|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
|
|
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 8 9 » #
|
БАЛАҺЫНА ОЖМАХ БУЛДЫРА
|
|

Ҡул ауыртҡанда - күҙҙәр илай, ә күҙҙәрҙән йәштәр атылғанда - ҡулдар уларҙы һөртөп ала. Ир менән ҡатын шул ҡул һәм күҙ кеүек булырға тейеш, тигән фекергә еткерә беҙҙе япон мәҡәле.
Ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте, уның сибәрлеге, мөләйем йөҙө ир-егет өсөн мөһим фактор булған, бар һәм шулай ҡаласаҡтыр. Әммә мөнәсәбәттәрҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы өсөн матурлыҡ ҡына етмәй - был ябай ғына хәҡиҡәт барыһының да аңына һеңгәндер.
Ни өсөн ир-егет нәҡ үҙе һайлаған ҡатын-ҡыҙҙы тормош юлдашы итеп күргәне сит кешегә йыш ҡына сер булып ҡала. Ул гүзәл заттың нимә менәндер йәлеп иткән сифаттары ла булырға мөмкин, бәлки, ниндәйҙер кире ҡаҡлыҡтырған етешһеҙлектәре лә күңелгә яҡын булыуы ихтимал. Бөтәһен дә белеп бөтөп булмай, сөнки ғүмерлек юлдашын һайлау критерийҙары һәр ир-егеттә төрлө-төрлө. Шулай ҙа, ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙа ниндәй сифаттарҙы баһалай икән, уларҙың әйткәненә ҡолаҡ һалайыҡ әле.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
БЕҘ БЕЛГӘН РӘЙСӘ...
|
|

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Ашҡаҙар" радиоһының баш мөхәррире Рәйсә Ҡазбулатова журналистикаға тоғро хеҙмәт иткән, тап ошо даирәлә үҙенең новаторлыҡ һәләтен күрһәткән, документаль фильмдары менән тарихыбыҙ йылъяҙмаһын байытыуға тос өлөш индергән, шулай уҡ йәш быуын журналистарын тәрбиәләгән күренекле шәхестәребеҙҙең береһе. Тамашасылар уны "Нәҙер", "Арҡайым", "Майҙан", "Автограф", "Үткән ғүмер", "Бай баҡса", "Ҡурай даны" һымаҡ йөкмәткеле тапшырыуҙары аша яҡшы белә. "Ашҡаҙар" радиоһына етәксе булып килгәс, Рәйсә Рәйес ҡыҙы шулай уҡ күп яңылыҡтар индереүгә өлгәште, тапшырыуҙарҙың йөкмәтеһен байытыуҙа, төрләндереүҙә коллектив менән берлектә ҙур эштәр алып бара. Алтын фонд һәм заманса проекттар "Ашҡаҙар" радиоһының йөҙөн билдәләй. Хеҙмәттәштәре Рәйсә Ҡазбулатованы юҡҡа ғына туҡтауһыҙ эш өҫтөндәге бал ҡорто менән сағыштырмайҙыр. Замандаштарының яҡшы эштәрен халҡына күрһәткән, улар миҫалында тормошто һөйөргә саҡырған тынғыһыҙ йөрәкле журналистың үҙенә лә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
ЫҢҒАЙ СИФАТЫҢДЫ ОНОТМА!
|
|

Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан саҡта Хоҙай Тәғәлә бик оҙаҡ, һуңға тиклем эшләй торған булған. Берҙән-бер көндө Уның эргәһенән үтеп барған фәрештә һорай ҡуя:
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
КӨСТӘРЕ ИҪ КИТМӘЛЕ!
|
|

Ошолай аталған сараға Көсөк-Маяҡ ауылы ағинәйҙәре күрше Килмәк, Ғәлиәхмәр, Мәҫкәү, Сораман, Уральский ауылдары ағинәйҙәрен йыйҙы. "Сарабыҙ Рәсәй халыҡтарының берҙәмлегенә, Татыу һәм ҙур ғаилә йылына арналып, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙы данлайбыҙ, сөнки ҙур ғаилә ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Шулай уҡ батыр яҡташыбыҙ Мортазин Муса Лут улының тыуыуына 135 йыл айҡанлы, уларҙың ғаиләһе тураһында ла иҫкә алырбыҙ. Ойошмабыҙҙың бер йоҙроҡҡа ойошоп эш алып барыуына ла 10 йыл булып китте, күршеләрҙе ҡыҫҡаса эшебеҙ һөҙөмтәләре менән дә таныштырырбыҙ",- тип сараның маҡсатын аңлатты ауылдың төп ағинәйе Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
ДҮРТ ЙӨҘҘӘН АШТЫ
|
|

Мәләүез районында Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам күрһәтмәгән бер генә ауыл да юҡ. Һәр кем ҡулынан килгәнде эшләргә, ил именлеген һаҡлаған ир-егеттәрҙе хәстәрләүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Был йәһәттән яҡташтарыбыҙ әүҙем һәм берҙәм.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
"МИНЕҢ КӨСӨМ - ДӨРЛӘП ЯНҒАН ЙӨРӘК-КҮҢЕЛ!"
|
|

Алёна Абдразаҡова - беҙҙең мәҙәни донъябыҙға тәрән, киң, етди, сағыу ижады менән талпынып килеп инде. Ышаныслы һәм тәүәккәл аҙымдар менән. Бөгөн уның тураһында: талантлы милләттәшебеҙ, тигән маҡтау һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Эйе, халҡыбыҙҙың рухын сағылдырған, данлы үткәнебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләгән яҙмалары, видеолары аша Алёна заман менән ҡыйыу диалог ҡора, ижад донъяһына үҙенең күңеленән тере тамсылар бөркә һәм беҙҙең йөрәктәргә ғәм һәм сәм өҫтәй. Ул башҡорт, рус, инглиз телдәрендә ижад итә. Юлдар ҡайҙа ғына илтһә лә, илһамлы ижад башланғысы Башҡортостан менән бәйле - Мәскәүҙә йәшәүсе шағирә, прозаик был турала һәр саҡ ғорурлыҡ менән әйтә.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
|
|

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
ИР ҺӘМ ҠАТЫН
|
|

Йәшәгән, ти, ҡәп-ҡәҙимге Ир менән Ҡатын. Ире көн дә эштән ҡайтып, телевизор ҡабыҙған, гәзит уҡырға ултырған. Ҡатыны ашарға әҙерләгән. Ашарға ултырғас, бисәһе көндәгесә ирен игәгән: "Өйҙә бер тин ярҙамың юҡ, эш хаҡың түбән, осто-осҡа ялғап йәшәйбеҙ". Ҡатынының мыжыуына күптән күнегеп бөткән ире бер ни өндәшмәгән, эстән генә уйлай торған булған: "Үҙең шамтыр Мәскәй әбей, өйләнгән саҡта һинән дә сибәр ҡыҙ юҡ ине".
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
ТАМЫРҘАРҘЫ БАРЛАП...
|
|

1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан баш ҡаланың "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында Ғаилә фестивале үтте.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
ИРАН - ВЕНЕСУЭЛА ТҮГЕЛ БИТ...
|
|

Донъя хәлдәре бер төн эсендә баштан-аяҡҡа үҙгәреп, түңкәрелештәргә, һәләкәт-фажиғәләргә килтереүе бик тиҙ хәҙер. АҠШ, тағы ла Израиль менән берләшеп, Иранға ҡаршы бер төн эсендә һуғыш асып ебәрҙе.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
КИЛӘСӘК ГҮЗӘЛ ЗАТТАР ҠУЛЫНДА...
|
|

Ғалим-физик, уйлап табыусы Никола Тесла - кешелек тарихындағы бөйөк шәхестәрҙең береһе. Уның асыштары ХХ быуатта сәнәғәт үҫешенең төп этаптарын билдәләй, кешелек донъяһын үҙгәртә. Асылда, ул - бөгөнгө ХХI быуатты тыуҙырған шәхес. Электр двигателе, генератор, алмаш ток ярҙамында эшләүсе күп фазалы ҡоролмалар - Никола Тесланың даһилығы емештәре. Ә уларҙан инде заман индустрияһы, бөгөнгө электроника технологиялары үҫеп сыға.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘРҘЕ ТАНЫНЫҠ
|
|

Стәрлетамаҡта Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт ғаиләһе йылын асыу һәм "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
|
Уҡырға
05.03.26
|
| |
|
|
ХӘҘРӘТ БУЛЫУЫ ЕҢЕЛМЕ?
|
|

Урам буйлап һәлмәк кенә атлап барған ир ҡапылдан аҙымдарын яйлата төштө. Ә шулай ҙа туҡтаманы. Бер аҙ башын бора биреп, алыҫтан ишетелгән тоноҡ, әммә моңло тауышты тыңлай-тыңлай атлауын дауам итте. Ҡайҙан килә был тауыш? Кем ҡысҡыра? Әллә берәй нәмә булдымы? Атлай биргәс, ул нишләптер мәсет яғына күҙ һалды. Шунан, "Әй, мулла ҡысҡыра икән", тип еңел һулап ҡуйҙы. Ысынлап та, был мәлдә мәсет манараһынан (дөрөҫөрәге, тауыш көсәйткестән) аҙан тауышы яңғырай ине. Әммә теге ир мәсет яғына боролманы. Нишләптер, уның күңелендә Аллаһ йортона инеп, намаҙ башҡарыу ниәте тыуманы. Ул һәлмәк кенә баҫып, мәсет эргәһенән үтеп китте.
|
Уҡырға
26.02.26
|
| |
|
|
ГИПНОЗ: ФАНТАЗИЯМЫ, ӘЛЛӘ ЫСЫНБАРЛЫҠМЫ?
|
|

Сирлеләрҙе дауалап та була
Гипнотерапия менән даими шөғөлләнмәнем, сөнки бының өсөн мотлаҡ медицина белеме кәрәк тигән фекерҙә ҡалдым. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа психоген тайпылыштары булған балаларға ярҙамым тейҙе. Башланғыс кластар факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегендә лекциялар һәм семинарҙар төштән һуңғы ваҡытҡа ҡуйылды. Шулай бер көндә, кискә табан, беҙҙең уҡытыусылар бүлмәһенә оло ғына йәштәге студентка килеп инде. Ул, педучилище тамамлағас, Белорет ҡалаһының бер мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта.
|
Уҡырға
26.02.26
|
| |
|
|
БҮРЕ ҺӘМ ӘРӘМТАМАҠ ТӨЛКӨ
|
|

Урманда ике дуҫ йәшәгән - һоро бүре һәм ҡыҙғылт ҡуңыр төҫтәге ерән төлкө. Икеһе ике төрлө холоҡло булһа ла, айырылмаҫ дуҫтар булған, ти улар. Бүре - көслө, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һунарсы булып танылған. Бер үҙе ҡоралай, ҡыр сусҡаһына һунар итә алған. Ҡайһы саҡта яҡын-тирәләге ауылдарҙан кәзә, йә һарыҡты ла һөйрәп килтергән. Ә төлкө инде сысҡан һәм ҡуяндарҙы ғына тота алған. Һуйыр һәм ағуналарҙың ояларын туҙҙырған, йәки ауылдарға барып әтәс-тауыҡтарҙы кетәктән урлаған.
Бүре - хәйләһеҙ, бер ҡатлы һәм йомарт булған. Һунарҙан тапҡанынан үҙенә етәрлек кенә өлөштө алып ҡала ла, ҡалғанын бүре туғандарына һәм төлкө дуҫына биргән. Төлкө был дуҫлыҡты бик ҡәҙерләгән һәм һаҡларға тырышҡан. Ул бүрегә үҙенең эскерһеҙлеген һәм тоғро булыуын ышандырыр өсөн, тота алһа, ҡайһы саҡта сысҡан һәм ҡуяндары менән бүлешкән.
|
Уҡырға
26.02.26
|
| |
|
|
ЕРҘЕҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДАЛАР
|
|

Концерт-маҙарҙарҙа бейеү ансамблдәренең сығышын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмә. Сәбәбе ябай: бейеү коллективының дәрте, бейеү рухы арбай уларҙы. Ә бит шундай ансамблде төҙөргә, тәрбиәләргә кәрәк. Ошо хаҡта һәм бейеү серҙәрен аңлау тураһында 3-сө Сибай полилингваль күп профилле гимназия-интернатының "Салтанат" өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Фәнүзә МӨХӘМӘТЙӘНОВА менән һөйләштек:
|
Уҡырға
26.02.26
|
| |
|
|
УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
|
|

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.
|
Уҡырға
26.02.26
|
| |
|
|
ҠОРАЛ МЕНӘН - ТРАМП БИЛӘМӘҺЕНӘ
|
|

Украина конфликты Киев режимы башлығын ғына түгел, Евроберләшмә илдәре лидерҙарын да төрлө сүрәткә индереүсе һәм уларҙың ысын йөҙөн фашлаусы "лакмус ҡағыҙы" менән бәрәбәр булды. Уларҙың сәйәси портреттары һәм "трюк"тарына цирк януарҙары ла көнләшер ине, буғай.
|
Уҡырға
26.02.26
|
| |
|
|
ҺӘР САҠ БЕРҘӘМ БУЛДЫҠ!
|
|

Илебеҙ башлығы быйылғы йылды "Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы" тип атауын күпселек хуплайҙыр, тигән инаныуҙамын. Минең һымаҡ оло быуын кешеләренә ошо төшөнсә бигерәк тә яҡын, сөнки беҙ - Советтар Союзында тыуып үҫкән кешеләрбеҙ. "Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!" тигән лозунг һәр ерҙә яңғырай ине ул саҡ. Бында фәҡәт "пролетарийҙар" ғына түгел, ә барлыҡ милләт бер-береһе менән дуҫ, татыу йәшәргә тейешлеге лә күҙ уңында тотола ине, тип һанайым. ("Пролетарий" - шәхси милке булмаған кеше, йәки үҙ ҡулының көсөн һатып ҡына көн күреүсе фәҡир. Үзбәкстан, Төркмәнстан һымаҡ төрки телле илдәрҙең лозунгыһында улар "юҡсылдар" тип атала ине).
|
Уҡырға
26.02.26
|
| |
|
|
АҢ МЕНӘН ИДАРА ИТӘ АЛЫРМЫ?
|
|

Редакцияға Вәли Иҙрисовтан яһалма интеллект мөмкинлектәре һәм хәүефтәре тураһында һорауҙар килде. Беҙ был хаҡта туранан-тура ЯИ-ның үҙенән һорарға булдыҡ һәм донъяның алдынғы өс виртуаль әңгәмәсеһе, Әлисә (Алиса, Рәсәй), Дөпсөк (DeepSeek, Ҡытай) һәм Google яһалма интеллекты (АҠШ) нейроселтәрҙәренә мөрәжәғәт иттек. Уларҙың киң мәғлүмәтле, урыны менән айырылып торған, әммә төп фекерҙәре берҙәм булған яуаптарын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
26.02.26
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 1 2 3 4 5 6 7 8 9 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|