«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҢЫШ ҠАҘАНЫРҒА ӨЙРӘТӘ
+  - 

Гәзитте бөгөн күпселек өлкәндәр генә уҡый, тип кемделер бик ышандырырға тырышыусылар бар. Миңә, мәҫәлән, 38 йәш, ләкин мин гәзит уҡырға яратам һәм үҙемде әле өлкән быуын вәкиле тип иҫәпләй алмайым. Улыма 20 йәш һәм ул, эйе, һәр бер бөгөнгө интернет ҡоллоғонда йәшәгән быуын вәкиле булараҡ, гәзитте һирәк уҡый, маҡтана алмайым.

Ләкин гәзитте генә түгел, ә, ғөмүмән, уҡыу ғәҙәте, уҡыуға ихтыяж, кеше шәхес булараҡ бер аҙ өлгөргәс, үҙенән-үҙе барлыҡҡа киләлер, тип уйлайым, сөнки тап ошо йәш тә түгел, ҡарт та түгел ваҡыттараҡ тормош мәғәнәһе, донъяуи хәлдәр, социум, хатта сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыныу тыуа. Һәм был ҡыҙыҡһыныу ошо йәшәп ятҡан тормошобоҙҙоң айышына төшөнөү, үҙ-үҙлегеңде аңлау, маҡсаттарыңды барлау, нәҫел тамырҙарыңды юллау, халҡың, тыуған яғың, ватаның тарихын өйрәнеү кеүек ихтыяждар менән бәйле була. Бының өсөн иһә төп эшеңдән бушап, китапхана, архивтарҙа ултырыу күп осраҡта мөмкин дә түгел. Интернетта ла хатта был материалдарҙың күбеһен табып та булмай әле.
Шуға күрә мин үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы һайланым. Мәғлүмәт сығанағы булараҡ ҡына түгел, юҡ. Яңылыҡтарҙы уны мөйөш һайын радиоһы ла, телевизоры ла ярышып һөйләп тора, интернет та ысынлы-бушлы хәбәрҙәр менән тулы: ҡайһыһы дөрөҫ, ҡайһыһы хәҙер шулай тип аталған фейк - белмәҫһең.
Үҙебеҙҙең гәзиттәрҙән бөтәһен дә тип әйтерлек уҡып барам: эштәге китапханала бөтөн матбуғат баҫмалары ла бар, төшкө ялға туҡтағанда уҡып та сығам. Ә бына шулар араһынан "Киске Өфө"нө, өйгә ҡайтҡас, яйлап, иркенләп уҡырға тип, ҡалдырып торам, сөнки мин уны өйгә почта аша яҙҙырып алдырам. Был гәзит минең күңелемде йылытып, донъяма нур өҫтәп торғандай. Юғиһә, ҡайһы бер баҫмаларҙағы рәсми тел, рәсми мәҡәләләр әллә ни үҙенә тарта алмай, үкенескә. "Киске Өфө - беҙҙең ғаилә гәзите тип әйтә алам, сөнки уны атайым менән әсәйем дә, тормош юлдашым да уҡыйҙар, тик ҡайһы саҡ яңы килгән һанын алдараҡ, тәүҙәрәк ҡулға эләктереү өсөн йылғырлыҡта көс һынашырға ла тура килгеләй. Миңә был гәзиттең "Заман башҡорто", "Тарихнамә", "Фани донъя", "Көн ҡаҙағы", "Ҡомар", "Ишеттегеҙме әле?" рубрикалары айырыуса оҡшай. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙ эштәрен асып, ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкән, донъяға үҙ ҡараштары, үҙ һүҙҙәре булған егеттәр һәм ҡыҙҙарға һоҡланыуым сикһеҙ. Улар хаҡында мәҡәләләрҙе хатта улым менән бергәләп тә уҡыйбыҙ, сөнки мин уның ана шундай йәштәрҙән өлгө алып, сәмләнеп уҡыуын, аҙаҡ был тормошта үҙ юлын табыуын бик теләйем. Ә бына ошондай яҡшы миҫалдар кешене һәр ваҡыт сәмләндерә, уның дәртен арттыра. "Киске Өфө" яҙған был егет һәм ҡыҙҙар ҙа бит бер ҙә күктән төшмәгән, минең балам һымаҡ ябай ғаиләлә тыуып, ябай мәктәптәрҙә уҡығандар, тик уларҙың үҙ алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуға ынтылып уҡыуҙары, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, тырышлыҡ сифаттары ана ниндәй һөҙөмтәләр биргән.
Иң мөһиме, маҡсатың булыуы һәм уға ынтылыш, тип уйлайым. "Киске Өфө" гәзитенә ошо матур, тырыш йәштәребеҙ - киләсәк быуын хаҡындағы рубрикаһы өсөн ҙур рәхмәтлемен. Ул йәштәребеҙгә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға һәм һөнәр һайларға булышлыҡ итәлер, тип ышанам, әгәр улар һәм уларҙың ата-әсәләре ошо гәзитте уҡып барһалар, әлбиттә...

Рәмилә ИСКӘНДӘРОВА.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 151

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru