«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 167 168 169 170 171 172 173 174 175 » #
ЯҠШЫЛЫҠ БУЛҺЫН АТЫҒЫҘ...



Йәмғиәттә ыңғай ҡараш, ыңғай тойғолар киреләренән күберәк булғанда йәшәүе шул тиклем күңелле. Шөкөр, ошоно тойоп, күреп, ҡыуанып йөрөйөм һуңғы ярты йылда. Ҡала урамдарында асыулы йөҙҙәр ҙә һирәгәйә төштө, кешеләр йылмая башланы кеүек миңә.

Уҡырға
15.10.19  
 
РЕСПУБЛИКА КӨНӨ БАЙРАМЫ



Республика көнө байрамы ҡасан һәм ниндәй ваҡиғалар айҡанлы барлыҡҡа килде? Хәтирәләр менән уртаҡлашып алайыҡ әле...

Уҡырға
15.10.19  
 
ҠАҒИҘӘ ТЕЛ ҺЫНДЫРАМЫ?



Башҡорт әҙәби теленең хәҙерге алфавиты һәм орфографияһы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ҡарары менән 1981 йылдың 22 октябрендә раҫланған. Орфографик ҡағиҙәләр башҡорт теле ҡанундарына ярашлы итеп төҙөлөп, барсабыҙҙан да уларҙы теүәл үтәүҙе талап итә. Бындай мөһим документтар, барыһы өсөн дә мотлаҡ булғас, уларҙың объективлығына, тап шулай булырына инанғанбыҙ. Ни тиһәң дә, орфография ҡағиҙәләре абруйлы ғалим-ғөләмә тарафынан әҙерләнә бит. Ғәмәлдә беҙ, аҙмы-күпме зыялы заттар, хатаһыҙ яҙырға тырышабыҙ. Әҙәби телдә хатаһыҙ яҙыу ғына түгел, хатаһыҙ һөйләү ҙә фарыз.

Уҡырға
07.10.19  
 
Заман уҡытыусыһы образын нисек һүрәтләйһегеҙ?



Шамил БАТЫРШИН, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өлкән уҡытыусыһы: Бөгөн беҙҙең мәктәптәрҙәге күпселек педагогтарыбыҙ - ҡатын-ҡыҙҙар. Әлбиттә, уларға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Ә шулай ҙа был хәлдең ир балаларҙы тәрбиәләүҙәге кире һөҙөмтәһен дә күрмәйенсә булмай. Элек башҡорт ғаиләһендә әсәй ир баланы 5 йәшенә тиклем генә тәрбиәләй, артабан был яуаплылыҡты атай кеше ала, тигән ҡағиҙә булған. Атай кеше тәү сиратта улын үҙаллылыҡҡа өйрәткән. Тимәк, ул улының үҙе өсөн генә түгел, ә ғаиләһе, иле, Ватаны, ырыуы, халҡы өсөн яуаплылыҡ алырға ярҙам иткән ижади һәләттәрен, ир-атҡа хас сифаттарын асырға тейеш булған. Шуға ла, заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш, тигәндә, бөгөн иң тәүҙә мәктәптәргә ир-егет педагогтарҙы йәлеп итергә кәрәк, тип яуаплар инем.

Уҡырға
07.10.19  
 
БАЙМАҠТА ҠОРОЛОҠ - ХАЛЫҠ АРЗАНҒА МАЛЫН ТАРАТА...



Әле ни өсөндөр республика мәғлүмәт даирәһенә сыҡмаған проблема борсоуға һала. Быйыл Урал аръяғында ҡоролоҡ булды, шул айҡанлы ундағы кешеләрҙән борсоулы, "Бесән булмағас, кеше арзанға малын хата, беҙҙә бер арба бесән 10 меңдән артыҡ тора, кешегә былай ҙа эш, аҡса юҡ", тигән йөкмәткеле хәбәрҙәр килеп тора.

Уҡырға
07.10.19  
 
ХАЛҠЫБЫҘ ӘМӘЛЕ - ҮҘ ЕРЕБЕҘҘЕҢ МЕҢ ТӨРЛӨ ҮЛӘНЕ



Учалы районы Уралтау аръяғында, Яйыҡ йылғаһы башланған Ирәмәлтау үренә үрелеп һуҙылған ҡайын урманлы һырттар буйлап ята. Мин был аҡ ҡайынлы төбәкте әллә нисә тапҡыр арҡыры-буйға кисеп үтһәм дә, һәр саҡ тәүгә күргәндәй һоҡланып, был яҡтың ожмахтай хозурлығына ғәжәпләнеп ҡайтам. 2019 йылдың көҙгө әбейҙәр сыуағы ваҡытында йәнә был яҡҡа юл төштө. Беҙҙе Учалы ағинәйҙәре Бөйҙө (Учалы-2) ауылы мәҙәниәт йортонда көтә ине.

Уҡырға
07.10.19  
 
БАШҠОРТСА КИНО ҠАРАЙБЫҘ!



Ниһайәт, ваҡыт табып, "Һеңлекәш" фильмын барып ҡараныҡ. Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен бәләкәйҙән уҡып үҫкәс, был повестың кино версияһы нисегерәк булды икән, тигән ҡыҙыҡһыныу тынғы бирмәне. Етмәһә, афиша фотоһындағы балаларҙың һөйкөмлөлөгө үҙенә саҡырып, тартып торғандай ине. Фильмдың нимә тураһында булыуы һәм нисек барыуын һөйләп тороуҙың кәрәге булмаҫ. Шулай ҙа тап әҫәрҙәгесә генә икән тип тә уйламаһын тамашасы. Кино булараҡ, унда өҫтәмә күренештәр ҙә, "Беҙҙең өйҙөң йәме" менән "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"тың ҡушылып киткән урындары ла бар.

Уҡырға
07.10.19  
 
СУД ҠАРАРЫН ҮТӘГӘНДӘРГӘ ПРИСТАВТАР КИЛМӘЙ



Редакцияға уҡыусыларыбыҙҙан банк, һалым, штраф түләүҙәре буйынса төрлө һорауҙар күп килә. Ошо юҫыҡтағы һорауҙарҙы ҡәнәғәтләндереү һәм уҡыусыларыбыҙҙың белем кимәлен киңәйтеү маҡсатында Cуд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы Илнур Әнүәр улы МӘХМҮТОВ менән һөйләштек.

Уҡырға
07.10.19  
 
БАТШАЛАРҒА БАШ ЭЙМӘГӘН ӘЙЛЕЛӘРБЕҘ!



Шул уҡ ваҡытта уртаҡ этник сығышлы тип иҫәпләнгән төп әйле, тырнаҡлы, ҡаратаулы, һарт-әйле, шулай уҡ мырҙаларҙың боронғо риүәйәттәре бер үк тип әйтерлек сюжетҡа ҡоролған: улар үҙҙәренең ата-бабаларын Уралға Һырдаръя йылғаһы буйҙарынан, Бохараға яҡын Башҡорт тауҙары янынан килгән, тип иҫәпләй. Сюжет айырымлыҡтары ошо боронғо төйәктәрен ни рәүешле ташлап китеүҙәренә генә бәйле: йә улар юғалған һарыҡ көтөүен эҙләп китә, йә булмаһа мөгөҙлө айғыр эйәртеп алып киткән йылҡылары эҙенән килеп, Уралға барып сыға икән. Мәҫәлән, мырҙалар ырыуында яҙылып алынған сюжетта бына ошолар бәйән ителә: "Борон беҙ Һырдаръя башҡорттары тип атала инек. Ата-бабаларыбыҙ Һыр ярындағы Ҡәйеп тигән ерҙә йәшәгән. Бай бабаларыбыҙҙың береһенең буҙ аты, юртаҡ байталы һәм Ғәҙелбаныу тигән һылыу ҡыҙы юғалған.

Уҡырға
07.10.19  
 
ДӨРӨҪМӨ БАЛАНЫ ҠЫРҠ ЕРҘӘН ТЫЙЫУ?



Баланы тәрбиәләүҙә тыйыу алымы йыш ҡулланыла. Ҡулланыла һәм төрлө белгестәр араһында төрлө фекерҙәр, бәхәстәр тыуҙыра. Кемдер тыйыу - тәрбиә нигеҙе, тип уйлаһа, кемеһелер тыйыу - бөгөнгө заман балаларына бөтөнләй тап килмәгән алым, тигән уйҙа. Ғөмүмән, тыйыу ниндәй характерҙа булырға тейеш? Тыйып ҡына баланы тәрбиәләп буламы? Ошо һорауҙарға педагог-ғалимдарҙың яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
07.10.19  
 
ҺҮГЕНМӘЙЕК!



Бөгөнгө интернетта һүгенеү шундай көслө, хатта Юрий Хованский, Евгений Баженов, Макс Голополосов, Дмитрий Куплинов, Олег Brain кеүек мәҙәни тапшырыу алып барғандар ҙа норматив булмаған лексиканан азат түгел. Башҡорт төркөмдәрендә лә күҙәтелә был, башҡортса дөрөҫ итеп яҙа белмәй, ғәҙәттә, бындай "авторҙар", әммә борсаҡты эре ярып һүгенә. Унан һуң, ҡала урамдарында ирҙәрҙән генә түгел, ҡатын-ҡыҙ, йәштәр һәм бала-саға ауыҙынан да ишетеп "туйырға" була. Берәй мәктәп эргәһенән үт, бармаҡ башындайҙары ла һүгенешеп эләкләшеп китеп бара. Ә инде әрләшкәнде, әлеге интернетта ла бәхәсләшкәндәрҙе, хис-тойғоларын белдерә булып һүгенеү һүҙҙәре ҡулланғандарҙы әйтеп тә тораһы түгел. Ошоларҙан сығып, һорау тыуа: ни өсөн һүгенәбеҙ? Нимәнән кеше бындай лексикаға мөрәжәғәт итә? Ниңә бындай телмәргә ғәҙәтләнә?

Уҡырға
07.10.19  
 
ДОЛОЙ ГАЛОШ! САРЫҠ, ҠАТА ДАВАЙ!



Учалы ағинәйҙәре быға тиклем сәхнәгә аҡ йөн ойоҡ һәм галош кейеп сыҡһа, хәҙер инде сарыҡ һәм ҡатаға күсергә булдылар. Шәп бит!

Уҡырға
04.10.19  
 
МӘКТӘП АШХАНАҺЫНДА БУЙВОЛ ИТЕ



Өфө мәктәптәренең береһе бөтә республика ата-әсәләр йәмәғәтселеген аяҡҡа баҫтырҙы. Баҡтиһәң, уҡыусыларға бешер-бешмәҫ тефтели ашатып ағыулай яҙғандар. Сәғәт ярым бешереп тә, тейешле төҫ алмаған итте кемдәр, нимәнән, нисек етештереүе тикшерелгән.

Уҡырға
03.10.19  
 
ХОККЕЙҒА... БУШЛАЙ



Республикала хоккей күптән милли спортҡа әйләнгән. 1 октябрҙә генә “Салауат Юлаев” “Торпедо” командаһы менән осрашып, еңеү яуланы. Киләһе уйын 4 октябрҙә, баш ҡалала “Северсталь” командаһы менән уҙасаҡ.

Уҡырға
03.10.19  
 
ЙӘМИЛДЕҢ ЙӘМЛЕ ӨЙӨ



Яңыраҡ режиссер Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмын ҡараным. Һәйбәт, күңелгә ятышлы фильм. Йәшерәк саҡтарҙағы совет кинокартинаһын ҡарағандай булдым. Әммә фильмда яһалма пафос та, совет осорона хас лозунгылар ҙа юҡ. Ни эшләптер, үҙемдең бала сағым күҙ алдына баҫҡандай тойолдо. Уҙған быуаттың 60-йылдары башы, тау-урмандар араһына һыйынып ултырған бәләкәй генә башҡорт ауылы. Өйҙәрҙә кистәрен кәрәсин лампалары тоҡандырыла. Бәғзе көндәрҙә ауыл клубында кинолар ҙа күрһәтелә. Эңер төшкән мәлдә киномеханик бензин менән эшләй торған моторын эшләтеп ебәрә, күп тә үтмәй, уның будкаһынан роликтарҙағы кинолентаның сытырҙап әйләнгән тауышы сыға башлай, ә клуб тәҙрәһенән аҡ сепрәкле экранда бер-бер артлы алмашынып торған кадр-һүрәттәр күренә.

Уҡырға
03.10.19  
 
КӨМӨШ КҮЛДӘР ИЛЕНДӘ, АҪЫЛ БАШҠОРТ ЕРЕНДӘ



Силәбе яғын көмөш күлдәр иле тип нарыҡлайҙар. Ысынлап та, бында балыҡлы тәрән күлдәр бик йыш осрай. Башҡортостан менән сиктәш мәғрур тау-ҡаяларҙы үтеп сыҡҡыһыҙ тайга, ҡарағай урмандары ҡаплаған. Мал үрсетеүгә ҡулай иркен дала яҡтарына башҡорт ырыуҙары Уралтау һырттары аша тегеләй-былай аша төшөп, күсенеп, күп ауылдарға нигеҙ һалған. Бында ҡыуаҡан, терһәк, һалйот ырыуы башҡорттары борондан йәшәгән, 18-се быуат баштарында хәҙерге Салауат районы яғынан, Әй һәм Йөрүҙән буйҙарынан әйле ырыуы күпләп күсенә, Учалы яғынан табындар килә. Был күсенеү башҡорт илендә ҡупҡан ихтилалдар менән, батша карателдәре эҙәрлекләүе менән дә бәйле. Төбәктәге халыҡ Урал аръяғында боҫоп ятмаған, киреһенсә, башҡорттарҙың ер һәм ирек өсөн күтәрелгән ихтилалдарында, айырыуса Салауат яуында әүҙем ҡатнашҡан, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу рудниктарында һәм беренсе заводтарҙа эшләгән. Кантонлыҡ осоронда 8-се башҡорт кантонының күп ир-егеттәре Рәсәйҙең сиктәрен һаҡлауҙа һәм төрлө һуғыш-походтарҙа башын һалған. 1934 йылда ойошторолған Силәбе өлкәһенә Оло Башҡортостандың рудаға бай тау-урманлы, бик матур тәбиғәтле ерҙәре Калинин менән Сталиндың бер ҡултамғаһы менән бүлеп бирелә. Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған башҡорт батырҙарының ожмахтай бай ил хаҡында хыялы шулай Урал аръяғында айырылып тороп ҡала. Әммә халыҡтың күңеле һәм аҡылы бер бөтөн булып ҡала: силәбеләр Өфө ҡалаһына уҡырға килә, Башҡортостанда эшләй, үҙҙәренең мәктәптәрендә башҡортса уҡыу-уҡытыуҙы өҙмәҫкә һәм өҙөлгәнен яйға һалырға ынтыла. Бөгөн өлкәнең Силәбе, Магнит, Златоуст (Алтынтамаҡ), Ҡурған, Сатҡа, Сим (Эҫем) ҡалаларында һәм башлыса Арғаяш, Сосновка, Ҡоншаҡ, Красноармеец, Сыбаркүл районы ауылдарында 162 меңдән ашыу башҡорт йәшәй (2010 йылғы мәғлүмәт). Был юлы беҙ Силәбенең биш районына сәфәр ҡылдыҡ. Һүҙебеҙ шул турала.

Уҡырға
02.10.19  
 
СИБАЙ ЕРЛЕГЕНДӘ ҒАИЛӘ ҠОРҘОМ, ХЕҘМӘТ ЮЛЫН БАШЛАНЫМ



Кеше етәксе булып тыумай, әммә лидер булып тыуа. Ана шул лидерҙар иптәштәрен, класташтарын, хеҙмәттәштәрен ойоштороп, беректереп, нимәләргәлер әйҙәп йөрөтә, эргә-тирәһендәгеләрҙе хәрәкәткә килтерә, идеялар бирә, маҡсатҡа ынтылдыра. Бындайҙар үҙенә ышандыра, яуаплылыҡ ала белә. Тап шундай лидерҙарҙың береһе лә инде Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат ҠОТОШОВ.

Уҡырға
02.10.19  
 
ДАУЫЛДА ЮЛҒА СЫҠҠАНҺЫҢ ИКӘН ЕЛКӘНДӘРЕҢДЕ КҮТӘРЕП ЕБӘР



Бизнесҡа ынтылыусылар күп, әммә уны ауыҙлыҡлап алып китә алыусылар ғына һынаулы. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуамы ундайҙар, әллә булмыштарында ниндәйҙер бер айырым һыҙаттар, ниндәйҙер артыҡ көс йәки аҡыл буламы? Әллә ундайҙарҙы бала саҡтан икенсерәк шарттарҙа тәрбиәләгәндәрме? Бына ошондай ҡыҙыҡһыныу менән саҡырҙыҡ беҙ диалогка эшҡыуарлыҡ өлкәһен гөрләтеп алып барыусы башҡорт ир-егеттәрен. Эшҡыуарҙар - "Булат" компанияһы етәксеһе Руслан ЗАРИПОВ һәм "Самрау" нәшриәте директоры Мансур ҒИЛФАНОВ менән әңгәмә был тәңгәлдә ниндәйҙер үҙаллы аҙымдар яһарға торған йәштәргә лә, шәп милләттәштәре менән ҡыҙыҡһыныусан гәзит уҡыусыларға ла файҙалы булыр ине.

Уҡырға
02.10.19  
 
БАТШАЛАРҒА БАШ ЭЙМӘГӘН ӘЙЛЕЛӘРБЕҘ!



Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев әйлеләрҙе төньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә индерә. Уныңса, был төркөм үҙе төньяҡ (Әй-Йөрүҙән), Урал аръяғы һәм тау башҡорттарынан хасил була. Ошоға ярашлы, был зонала өс этник берләшмә - әйле, ҡатай һәм табын ырыуҙары тирәһендә уҡмашҡан башҡорттар тығыҙ аралашып йәшәй.

Уҡырға
02.10.19  
 
ЗАМАНСА ЙЫРҘАРҒА ЛА РУХИ ОРЛОҠ ҺАЛЫНҺЫН



Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Уҡырға
25.09.19  
 
Биттәр : # « 167 168 169 170 171 172 173 174 175 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru