«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№7, 21 - 27 февраль 2025

ЛИЦЕЙҘЫҢ ЕҢЕҮСЕ БАЛАЛАРЫ

Өфөләге Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Морат Бастанов классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы.

Классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионаты финалы Сочиҙа уҙҙы. Унда 1000-дән ашыу шахматсы ҡатнашты. Турнир 9 турҙа үтте. Морат Бастанов, мөмкин булған 9 мәрәйҙең етәүһен йыйып, 17 йәшкә тиклемге егеттәр араһында беренсе урынды алды. Еңеү уға лайыҡлы награда ғына түгел, халыҡ-ара рейтингы күтәрелеүенә лә килтерҙе (+52 пункт).
- Морат шахмат менән өс йыл элек шөғөлләнә башланы. Йәш шахматсы, 100-ҙән ашыу рейтинг турнирында ҡатнашып, спорт мастерлығына кандидат исемен алды. Уның уңыш сере - ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, команда рухы, - ти уның уҡытыусылары. Әйткәндәй, Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыларының химия, математика, физика, информатика фәндәре буйынса республика, хатта донъя кимәлендә еңеүҙәр яулауы яңылыҡ түгел. 2023 йылда, мәҫәлән, 10-сы класс уҡыусыһы Вадим Харисов Швейцарияла үткән химия буйынса Халыҡ-ара олимпиадала Алтын миҙал яулағайны. Ғөмүмән, һуңғы бер нисә йыл эсендә генә Халыҡ-ара олимпиадала 10 бала химия, информатика, стандартлаштырыу һәм метрология фәндәре буйынса - еңеүсе, Бөтә Рәсәй йомғаҡлау олимпиадаһында 20 уҡыусы еңеүсе һәм призер булды. Бындағы уҡыусыларҙың шахмат менән бик әүҙем шөғөлләнеүе, республика кимәлендәге "Белая ладья" лигаһында лицей командаһының ике йыл рәттән еңеүсе булыуы билдәле. Морат Бастанов Сочиҙағы еңеүе менән уҡыу йорто шахматсыларының данын Рәсәй кимәлендә раҫлап ҡуйҙы ла инде. Афарин, егет!

яугирлыҡ тарихынан
БУЛЫР ИЛДЕҢ БАЛАЛАРЫ БЕР-БЕРЕҺЕНӘ БАТЫР ТИЕР

Евразия далаларында, Төркиәлә, Иранда, Кавказда, Киев Русендә башҡа бер халыҡ та ул саҡта иң ҡеүәтле тип һаналған монгол армияһына шул тиклем оҙайлы ваҡыт дауамында ҡаршы тора алмай.

донъя шаңдауы
КӨСҺӨҘҘӨҢ АСЫУЫ КӨСЛӨ

4,5 сәғәткә һуҙылған һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе насар булманы, ти Юрий Ушаков. Рәсәй һәм АҠШ президенттарының киләсәктә күҙалланыусы осрашыуы хаҡында фекер алышҡандан һуң ике ил араһында йыйылып киткән мәсьәләләр ҡуҙғатылды, ә иң мөһиме ике яҡтың да мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу һәм үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәттәр булдырыу хаҡында килешелде.

депутат трибунаһы
ЯҠЛАУСЫ ЛА, ЯРҘАМСЫ ЛА

"Башҡа илдәрҙә "Әсәлек капиталы" кеүек ярҙам сараһы юҡ, шуға күрә сит ил граждандары өсөн ул "тәмле киҫәк"кә әүерелде. Илебеҙҙә бала табып, "Әсәлек капиталы"н алып, кире үҙ иленә ҡайтып китеүсе ҡатын-ҡыҙҙар артты.

геройҙар дәүере
УЛАНДАРЫМ ЯУГИРЛЫҒЫ ҠАНДАН КИЛӘ

"Юҡ, атай, һинең һуғышың түгел ул. Беҙҙеке. Һин әсәй, Гөлдәриә янында өйҙә ҡалаһың. Махсус хәрби операцияға үҙем барам", - ти. Шулай итеп, 2023 йылдың майында Ҡыуатовтарҙың өсөнсө улы ла һалдат формаһы кейә.

тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР

Ул үҙе кәрт уйынын яратмай, әммә үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән чиновниктарҙан кемдәрҙең кәрт уйнағанын күҙәтеп бара һәм йыл аҙағында, ошондай чиновниктарға аҡса бүлеүҙән баш тарта, йә иһә бик аҙ бирҙертә.

заман башҡорто
РУХЫ НЫҠЛЫ ХАЛЫҠТЫ БЕР НИНДӘЙ ТОРМОШ АУЫРЛЫҒЫ ЛА БӨГӘ АЛМАЙ

Ауылдарҙы һаҡлау ил кимәлендәге проблемаға әүерелергә тейеш. Шул саҡта ғына беҙ сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү мәсьәләһен дә, демографик проблеманы ла хәл итербеҙ.

уян, уйлан!
БИТАРАФЛЫҠ УТРАУЫНДА ЙӘШӘҮСЕ РОБИНЗОНДАР ТҮГЕЛМЕ НИ БЕҘ?

Әгәр ҙә инде Өфөлә йәшәгән һәр бер башҡорт йылына бер генә тапҡыр йәштәр театрына йөрөһә, һәр икенсе тамашасы кассала билеттар бөтөү сәбәпле кире боролоп ҡайтырға мәжбүр булыр ине.

арҙаҡлы башҡорттар
ШУНДАЙ ОСОУСЫБЫҘ БАР!

ЯК-18 самолетында осоу программаһын "отлично"ға тамамлап, сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырған Зөбәйер Иҫәнғолов Пенза өлкәһе Каменск ҡалаһындағы Хәрби-авиация мәктәбенә йүнәлтмә ала.

хәтерләп...
ОЛАТАЙЫМ ДОҒАҺЫ ҺАҠЛАНЫ

"Улым, һин - ҡыйыу башҡорт! Рәхмәт, үҙеңде һаҡла", - командирҙың ошо һүҙҙәре һаман ҡолағында яңғырап торған һымаҡ ветеран-яугирҙың.

мәҙәни майҙан
ҮЛЕМҺЕҘЛЕК - ИЗГЕ ЭШТӘРҘӘ

Сюжет үҙәгендә геройҙарҙың өс быуыны тарихындағы тормош һәм үлем, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ темалары яҡтыртыла. Тарауыл ҡарттың аҡылы һәм Урал батырҙың васыяты тәрән мәғәнә аса: ысын үлемһеҙлек - изге эштәрҙә.

бер кәлимә фекер
ҠЫҘҘАР БЕҘҘЕ НИСЕК ҺАЙЛАЙ?

Беҙ, ир-аттар, йыш ҡына "Буласаҡ кәләштәребеҙҙе үҙебеҙ һайлап алабыҙ" тип хаталанабыҙ. Йәнәһе, кәпәс менән һуғып ҡарайбыҙ ҙа, кемеһе ҡоламай, шул һинеке.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru