«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Алтынсы бүлек. Башҡорт - урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Бындай оҡшашлыҡтың осраҡлы булыуы мөмкин түгел. Килтерелгән миҫалдар башҡорттарҙың ҡасандыр Төньяҡ Иранда һәм Урта Азияла көн итеп, һуңынан хәрби-сәйәси выҡиғалар арҡаһында ул тарафтарҙан күсеп китергә мәжбүр булыуына дәлилдер. Ошолайыраҡ фекер итеү Ә.-З. Вәлидиҙең Көньяҡ Уралда "башҡорт" этнонимы хасил булыуын бында үҙҙәрен "башҡорт" тип атаған ҡәүемдәрҙең әле аталған территориянан килеүе менән бәйләп аңлатыуына ҡаршы килмәй. Шул уҡ ваҡытта беҙ күсеп килгән башҡорттар һәм Ҡытай авторҙарының "ба-шу-ки-ли" тип нарыҡлаған ҡәбиләләре араһында туранан-тура бәйләнеш булыуын инҡар итә алмайбыҙ: һуңғылары ана шул күсеп килгән башҡорттарҙы "ба-шу-ки-ли" тип атауы бик мөмкин. Ошо рәүешле фекер йөрөткәндә Көньяҡ Уралда VII быуатта уҡ башҡорт исемле халыҡ йәшәүен таныу фарыз. Ситтән килгән башҡорттарҙың, урындағы халыҡ менән әүҙем бәйләнешкә инеп, Башҡорт атамалы баш ҡалаһы булған дәүләти берләшмәне хасил итеүен күҙалларға була. Ошо ҡәбиләләр берләшмәһенең хәрби-иҡтисади ҡеүәте көсәйә барыуы, формалашып килеүсе башҡорт халҡы йоғонтоһонда, төбәк ҡәүемдәре төркөмдәренең этномәҙәни берлеген хасил итеп, "башҡорт халҡы", "Башҡорт иле" төшөнсәләренең тирә-яҡҡа киң таралыуына алып килә. Әйткәндәй, IX-XII быуаттарҙың яҙма сығанаҡтарында ошо ике төшөнсә, күптән нығынған ҡараш сағылышы булараҡ, барса Көньяҡ Уралға ҡарата берҙәй ҡулланыла. Тимәк, уларҙың башланғыс этаптары күпкә иртәрәк ваҡыттарға ҡарай. Әлбиттә, ошо хеҙмәттең авторҙары үрҙә бәйән ителгәндәрҙе тик эш фаразы итеп ҡарай, был тәнҡитле анализды һәм киләсәктәге тикшеренеүҙәр материалдары нигеҙендә раҫлауҙы талап итә.
Авторҙар урта быуаттарҙа "башҡорттар" һәм "башҡорт халҡы" төшөнсәләре формалашыуын ошо рәүешле күрә. Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең ижтимағи иҡтисади һәм мәҙәни-сәйәси үҫеше, этник берләшеү сиктәрендә, яңы сифати кимәлдәге консолидация һөҙөмтәһе булараҡ, "Башҡорт иле" төшөнсәһен IX-X быуаттарҙа барса төбәктәр өсөн ғәмәли фактҡа әйләндерә. Ошо замандағы ваҡиғаларҙы теркәп ҡалдырған Сәләм Тәрджемәндең, Әхмәт ибн Фаҙландың, башҡа билдәле авторҙарҙың яҙмалары Көньяҡ Уралда барған тарихи процестарҙы яҡшы сағылдыра.
Өфө-II ҡаласығында 2006-2007 йылдарҙа уҙғарылған ҡаҙыу эштәренә туҡталып китәйек. Ҡаҙыу эштәре башланыу менән үк, Өфө-II ҡаласығының мәҙәни ҡатламдары стратиграфияһы һәм табылдыҡтар составы, бик оҙайлы ваҡыт арауығында йәшәүенә бәйле, уның ҡатмарлы, комплекслы ҡомартҡы булыуы асыҡланды. Беҙгә, ошо ҡаҙыу эштәрен алып барыусыларға, алдараҡ бәйән итлгән төрлө составлы төҙөү материалдарының сығышы һәм тәғәйенләнеше яңыса һәм аңлайышһыҙ булып тойолдо. Ошо мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институтына һәм Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Тарих институтына ҡатмарлы стратиграфиялы урта быуат ҡалаларын тикшереүҙә тәжрибә туплаған белгестәрҙе Өфө-II ҡаласығын өйрәнеүгә йәлеп итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Ошо үтенескә яуап итеп, 2007 йылдың август айында Өфөгә Ҡаҙандан ТР ФА-ның ағза-корреспонденты Ш. Хузин, Мәскәүҙән тарих фәндәре докторҙары И.Л. Кызласов, Ш. Н. Әмиров һәм тарих фәндәре кандидаты. И.А. Сапрыкина килде. Улар, ҡаласыҡтағы ҡаҙыу эштәре барышы, уның стратиграфияһы һәм табылдыҡтар составы менән танышҡас, үҙҙәренең фекерен Эксперт советы резолюцияһы рәүешендә БР Хөкүмәтенә һәм БР Фәндәр академияһына тапшырҙы. Һуңынан ошо резолюция Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты директоры Н.А. Макаровтың БР Фәндәр академияһына һәм БР Хөкүмәтенең Премьер-министры Р.И. Байдәүләтовҡа ебәргән хатында сағылыш тапты.
Ошо документтар Өфө-II ҡаласығының торошо һәм фәнни әһәмиәтен раҫлаусы тәүге объектив рәсми баһаға тиң булды. Был документтар ентекле комментарийҙар менән баҫып сығарылды, шуға күрә беҙ бында Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты директоры, РФА-ның ағза-корреспонденты Н.А. Макаровтың БР Хөкүмәте Премьер-министры Р.И. Байдәүләтовҡа ебәргән хатынан цитата килтереү менән сикләнәбеҙ. Ул, мәҙәни ҡатламдарҙың яҡшы һаҡланыуын билдәләп, ҡомартҡының хронологик этаптарын аныҡ билдәләй алыу мөмкинлегенә иғтибар итә, ҡаласыҡтың иртә этабында алдан уйланылған проект буйынса төҙөлгән оборона стенаһын үҙенсәлекле хәрби-фортификацион мәктәп өлгөһө, тип фаразлай (ғалимдың хатынан өҙөктө төп нөсхәһендә биреү урынлыраҡ булыр. - Ред. иҫк.):
"Найденные на территории городища находки - изделия из драгоценного металла (ювелирные украшения, детали одежды), изделия из полудрагоценных камней, уникальные находки монет ранневизантийского и золотоордынского времени, а также выявление остатков ювелирной мастерской, специализировавшейся на обработке золота, позволяют интерпретировать это городище как наиболее раннее поселение городского типа на данной территории, время существования которого относится к IV-XV/XVI вв. н. э. Городище Уфа-Н, по результатам экспертной оценки, является крупным, веками существовавшим административным, торговым, ремесленным центром, одним из узловых пунктов истории Урало-Поволжского региона. Научное значение памятника выдвигает его в разряд наиболее ценных исторических источников дописьменной истории Башкортостана и Южного Урала. Вместе с тем, памятник относится к археологическим объектам высшей категории сложности, что исключает возможность быстрого проведения на нем археологических раскопок.
По Указу Президиума Верховного Совета республики Башкортостан № 6-2/251 в от 12.05.1992 г., городище Уфа-II является памятником регионального значения и находится под охраной государства. Согласно Федеральному закону "Об объектах культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации" (ФЗ-73 от 2002 г. и последующих его редакций от 2003, 2004, 2005, 2006, 2007 гг.), государственным приоритетом является сохранение памятников истории и культуры.

Институт археологии РАН считает возможным рекомендовать Правительству Республики Башкортостан рассмотреть возможности для:
1. Выведения территории памятника археологии - городища IV-XVI вв. Уфа-II из зоны проведения любых строительных и хозяйственных работ (ст. 36, 37 ФЗ-73 от 25.06.2002 г.);
2. Разработки архитектурного опорного проектного плана, схемы планировочной организации земельного участка (ФЗ-143 от 27.07.2006 г., ст. 51, п. 7, З-б) для использования территории городища Уфа-II как объекта экспонирования в туристических целях с элементами музеефикации;
3. Разработки проекта зон охраны объекта культурного наследия, установления границ территории объекта культурного наследия как объекта градостроительной деятельности особого регулирования в целях обеспечения сохранности городища (ст. 33, пп. 2-7, 11 ФЗ-118 от 26.06.2007г.). Наличие в центральной части современного города подобного памятника, отличающегося хорошей сохранностью, выраженностью в рельефе, встроенностью его в сложившуюся систему городской планировки, выделяет современную Уфу в разряд особых исторических городов России, имеющих все предпосылки для использования данного объекта исторического наследия, для развития любого вида туризма и культуры. Директор ИА РАН чл.-кор. РАН д. и. н. Н. А. Макаров"

Өфө-II ҡаласығы, урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһы - яҡшы һаҡланған берҙән-бер цитадель булараҡ, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли ҡаҙанышы итеп ҡабул ителергә һәм, уның ошо статусына ярашлы, өйрәнелергә һәм һаҡланырға тейеш.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Аҙағы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 123

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru