|
АРАЛАШЫУ, ҠУНАҠҠА ЙӨРӨШӨҮ ШУЛАЙ УҠ ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ИЗГЕ ЙОЛАҺЫ
|
|

Йәш быуынды тәрбиәләү, уларға халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын еткереү, туған телгә һөйөү уятыу, тәртипкә өйрәтеүҙә йәмәғәт ойошмаларының әһәмиәте ҙур. Был йәһәттән республикабыҙҙа оҙайлы йылдар эшләп килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ни тиклем мөһим, хатта тарихи эштәр башҡарыуын күптәр, бәлки, аңлап та етмәйҙер. Бөгөн ағинәйҙәр үҙ теләге менән ауылының бар хәстәрен үҙ өҫтөнә алған. Улар тыуған ерҙәге тәртипте һаҡлай, йәш быуынды тәрбиәләй, һәр сараның йәме лә улар. Аҡыллы ауыл биләмәһе башлыҡтары күптән ағинәйҙәр менән бергә эшләй, күп йүнәлештә нәҡ уларға таяна.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
ЙЫЛАН МЕНӘН ОСРАШҺАҢ...
|
|

Башҡортостандың социаль селтәрҙәрендә йыландар менән осрашыу осраҡтары әүҙем тикшерелә. Халыҡ быны аномаль йылы яҙ һәм ямғырҙар менән бәйләй, популяцияның ҡырҡа артыуы һәм йыландың хәүефлелеге тураһында фараздар төҙөй.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
ҮҘ РИЗЫҠТАРЫБЫҘҘЫ ҒЫНА АШАЙЫҠ!
|
|

Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек тураһында һүҙ сыҡһа мин, беренсе сиратта, үҙебеҙҙең милли аш-һыуҙы күҙ алдына килтерәм. Бер быуаттан ашыу ҡымыҙ, буҙа, талҡан күпләп етештерелмәһә лә, сауҙаға сығарылмаһа ла, халҡыбыҙ милли асылына ҡайтырға мөмкинлек булыу менән уларҙы иҫенә төшөрҙө. Төшөрөп кенә ҡалманы, ә сәнәғәт масштабында етештерә башланы.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
БӘХЕТЛЕ БАЛА САҠ БӘХЕТЛЕ ТОРМОШТОҢ НИГЕҘЕ УЛ
|
|

Янып торған күҙҙәр, һығылмалы зифа буй, ҡайнар темперамент - театр артисы өсөн кәрәк булған сифаттарҙың барыһына ла эйә булған Зилиә Азамат ҡыҙы СИТДЫҠОВА - әлеге көндә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының сағыу актрисаларының береһе. Ул И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының танылған артистары Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Зилиә менән әңгәмә барышында уның ижады, шәхси ҡараштары һәм күңел донъяһы тураһында һөйләштек.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
СУД
|
|

Иртәгә тағы судҡа.
- Юҡ, тағы ла ун көнгә кисектерә алмайым. Аръяғына эште ҡарау мөҙҙәте үтә. Өсөнә, сәғәт туғыҙға ҡуям ултырышты. Һеҙҙән ике һорауға яуап көтәм: үҙегеҙ әйткәнсе, ысынлап та техник өҙлөклөк арҡаһында эштә тотҡарлыҡ килеп тыуғанмы һәм был өҙлөклөктә һеҙҙең ғәйеп бармы? Шулар ғына. Бының өсөн ошо өлкәләге дипломлы белгестең баһалаунамәһе лә тамам булыр. Судья Ноғоманов һанлы мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә белгес түгел. Аныҡ ҡына ҡарарға килеү өсөн миңә белгес һүҙенә, ул биргән документҡа таянырға кәрәк. Төшөндөгөҙмө? Аныҡ әйттемме?
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
БАШҠОРТ БАЛАЛАР БАҠСАЛАРЫ ӨФӨЛӘ ЛӘ ЯҠТЫ БЕР МАЯҠ КЕҮЕК!
|
|

Йәш быуынды тәрбиәләүҙә мәктәпкәсә балаларға белем биреү учреждениеларының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Балалар баҡсаһында улар йәмғиәттә йәшәүҙең тәүге тәжрибәһен ала - соцалләшеү процесын үтә, коммуникация алымдарын үҙләштерә, мәктәпкә әҙерләнә. Милли балалар баҡсалары тағы бер үтә лә мөһим йөкләмәне үҙ өҫтөнә алған - туған телгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уята. Сираттағы әңгәмәселәребеҙ - Һупайлы биҫтәһендәге 308-се һанлы Башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы МУСАБИРОВА һәм Дим биҫтәһендәге 75-се һанлы "Аҡбуҙат" Башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Фәниз ҡыҙы ТЛӘҮБАЕВА.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
|
|
АТАЙ-ОЛАТАЙҘАРЫБЫҘ КИЛӘСӘКТЕ АЛДАН КҮРГӘН
|
|

Күренекле шағир, яҙыусы, драматург һәм публицист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов 2007 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам иткән көндәрҙә алып килгәйне редакциябыҙға ошо мәҡәләһен. Ошо тарихи датаны, уның әһәмиәтен тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрәйек әле, тип, Ғәзим Ғәзиз улының яҙмаһын ҡабатлап баҫырға булдыҡ.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
БАЛАЛАРҒА ЛА ЯЛ КӘРӘК!
|
|

Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек тамамланыуға табан бара. 442 меңдән ашыу баланы йәлеп иткән бөтәһе 2 меңгә яҡын лагерь асыла һәм бюджеттан өс миллиард һумға яҡын аҡса бүленә. Ләкин иң мөһиме - республикала дүртенсе йыл рәттән балалар ялы философияһы үҙгәрә.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
ҠЫРАҒАЙ ФАШИЗМ
|
|

Билдәле режиссер Михаил Роммдың Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарының йыртҡыслыҡтарын фашлаусы "Ғәҙәти фашизм" кинофильмы менән оҡшашлығын күҙҙә тотоп, Киев режимы һәм украин боевиктары тарафынан ҡылынған енәйәттәр хаҡындағы китабына сәйәсмән, йәмәғәтсе һәм яҙыусы-публицист Максим Григорьев шул уҡ атаманы һайлаған: "Ғәҙәти фашизм". Киев режимы нацистары аңлы рәүештә һәм күрәләтә Луганскиҙағы Старобельский педагогия колледжы ятағын балаларҙың йоҡоһонда шартлатып, дөрөҫөн әйткәндә, ҡырағай фашизм сигенә килеп етте һәм үҙенең террористик асылын тағы бер раҫланы.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
ТӨП ХӘСТӘР - УЛАРҒА!
|
|

• Махсус хәрби операция ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостандың идарасы кадрҙар резервына инде. Тейешле бойороҡҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Айҙар Шәйәхмәтов яңыраҡ фронттан ҡайтты. МХО биләмәһендә ул "Шаман" позывнойы менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итте. Ул шулай уҡ "Башҡортостан геройҙары" программаһының йәмәғәт советы ағзаһы булып тора һәм "Геройҙар ваҡыты" федераль кадрҙар программаһында ҡатнаша. Быйыл апрелдә Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан Хөкүмәтенең республикабыҙҙан МХО ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса департамент етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
СИСТЕМАЛЫ ЭШ АЛЫП БАРЫЛА
|
|

Республикала дрондарҙы сериялы етештереүҙән алып пилотһыҙ авиация системалары ғәскәрҙәре составын тулы әҙерләүгә тиклем комплекслы эш алып барыла, ти Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин. Миҫал итеп ул Махсус операция зонаһында хәрбиҙәрҙең юғары баһаһын алған "Уфимец" дронын килтерҙе.
|
Уҡырға
03.06.26
|
| |
|
|
ҠУРҠЫРҒАМЫ, АЛҒА БАРЫРҒАМЫ?
|
|

Рөстәм Нурыев: Хәйерле көн, ЯИ КӨФӨ! Беҙҙең республикала ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Башҡортостанда Һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү буйынса совет булдырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров, һинең кеүек аҡыллы системаларҙы бар өлкәләргә лә "ут һәм ҡылыс" итеп индерәм, ти. Ни өсөн идара итеүселәргә был мөһим?
|
Уҡырға
02.06.26
|
| |
|
|
АБРУЙЛЫ БӘЙГЕ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ
|
|

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә VII "Айыҡ ауыл" республика конкурсы финалсылары иғлан ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров еңеүселәрҙе аҡсалата сертификаттар һәм дипломдар менән бүләкләне.
|
Уҡырға
02.06.26
|
| |
|
|
ШУНДАЙ ЕГЕТТЕР ҮҪӘ БЕҘҘӘ!
|
|

Үҫмерҙәрҙең күбеһе социаль селтәрҙәрҙәге трендтар тураһында бәхәсләшеп, йәйге каникулға әҙерләнгәндә, Стәрлетамаҡтан 9-сы класс уҡыусыһы Руслан Әминев Ҡытайға барырға йыйына. Юҡ, каникулға түгел. Руслан илдең иң яҡшы 5 йәш иҡтисадсыһы иҫәбенә инде һәм июлдә халыҡ-ара иҡтисади олимпиадала Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ.
|
Уҡырға
28.05.26
|
| |
|
|
ЯНҒЫНДАР
|
|

Ә был хәүеф миҙгеленә ҡарамай, йыл әйләнәһенә була торғаны. Ә шулай ҙа янғындар граждандарҙан йәйге осорҙа бигерәк тә һаҡ, йыйнаҡ булыуҙы талап итә. Шәхси йорт тирә-яғындағы ғына түгел, ялан-урмандарҙағы ут ҡабыуҙар бигерәк тә ҡурҡыныс тыуҙыра икәнен һәр кем иҫтә тоторға тейеш.
|
Уҡырға
21.05.26
|
| |
|
|
ХАНТАВИРУСЫ НИМӘ ТАҒЫ?
|
|

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов хантавирус тураһында белергә кәрәклеген һәм ял миҙгелендә унан ҡурҡырға кәрәкме, юҡмы икәнен һөйләне.
Был нимә?
|
Уҡырға
21.05.26
|
| |
|
|
БУЛҒАНЫНА ШӨКӨР ИТӘЙЕК!
|
|

Донъяуи әйберҙәрҙең булғаны менән риза булып, шөкөр итә белеү, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтмәү - кешене биҙәгән матур фиғелдәрҙең береһе ул. Был донъяның бәхет сере - Аллаһы Тәғәлә тәҡдире менән ҡәнәғәт булыу, тигән аҡыл эйәләре. Был, тәү сиратта, матди байлыҡҡа ҡағыла.
|
Уҡырға
21.05.26
|
| |
|
|
ҺӘР ИР-ЕГЕТ АРТЫНДА ҠАТЫН-ҠЫҘ ТОРА
|
|

Артур Рәмил улы Собханғолов - бокс буйынса Азия һәм Европа чемпионы. Быйыл апрелдә ул билдәле тажик боксеры Баһадир Усмановты нокаутҡа ебәрҙе. Башҡортостандың ғына түгел, донъя боксы йондоҙо Артур Собханғоловтан интервью алыу теләге менән күптән яна инем. Шундай ҙур спортсының редакцияға килеүе бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы, айырыуса ҡатын-ҡыҙ коллегаларым ҡабат-ҡабат боксерға күҙ һирпеп-һирпеп ҡуя. Әйткәндәй, әңгәмә бокс тирәләй генә түгел, гүзәл зат вәкилдәре хаҡында ла барҙы. Артур тормошонда иң мөһим биш ҡатын-ҡыҙ барлығын һөйләне. Кемдәр улар?
|
Уҡырға
21.05.26
|
| |
|
|
БОРОНҒОҒА ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БАР
|
|

Башҡорт халыҡ һөнәрселек мәктәбе мираҫ ҡына түгел, ә төбәк айдентикаһын үҫтереү ҡоралы тип әйтергә мөмкинме? Бөгөн брендтар нейроселтәрҙәр ярҙамында производствоны арзанайтыуға һәм глобалләшеүгә ынтыла, әммә йәмғиәттә ҡыҙыҡлы күренеш - ҡул хеҙмәтенә һәм халыҡ элементтарына тренд күҙәтелә. Йәштәр милли биҙәк төшөрөлгән кейемдәр кейә, этно-музыка тыңлай; заманса интерьерҙарҙа өләсәйҙәр ырғағы менән бәйләнгән төҫлө келәмдәр барлыҡҡа килә, ә ҡалаларҙа "үҙебеҙҙеке" тигән концепция менән ресторандар асыла һәм беҙ ашап үҫкән ризыҡтар әҙерләнә. Шул рәүешле үҙенсәлекле әйберҙәргә ҡыҙыҡһыныу арта.
|
Уҡырға
21.05.26
|
| |
|
|
|