"Дөм ҡараңғы төн. Ҡайҙандыр тауҙар яғынан ҡурай моңо ағыла. Көтөү көткән тау башҡорттары, төндә усаҡ янына йыйылышып, ҡурай тарта. Уларҙың "Сәлимәкәй" тигән тәрән хисле көйөн, әйтерһең, йылғалар, тауҙар, урмандар, Ер үҙе йырлай... Тау үҙәндәре буйлап әллә нисәмә саҡрымдарға тиклем таралған ҡурай моңо төнгө тынлыҡта тағы ла йомшағыраҡ, наҙлыраҡ яңғырай. Ә мин ниндәйҙер илһамлыҡ сағылған был матур көйҙө йотлоғоп тыңлайым да тыңлайым..."
Л.Н. ЛЕБЕДИНСКИЙ.
|