«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИТАП БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ
+  - 

"Китап һатып алмайым мин. Интернет селтәрендә барыһы ла бар хәҙер, зауығыңа ҡарап, шиғырын да, повесть-хикәйәләрҙе лә табып уҡып була..." Берәүҙән ошондай фекер ишетергә тура килде. Нимә тип яуап бирергә белмәнем, тиһәм, дөрөҫ булмаҫ. Яуап итеп үҙ фекеремде белдерергә теләмәнем. Сөнки кешенең йәше лә арыу, үҙ фекере күптән формалашҡан. Кирегә түкмәстереү мөмкин булмаған осраҡ. Шулай ҙа, уйланып йөрөп, сәхифәмә булһа ла яҙып һалырға булдым.

Эйе, виртуаль донъянан бөтә мәғлүмәт табырлыҡ заманда йәшәйбеҙ. Зыянынан файҙаһы күберәк ул, ни тиһәң дә. Замана менән аҙымдашбыҙ күбебеҙ. Социаль селтәрҙең төрлөһөндә теркәлгәнбеҙ. Күп халыҡ унда әллә ни фекер белдереп бармаһа ла, был донъяла йыш ҡунаҡ. Инеп, әҫәрҙәр уҡып сығыуға, башҡаларҙы күҙәтеүгә ҡайтып ҡалалыр уларҙың бында ҡатнашлығы, тип уйлайым. Быны һис кенә лә хилафлыҡҡа һанамайым, әлбиттә.
Тик бына нимә бит әле... Ул "селтәр" тигән нәмә юҡҡа ғына шулай аталмаған бит инде. Уҡыған әҫәр шундуҡ сикһеҙ тишек-тошоҡҡа һөҙөлөп инеп юғала ла ҡуя. Һаҡлап ҡалмаһаң инде. Берәй килеп, ҡайҙа, ҡабат уҡып сығайым әле, тип төртөлһәң - юҡ. Этләнеп эҙләп ултырыу минең эшем түгел. Ә китап! Китап бит ул - тере. Ҡул аҫтында ғына. Ана, анауында, кәштәлә генә ята. Ҡулыңа алып һыйпайһың да, ҡыштырлатып биттәрен асаһың. Яңы китаптың үҙенә генә хас еҫе булған кеүек, оло йәштәгеләренең дә тарих еле һалып ҡалдырған айырым, әүрәткес кенә еҫе була. Виртуаль китапҡа күҙҙәреңде текләп, хәреф сүпләүҙән мең тапҡырға артыҡ бит ул тере китап буйлап сәйәхәт итеү.
Яҡшы китаптарҙы, һатыуға сыҡҡан мәлендә алып ҡалмаһаң, бөтә лә китә, етмәһә. Әҫәрен электрон вариантында уҡыным бит, тип, баҫылып сыҡҡан китабын алмай йөрөнөң дә, ти. Бер нисә йылдан, их, шул китапты табыр кәрәк ине, тигән уй киләсәк башығыҙға. Мотлаҡ киләсәк.
Бер ун йыл элек, Башҡортостан тарихына (дөрөҫләнгән, ысын тарихына), ғөмүмән, асылымдың башҡортлоҡ, аҫабалыҡ тигән яғына әллә ни әһәмиәт бирмәй йәшәгәнмен. Башҡортлоҡ хәҡиҡәт булып аңға һеңгән дә, ниндәйҙер дәлилләү талап итмәгән барлыҡ булды микән? Башҡортлоғом менән ғорурландым, әлбиттә. Ләкин тамырҙарыбыҙҙы төптән өйрәнеү, тарихыбыҙға күберәк әһәмиәт биреү булманы. Тынғыһыҙ эшкә һылтанырға булыр ине, тик мин улай тип әйтә алмайым. Мәле етмәгән булған, тим. Бына шул мәлде тыуҙырған йәшкә, халәткә еттем. Һәм уҡырға теләп тә, һатыуҙа таба алмаған китаптар күп булып сыҡты. Әкрәм Бейештең "Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше"н , Аҫылғужа Баһумановтың "Салауаттың йәше" һәм башҡа башҡорт әҙәбиәтенең ынйы китаптарын ҡулыма алғым килә. Уҡыным мин уларҙы. Электрон вариантын. Тик миңә китап көйө кәрәк ине. Бына шулай.
Ә ҡәләмдәштәрҙең китаптарын баҫылып сығыу менән һатып алып ҡалырға тырышам. Мөмкинлек булғанда, автографтарын алам. Был бит хөрмәт йөҙө. Сәхифәһендә йөрәк ҡуйып үтеү, матур һүҙ әйтеү - бер, китабыңды уҡыным, һаҡлайым, тип белдереү үҙе бер ихтирам билдәһе, тип уйлайымсы мин. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.21 | Ҡаралған: 448

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru