«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨФТӨЙ МӨХӘМӘТЙӘР СОЛТАНОВ
+  - 

Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәрип улы Солтанов 1837 йылда билдәле башҡорт дворяндар династияһы Солтановтар ғаиләһендә донъяға килә. Был династия вәкилдәре революцияға тиклем Ҡаҙан даругаһының Бүләр улысында йәшәй. Ғабйәлил исемле ата-бабалары Солтанов фамилияһын башлап ебәреүсе була. Ул XVIII быуаттың икенсе яртыһында йәшәй. Ғабйәлил 1771-1772 йылдарҙа Польшаға походта ҡатнаша, унан ҡайтҡас, йорт старшинаһы, поручик вазифаларын үтәй. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм башҡорт ихтилалы барышында хөкүмәткә тоғролоғон һаҡлап ҡала. Баш күтәреүселәр уны ҡулға ала, ләкин иҫән ҡалдыра. 1798 йылда Башҡортостанда кантон системаһы индерелгәс, ул XI Башҡорт кантонының башлығы итеп тәғәйенләнә. Ғөмүмән, был династиянан бик күп старшиналар, кантондар, хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сыға. Искәндәрбәк Солтанов Граждандар һуғышы йылдарында милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша, кесе ҡоролтай ағзаһы була, ә ошо уҡ тамырҙан булған Мансур (Мөхәмәтмансур) Солтанов Мәскәү консерваторияһын тамамлап, башҡорттар араһында беренсе профессиональ музыкант була.

Мөхәмәтйәр Солтанов ошо династияға ҡараған һуңғы быуын вәкилдәренең береһе була, тиергә мөмкин. Ул 1837 йылда донъяға килә. 1856 йылда Ҡаҙан гимназияһын уңышлы тамамлай. Донъяуи ғилемде, классик телдәрҙе, урыҫ телен яҡшы үҙләштерә, Көнбайыш һәм Көнсығыш әҙәбиәте буйынса ла ғилем ала. Гимназияны тамамлағандан һуң, Ҡаҙан университетына уҡырға инә, ләкин ауырыу сәбәпле, уны ҡалдырырға мәжбүр була. Ул ҡабаттан Минзәлә өйәҙенә ҡайтып, хәрби хеҙмәткә керә. 1857-1859 йылдарҙа Башҡорт ғәскәре командующийының һыҙмасыһы булып эшләй. Ике йыл хеҙмәттән һуң зауряд-хорунжий чинын ала. 1861-1863 йылдарҙа 20-се башҡорт кантоны башлығы вазифаһына үрләтелә. Ә 1863 йылда Минзәлә өйәҙенең 7-се кантонына кантон ярҙамсыһы итеп күсерелә. 1866 йылда хәрби хеҙмәт мөҙҙәтен тултырып, подпоручик чинында отставкаға сыға. Хәрби хеҙмәттән киткәс, 1866 йылда, Минзәлә өйәҙендә мировой посредник итеп тәғәйенләнә, аҙағыраҡ ошо вазифаны Бәләбәй өйәҙендә лә дауам итә. Бер аҙҙан мировой судья итеп һайлана. Ғәҙел мировой посредник, мировой судья булараҡ, Мөхәмәтйәр Солтанов халыҡ араһында ла, түрәләр ҡаршыһында ла ҙур абруй яулай, уға мөһим эштәрҙе хәл итеү яуаплылығы йөкмәтелә.
1885 йылдың ғинуарында Ырымбур Диниә назаратының рәйесе мөфтөй Сәлимгәрәй Тевкелев вафат була. Мөфтөй вазифаһына Ҡаҙан, Ырымбур ғалимдары, мосолман сауҙагәрҙәре, дәүләт эшмәкәрҙәре үҙ кешеләрен тәҡдим итә. Эске эштәр министры граф Д. Толстой император Александр III яҙған хатында: "Замещение этой должности представляется затруднительный ввиду недостатка кандидатов, которые при отсуствии мусульманского фанатизма обладали бы достаточным общим образованием, достаточным знанием русского языка, деловитыми способностями и были вместе с тем преданными и верными исполнителями предначертаний правительства", - ти. Оҙаҡ һайланғандан һуң ике кандидатура тороп ҡала һәм улар Рәсәй эске эштәр министрлығына тәҡдим ителә. Иң лайыҡлыһы һәм кәрәкле талаптарға яуап биреүсе тип Мөхәмәтйәр Солтанов табыла.
Шул ваҡыттағы юғары вазифалы кешеләр араһында алып барылған эшлекле хат алышыуҙарҙан күренеүенсә, был вазифа дәүләт өсөн бик тә әһәмиәтле була. Мөхәмәтйәр Солтанов өсөн тауыш биргән христиан миссионеры Ильминский мәғариф министры Победоносцевҡа яҙған хатында: "Пусть он знает свое относительное положение перед архиреем, но пусть сам знает, а не доводит до крайности такой, чтобы правительство вынуждено напоминать забывшемуся иноверному представителю его пределы и права", - ти. Күренеүенсә, мосолман дин әһелдәренең хоҡуҡтары дәүләттә өҫтөнлөк иткән дин руханиҙарына ҡарағанда әҙерәк була.
Шулай итеп, Мөхәмәтйәр Солтанов Александр III тарафынан Мосолмандар Диниә назаратының бишенсе мөфтөйө итеп һайлана. Шул уҡ йылдың февраль айында ант килтереп, эшкә тотона. Рәсәйҙең иң бай татар ғаиләләренең береһенә ҡараған алдағы мөфтөй Тевкелевтан айырмалы рәүештә, Солтанов матди яҡтан ул тиклем үк хәлле булмай. Шуға күрә лә ул туғыҙ баланан торған ҙур ғаиләне аҫырар өсөн урындағы һәм Петербургтағы властарҙан аҡса һорарға мәжбүр була. Уның мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡалмай, дауаланыу, хаж ҡылыу, төрлө ерҙәргә йөрөү, балаларҙы уҡытыуға ярҙам өсөн мөфтөйгә пособиелар тәғәйенләнә. Ә Мөхәмәтйәр Солтановтың улына император Николай II указы менән Ырымбурҙағы кадет корпусына ҡаҙна иҫәбенә уҡырға инергә рөхсәт бирелә.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: Мөхәмәтйәр Солтанов донъяуи белем буйынса арыу ғына уңыштарға өлгәшһә лә, дин ғилеме унда самалы була. Шуға күрә лә, эшкә тотонғас та ҡазыйҙарға, мөхтәсиптәргә, дуҫ-иш ахундарына ныҡ таяна. Тик ғәрәп телен, Ҡөрьәнде тәфсирләй белмәүе генә бәкәленә һуға. Уға ҡайһы бер кешеләрҙән дәһри, дини наҙан тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
М. Солтанов мөфтөй булып эшләй башлаған осорҙа мөфтөйҙәр дини лидер, юғары дәрәжәле рухани ролен үтәмәйенсә, асылда, батша тарафынан тәғәйенләнгән, Рәсәй империяһына тоғро хеҙмәт итер түрәгә әйләнер була. Мөхәмәтйәр Солтанов оло түрәләрҙең дә ышанысын юғалтмаҫҡа, үҙ мосолмандарының да хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырыша. XIX быуаттың һуңғы сирегендә мосолмандарҙың дин, мәғариф өлкәһендәге ҡәҙимселәр менән йәҙиттәр тигән төркөмдәре араһында көрәш-тартыштар ҡыҙып киткән осорҙа ла Солтанов ике яҡтың береһенә лә ҡаты бәрелмәй, шул уҡ ваҡытта йәҙитселәрҙе күңеле менән хуплай.
Ул 1893 йылда хаж ғибәҙәтен үтәргә тип биш ярҙамсыһы менән бергә Мәккәгә йүнәлә. Хажиҙарҙың юлдары Ғосман империяһының баш ҡалаһы Стамбул аша үтә. Бында Мөхәмәтйәр Солтановты төрөк солтаны Ғәбделхәмид үҙ резиденцияһында ҡабул итә. Ғосман императоры Рәсәйгә һәм уның мосолмандары мөфтөйөнә хөрмәт йөҙөнән Солтановты Ғосманиә ордены менән бүләкләй һәм, Рәсәй мосолмандарына, тип, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең сәс бөртөгөн бирә (был сәс бөртөгө бөгөн дә Туҡай урамында урынлашҡан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратында һаҡлана).
Мөхәмәтйәр Солтанов мосолман донъяһында, Рәсәй кимәлендә Диниә назаратының абруйын күтәреү буйынса байтаҡ эштәр башҡара. Назараттың үҙ эске эштәрен тулыһынса тәртипкә һала, архив фондын, бай китапханаһын барлыҡҡа килтерә. Рәсәй мосолман төбәктәре менән танышыу өсөн Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡаҙан ҡалаларынан алып Ырымбур, Пермь, Екатеринбург, Силәбе, Омск, Төмән, Троицк ҡалаларынаса бер нисә ҡат йөрөп сыға. Ахун-имамдар менән генә түгел, ғалим-ғөләмәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра.
Рәсәй Министрҙар Кабинеты рәйесе тәҡдиме буйынса 1905 йылдың 10 апрелендә Өфөлә ахун һәм имамдарҙан торған ҡырҡҡа яҡын вәкилде саҡырып, Диниә назаратының мәжлесен, ҡоролтайын үткәрә. Өфөләге был дини мәжлес 15 апрелгә тиклем һуҙылып, Рәсәй хөкүмәтенә мөрәжәғәт ҡабул итә. Унда Рәсәй мосолмандарының дини, донъяуи, хоҡуҡи мәсьәләләре, мәктәп, мәҙрәсәләр, мәғариф, матбуғат өлкәһе буйынса реформалар, рухи талаптар ентекле бәйән ителә. Мөфтөй Солтанов Диниә назараты эргәһендәге "Мәғлүмәт" журналына нигеҙ һала. Өфөлә "Ғәлиә" мәҙрәсәһе асылыуға фатихаһын биреп кенә ҡалмай, уның эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. 1914 йылда Солтановтың мөфтөй булып эшләүенә 25, дәүләт хеҙмәтендә тороуона 50 йыл тулыу айҡанлы, Өфөлә ирҙәр өсөн уҡытыусылар әҙерләү институты асыу хаҡында ҡарар сығарыла. "Солтаниә" тип аталған уҡыу йортоноң мөҙҙәте 6 йыл булып, унда дини һәм донъяуи ғилемдәр, туған тел, урыҫ һәм көнсығыш телдәрен өйрәнеүгә иғтибар бирелергә тейеш була. Математика, педагогика, тарих дәрестәре лә үҙәктә тора. Мөфтөй был ниәтте бойомға ашырыу өсөн күп көс һала, ләкин Беренсе донъя һуғышы башланып китеүе, киләһе йылында Мөхәмәтйәр Солтановтың вафат булып ҡалыуы сәбәпле, был мөһим проект тормошҡа ашмай ҡала.
Йомғаҡлап әйткәндә, Мөхәмәтйәр Солтанов заманына күрә зыялы, билдәле, абруйлы шәхестәребеҙҙең береһе була. Ул Туҡай урамында урынлашҡан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты мәсете янында ерләнгән.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Ғайса Хөсәйеновтың 2002 йылда "Ватандаш" журналында сыҡҡан "Башҡорт дворяндары: Солтановтар, Сыртлановтар" мәҡәләһе; Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты тарихына бәйле документтар файҙаланылды).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.15 | Ҡаралған: 1858

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru