҡа һүҙҙәрҙең тамыры хаҡында фекерләп алмаҡсымын.
|
Уҡырға
18.02.22
|
| |
|
|
ӘРМЕЛӘ БУЛМАҒАНДАРҘЫ ҠЫҘҘАР ЯРАТМАЙ ИНЕ
|
|

"Ә һин армияла булдыңмы?" тип һорағайны минән педагогия институтының өсөнсө курсында уҡып йөрөгән бер һылыу ҡыҙ уның менән таныша башлағас та. Үҙем мединститутта тәүге йыл ғына уҡый инем. Әлеге ҡыҙҙан ике йәшкә йәшерәк булғанғамылыр, һис кенә лә бирешкем килмәй бит әле. Үҙемде бер аҙ олораҡ, донъя гиҙгән итеп күрһәтергә тырышам: "А как же, - тигән булдым, - шуның өсөн дә институтҡа һуңлап ҡына индем…" Өҫкө төймәләре ысҡынған күлдәгем аша күренеп торған тельняшканы "Ағайым әрменән алып ҡайтып бүләк итте" тип әйтә алмайым бит инде… Ни булһа ла, әлеге "буйлы майка" был һылыуҡай менән танышыуыма ярҙам ғына итте. "Кем булып хеҙмәт иттең, - тип, артабан төпсөшә был етди ҡыҙ (тельняшкамды байҡап алды, күрәһең), - морякмы әллә?.." "Юҡ, - тигән булдым. - Диңгеҙ менән таныш түгелмен. Десантник мин…"
|
Уҡырға
18.02.22
|
| |
|
|
МАШИНАҺЫҘ ИХАТА КӘРӘК
|
|

Йәйәүлегә хәҙер көн бөттө. Өфө урамдарында ғына түгел, үҙе йәшәгән йорт янында ла иркенләп йөрөү тәтемәй: ҡайҙа ҡарама - машина, цивилизация бәләләренең береһе. Ҡышҡы осор айырыуса маҙаға тейә улар. Йорттарҙың тирә-яғы, тротуарҙар йүнләп таҙартылмау сәбәпле, машина юлынан йөрөргә һәм минут һайын эргәңдән выжлап үтеп торған транспорттан янтайып, тубыҡтан көрткә сумырға мәжбүрһең.
|
Уҡырға
18.02.22
|
| |
|
|
МИЛЛӘТТЕҢ БӨЙӨК ХӘТЕРЕ
|
|

Туған телгә арнап ниндәй генә шиғыр, йыр, ҡобайыр ижад ителмәгән! Уның матурлығын, бөйөклөгөн төрлөсә асҡан бындай юлдар ҡат-ҡат уҡыла, ятланыла, быуындан-быуынға тапшырыла. Ләкин берәү ҙә, бер ҡасан да туған телдең бөйөклөгөн һәм матурлығын асып бөтә алмаясаҡ, сөнки ул мәңгелек төшөнсәләр иҫәбендә. Һәр быуын уны үҙенсә данлар, үҙенсә асыр. Халыҡ тере икән, тимәк, тел дә тере. Халыҡ булғанда тел йәшәйәсәк.
|
Уҡырға
18.02.22
|
| |
|
|
ШАҒИР ДОНЪЯҺЫНА СӘЙӘХӘТ
|
|

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бынан ун йыл элек Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына арнап, "Февраль. Буран..." спектаклен сәхнәгә сығарҙыҡ. Ул ошо йылдар буйына Шағирҙың тыуған көнөндә һәр йыл ҡабатлап уйнала килде. Кисә, 11 февралдә лә, Рәми ағайҙың 90 йыллыҡ юбилейына арнап, спектакль тамашасыларға тәҡдим ителде.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
ХӘТИРӘЛӘРҘӘН ӨҘӨКТӘР
|
|

МАТУРЛЫҠТА - УЙСАНЛЫҠ
...Рәми Ғарипов йөрәгенең ярылыуы беҙҙең бик күптәребеҙҙең йөрәген ярып үтте. Был хәл үтә үкенесле һәм ваҡытһыҙ ине.
Дөрөҫ, бер үлем дә үкенесһеҙ һәм ваҡытлы булмай, ләкин Рәми Ғариповтың донъянан китеүенә, нисектер, беҙҙең йөрәк әрнеүҙәре лә килеп өҫтәлә һәм был әрнеүҙәр шағирҙың шиғырҙарындағы йөрәк әрнетеүҙәренә барып тоташа.
Шуныһы асыҡ: шағирҙың ижады тотош әрнеүҙәрҙән генә тормай, күңеленең төрлө саҡтары уның шиғырҙарында сағыла, ләкин шулай ҙа әрней белмәгән шағир - ысын шағир түгел, ул - йөрәкһеҙ шағир, ә булмаған йөрәктең ярылыуы ла мөмкин түгел.
Рәми Ғарипов исемен әйтеү менән бер кемгә лә оҡшамаған, сағыштырғыһыҙ һәм ҡабатланмаҫ шағир һәм шәхес күҙ алдына килеп баҫа. Уға шағирлыҡ әсә һөтө менән ингән. Тимәк, ул ысын мәғәнәһендәге шағир, ҙур талант эйәһе. Ул ғүмере буйы ана шул ҙур талантына, тәбиғәттең биргәненә таянып, ысын шағирҙарса, үҙ ғүмер законы, үҙ ҡағиҙәһе менән йәшәне. Бындай ғүмер юлын үтеү, әлбиттә, еңел түгел. Шуның өсөн дә уның шиғырҙарын, ундағы уйҙарын, кисерештәрен башҡалар менән (әгәр ҙә улар башҡаларҙа булһа әле) бутарға мөмкин түгел...
Назар НӘЖМИ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
УНЫҢ ҺАБАҠТАРЫ ОНОТОЛМАЙ
|
|

Рәми ағай Ғарипов менән тәүге танышыуым 1973 йылдамы, 1974-тәме, асыҡ ҡына хәтерләмәйем, Башҡорт дәүләт университетының "Шоңҡар" әҙәби түңәрәге үткәргән шиғриәт кисәһендә булды. Сәхнәлә ул "Туған тел" шиғырын уҡығайны. Ул әҫәрҙе күптәрҙең тәүгә ишетеүе булһа ла, ошондай шиғыр барлығын белә инек инде, өлкән курстағылар был хаҡта һөйләп өлгөргәйне. Кисәлә Рәми ағай тап шул тамаша залында ултырған студенттарҙың һорауы буйынса һөйләп ишеттергәйне ул шиғырҙы.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (4-се бүлек)
|
|

Алдында ултырған был әҙәмдең юҡҡа килмәүен йәш уҡытыусы аңлағайны инде. Уның саманан тыш күп белеүе быуынын йомшартты, ихтыярын алды. Юғалып, баҙап ҡалды.
- Тырышып, маҡталып эшләйһегеҙ. Дәүләтебеҙ нәҡ һеҙҙең кеүек үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған кешеләргә мохтаж. Империалистар социалистик ватаныбыҙҙы емерер өсөн оло хәйләгә бара, төрлө ҡотҡо тараталар, рухыбыҙҙы ҡаҡшатырға маташалар.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
АТАЙЫМДЫ ХАЛҠЫ БАҺАЛАЙ – ТИМӘК, УЛ ЮҠҠА ЙӘШӘМӘГӘН!
|
|

Февраль башҡорт донъяһына Рәми Ғариповты биргән ай, ағайҙы беҙҙең аранан алып киткән ай ҙа февраль. Быйылғы февралдә шағирға 90 йәш тулған булыр ине... Ошо ваҡиға уңайы менән Рәми Ғариповтың балаларын - рәссам, Өфө ҡалаһының 2-се художество сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат ҒАРИПОВ менән Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, концертмейстер, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнара ҒАРИПОВАны редакциябыҙға саҡырҙыҡ һәм уларҙың аталары тураһындағы хәтирәләрен тыңланыҡ.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
КҮБӘЛӘКТӘР, ТИЛӘҮҘӘР, ҠЫУАҠАНДАР - КӨНСЫҒЫШ БАШҠОРТТАРЫ БУЛАБЫҘ
|
|

Күбәләк, ҡыуаҡан һәм тиләү ырыуҙары ауылдары, башлыса, республикабыҙҙың Учалы, Әбйәлил һәм Белорет (1 генә ауыл) райондары территорияһында нигеҙләнгән. Ҡасандыр хәҙерге Силәбе өлкәһендәге, Тарихи Башҡортостан территорияһындағы ҡыуаҡан ауылдарының (шул иҫәптән, ҡыуаҡан тармағы түбәләҫтәрҙең) боронғо аҫаба ерҙәре батша чиновниктары тарафынан заводтар һалыу маҡсатында тартып алынған, ауылдары юҡҡа сыҡҡан. Әлеге ваҡытта ҡыуаҡандарҙың элекке ерҙәрендә Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы һәм районы, Сулея станцияһы, Йүрүҙән, Межевой Лог, Златоуст ҡалалары урынлашҡан. Ә хәҙерге Салауат районының Баш-Илсекәй, Ҡалмаҡҡол, Яңы Сөрөкәй, Тирмән, Урмансы ауылдарына ҡыуаҡандарҙың яҡын ҡәрҙәштәре - түбәләҫтәр нигеҙ һала.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
УНЫҢ БӨРӨЛӘРЕНЕҢ БЕРЕҺЕМЕН
|
|

Рәми ағай үҙенең 1972 йылда яҙған көндәлектәрендә: "Ғүмеремдең яртыһын (ә уға 40 йәш!) ниңә мин иләк менән һыу ташып үткәрҙем икән? Шул шиғырҙарҙы тәржемә итеп кенә лә мин күпме файҙа эшләр инем!.. Юҡ, ҡырҡҡа еттем, аҡылға ултыра аманым", - тип яҙа.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
"ТУҒАН ТЕЛ"ДӘН БАР БУЛДЫҠ
|
|

1979 йылда булды ул хәл. Колхозда эшләп йөрөгән сағым ине. Рәми Ғарипов тигән шағирҙы тәүге тапҡыр уның "Йондоҙло уйҙар" тигән шиғыр китабы аша белдем. Баймаҡ ҡалаһындағы китап магазинынан һатып алғайным китабын.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
ЗАМАН БӘЛӘҺЕ
|
|

Һуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәр ысын мәғәнәһендә ҙур бәләгә әйләнде. Төрлө йоғошло сир таратыуы менән генә түгел. Уларҙың кешеләргә ташланыу осрағы йышайҙы. Ауылдарҙа ҡош-ҡортҡа, ваҡ малға һөжүм итеү күренештәре лә күбәйҙе.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
УЛ БАШҠАЛАРҒА ОҠШАМАҒАН...
|
|

Кинорежиссер, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат ЙОСОПОВ менән әңгәмәнән өҙөк. Әңгәмәнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
ҺӘР МИЛЛӘТ ҮҘЕНЕКЕ ИТТЕ
|
|

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын бөгөн кем генә белмәй ҙә, кемдәр генә яратып яттан һөйләмәй! Кескәйҙәрҙән алып, өлкәндәргә тиклем бөтәбеҙҙең дә йөрәк һүҙенә, туған телгә һәйкәлгә әүерелде ул.
|
Уҡырға
11.02.22
|
| |
|
|
ЙӘШТӘР БИТАРАФ ТҮГЕЛ!
|
|

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Драмквадратик" балалар һәм үҫмерҙәр өсөн театраль лаборатория" мәғариф проектының йомғаҡлау кисәһе булды. Тамашасылар йәш драматург Әнгизә Ишбулдина етәкселегендә ижад иткән ҡыҙҙарҙың тәүге пьесалары буйынса сәхнәләштереүҙәрҙе ҡараны.
|
Уҡырға
08.02.22
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|