«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ШИХАНДАРҒА ТЕЙМӘЙЕНСӘ ЛӘ СОДА ЕТЕШТЕРЕП БУЛА
+  - 

Мәғлүм булыуынса, хәҙерге ваҡытта "Башҡорт сода компанияһы" акционерҙар йәмғиәте кальцийланған һәм аш содаһы продукцияһын ике химик матдә: аш тоҙо һәм эзбизташ (бурташ) ҡулланып етештерә.

Был сеймал сығанаҡтары - Шихантау ятҡылыҡтары һәм Урман-Бишҡаҙаҡтың ер аҫты байлыҡтары республикабыҙҙың тәбиғәт байлығы булып иҫәпләнә. "Сода" производствоһында был тәбиғи матдәләрҙең 40 проценты файҙаланыла, ҡалған 60 проценты һыу ҡалдыҡтарына әйләнеп, дистиллирланған шыйыҡса, хлорлы кальций, эзбиз һөтө хәлендә "Аҡ диңгеҙ" бассейнына һәм ер аҫты скважиналарына ебәрелә. Һуңғы ваҡытта "Башҡорт сода компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге, Шахтауҙа бурташ запасы бөтә барыу сәбәпле, Шихандарҙы бирмәһәләр, "Сода" етештереү производствоһы туҡтатыласаҡ, ҡалала күп халыҡ эшһеҙ ҡаласаҡ, ҡала кассаларында аҡса аҙаясаҡ, тип тауыш күтәрә.
Ошо шау-шыуҙы иҫәпкә алып, шулай уҡ Шихандарыбыҙҙы бындай һөжүмдәрҙән яҡлауҙы ла күҙҙә тотоп, мин быйыл март айында "Башҡорт сода компанияһы" акционерҙар йәмғиәте етәкселәренә, сода продукцияһын аш тоҙон ғына ҡулланыу юлы менән дә етештереп була, тигән фекеремде тәҡдим иткәйнем. Был тәҡдимемде Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Изотов һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының техник советнигы Спартак Әхмәтовҡа ла еткерҙем. Шунан мин ҡала округы хакимиәтенән ошондай яуап хаты алдым:
"Хөрмәтле Рәлиф Рәхим улы! Кальцийланған сода алыу мөмкинлеге ысулдарының береһе тураһындағы Һеҙҙең белдереүегеҙгә яуап итеп, түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ. Һеҙҙең рационализаторлыҡ тәҡдимегеҙҙе ентекле өйрәнеү һәм эксперт һығымтаһы яһау маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте ул тәҡдимде Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтына ебәрҙе. Институттан яуап алғандан һуң, Һеҙҙең тәҡдимегеҙгә ҡарата муниципалитет фекерен еткерербеҙ".
Мин тәҡдим иткән ысул менән эшләгәндә "Сода" производствоһында ҡалдыҡтар, эшкәрткәндә ҡулланылған һыу ҡалдыҡтары бөтөнләй булмай. Киреһенсә, 1 тонна сода етештергәндә өҫтәмә рәүештә 1 тонна хлор барлыҡҡа киләсәк. Йәғни, технология ябайлаштырыла ғына.

Рәлиф РӘХИМОВ,
техник фәндәр кандидаты, СССР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.14 | Ҡаралған: 1852

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru