«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҒЫҘ, КҮРЕГЕҘ!
+  - 

Ишембай районында урынлашҡан Торатау итәгендә этнокомплекс асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Этнокомплекс "Торатау" геопаркының визит-үҙәге эргәһендә төҙөлгән һәм 6 башҡорт тирмәһенән торған ансамблдән ғибәрәт. Уларҙың һәр береһе махсус металл ҡулайламаға ҡуйылған. Иң ҙуры - 12 метрлыҡ тирмә, ул кафе кеүек эшләйәсәк һәм 40 урынға иҫәпләнгән. Тағы бер тирмә сувенир магазины итеп күҙаллана, унда урындағы оҫталарҙың һәм һөнәрселәрҙең әйберҙәре тәҡдим ителәсәк. Бында Радий Хәбиров улар менән аралашты, изделиеларын ҡараны, ҡул эштәре һорау менән файҙаланамы-юҡмы икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһынды. Һөнәрселәр әйтеүенсә, туристар уларҙың продукцияһын теләп һатып ала.
"Торатау геопаркы" генераль директоры Артур Иҙелбаев һөйләүенсә, тағы бер тирмә ҡунаҡтарҙы башҡорт еренең быуаттар буйына дауам иткән йолалары менән таныштырыу өсөн файҙаланыласаҡ. Геопарк геогидтары туристар өсөн милли кейем һәм изделиелар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәге, улар өсөн традицион башҡорт тәм-томдары һәм балы менән сәй эсеү ойоштороласағы хаҡында һөйләне. Республика Башлығы Милли кейем көнөндә оҫталар һәм һөнәрселәр менән осрашыу барышында халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә ярҙам итеү буйынса республика программаһына халыҡ кейемдәре эшләү менән шөғөлләнгән оҫталарҙы индерергә ҡушыуын иҫкә төшөрҙө. "Был инде йөҙҙәрсә кеше эшләгән һәм уларҙың изделиелары һорау менән файҙаланған бизнесҡа әйләнгән. Мин дәүләт яғынан ярҙам кәрәк тип иҫәпләйем", - тине республика Башлығы.
Презентациялар (лекторийҙар) залында балалар өсөн тематик лекциялар, фәнни берләшмәләр осрашыуҙары, конференциялар һәм башҡа фәнни-популяр саралар үтәсәк. Бында осрашыуҙарҙы уңайлы үткәреү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылған. Ике тирмә ҡунаҡ йорто буласаҡ. Туристар өсөн улар уңайлы йоҡо урындары, аш-һыу бүлмәләре һәм санузелдар менән йыһазландырылған. Тирмәләр бер-береһенә ағас һуҡмаҡ менән тоташтырылған. Улар янында сәскәле ҡыуаҡтар, емеш ағастары ултыртылған. Радий Хәбиров шулай уҡ "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһы сиктәрендә "Торатау" геопаркына килгән пенсионерҙар менән аралашты. Улар төбәк Башлығына тыуған республиканың матурлығын күреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. "Беҙ мотлаҡ рәүештә "Башҡортостандың оҙон ғүмерлелеге" программаһын финанслауҙы дауам итәсәкбеҙ. Ваҡыт етер, бюджет саралары мөмкинлек бирер һәм беҙ уны 50 меңдән ашыу кешегә еткерә алырбыҙ, тип ышанам. Шул уҡ ваҡытта йылдан-йыл Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен киңәйтәбеҙ, беҙҙә мотлаҡ ҡарарға кәрәкле матур урындар күп", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
"Ниндәйҙер туристик объектты үҫтерһәк, күңелем шатлана. Торатау үҙе уникаль тәбиғәт объекты, уның тирәләй туристик инфраструктура етмәй ине, ә хәҙер бында туристар килә, баҫҡыс эшләнеләр, Торатау тирәләй юл һалынды. Был бит иң матур урындар. Туристарға һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашарға, ҡул йыуырға, интернет, сувенирҙар һатып алырға, бәләкәй генә булһа ла ҡунаҡхана кәрәк. Бында барыһы ла бар. Башҡа объекттар ҙа барлыҡҡа киләсәк", - тип һөйләне Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Торатау геопаркы Урал тауҙарының көньяҡ өлөшөндә һәм Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш ситендә урынлашҡан. Ул төрлө геологик объекттарға бай, ҡайһы берҙәренең йәше 1 миллиард йылға етә. Геопарк майҙаны 2299 кв.км, сиктәре Ғафури, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәләре буйлап үтә. Геопарк 155 тәбиғәт объектын үҙ эсенә ала, шуларҙың 27-һе айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, 103 геологик объект һәм 126 тарихи-мәҙәни объект. Төп объекттары - Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары, "Усолка" һәм "Алыҫ Төлкәҫ" геологик киҫелештәре халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Иң популяр нөктәләр геопарктың 7 үҙәге: Торатау, Красноусол, Ғүмәр, Маҡар, Толпар, Воскресенское, Таш-Аҫты.Былтыр Торатау янындағы визит-үҙәккә 115 000 кеше килгән, 140 экскурсия үткәрелгән. Геопарктың берҙәм навигация системаһы ҡарарҙарына ярашлы, геопарк объекттарының тәбиғи, геологик, тарихи-мәҙәни үҙенсәлектәре тураһында һөйләүсе мәғлүмәт стендтарын ҡуйыу буйынса эштәр тамамланған.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 79

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru