Башҡорт теле дәүләт статусына эйә булғандан алып, телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән бик күп эштәр атҡарылыуын танымау мөмкин түгел. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы законыбыҙ бар, милләтебеҙҙе танытҡан абруйлы шәхестәребеҙ, заманса ҡарашлы йәштәребеҙ ҙә байтаҡ. Кәрәк саҡта уларға таянабыҙмы, уларҙың ярҙамын тоябыҙмы? Ғөмүмән, телебеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау өсөн ниндәй эштәр башҡарабыҙ? Ошолар хаҡында Белорет районының мәғариф системаһында эшләүселәр фекерен ишеттермәксе булдыҡ һәм һөйләшеүгә Белорет районының мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Владимировна САРАНЦЕВАны, Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Закир ҡыҙы ӘҠСӘНОВАны, Белорет педагогия колледжы уҡытыусыһы Мәҙинә Мөждәбә ҡыҙы СОЛТАНОВАны, 21-се мәктәп директоры Владимир Лукич КРИВОУСты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңендә киләсәктә милләтебеҙҙең көсөн, йөҙөн күрһәткән, теленә битараф булмаған белемле шәхестәр тәрбиәләү бурысы ята. Бөгөн ошо бурысты нисегерәк үтәй улар?
Р. Әҡсәнова: Башҡорт теле уҡытыусыһы үҙенең тел һағында тороусы көрәшсе икәнен яҡшы аңларға тейеш. 1991 йылдан алып рус мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытам. Республикабыҙ үҙаллылыҡ яулаған осорҙа аҙнаһына 3-әр сәғәт башҡорт теле уҡыта торғайныҡ. Хәҙер Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына һылтанып, башҡорт теле дәрестәре һаны йылдан-йыл кәмей бара. 2015-2016 уҡыу йылында, мәҫәлән, VI, VII, VIII, IX кластарҙа ғына башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнеләсәк. Башланғыс кластар, урта звеноның V класы, X-XI класс ситтә тороп ҡаласаҡ. Эштәр ошо йүнәлештә барғанда бер нисә йылдан һуң башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ уҡытылмаясағы яҡшы күҙаллана. Телде туған тел булараҡ өйрәнгән башҡорт балалары төркөмдәрендә лә хәл маҡтанырлыҡ түгел. Әлбиттә, бында бар бәләне Федераль стандарттарға ғына япһарыу ҙа ҙур хата. Ошондай ҡатмарлы осорҙа ла ҡайһы бер башҡорт теле уҡытыусыларының үҙ эшенә аҡса эшләү сығанағы булараҡ ҡына ҡарауы күңелде ҡыра. Үҙе ошо фәндән уҡытып та, балаларын башҡортса уҡытырға теләмәгән уҡытыусылар ҙа бар. Милләт, тел киләсәге хаҡында юғары трибунанан матур һүҙҙәр һөйләгән ҡайһы берәүҙәрҙең дә балаларын башҡорт телендә уҡытыуҙан баш тартыу миҫалдары бар. Шуға күрә, телгә һөйөү тәрбиәләү уҡытыусыларҙың ғына бурысы тип ҡарау һис тә дөрөҫ түгел.
М. Солтанова: Ысынлап та, беҙ бөгөн башҡорт телен уҡытыу өлкәһендәге проблемаларҙа уҡытыусыны ғына ғәйепләргә күнеккәнбеҙ. Ә бит нигеҙ ғаиләлә һалына. Тәрбиәне үҙеңдән башла, ти халыҡ. Әгәр ҙә ата-әсә өйҙә башҡортса һөйләшә, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә икән, ошо мөхиттә үҫкән бала ла бер һүҙһеҙ уларҙың юлын ҡабатлай. Мәктәптә бала бары тик күңелендәге телһөйәрлек, илһөйәрлек орлоҡтарын үҫтерә, телдең халыҡты булдырыусы төп ҡорал икәнен нығыта, телмәрен грамматик яҡтан камиллаштыра ғына. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, милли үҙаң үҫтереүҙә, туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә иң тәүҙә ата-әсә яуаплы, шул уҡ ваҡытта ауыл хакимиәттәре, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, район, ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҙа был эштән ситтә торорға тейеш түгел.
Ҡайһы бер ата-әсә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу баланың өлгәш кимәленә насар йоғонто яһай, ваҡытты ала, тип һанай. Уларҙың төп дәлилдәренең береһе - бөтә бала ла тел үҙләштереүгә һәләтле түгел, тип һанау. Әммә, алгебра, химия, хатта йыр, рәсем дәрестәре буйынса ла барыһы ла алдынғы түгел. Тик был йәһәттән береһе лә ҡаршылашмай ҙа, дәғүә лә белдермәй...
В. Кривоус: Үҙ телеңде белмәү, унан баш тартыу енәйәткә тиң, тип һанайым. Бала ғына түгел, ололар ҙа ни тиклем күберәк тел белә, шул тиклем нығыраҡ үҫешкән, киңерәк ҡарашлы, тәрәнерәк фекерле була. Бер телде өйрәнеү икенсе телде өйрәнеүгә теләк тыуҙыра, этәреш бирә. Бары тик туған телде белеп кенә икенсе бер халыҡтың менталитетын аңлап, мәҙәниәтен хөрмәт итеп була. Бөгөнгө заман балалары быны яҡшы аңлай. Проблеманы барыһын да бала өсөн үҙе хәл итергә тырышҡан ата-әсә тыуҙыра.
Ысынлап та, Яңы федераль стандарттар буйынса уҡытыу башҡорт телен ҡыҫырыҡлауға килтерҙе. Бөгөн башҡорт теле урта звенола ғына ҡалды. Башланғыс һәм ҙур звеноларҙа ул бөтөнләй уҡытылмай. Баланың көсөнә ышанмауҙанмы, әллә инде артыҡ ҡурсаларға тырышыуҙанмы, милләте менән башҡорт булғандар ҙа туған тел өйрәнеүҙән баш тартып, ғариза тотоп килә. Ата-әсәләргә аңлатырға тырышабыҙ, тик һәр береһен өгөтләп ултырыу ҙа дөрөҫ түгел. Башҡорт теле һис һүҙһеҙ уҡытылырға тейеш. Бары тик мотлаҡ үтәлергә тейеш булған ныҡлы закон кәрәк.
Р. Әҡсәнова: Башҡорт теле яҡшы уҡырға ҡамасаулай, тип уйлау хата фекер. Мәҫәлән, минең ҡыҙым башҡорт телен беренсе кластан алып туған тел булараҡ уҡыны. Берҙәм дәүләт имтихандарын бер ҡыйынлыҡһыҙ тапшырып, Силәбе ҡалаһының Көньяҡ Урал дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инде. Бөтә нәмә үҙебеҙҙән тора. Ҡыҙыҡ өсөн күрше Татарстан менән сағыштырып ҡарайыҡ. Бөгөн башҡорт теле дәреслектәренә экспертиза үткәрергә аҡса юҡ, тип аңлатһалар, Татарстан был йәһәттән бөтә дәреслектәренә лә экспертиза эшләтеүгә өлгәшкән. Ысынлап та, аҡса юҡ, мөмкинлектәр һай икән, халыҡҡа мөрәжәғәт итергә лә була бит. Ҡасандыр Ырымбурҙа Каруанһарай һынлы Каруанһарай төҙөп ҡуйған халыҡ был юлы ла битараф ҡалмаҫ ине. Рөхсәт алыу өсөн хатта батшаның үҙенә барып еткәндәр бит. Милләте, теле өсөн янғандар бөгөн дә бөтмәгәндер, тигән ышаныс та бар әле. Башҡорт балаларын уҡытыу теләге менән Санкт-Петербург ҡалаһында тау училищеһы асҡан Исмәғил Тасимовты ла иҫкә төшөрөү насар булмаҫ. Уртаҡ ҡараштарҙы, фекерҙәрҙе берләштереп эш иткәндә әллә ниндәй мәсьәләләрҙе лә еңеп сығырлыҡбыҙ беҙ. Башҡорт телен уҡытыу буйынса бәхәстәр булырға ла тейеш түгел. Тел бөтһә, халыҡ бөтөүен аңлатып торорға ла кәрәкмәй.
Милләтебеҙҙең туған телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә битарафлығы күңелде ҡыра. Саф башҡортса һөйләшкән йәштәребеҙ ҙә кәмей төҫлө. Күбеһе урыҫ һүҙҙәрен ҡушып һөйләшә, ә башҡорт телендәге ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен бөтөнләй төшөнмәй ҙә. Ниндәй ул бөгөнгө йәштәребеҙ? Телен беләме, тарихын ололаймы, ғөрөф-ғәҙәттәрен һанлаймы?
М. Солтанова: 25 йылдан ашыу студенттар менән эшләйем. Йәшереп тораһы түгел, беренсе курсҡа килгән студенттарҙың телмәр мәҙәниәте, интеллект кимәле ҡайһы берҙә аптырата ла. Ни тиклем генә ҡыҙғаныс булмаһын, буласаҡ уҡытыусылар ярым русса, ярым башҡортса һөйләшә, мәҙәниәт, тарих буйынса ябай ғына һорауҙарға яуап бирә алмай. Шул арҡала улар бер төркөмдә уҡыған рус милләтле студенттар араһында ла абруй яулай алмай. Әлбиттә, араларында рухлы, туған телендә иркен һәм матур һөйләшкән студенттар ҙа бар. Уларҙың был сифаты, әлбиттә, ғаиләнән килгән тәрбиә нигеҙе.
Р. Әҡсәнова: Йәштәрҙә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, уның бәҫен күтәреү өсөн халыҡ араһында абруй яулаған, белемле, вазифалы кешеләребеҙҙең өлгөһө кәрәк. 20 башҡорт араһында 1 сит милләт вәкиле ултыра икән, беҙҙекеләр мотлаҡ шул телдә сығыш яһай. Халыҡ алдында сығыш яһағандар үҙ фекерен русса ла, башҡортса ла аныҡ һәм матур итеп еткерә алыуын да күрһәтә белергә тейеш. Был йәһәттен профессорыбыҙ Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинованы үрнәк итеп ҡуйыр инем. Телебеҙҙең абруйын күтәреү өсөн уның ниндәй эштәр башҡарыуын һанап тороу кәрәкмәйҙер. Бер нисә йыл элек ул Әбйәлил районының Рәхмәт ауылына бер төркөм төрөк егеттәрен килтергәйне. Егеттәрҙең халыҡ менән саф башҡорт әҙәби телендә аралашыуы ауылдаштар араһында ҙур һоҡланыу тыуҙырҙы. 5 йыл рәттән Санкт-Петербург ҡалаһынан Рәхмәт ауылына килеп, урындағы халыҡтың мәҙәниәтен, көнкүрешен, телен өйрәнгән студенттарҙың башҡорттарға ҡарап менән һоҡланыуҙарын, уларҙы тәрән фекерле, мәҙәниәтле, бай тарихлы тип билдәләүен иҫәпкә алһаҡ, халҡыбыҙҙы башҡалар алдында нисегерәк итеп күрһәтеү үҙебеҙҙән тороуын бәхәсһеҙ ҙә аңларға була. Шуға күрә теленә, тарихына һоҡланыу уятыу өсөн юғары вазифалы милләттәштәребеҙ йәштәрҙе үҙ артынан эйәртә белергә тейеш.
Милләттәштәребеҙҙең белеме, мәҙәнилеге туған халҡыбыҙҙың ысын йөҙөн, уның булмышын, башҡа милләттәр араһында тотҡан урынын билдәләй. Халыҡ үҙенең белемле кешеләре менән көслө, тип фекер йөрөтһәк, башҡорт телен уҡытыу буйынса проблеманы нисегерәк хәл итеп булыр ине?
М. Солтанова: Урыҫ телле аудиторияға тырышып-тырышып башҡорт телен өйрәтәбеҙ. Халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән таныштырабыҙ. Ләкин, әлегә уҡытыу системаһында билдәле бер аныҡ, камиллаштырылған система юҡ. Ошо сәбәптәр арҡаһында беренсе курсҡа килгән студенттар башҡорт телен артабан өйрәнеүгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Мин барыбер ҙә бер нәмә лә аңламайым, беҙ мәктәптә әкиәттәр генә уҡып ултырҙыҡ, йәиһә бары тик тәржемә генә яһаныҡ, тигәнерәк дәлилдәр килтерә.
Тағы шуныһын да әйтергә кәрәк, Яңы мәғариф стандарттары башҡорт телен ҡыҫырыҡланы, тибеҙ. Ә бит федераль стандарттар төбәктәрҙең үҙенсәлеген, туған телдәрҙе өйрәнеү, этномәҙәни ерлектә тәрбиә алыу хоҡуғын инҡар итмәй. Тимәк, мәктәптәрҙә шул уҡ туған тел, тормош һабаҡтары, Башҡортостан әҙәбиәте һәм тарихы дәрестәре лә үткәрелергә тейеш. Һис шикһеҙ, беҙ яңы стандарттарҙа ҡуйылған талаптарҙы үтәп еткермәйбеҙ.
В. Кривоус: Башҡорт телен уҡытыуҙан береһе лә баш тартмай. Мәҫәлән, беҙҙең гимназияла бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн айырым кабинеттар ҙа заманса итеп йыһазландырылған. Традицион рәүештә Башҡортостан мәҙәниәте, башҡорт кухняһы көндәре уҙғарабыҙ. Башҡорт телен уҡытыуға ҡағылған бәхәстәрҙе бөтөрөү өсөн республика Мәғариф министрлығы Рәсәй Мәғариф министрлығына сығып, был мәсьәләне законға таянып, аныҡ хәл итергә тейеш. Мәскәү менән килешмәйенсә, ыңғай һөҙөмтәләр булмаясаҡ. Көнбайыштан өлгө алырға кәрәкмәй. Беҙҙең үҙебеҙҙең Конституциябыҙ, дәреслектәребеҙ бар. Тағы ла ҡабатлайым, бары тик бөтәһе лә мотлаҡ үтәргә тейеш булған закон ғына етмәй. Быныһы инде теле, милләте өсөн янып йөрөгән, юғары вазифа биләгән башҡорт интеллигенцияһының бурысы.
М. Саранцева: Әлбиттә, ата-әсә хоҡуғы тигән нәмә лә бар. Минеңсә, бер генә закон да уларҙың теләгенә ҡаршы килә алмай. Шуға күрә Владимир Лукичтың алда әйткән һүҙҙәренә саҡ ҡына ҡаршы килеп, бары тик ата-әсәләр менән килешеп, аңлатыу эштәре алып барғанда ғына уңышҡа өлгәшергә була, тиер инем. Мәғариф тураһындағы закон уҡыу планын һайлау мөмкинлеге лә бирә. Был осраҡта ата-әсәләрҙең тәҡдимдәре, теләктәре лә иҫәпкә алына. Һәр кем үҙ балаһының яҡшы, алдынғы булыуын теләй. Ошонан сығып, ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханына индерелгән йәки киләсәктә кәрәк буласаҡ фәндәргә өҫтөнлөк бирә. Башҡорт теленең дә ошо иҫәпкә инеүен теләгән уҡытыусы, һис шикһеҙ, үҙ һөнәренең оҫтаһы, балала ҡыҙыҡһыныу уята белерлек заманса ҡарашлы булырға тейеш. Эшеңдең һөҙөмтәһе бар икән, ата-әсәләр ҙә дәғүә белдермәҫ, улар менән уртаҡ тел табыуы ла ҡыйын булмаҫ. Муниципаль райондағы мәғариф системаһын контролдә тотҡан орган булараҡ, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, директорҙар менән дә эш алып барабыҙ. Уларҙың башҡорт теле уҡытыусыларына тейешле шарттар булдырыуын, кабинеттарҙы заманса йыһазландырыуын талап итәбеҙ. Киләһе уҡыу йылына сәғәттәр бүленешен дә иғтибар үҙәгенә алырға, күберәк дәрестәр индерергә тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн төбәк милли компоненттарынан сәғәттәрҙе алып, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү дәресенә ҡушырға уйлайбыҙ. Мәҫәлән, 4-се кластарҙа төбәк компонентының 2 сәғәтен башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүгә биреп була. Шуны ышаныслы итеп әйтә алам, башҡорт телен уҡытыу башҡа фәндәрҙе өйрәнеүгә саҡ ҡына булһа ла кире йоғонто яһамай. Өҫтәмә сит тел өйрәнеүҙең бик күп ыңғай яҡтарын килтерергә була.
Башҡорт телен өйрәнеүҙе дөрөҫ һөйләм төҙөп, шиғыр ятлауҙа ғына күргән уҡытыусы бала күңелендә телгә һөйөү тәрбиәләй алырмы? Рухи ҡиммәттәрҙе, тәрәнерәк төшөнсәләрҙе аңламайынса, кемделер быға өйрәтеп буламы?
М. Солтанова: Сит милләт уҡыусыһына дөрөҫ һөйләм төҙөп, матур итеп шиғыр ятлау мотлаҡ түгел. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа тәрәнерәк мәғәнә ята. Төркөмдә төрлө милләт студенттары бар, шуға ла дәрестәрҙә халыҡтар дуҫлығына, башҡорт халҡының иң боронғо һәм юғары мәҙәниәтле халыҡ булыуына баҫым яһайбыҙ. Телебеҙҙең боронғолоғон мифологияларға, эпостарға бәйле иҫбатлайбыҙ. Ғөмүмән, хәҙер инде тормошҡа үҙ ҡарашы, аныҡ маҡсаты булған студенттар менән эшләгәндә, сит телде өйрәнеү уны белеү өсөн генә түгел, ә халыҡ менталитетын, тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен аңлау, 450 йылдан ашыу килгән дуҫлыҡты һаҡлау өсөн дә өйрәнелеүен төшөндөрөү мөһим.
Йыл һайын башҡорт теле буйынса олимпиадалар, тасуири уҡыу, һөйләү, ижади һәм ғилми эҙләнеү эшенә конкурстар ойошторабыҙ. Әҙәби һөйләү ҡеүәһен үҫтереүгә инде 10 йылдан ашыу эшләп килгән башҡорт театр студияһы ла ҙур ярҙам күрһәтә. Төбәк кимәлендә уҙғарылған төрлө фестивалдәрҙә, КВН-дарҙа ҡатнашыу телгә һөйөү генә уятып ҡалмай, ә рухи яҡтан ныҡ, әхлаҡлы, берҙәм йәштәр тәрбиәләргә лә ярҙам итә.
В. Кривоус: Баланы сит телгә өйрәтәһең икән, тәү сиратта унда теләк, сәм уята белеү мөһим. Әммә райондың мәғариф идаралығы етәксеһе әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында квалификацияһын күтәрергә теләгәндәр һирәк. Ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн үҙеңдең һөнәрең буйынса бар яҡлап та камил булыу шарт. Ата-әсәләрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалһаң, тағы ла бер шундай проблемаға осрайһың. Бөтә фәндәрҙән дә яҡшы билдәгә уҡыған сит милләт балаһының башҡорт теленән өслө алыуы бөтә эште боҙа. Бына ошонан башлана ла инде ризаһыҙлыҡ, башҡорт теле кәрәкмәй, тигән дәғүәләр. Быларҙы булдырмау өсөн уҡытыусының ҡалыплашҡан алымдарҙан ситтә тороуы, баланы дәртләндереү алымдарын файҙалана белеүе кәрәк. Уҡымай, тип, "икеле" ҡуйып ҡына проблеманы хәл итеп булмай.
М. Саранцева: Ысынлап та, район-ҡалалағы 96 башҡорт теле уҡытыусыһының 26-һы юғары, 35 уҡытыусы - 1-се, ҡалғандары иһә 2-се категориялы йәиһә бөтөнләй категорияһы юҡ. Ҡаланыҡылар әүҙемерәк булһа ла, райондыҡылар һаман да йоҡонан уянып бөтә алмай. Уларҙы үҙебеҙ көсләп тиерлек категорияларын күтәрергә саҡырабыҙ. Хәҙер аттестацияны ла ниндәйҙер һөҙөмтәләр булғанда ғына үтергә мөмкин. Бөгөн башҡорт теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын биреүселәр юҡ тиерлек. Былтыр район-ҡалала 3 кенә бала башҡорт теленән БДИ тапшырһа, дәүләт имтиханын тапшырыусы 9-сы кластар араһында башҡорт телен һайлағандар бөтөнләй булманы. Тимәк, уҡытыусы балала үҙ фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята белмәгән, уртаҡ тел таба алмаған. Инновацион уҡыу учреждениеһы һаналған башҡорт гимназияһы, лицей-интернат та был осраҡта һүлпәнлек күрһәтә. Бөгөн ҡағыҙ, теүәл һандар заманы. Эшеңдең һөҙөмтәһе бар, хеҙмәтең менән хөрмәт яулай алаһың икән, үҙ фәнеңде уҡытыу буйынса башҡаларҙан нимәлер талап итергә лә мөмкинлек ҙурая.
Р. Әҡсәнова: Яҡшы уҡыған бала - ул бөтә яҡлап та яуаплы бала. Әгәр ул ысынлап та тик яҡшы билдәләргә генә уҡый икән, башҡорт теленән дә шундай уҡ өлгәш буласаҡ. Үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, бөтә бала ла телсе, йырсы йәиһә математик була алмай. Бында бары тик тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ менән генә алдырырға мөмкин. Эргәбеҙҙә бер генә инглиз дә, француз да йәшәмәй. Ләкин, ошо телдәрҙе яҡшы үҙләштереп, был өлкәлә уңыштарға өлгәшкән балалар ҙа етерлек. Башҡорт теле лә башҡа фәндәр кеүек яуаплылыҡ талап иткән фән. Ата-әсәләр үҙҙәре юҡтан проблема яһамаһа, рус телле балалар ҙа теләп башҡорт телен өйрәнә.
Бөгөн яңы технологиялар алға киткән заманда ҡалыплашҡан алымдар менән уҡытҡан уҡытыусылар ҙа ҡалмағандыр. Һәр кем үҙ дәресен мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыраҡ, байыраҡ итеп үткәрергә тырыша. Бында эш уҡытыусы оҫталығынан ғына тормай. Тәү сиратта, баланың телгә ҡарата хөрмәте, уны өйрәнеүгә теләге булырға тейеш. Ә инде ата-әсәләр үҙҙәре үк башҡорт теленән баш тарта икән, ниндәйҙер һөҙөмтәләр тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Телеңде ихтирам итмәүеңә, балаңда уға ҡарата хөрмәт уятмауыңа ҡарап ҡына, башҡа бер милләт тә һине үҙенеке итеп ҡабул итмәйәсәк.
Телебеҙ хаҡында мәдхиә йырлап, бай тарихыбыҙ менән генә ғорурланып йәшәп булмай. Заман һәр беребеҙҙән юғары кимәл, етди бурыстар үтәүҙе талап итә…
Р. Әҡсәнова: Халҡыбыҙ белемле кешеләре менән генә көслө. Нәҡ уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе менән үҙебеҙ хаҡында сит милләткә белдерәбеҙ, хөрмәт уятабыҙ. Маҡсаттарыбыҙҙы тормошҡа ашырғанда ла улар ярҙамына таянырға тырышабыҙ. Күптән түгел республикалағы белем усаҡтарын заманса йыһаздар менән тәьмин итеүсе фирма директоры менән һөйләшергә тура килде. Уның әйтеүенсә, баш ҡалала хәлдәр яҡшы булһа ла, райондарҙа башҡорт теле кабинеттары иң аҙаҡҡы сиратта йыһазландырыла. "Сит милләтле бизнесмен булараҡ, миңә барыбер, әммә республикаға исем биргән халыҡҡа ҡарата шундай ҡараштан күңел әрней", - тигәйне ул. Һәр саҡта ла халыҡ алдында йөрөгән белемле кешеләребеҙ ошондай осраҡтарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаһын ине.
М. Солтанова: Белемле кешеләребеҙ үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен биш бармағылай яҡшы белергә, юғары телмәр мәҙәниәтенә эйә булырға тейеш. Был төшөнсәләргә һөйөү, хөрмәт ғаиләлә үк тәрбиәләнһә, уны камиллаштырыу, байытыу педагогтар иңенә төшә. Шуныһы үкенесле, быға тиклем ҡала шарттарында ла балалар баҡсаһында уҡ башҡорт телен өйрәтеү яйға һалынғайны, оптималләштереү процесы был башланғысты юҡҡа сығарҙы. Хатта буласаҡ уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе әҙерләгән педагогия колледждарында хәҙер әҙәбиәт, балалар әҙәбиәте, тасуири уҡыу, туған телде уҡытыу методикаһы дәрестәре уҡытылмай. Ә был предметтар - буласаҡ уҡытыусылар өсөн иң кәрәклеһе. Китап, әҙәбиәт - үҙе үк тәрбиә сығанағы, әҙәби тел өлгөһө. Бәлки, быйылғы йыл "Әҙәбиәт йылы" тип иғлан ителеү уңайы менән мәсьәлә ыңғай хәл ителер?
Шулай итеп...
Һөйләшеүҙән шундай һығымта яһарға булыр ине: тел уҡытыуҙа булған проблемалар араһында хәл ителмәҫтәйҙәре юҡ, күп нәмә үҙебеҙҙән тора. "Бәлә атта ла, тәртәлә лә" тип бушҡа ғына әйтмәй инде халыҡ. Башҡорт телен уҡытыу тураһында бик оҙаҡ һөйләшергә, ҡыҙыу бәхәстәр алып барырға була. Нимә генә тимәйек, бары тик телебеҙ аша ғына үҙебеҙҙе донъяға таныта алабыҙ. Битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ арҡаһында телен генә түгел, бөтә халҡын юғалтыусыларҙы ла тарих яҡшы иҫләй. Атты йәки тәртәне генә ғәйепләүҙән туҡтап, һүҙҙән аныҡ эшкә күсергә лә ваҡыт етеүен күптән танырға ваҡыт түгелме?
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА
әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА