Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен дәүләт теле һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дөйөм милли байлығы, башҡорт халҡының айырып алғыһыҙ мәҙәни һәм рухи мираҫы булараҡ һаҡлау, ярҙам итеү һәм үҫтереү маҡсатында "Башҡорт теле көнө"н булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документ буйынса "Башҡорт теле көнө" йыл һайын 14 декабрь, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә.
|