|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
|
ТАБЫЛДЫҠ-3
|
|

Дауытҡа килгәндә, ҡиммәттән һалдырып бер айҙан ашыуға һуҙылған ремонт үткәргәндән һуң, фатирға күсенгән мәлдә "КаМаз" автомобиле кузовының осло мөйөшө баш мейеһенең сикә өлөшөнә бәреп, шунда ятып йән биргән. Шулай итеп, алдыҡ менән алған торлағында бер көн дә йәшәй алманы, тар, һалҡын ҡәбергә күсте. Фажиғә хаҡында ишетеп, уның ҡайҙа йәшәгәнлеге хаҡында әйтһәләр ҙә, ерләшергә барманы, аяҡтары тартманы. Дауытҡа үпкәләһә лә рәнйемәне. Ни тиһәң дә, баҙар шарттарына көйләнгән замана кешеһе ине бит ул. Әйләнә-тирәһенә әҙәмсә мөнәсәбәт күрһәтеп өйрәнмәгән мәрхәмәтһеҙ быуындан.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
ҺЫНМАҪ ҺЫН ҠАЛДЫРЫРҒА!
|
|

Яҙыусы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, "Тормош һабаҡтары" программаһы, "Йәйләү" балалар ял итеү үҙәге, "Башҡортостан ынйылары", "Урал батыр мәктәбе" проекттары авторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында ике көн дауамында "Бураҡаева уҡыуҙары" тип аталған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
АТАЙЫМ МЕНӘН ӘСӘЙЕМДЕҢ ЯҠШЫЛЫҒЫ АУЫЛДАШТАРЫМ АРАҺЫНДА ЙӘШӘРГӘ ЯРҘАМ ИТӘ
|
|

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле прозаик Гөлсирә ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗӘТУЛЛИНАның тормошсан, тәрән психологизмға ҡоролған ижадын күптәр үҙ итә. Былтыр әҙибә үҙенең тағы ла бер түңәрәк юбилей датаһын билдәләне, һәм ул уҡыусыларын әленән-әле яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып тора. Әҙәм балаһының рухи донъяһын оҫта сағылдырған Гөлсирә Мирза ҡыҙы менән тормош, ысынбарлыҡ, ижад тураһында әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Урманда йәшәү шарттары ананьин ҡәбиләләренең йәшәү рәүешенә һәм мәҙәниәтенә көслө йоғонто яһаған. Мәҫәлән, күскенсе дала кешеләренән айырмалы, уларҙың күл һәм йылға ярҙарында даими йәшәй торған торлаҡтары булған. Ҡомартҡыларының иң оригиналь булғандарынан йырындар һәм йылға үҙәндәре бөгөлдәре араһындағы тар морондарҙа төҙөлгән ҡәлғә-ҡаласыҡтарҙы атарға була.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
ХЕҘМӘТТӘШЛЕК КИҢӘЙӘ
|
|

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин Рәсәйгә дәүләт визиты сиктәрендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге университеттары менән Ҡытай университеттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
ЯУГИРҘАРҒА ТОННА ЯРЫМ БАШҠОРТ БАЛЫ
|
|

"Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында Ҡортсолоҡто үҫтереү форумы үтте. Уның эшендә Татарстандан, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Пермь, Приморье крайынан, Кузбасстан меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
ДАНЫҢ АЛДАН ЙӨРӨЙ
|
|

Әгәр ҙә бынан 10-15 йылдар элек өйҙә ултырып йәки Ер шарының ҡайһы урынында булып та эшләү мөмкинлеге тураһында һөйләһәләр, бер кем дә ышанмаҫ ине. Ә бөгөнгө көндә дистанцион эшләү бер кемде лә аптыратмай, киреһенсә, алдынғы компания хеҙмәткәрҙәренең күбеһе онлайн хеҙмәттә. Бынан һәр кем ота - компанияға әллә ниндәй ҙур биналар төҙөргә йәки ҡуртымға алырға түгел, етмәһә, хеҙмәткәргә юлға киткән ваҡытын, аҡсаһын файҙалы тотонорға мөмкинлек бирелә.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
ЕГЕРМЕ БЕР ЙЫЛ РӘТТӘН ӨФӨ БАЛАЛАРЫ "ШАЯНИУМ"ДА
|
|

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың белем усаҡтарынан иң шаян һәм тапҡыр уҡыусылар сираттағы "Шаяниум" конкурсының финал уйынында ҡатнашты. Егерме беренсе тапҡыр үткәрелгән ярыш һөҙөмтәләре буйынса Өфөнөң Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейының "Тағы ла "2" командаһы (һүрәттә) еңеү яуланы.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
БЕЛЕМ БИРЕҮ ҺӘМ ТӘРБИӘ. УЛАР ХӘҘЕР ЙӘНӘШ БАРАСАҠ!
|
|

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа республиканың педагогик йәмәғәтселеге өсөн иң мәртәбәле, мөһим һөнәри ярыштарҙың береһе - "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурстарына йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ беренсе тапҡыр республика кимәлендә уҙғарылған "Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы" тигән конкурста ла иң-иңдәр тәбрикләнде. Һөнәри ярыштарҙа барлығы 300-гә яҡын уҡытыусы ҡатнашыуы билдәле булды.
|
Уҡырға
31.03.23
|
| |
|
|
ЫСЫНБАРЛЫҠ ШУЛАЙ, ӘММӘ РУХИ ТАМЫРҘАР БЕРЛӘШТЕРӘ
|
|

Бөгөн башҡорт йәмәғәтселеген нимә борсой? Ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа, йәки бөтөнләй сит илдәрҙә ғүмер иткән милләттәштәребеҙ ниҙәр кисереп, ниндәй уйҙар менән йәшәй? Был һорауҙарға яуаптарҙы ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнәләштерелгән "Ете быуын. Һаҡлаусылар" һәм "Ете быуын. Йәштәр" тигән яңы спектаклдәр бирҙе. Театрҙың "вербатим", йәки документаль театр тип аталған төрөндә ижад ителгән был спектаклдәрҙә беҙ үҙебеҙ, йәғни замандаштар сағылдырылды.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
РАМАҘАН АЙЫ ҺӘМ УРАҘА ТОТОУ ТУРАҺЫНДА ҠАЙҺЫ БЕР ХӘҘИСТӘР
|
|

* * *
Әбү Һүрайраға Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Ураҙа - ул йәһәннәм утынан ҡотҡарыусы пәрҙә, ураҙа тотҡан кеше насар һүҙ һөйләмәһен һәм наҙандарға оҡшамаһын. Кем дә булһа уның менән талашырға теләһә йәки уны асыуландыра башлаһа, ул ике тапҡыр: "Мин Ураҙа тотам!" - тип әйтһен. Мин йәнем Уның ҡулында булған Зат менән ант итәм: Ураҙа тота торған кешенең ауыҙынан килгән еҫ Аллаһы Тәғәлә өсөн мускустың хуш еҫенән дә тәмлерәк һәм Ул: "Ул Минең өсөн ризыҡтан, эсемлектән һәм үҙенең дәртенән баш тарта, был Ураҙаны ул Минең өсөн тота һәм Мин уға бының өсөн әжерен бирәсәкмен. Ә яҡшы эштең әжере ун тапҡыр артығыраҡ буласаҡ!" - тип әйтер", - тигән.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
ҠАН ХӘТЕРЕ ХАТАЛАНМАЙ
|
|

Борон-борон заманда, тип башлана әкиәттәр ҙә, батырҙар, шәхестәр тураһындағы ҡайһы бер заманса хәтирәләр ҙә. 82 йәшлек инәй булараҡ, ул борон-борон заманды беләм мин. Хәтирәләрҙәге шәхестәр, батырҙар был донъянан үтеп бөтөп бара, шулай ҙа минең хәтеремдә һаҡланалар әле.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
ҒАФУРИҘАР ЙӘШӘҮ ДӘРТЕ МЕНӘН ҺОҠЛАНДЫРҘЫ
|
|

- Олатай! Мин ҡыуаныслы хәбәр алып килдем! Майҡыбей үҙенең яугирҙары менән йәйләүгә яҡынлашып килә! Һеҙгә уларҙы ҡаршы алыу хәстәрен күрергә ҡушты!
- Шулаймы? Ярай улым, яҡшы хәбәрең өсөн ауыҙыңа бал да май! Йәмәғәт! Беҙгә бер юлы ике шатлыҡ йылмайҙы бит әле. Улым Майҡыбейҙең балаһы тыуҙы!
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
КҮҢЕЛ ИХТЫЯЖЫ
|
|

Бала бишектә ята. Ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәр, туғандары сәңгелдәк тирәләп балаға спектакль күрһәтә. Актерҙар күп, тамашасы берәү генә. Бала үҫә, тәпәй баҫып атлап китә, көн дә һөнәр арттыра. Ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәр, туғандары ҡыҙыҡһынып баланы күҙәтә. Актер берәү, тамашасылар - күп. Тормош дауам итә! Бушҡамы ни, бөйөк Шекспир, тормош - театр, кешеләр - актерҙар, тип әйтмәгән. Ысынлап та, кешеләрҙә төрлө тамашалар ҡарау ихтыяжы бар, улар шул күңел талабын ҡәнәғәтләндермәһә, буш һауыт һымаҡ буласаҡтар.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕАТРЫНЫҢ ҺОҠЛАНЫП ТУЙҒЫҺЫҘ АЛМАҠАЙЫ УЛ
|
|

Шаулап-гөрлөп уҙҙы Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театры актрисаһы Айгөл Зөбәйҙуллинаның юбилей бенефисы. Тап үҙе һымаҡ: матур, йыйнаҡ, баҫалҡы, тотанаҡлы. Һоҡланғыс! Була бит шундай төҫ тә ташламаҫ, холоҡ-ҡылыҡтары менән дә күркәм ҡатындар! Йылдар Айгөл алдында, ысынлап та, көсһөҙ. Йырҙарҙа йырланғанса, "кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған"дыр инде үҙенә! Альберт Шаһиевтың "Сәлимәкәй" йырына төшөрөлгән клипта ла Сәлимәкәй булып Айгөл йылмая, "Усаҡ" йырына төшөрөлгән видеотаҫмала ла уның йылы ла, һағышлы лы ҡарашы оҙата моңдо.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
ТАБЫЛДЫҠ-2
|
|

Көйөк, кисә табындаштары ҡалдырған тын алғыһыҙ еҫтән күңеле болғанды. Ауырлыҡ менән карауатынан ҡалҡынып, өҫтәл ситендәге һарыға ҡатҡан ҡырлы стаканға шешәләр төбөн һарҡытырға маташты. Бер ни ҙә килеп сыҡманы, сөнки әшнәләре әлеге мәлдә әжәл дарыуына бәрәбәр араҡының тамсыһын да ҡалдырмағайны. "Асмәйел сиңерткә сиреүе! Миңә тимәһә, хәҙер үк ятып дөмөк, ҡайғыртыусы табылмаҫ!" Теле осона килгән әсе һүгенеүен көскә тыйып ҡалып, күңеленән шулай һөйләнде генә. Тәнтерәкләп ванна бүлмәһенә инеп, башын һалҡын һыу менән сылатты, таушалған, шырт баҫҡан биттәрен, иттәре кәмеп, һалынҡы тирегә ҡалып, ашалған балта һабылай сысайған мөсһөҙ муйынын еүешләп алды. Ҡайһылыр кимәлдә еңел булып ҡалғандай итте. Кире залға үтеп, иҙәндән төртәләнеп йөрөп эҙләнеп, бер-ике һурмалы төпсөк табып, балконға сыҡты. Тәмәке төтөнө йәнә күңелен болғатты, шуға ҡулындағын һүндереп тә мәшәҡәтләнмәй түбәнгә атты: "Инәңде!.." Асыу менән һүгенде был юлы, инеп, керҙән шыбаҡшыған сәстәрен ҡушуслап, тубыҡтарына терһәкләнеп кире карауаты ҡырына ултырҙы. Ятманы. Һенағастай һерәйҙе генә. Шул мәл һаҡ ҡына итеп ишек шаҡынылар. "Кем йөрөй икән был мәлдә, таң менән?
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
НИ ӨСӨН БЕҘ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛАБЫҘ?
|
|

Элегерәк намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер ағай: "Ә нишләп ҡайһы бер кеше ғүмер буйы намаҙ уҡыһа ла, алтмыш-етмешкә лә етмәйенсә үлә? Бер мәртәбә лә намаҙ уҡымаған, ураҙа тотмаған бәғзеләр хатта туҡһандан ашыу йәшәй бит!.." - тигән һымағыраҡ һүҙҙәрҙе бик еңел генә итеп әйтеп һалғайны.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
ЙӨРӨГӘН АЯҠҠА - ЙҮРМӘ, ЙҮРМӘ БУЛМАҺА – ЯРМА
|
|

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы таныуынса, кеше ҡабул иткән аҙыҡтың 40 проценты ярмаларҙан торорға тейеш икән. Сөнки улар көс-ҡеүәт биреүсе ҡатмарлы углеводтарҙан тора һәм һаулыҡҡа, хәл-торошобоҙға бик ыңғай тәьҫир итә.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
|
|

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Шуныһы иҫ китмәле, Филиппов ҡурғаны табылдыҡтарының абсолют күпселеге шул уҡ дәүергә ҡараған Себер, Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Европаның көньяҡ өлөшө ҡурғандары табылдыҡтары формаларын ҡабатлай. Уларҙың бер үк һөнәр үҙәктәрендә эшләнеүе һәм мәҙәни яҡтан ҡәрҙәш ҡәүемдәр араһында таратылыуы шик тыуҙырмай. Шундай үҙәктәрҙең береһенең Көньяҡ Уралда, Көньяҡ һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан территорияһында булыуы мөмкин. Филиппов ҡурғанында яһалған асыш Көньяҡ Уралдың боронғо тарихын өйрәнеү йәһәтенән донъяуи әһәмиәткә эйә. Был төбәктең дах-массагет ҡәбиләләрендә бөткөһөҙ хазиналарға эйә булған кешеләр булыуын ышаныслы рәүештә раҫлаусы факт. Әгәр табылған предметтарҙың байлыҡтың бары тик алтынлата сағылышы ғына булыуын һәм улар артында меңәрләгән баш мал-тыуар, меңләгән бәйле кешеләр һәм икһеҙ-сикһеҙ ер биләмәләре булыуын иҫәпкә алһаҡ, б.э. тиклем V - III быуаттарҙа ниндәйҙер бер кешенең ырыуҙаштары һәм, бәлки, Көньяҡ Уралдың барса халҡы өҫтөнән ниндәй ғәмәли власть тотоуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Алтын, көмөш, бронза предметтарҙың һаны һәм төрҙәре, уларҙы эшкәртеүҙәге юғары художество оҫталығы буйынса Филиппов ҡурғанын ул замандағы Евразия күскенселәренең иң аҫыл ҡомартҡылары рәтенә ҡуйып була.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
МАНСУР ГРАНИТЫ...
|
|

Роспатент Башҡортостандың Учалы районында сығарылған Мансур граниты брендын теркәгән. "Мансур граниты"н географик күрһәтмә сифатында теркәү тураһында "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.
|
Уҡырға
24.03.23
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|