Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
|
|
УЛАРҘЫҢ ТӘРБИӘҺЕ ҠАТЫРАҠ ИНЕ, Ә БЕҘҘЕКЕ - ЗАМАНСАРАҠ...
|

"Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!" - халыҡ шағирының рефрен булып яңғыраған шиғыр юлдары "Атайҙар мәктәбе" исемле яңы рубрикаға материал әҙерләгәндә ҡолаҡ төбөндә сыңлап тик торҙо. Был сыңлау халыҡ артистары менән осрашҡанға ғына түгел, күрәһең. Тимәк, халыҡ күңеленә үтеп инергә тейеш яңы ауаз. Һүҙ бит атайҙар, олатайҙар тураһында ғына түгел, ғөмүмән, йәшәйеш тураһында, беҙҙең турала. Үҙебеҙҙе борсоған меңәрләгән һорауҙың береһенә булһа ла яуап тапһаҡ, атайҙар һүҙе бушҡа булмаҫ. Һүҙ ғаиләләрендә өсәр ул тәрбиәләүселәргә: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы ҮТӘШЕВ менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илдар Ибраһим улы ҒҮМӘРОВҡа.
|
Уҡырға
03.12.21
|
|
|
ТАҘЛАР - ТАРИХ АТАҺЫ ГЕРОДОТ АРГИППЕЙҘАРЫ ВАРИҪТАРЫ (2-се бүлек)
|

XX быуат урталарында башҡорттарҙың Көньяҡ Урал ерлегендә автохтон халыҡ булыуын, йәғни уларҙың ата-бабаларының бик боронғо, архаик дәүерҙәрҙән бирле ошо территорияла йәшәүен раҫлаған ғилми концепциялар бар. Ошо ерле башҡорт ҡәүемдәре араһында таҙлар ырыуы вәкилдәренең дә булыуын раҫлаусы мәғлүмәттәр табылған. Бында иң элгәре "таҙлар" этнонимының баштарында сәстәре булмаған, таҙа итеп ҡырылған, таҡыр башлы кешеләргә ҡарата ҡулланылыуын иҫәпкә алырға кәрәктер. Тап ошо урында башҡорт ир-егеттәренең боронғо осорҙарҙан бирле оҙон сәс үҫтермәйенсә, башлыса, баштарын тап-таҡыр итеп ҡырып йөрөү традицияһы хаҡында иҫләргә кәрәктер. Башҡорттар борон-борондан яугир халыҡ булып танылған, ә оҙайлы походтарҙа, меңәр саҡрым ерҙәр буйлап, ҡомло-туҙанлы юлдарҙы һыбай үткән атлы ғәскәргә тәндәрен таҙа тотоу фарыз бит инде. Ә оҙон сәсте таҙалау өсөн күп осраҡтарҙа тейешле шарттар ҙа булмағандыр. "Таҙ" һүҙенең этимологик мәғәнәһе буйынса шул уҡ "таҙа" һүҙенә барып тоташыуына ышанып булалыр.
|
Уҡырға
03.12.21
|
|
|
БАЙМАҠТА – КАРАНТИН
|

Баймаҡ районында эре баш малға йоғошло нодуляр дерматит сире янай. Унда карантин иғлан ителде.
|
Уҡырға
03.12.21
|
|
|
ФӘҠИРЛЕКТЕ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?
|

Был һорау өҫтөндә баш ватыуҙар дауам итә.
Һөйөнөргәме, көйөнөргәме: Рәсәйҙә быйылғы йылдан алып артабанғы өс йыл эсендә фәҡирлек кимәле йылдам темптар менән кәмейәсәк, имеш һәм 2023 йылға ул 10,1 процент тәшкил итәсәк!
|
Уҡырға
03.12.21
|
|
|
ДИҢГЕҘ ТОҘО ФАЙҘАЛЫМЫ?
|

Көндәлек ашарға әҙерләүҙә тоҙ төп урынды алып тора. Тоҙһоҙ аҙыҡ тамаҡҡа ла үтмәй, тәмһеҙ һәм сөсө лә. Тоҙ, фәнни телдә әйтһәк, "хлорлы натрий" (хлористый натрий) - тәбиғәттең кешелеккә һәм бөтә тереклеккә бирелгән ҡиммәтле бүләге.
|
Уҡырға
03.12.21
|
|
|
ХАҠ АРТЫНАН ХАҠ САБА
|

Һәр көн иртән тороуға беҙҙе ике яҡ яурынға ҡунаҡлаған ике хәбәр ҡаршылай: коронавирус һәм ... хаҡтар. Тажзәхмәт, ярай, стихиялы бәлә һәм уға ҡаршы, шөкөр, көрәш саралары, дарыуҙар бар, яҡшымы-юҡмы, уның менән идара итергә өйрәнделәр. Ә бына хаҡтар тамам идараны юғалтып, рулевойһыҙ ҡалған һәм ағым ыңғайына йөҙөүсе карапты хәтерләтә башланы түгелме?
|
Уҡырға
03.12.21
|
|
|
ТАҒЫ ЛА ЯҠШЫРАҠ БУЛҺЫН!
|

Был көндәрҙә "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын байрам итте. Бөгөн уның составына Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан тыш, тағы ла "Тамыр", "Ҡурай-ТВ", "Сәләм" каналдары һәм "Юлдаш", "Спутник ФМ" һәм "Ашҡаҙар" радиолары инә. Тәүлек әйләнәһенә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә барған телетапшырыуҙарҙы 40 миллиондан ашыу кеше ҡарай. Радио тыңлаусылар һаны ла байтаҡ. Юбилейын билдәләүсе компания тураһында тамашасыларҙың фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
АУЫЛДАР, БӘЙГЕГӘ!
|

Башҡортостанда "Айыҡ ауыл" конкурсы башланғанға тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт та үтеп киткән. Тәүҙә ул бер нисә кешенең шәхси инициативаһы булып башланһа, хәҙер инде республика кимәленә күтәрелеп, хатта Рәсәй кимәленә лә сыға башланы - былтырғы конкурс еңеүселәрен 5-се каналдан килеп төшөрҙөләр, күптән түгел Һарытау өлкәһе айыҡлыҡ темаһы буйынса ғилми-ғәмәли онлайн конференция үткәреп, унда Башҡортостан тәжрибәһен Волга буйы федераль округына таратыу фекере лә яңғыраны.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
АСЫЛЫҢДА ЙӘШӘҮ НИНДӘЙ МӘРТӘБӘ!
|

Асҡын районының Солтанбәк ауылына тағы юл төштө. Байтаҡ йылдар элек бында һәр башҡорттоң йөрәк яраһы булған Һөйәнтүҙ ваҡиғаһы урынына китеп барышлай һуғылғайныҡ. Тәүҙә ауыл осондағы:
Ҡара ла ғына урман, ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа микән ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта, - тигән яҙыулы таш стела янында туҡталып, ауыл ҡарттары менән осрашып, хәтер яңыртҡайныҡ.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘРЕБЕҘ ТӨП НӨСХӘҺЕНДӘ ТЕРГЕҘЕЛӘ
|

Ошо көндәрҙә баш ҡалала "Тамға" II халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финалы уҙҙы. Оҫталар көс һалып, күҙ нуры түгеп, күңел йылыһы биреп эшләгән сағыу кейемдәре менән Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала таныштырҙы.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
БАШҠОРТ БЕЙЕҮ СӘНҒӘТЕНЕҢ РУХИ САҒЫЛЫШЫ УЛ "БАЙЫҠ"
|

Ошо көндәрҙә Өфөлә "Байыҡ" башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың сираттағы телевизион конкурсы үтте. Бына инде 13 йыл рәттән ойошторолоп килгән иҫ киткес энергиялы һәм матур, ысын мәғәнәһендә халыҡ фестиваленә әүерелгән сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 20 меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашып өлгөрҙө.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
ИШЕК АРТЫНДА (1-се бүлек)
|

Урам осонан был яҡҡа боролған ҡара пикапты күреү менән ҡото осҡан Рәүиз алан-йолан ҡаранды, йәһәт кенә боҫорға ине лә, ләкин яңы төҙөлөп ятҡан өй, кәртәләп алынмаған ихатала йәшенер, ҡасыр урын юҡ ине. Үкенесле уй һыҙып үтте: "Их, нишләп кенә бөгөн бында килдем икән? Берәр аҙна күренмәй торорға булған да бит..." Тик хәҙер һуң, коллекторҙар уны тағы ла бәргесләп аласаҡ. Ипотека, кредит, проценттар... Уй, ул "аңлашыуҙар"! Ҡаҡшатты Бузмый менән Ерән! Эйе, уларға ҡушамат таҡҡан Рәүиз. Өс көн элек ошо ике әзмәүер уны ап-аруҡ ҡына төпәләштереп киткәйне. Хәйер, уға тиклем дә танау аҫтында йоҙроҡ терәгәндәре булды. Шул мәлдәр иҫкә төшөү менән тәне зымбырлап китте.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
ТӘҮЛЕК ӘЙЛӘНӘМЕ, ӘЛЛӘ ҺУҘЫЛАМЫ?
|

Ваҡыт төшөнсәһе арауыҡ менән бергә халыҡ мәҙәниәтенең иң төп төшөнсәләренең береһе. Ваҡыт һәм арауыҡ төшөнсәләре бик боронғо төшөнсәләр. Мин был бәләкәй генә күҙәтеүемдә ваҡытты философик төшөнсә булараҡ аңлатырға йыйынмайым. Быға минең белемем дә етмәй.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
БЕҘ АТАЙҺЫҘ ҮҪТЕК...
|

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре, ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, "Халыҡтар дуҫлығы" ордены кавалеры Миҙхәт Әхмәтхан улы МӘмбӘтов 1941 йылдың 15 сентябрендә Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында тыуған. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1971 йылда ГИТИС янындағы юғары режиссерҙар курсын, 1975 йылда БДУ аспирантураһын тамамлай. Филология фәндәре кандидаты. 1975-1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында, 1983-1990 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыта. 1990-1994 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә халыҡ мәғарифы һәм мәҙәниәте бүлеге мөдире, 1994-1995 йылдарҙа БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы булып эшләй. 1995-2005 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2005-2006 йылдарҙа Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы, 2006-2008 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2008-2011 йылдарҙа - Өфө ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе. Әйткәндәй, "Киске Өфө" гәзите тап Миҙхәт Әхмәтхан улы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән осорҙа барлыҡҡа килде. Быйыл Миҙхәт Әхмәтхан улы үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ошо ғүмер байрамы менән ҡотлап, түбәндәге әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ. Унда һүҙ, асылда, шәхестең бала сағы хаҡында бара.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
ТАҘЛАР - ТАРИХ АТАҺЫ ГЕРОДОТ АРГИППЕЙҘАРЫ ВАРИҪТАРЫ (1-cе бүлек)
|

Башҡа бер ырыуҙар араһында артыҡ билдәле булмаған, атамаһы ла сәйерерәк яңғыраған башҡорт этник төркөмдәренең береһе - таҙлар (тазлар) тип исемләнә. Күрәһең, тарихи процестар барышында ошо ырыу вәкилдәренең айырым-айырым төркөмдәре, Көньяҡ Урал территорияһына килеп урынлашып, башҡа башҡорт ырыуҙары составына инеп киткән. Бәлки, ошо сәбәптәндер инде, хәҙерге осорҙа үҙҙәренең ата-бабаларының үтә боронғо һәм ҡеүәтле бер ҡәүем ағзалары булғанлығы хаҡында иҫләүсе таҙлар вәкилдәре һирәгерәк. Таҙларҙың компакт төркөмдәре Башҡортостандың Борай районының Варҙытамаҡ, Йомаҡай (Йомаш), Яңы Ҡарғалы, Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар, Таҙтүбә, Арҙаш һәм Әрнәш, Балтас районының Түсебай, Шауъяҙы, Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк ауылдарында йәшәй. Йәнә шуға ла иғтибар итергә була: Дыуан районының иң төпкөл төбәгендә Таҙтүбә ауылы бар (унда Рәсәй губерналарынан күсерелеп килтерелгән рус крәҫтиәндәренең вариҫтары йәшәй), әммә Таҙтүбә тип аталған тау янындағы һәм ошо яҡтағы башҡа ерҙәргә ҡасандыр дыуан-әйле һәм һарт-әйле башҡорттары хужа булған. Рус телендә Таҙтүбә тауы Лысая гора, тип аталған хәлдә лә, батша Рәсәйе замандарында Таҙ-Дыуан олоҫо ла теркәлгән була.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
МАЛЫ БАРҘЫҢ ҺЫЙЫ БАР
|

Ер-һыу туңып, ҡар ятыуҙы көтөп кенә торған ауыл уңғандары һуғым һуя башланы. Билдәле булыуынса, был эшкә ҡағылышлы һәр төбәктең үҙенә генә хас йолаһы бар. Уларҙы теүәл атҡарыуға әле лә башҡорт халҡы ҙур иғтибар бирә. Ите тәмле, йомшаҡ, бәрәкәтле, үҙенә, туғандарына насип булһын, мал ҡото китмәһен тигән теләктә башҡарыла улар.
Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарында ла элек-электән үҙенсәлекле тәртип һаҡланған. Был төбәктәрҙә көндөң һыуытыуы ғына шарт түгел. Ҡарҙың күп итеп яуыуын көтәләр. Малды таҙа итеп һуйыу, эсәктәрен ҡарҙа тапап, ышҡып йыуыу өсөн кәрәк ҡар. Хеҙмәт ветераны Хәлит ҠУНАҠҠУЖИН һуғым йолаһының Көйөргәҙе тарафтарында нисек башҡарылыуы тураһында һөйләне.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
КӘРӘКЛЕ УҠЫУ ЙОРТО
|

Башҡортостандың Ағиҙел һәм Баймаҡ ҡалаларында үҙенең филиалдары булған күп профилле урта һөнәри белем биреү учреждениеһы - Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы 75 йыллығын билдәләне.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
ЙОМРО ТАШТАРҘЫ ТӘҮТОРМОШ КЕШЕЛӘРЕ ҠАЛДЫРҒАНМЫ?
|

Әбйәлил районы биләмәһендә ҡаҙыу эштәре алып барған саҡта йомро таштар табылыуы тураһында интернет селтәрендәге хәбәр бөтә йәмғиәтте ҡуҙғытып ебәрҙе. Уларҙың килеп сығышы тураһында фараздар күп булды. Берәүҙәр был әллә нисә мең йылдар элекке эраға ҡараған дәүерҙән ҡалған таштар, тип фекер йөрөтһә, икенселәр тәүтормош кешеләре ҡулланған булыуы мөмкинлеге тураһында бәхәсләште. Хатта таштарҙы сит ил планета вәкилдәре алып килгән, шулай уҡ динозаврҙың ҡатҡан йомортҡаһы имеш, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелде.
|
Уҡырға
26.11.21
|
|
|
СӘП! ТЫП! ДӨП! ЗЫҢҠ!
|

Үҫеп килгән быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү мәсьәләһе хаҡында бәхәстәр килеп тыуһа, аҡыллы баштар үҙҙәре лә аңлап бөтмәгән контент, инновация, мониторинг, алгоритм, кастинг, майҙансыҡ (площадка) һымаҡ һүҙҙәре менән ауыҙҙарында бутҡа бешереп, балалар менән тәжрибәләр үткәреү хаҡында һөйләй башлайҙар. Һөҙөмтәлә бындай башланғыстар хәбәр һөйләүҙән ары китмәй. Нимә тиҙәр әле: буш арбаның ғына дыңғыры ҙур булыусан шул.
|
Уҡырға
19.11.21
|
|
|
ЙӨРӘГЕНДӘ БАШҠОРТЛОҠ ЙӨРӨТӨҮСЕЛӘР УЛАР
|

Ҡасандыр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең бер шиғырында шулай тип яҙғайны. Уҙған аҙнала үткән "Арҙаҡлы рәсәйҙәр - ғәйнә башҡорттары" тип аталған онлайн-түңәрәк ҡорҙа был юлдар тағы бер яңғыраны: бары тик унда, Башҡортостан ғәйнә башҡорттарынан башлана, тигән фекер лейтмотив булып ятты. Ә бит тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, ғәйнә башҡорттарының шулай тип әйтергә тулы хоҡуғы бар. Әйткәндәр ҡоро һүҙ генә булмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бергәләп тарих төпкөлөнә сәйәхәт ҡылайыҡ...
|
Уҡырға
19.11.21
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Ваҡытлыса ғына булһа ла тереләрҙең үлгәндәр тураһында яҙғандарын уҡыуҙан туҡтағыҙ ҙа, күптән үлгән кешеләрҙең тереләр тураһында яҙғандарын уҡығыҙ әле.
(Г. Честертон).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|