«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
Биттәр : # « 94 95 96 97 98 99 100 101 102 » #
ЕҢМӘЙЕНСӘ ТУҠТАМАЙБЫҘ - БЕҘҘЕҢ ХОЛҠОБОҘ ШУЛАЙ!


Боронғоларҙың "Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр", тигән тапҡыр һүҙе бар. Милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләйәсәк йәш ир-егеттәр ниндәй һуң бөгөн, ниндәй уйҙар менән йәшәй, киләсәгебеҙҙе нисек итеп күрә? Ошо һорауҙарға яуап алмаҡ булып, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының иң шәп, иң аҡыллы, иң укымышлы, иң уңышлы уҡыусылары - Ғайсар Мөхәмәтйәнов, Шайморат Ҡарасов, Шамил Әхмәтшин, Дәүләт Ғәйнуллин менән әңгәмә ҡороп, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, егетлек тураһында һөйләштек.

Уҡырға
17.02.23  
 
УҠЫТЫУСЫЛАР ЕҢЕҮГӘ КӨЙЛӘНГӘН


Ошо көндәрҙә "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы -2023" һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023" конкурстары үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Был бәйгеләрҙә бөтәһе 58 кеше ҡатнашты, шуларҙың 18-е - йәш уҡытыусы.

Уҡырға
17.02.23  
 
ИҢДӘРЕНДӘ ЯҠШЫ ӨЛГӨ ЯУАПЛЫЛЫҒЫ ЯТА


Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Родина" кинотеатрында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы төшөргән яңы сериалдың исем туйы уҙғарылды. Өфө балалары һәм әсәй-атайҙары Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ғинуар айынан алып күрһәтелә башлаған "Уйынсыҡ түгел" сериалы геройҙарын ҡыҙыл келәмдә сәләмләне.

Уҡырға
10.02.23  
 
КҮҢЕЛДӘРГӘ ҠОТ ҺӘМ БӘРӘКӘТ ҠУНДЫРҘЫЛАР


Ошо көндәрҙә Асҡын районы үҙәгендә уҙғарылған "Ҡот һәм бәрәкәт - милли кейем һәм биҙәүестәрҙә" район-ара семинары халҡыбыҙҙың "Кейемен күр ҙә хәлен бел", тигән тапҡыр һүҙҙәрен раҫ ҡылды: был төбәктең ҡатын-ҡыҙҙары зауыҡлы, иманлы, ғәмле, тамырҙарына тоғро һәм хәлле кешеләрҙең вариҫтары икән. Район башҡорттары ҡоролтайы, Ҡашҡа ауылы әүҙемселәре һәм "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ойошторған күркәм сара быны асыҡ сағылдырҙы.

Уҡырға
10.02.23  
 
ҺУНАР МАЖАРАЛАРЫ


Минең Ирек исемле бер таныш ағайым бар. Шәп һунарсы ул. Уның һунар мажараларын тыңлаған һайын, үәт әй, тип баш сайҡап аптырайым. Бер мәл: "Их, уның менән бер тапҡыр булһа ла һунарға сығырға ине", - тип хыяллана башланым. Ысынлап та, ун тапҡыр тыңлағансы, бер тапҡыр күреү күпкә яҡшы ла инде.
Әммә бына ошо ниәтемде апаруҡ ҡына уйымда ғына йөрөтөргә тура килде. Сөнки Ирек ағайҙы теләгән ваҡытта йүгерә һалып барып ҡына күреп булмай. Сәбәп ябай, ул башҡа ауылда йәшәй. Ә ниңә шылтыратманың, тип һорап ҡуйыр берәү. Улайтып булманы шул. Сөнки беҙҙең заманда хәҙерге заман телефондары булманы. Шуға, күпмелер ваҡыт заяға, йәғни, бушҡа үтеп китте. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һунарға ҡағылышлы хәбәрҙе кеше аша ебәреп булмай. Мотлаҡ күҙмә-күҙ осрашып, һөйләшеп килешер кәрәк.

Уҡырға
10.02.23  
 
ИР-ЕГЕТТЕҢ ЙӘШЕН ҺОРАМАЙҘАР, Ә ЭШЛӘГӘН ЭШЕН ҺАНАЙҘАР...


Халҡыбыҙҙың менталитеты уның фольклор, яҙыусылар ижадында бик асыҡ сағыла: оҙон-оҙаҡ итеп һөйләп тормай, тура сәпкә тейҙереп кенә баһа бирә лә ҡуя ул. Бөгөнгө геройыбыҙға ла иң аныҡ ҡылыҡһырламаны уның эштәре бирә. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тигәндәй, форсаттан файҙаланып, уның хеҙмәт һәм тормош юлы менән тағы бер танышып алайыҡ. "Заман башҡорто" рубрикаһының ҡунағы - "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Рафаэль улы СӘЛИХОВ.

Уҡырға
10.02.23  
 
БАШҠОРТТАРҘЫҢ ҺУНАР САҢҒЫҺЫ


Фотоһүрәттә күрһәтелгән башҡорт һунар саңғыһы Башҡортостан Милли музейы филиалы - Салауат Юлаев музейында ОФ-1039 һаны аҫтында һаҡлана. Мышы тиреһе менән көпләнгән, ҡамуслы (камусные лыжи) һунар саңғыһын музейға 2009 йылда Садиҡов Артем Зәғәфуран улы тапшырған. Уның оҙонлоғо 2 метр 3 сантимер, киңлеге 13 сантиметр.

Уҡырға
10.02.23  
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Әлеге ваҡытта мәйеттәрҙең йә 20-30 см тәрәнлегендәге һай ҡәберҙәрҙә, йә иһә ер өҫтөндә, ташлы нигеҙҙә ерләнгән булыуы билдәле булды. Үлгәндәрҙең бейек булмаған ағас буралар, улаҡтар (колода) эсенә һалыныуы мөмкин булған; һай ҡәберҙәрҙең стеналары буйына вертикаль рәүештә ҡуйылған таш плиталарҙан хасил булған таш ҡаптарға ерләү осраҡтары билдәле. Бәйән ителгән таш ҡурғандар Көньяҡ Уралда Геродот атап киткән аргиппейҙар, аримасптар һәм исседондар, шулай уҡ дайҙар йәшәгән осорҙа ҡоролған.

Уҡырға
10.02.23  
 
АҠ ТИРӘК - КҮК ТИРӘК, ЙӘКИ БЕҘҘЕҢ УЙЫНДАР ОНОТОЛОРМО?


Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған оло кешеләрҙең күптәре үҙҙәренең бала сағында уйнаған уйындарын яҡшы хәтерләйҙер. Элекке уйындарҙың байтаҡ ҡыналары минең дә иҫемдә. Шул ваҡыттарҙа бергә уйнап йөрөгән балалыҡ дуҫтарым да кисәгеләй күҙ алдымда. Бер нисә уйынды беҙгә башланғыс синыф уҡытыусыһы Ильясова Фирҙәүес Абуталип ҡыҙы (Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәй) өйрәткәйне. Ә иң күбеһен, моғайын, бер-беребеҙҙән өйрәнгәнбеҙҙер. Бала саҡтағы күңелле мәлдәр оноторлоҡ түгел шул.

Уҡырға
10.02.23  
 
БАРЫҺЫ ЛА - ХАЛЫҠ ӨСӨН


9 февралдә бишенсе саҡырылыш ҡала советының 23-сө саҡырылыш ултырышы үтте. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың "Өфө ҡала округы хакимиәтенең 2022 йылғы эшмәкәрлеге, социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары һәм 2023 йылға төп бурыстар" тип аталған отчет сығышы көн тәртибенең төп мәсьәләһе булып торҙо.

Уҡырға
10.02.23  
 
ТӨРКИӘ ФАЖИҒӘҺЕ


6 февралдә Төркиәнең көньяҡ-көнсығышындағы көслө ер тетрәү бөтә Ер шарын дер һелкеткәндәй булды. Бындай 7,7 балл ҡеүәтле һәләкәт унда 1939 йылдан алып иң көслөһө булып сыҡты, уның һөҙөмтәһендә 8 февралгә 5 434 кеше һәләк булған, был һан сәғәтләп арта бара. Рәсәйҙең Новости агентлығы мәғлүмәттәре һәләк булыусылар һанын 7 меңдән ашты, тип хәбәр итә. 40 меңдән ашыу кеше һәр төрлө йәрәхәттәр алған.

Уҡырға
10.02.23  
 
БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫН ҺӘР БАЛА ӨЙРӘНҺЕН!


Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәптәрҙә тыуған төбәк тарихын уҡытыуҙың берҙәм ысулдарын әҙерләргә ҡушҡайны.

Уҡырға
10.02.23  
 
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙӘНҺҮРӘТ


Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын баш ҡала майҙансыҡтарында күрһәтеү изге традицияға әүерелде. Бына әле 29 ғинуарҙа Мәскәүҙә йәнә әһәмиәтле мәҙәни ваҡиға булды - Кино йортонда "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы.

Уҡырға
03.02.23  
 
БЫНДАЙ МУЗЕЙҘАР ҠЫТАЙҘА, ЭСКЕ МОНГОЛИЯЛА ҒЫНА БАР


Былтыр июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда ойоштороласаҡ Евразия күсмән цивилизациялар музейы проекты менән таныштырҙы. Шишмә районы Турахан кәшәнәһе янында урынлаштырыуҙы күҙаллаған музей проекты сит ил һәм Рәсәй ғалимдары тарафынан оло хуплауға лайыҡ булды. Музей элекке ваҡыттарҙа Урал итәгендә, Ҡара диңгеҙ буйҙарында ниндәй күсмән халыҡтар йәшәүе, уларҙың көнитмеше, үҙҙәренән һуң ниндәй мираҫ ҡалдырыуҙары хаҡында бай мәғлүмәт туплаясаҡ, тип билдәләнә. Асыласаҡ музей тураһында Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН бәйән итә.

Уҡырға
03.02.23  
 
КЕМДӘР УЛАР - БӨГӨНГӨ АУЫЛДЫ ЙӘШӘТЕҮСЕЛӘР?


Бөгөнгө көндә мәҙәниәт, әҙәбиәт, ғөмүмән, рухиәт менән ҡыҙыҡһынған һәр кем "Замандаш" тип аталған проект хаҡында әҙме-күпме хәбәрҙарҙыр, моғайын. 2016 йылдан инеш алған үҙенсәлекле ҙур эштең башында Башҡортостан Республикаһының драматургия һәм режиссура Үҙәге директоры Әлиә Яхина, художество етәксеһе Зиннур Сөләймәнов һәм режиссер, шеф-драматург Сәрүәр Сурина тора.

Уҡырға
03.02.23  
 
Ә ҺЕҘ ҺАМАН КОКА-КОЛА ЭСӘҺЕГЕҘМЕ?


Американың The Coca-Cola Company компанияһы етештергән был эсемлек Ҡытайҙа торба таҙартыу сараһы булараҡ һатыла башлаясаҡ. Илдең Аҙыҡ сифаты буйынса үҙәк комитеты билдәләүенсә, бындай һығымтаға фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе килтергән.

Уҡырға
03.02.23  
 
ҺАУЛЫҒЫҢДЫҢ ҠӘҘЕРЕН ҺАУ САҠТА БЕЛ


Йәмғиәттә төрлө сирҙәр күп булһа ла, табиптың "яман шеш" тигән хөкөмөн һәр пациент аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек ҡабул итәлер. Эйе, яман шеш киң билдәле һәм дауалауға ауыр бирелгән сир. Ошондай диагноз ҡуйылған икән, тәү сиратта, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, был - һауығыуҙың төп шарттарының береһе, ти Әбйәлил районы Асҡар район дауаханаһы онкологы Ренат МӘҺӘҘИЕВ. Ренат Таңатар улы менән ошо сиргә бәйле ҡайһы бер һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.

Уҡырға
03.02.23  
 
УЛ ҺУҒЫШТЫ КҮРГӘН, УЛ ТОРМОШТОҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛӘ...


Былтыр ул "Электрогазета" ойошторған республика конкурсы йомғаҡтары буйынса "Халыҡ шәфҡәт туташы" исеменә лайыҡ булды. Ә халыҡ һөйөүе - ул иң юғары баһа, тимәк, уны беләләр, эшен баһалайҙар, хөрмәт итәләр. Кемдер, "мин белмәйем", тиеүе мөмкин, әммә был уның абруйын һис тә кәметмәй, киреһенсә, баҫалҡылығы тураһында ғына һөйләй. Сөнки бөгөнгө әңгәмәсебеҙ үҙе тураһында бик һөйләргә яратмаһа ла, ул - Афған, икенсе Чечня һуғышын үткән медицина хеҙмәткәре, хәрби ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алған һәм хәрби наградаларға лайыҡ булған, тәүгеләрҙең береһе булып Луганск халҡына гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторған һәм уны оҙатып йөрөгән кешеләрҙең береһе. Бөгөн ул Иглин районы үҙәк дауаханаһының рентген лабораторияһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Шулай итеп, бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Роза ИСЛАМОВА.

Уҡырға
03.02.23  
 
ҠУРҠЫУЫН ЕҢГӘН БАТЫР БУЛЫР


Һуңғы осорҙа донъяла барған ваҡиғалар фонында бер туҡтауһыҙ ҡурҡып, "Нимә эшләргә?", "Артабан нимә буласаҡ?" тигән һорауҙар менән үҙен яфалап, хәүефләнеп йәшәүселәр күбәйҙе. Әгәр ҙә ошондай уйҙар тоҙағына эләгә барыуығыҙҙы тойһағыҙ, нимә эшләргә? Хәүеф тойғоһоноң сәләмәтлек өсөн ниндәй кире эҙемтәләре бар? Ошолар тураһында психолог Гүзәл ТӨХВӘТУЛЛИНА кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
03.02.23  
 
ҠАТЫН-ҠЫҘМЫ, ӘЛЛӘ ҠЫҘ-ҠАТЫНМЫ?


Башҡорт телендә "ҡатын-ҡыҙ" тигән һүҙ бар. Был һүҙҙе телселәребеҙ хәҙерге башҡорт теленән урыҫсаға "женщина" тип тәржем иткән (женщина - ҡатын, ҡатын-ҡыҙ, жена - бисә, ҡатын; девушка - ҡыҙ, еткән ҡыҙ; девушки - ҡыҙҙар, ҡыҙ-ҡырҡын).

Уҡырға
03.02.23  
 
Биттәр : # « 94 95 96 97 98 99 100 101 102 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru