«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ ҠЫЛЫС МЕНӘН КИЛӘ...
+  - 

Рәсәй иленең һуңғы осорҙарҙа үткән аҙналағы кеүек бөтөн донъя иғтибары үҙәгендә торған мәле тағы ла ҡасан булды икән? Эйе, Махсус хәрби операция иғлан ителеүе, һуңынан шуға бәйле ваҡиғалар теҙмәһе, көнбайыштың туҡтауһыҙ санкциялары - бөтәһе лә булды, ләкин был юлы иғтибар бөтөнләй икенсе сифатта һәм кимәлдә ине: беҙгә дуҫ булмаған ҡайһы бер сит илдәр Владимир Путиндың инаугурацияһы менән Ҡыҙыл майҙандағы Бөйөк Еңеү парадын ҙур ҡыҙыҡһыныу ҡатыш көнсөллөк, хатта ки үсле бер агрессив тойғо менән күҙәтте, бәғзеләре был фактты күрәләтә ҡабул итмәҫкә, һанламаҫҡа маташты; тантанала ҡатнашырға тейешле беҙҙәге илселәрен саҡыртып алды.

Ләкин бындайҙар бөтөн Европаны кәүҙәләндермәй бөгөн, Рәсәйгә теләктәшлек белдереүселәр ҙә бар. Евросоюз менән НАТО-ла сәйәси үҙаллылыҡ һаҡлап ҡалыусы Венгрия менән Словакия, мәҫәлән, Киев режимын күтәрмәләүгә асыҡтан-асыҡ ҡаршылыҡ күрһәтә, һәм илселәрен Кремлгә ебәреүҙән бер ҙә ҡурҡып торманылар. Улар сафындағы Мәскәү ҡунаҡтары араһында тағы ла элекке БДБ илдәре Беларусь, Ҡаҙағстан, Тажикстан етәкселәренән тыш, Израиль, Көньяҡ Корея, Корея Демократик Халыҡ Республикаһы (КХДР), Катар, Пакистан, Мальта, Греция һәм, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Франциянан вәкилдәр килде. Шул уҡ ваҡытта саҡырыуҙан баш тартып, вәкилдәр ебәрмәйенсә, АҠШ, Британия, Канада, Германия кеүек илдәр бер ыңғайҙан куҙмә-күҙ күрешеп, үҙ-ара аңлашыу, һөйләшеү мөмкинлегенән үҙҙәрен үҙҙәре мәхрүм иттеләр. Әйткәндәй, саҡырыуҙы ҡабул итеү дипломатик йөҙ һаҡлау һәм әҙәплелек күренеше генә түгел ине бит, ә бындай осраҡта ҡатнашыу - ул мотлаҡ булған халыҡ-ара илселек бурысы, дипломатия законын һаҡлау ҙа ине.
РФ Президенты Владимир Путиндың бишенсе мөҙҙәткә власть башына килеүен донъя киң мәғлүмәт саралары ниндәй кимәлдә яҡтыртты һуң? АҠШ мәғлүмәт саралары һөйләй: The Washington Post гәзите: "МХО-ға бәйле оптимизм күрһәтеп, Путин Рәсәй хәүефһеҙлеген тәүге урынға ҡуйыуын белдерҙе һәм илебеҙ еңәсәк, тип вәғәҙәләне..."
Associated Press агентлығы: "Путин үҙенең бишенсе президентлыҡ мөҙҙәтен ил эсендә оппозиция булмаған шарттарҙа башлай..."
NBC News телеканалы: "Рәсәй лидерының үҙ илендә дошмандары әҙ ҡалды. Тантананан һуң хөкүмәт составында үҙгәрештәр буласаҡ, тип көтөлә..."
Испания, La Razon гәзите: "Төрлө фараздарға ҡарамаҫтан, Кремль ант биреү тантанаһына дуҫ булмаған илдәр дипломаттарын да саҡырҙы, ләкин АҠШ менән Евросоюздың күпселек илдәре саҡырыуҙы ҡабул итмәне..."
Чехия, Blesk.cz порталы: "Инаугурация Рәсәйҙең Украинала өҫтөнлөк алған мәленә тура килде. Путин Рәсәйҙең әһәмиәтен нацистарҙы юҡ итеү миссияһын башҡарыусы һәм "халыҡтарҙы ҡотҡарыусы милләт" булараҡ күрһәтергә теләй. Бының менән ул МХО-ның дауам ителәсәгенә ишаралай..."
Австрия, Die Presse гәзите: "Путиндың маҡсаты - фронтта һәм хәрби заводтарҙа үҙҙәрен Тыуған илен һаҡлауға бағышлаған кешеләрҙән "яңы элита" яһау..."
Бөйөк Британия, The Time гәзите: "Путиндың ант итеү тантанаһында Кремль ишектәренән килеп ингәнен ҡаршылаған сәйәси һәм дини элита Президент йөҙөндә Рәсәйҙең тере сағылышын күрҙе..."
Германия, Die Welt гәзите: "Көнбайышта күптәрҙең, Украиналағы ниәттәре барып сыҡмаҫ, тип өмөт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, Путин иҫәбенең бойомға ашыуы бик ихтимал..."
Der Spiegel журналы: "Тантаналы инаугурация Путиндың Рәсәйҙе ниндәй илгә әйләндереүен айырыуса асыҡ күрһәтте: сарала парад формаһындағы һәм миҙалдар таҡҡан бик күп хәрбиҙәр ҡатнашты..."
Berliner Zeitung гәзите: "Үҙенең сығышында Кремль лидеры еңеүгә ышанысын тағы бер раҫланы..."
Сәғүд Ғәрәбстаны, Asharq al-Awsat гәзите: "Путин үҙ иленең биләмәләрен киңәйтеп, үҙенә тиклемге дәүләт етәкселәре тарафынан юғалтыуға дусар ителгән тарихи Рәсәй ерҙәрен кире ҡайтара башлаған тәүге лидер булды..."
Франция, Les Echos: "Владимир Путин Көнбайыш менән килешеү мөнәсәбәтенә ишара яһаны. Үҙенең телмәрендә ул "хәүефһеҙлек һәм стратегик тотороҡлолоҡ мәсьәләләре буйынса Көнбайыш менән фекер алышыуҙар мөмкинлеген белдерҙе". Әйткәндәй, Францияның "Liberation" гәзите хәбәрсеһе Кремлдең Ҙур һарайы коридорынан килгән сағында Владимир Путиндың рус ерҙәре һаҡсыһы, кенәз Александр Невскийҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында һөйләүсе һәм "Кем беҙгә ҡылыс менән килә, шул ҡылыстан үҙе үлә" тип яҙылған монументаль полотно янынан үткәнен күрә. Был һүҙҙәрҙе Александр Невский (шул исемдәге фильмда) туған еребеҙҙе һаҡлап, шведтар менән Невала һәм Чуд күлендә тәре походында ҡатнашыусыларға ҡаршы һуғышҡанда әйтә. Эйе, Рәсәй ҙур һәм киң, ләкин уның артыҡ ере юҡ, ул - халыҡ байлығы. Әлеге ҡанатлы һүҙҙәр бөгөн дә бик көнүҙәк яңғырай һәм уның хаҡлығына, ғәҙеллегенә шик белдерергә йөрьәт иткән бер генә ил дә юҡ әле донъяла.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru