«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘБЕҘ, БАЛАЛАРЫБЫҘ ҘА БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘСӘК!
+  - 


Быуындар араһында бәйләнеш булыуы, һаҡланыуы бик мөһим. Ә бының өсөн өлкәндәр һәм йәштәрҙең бер-береһен тыңлай һәм ишетә белеүе шарт. Үҫеп килгән быуын өлкәндәр һүҙенә ҡолаҡ һаламы, уларҙың уй-хыялдары, ынтылыштары һәм донъяға ҡараштары ниндәй? Был һорауҙарға яуапты Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты (директоры Гөлшат Әхмәтова) уҡыусылары Артур ДАУЫТОВ, Айтуған МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Айназ МОРАТШИН һәм Ғәлим МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән әңгәмәбеҙҙә табырһығыҙ.

Тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып китәйек гәзит уҡыусыларҙы. Һеҙ был белем усағында күптән уҡыйһығыҙмы?

Артур:
Үҙем сығышым менән Ейәнсура районы Иҙәш ауылынанмын, лицей-интернатҡа быйылғы уҡыу йылында 10-сы класҡа килдем. Былтыр Өфөлә үткән бер олимпиадала дуҫымды осраттым һәм ул үҙе уҡыған ошо Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты тураһында һөйләне, бында саҡырҙы. Йәйге каникулдарҙа уйланып йөрөнөм дә, ризалашырға хәл иттем һәм дөрөҫ эшләгәнмен. Әле бына бер йыл ғына уҡыйым, әммә лицей-интернат бик күп мөмкинлектәргә ишектәр асты, бында уҡыуы мауыҡтырғыс, төрлө йүнәлештәрҙә тәрән белем бирелә. Иң мөһиме, олимпиадала ҡатнашыусылар бик күп, шундай аҡыллы һәм белемле тиҫтерҙәрем менән аралашып йәшәү мине лә бер башҡа үҫтерҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, химия, математика фәндәренән олимпиадаларҙа ҡатнашам.
Айназ: Мин үҙем Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм бында етенсе класҡа уҡырға килдем. Бында тик малайҙар ғына уҡый, пансионда йәшәйбеҙ. Быйыл унынсы класты тамамлайым, шуға йәйге каникул осоронда уҡытыусыбыҙға ярҙам итеп, робот техникаһы буйынса проект эштәре әҙерләгән бәләкәйерәк класс уҡыусылары менән шөғөлләнеүҙе түҙемһеҙлек менән көтәм. Тиҫтерҙәрем менән командаға ойошҡанбыҙ һәм төрлө проекттар ҙа эшләгәнебеҙ бар. Мәҫәлән, тажзәхмәт ныҡ таралған осорҙа ауырыуҙың һаулыҡ торошон тикшерә торған ҡорамал төҙөнөк: йөрәк тибешен үлсәгесте программалаштырып, тағы ла кешенең ҡан баҫымын, тән температураһын һәм бүлмә температураһын да билдәләй торған итеп үҙгәрттек. Ҡорамал ошо күрһәткестәрҙе үлсәй, мәғлүмәтте берләштерә һәм медицина хеҙмәткәренең йәки ауырыуҙың яҡындарының телефонына ебәрә. Ошо проектыбыҙ менән күп кенә ярыштарға йөрөп, юғары урындар ҙа яуланыҡ, баһаланылар.
Айтуған: Мин дә Стәрлетамаҡтың үҙенән, быйыл һигеҙенсе класты тамамлайым. Был белем усағында тик малайҙар ғына уҡыуы, уҡытыу кимәленең юғары булыуы йәлеп итте. Биология, химия, экология, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып йөрөйөм. Бынан тыш, футбол, волейбол түңәрәктәрендә шөғөлләнәм, башҡорт теленә арналған һәр төрлө ярыштарҙа ихлас ҡатнашам. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын һис ҡалдырмайым. Күптән түгел Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған "Диктор тауышы" тигән конкурста Гран-при яуланым.
Ғәлим: Ейәнсура районы Байыш ауылынанмын, 7-се класта уҡыйым. Лицей-интернатта уҡыуы бик оҡшай: уҡытыусылар ҙа көслө, дуҫтар менән бергә йәшәйбеҙ, ваҡыт уҙғарабыҙ, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә һәм һәләттәреңде үҫтерергә була. Бейеү һәм ҡурай түңәрәктәренә йөрөйөм, шахмат уйнайым. Бында бөтә нәмәгә лә өлгөрөр өсөн ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә лә кәрәк.

Ә уҡыуҙан буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ? Телефон йәки компьютер уйындары менән мауығаһығыҙмы?

Айназ:
Лицей-интернатта ваҡытыбыҙ сәғәтләп тиерлек бүленгән. Иртәнге сәғәт 7-лә йоҡонан уянабыҙ ҙа көндәлек эштәргә сумабыҙ. Иң тәүҙә йоҡлаған урынды тәҫләп йыйып ҡуйыу шарты бар, шунан иртәнге аш, дәрестәр. Һуңынан кемдер төрлө түңәрәктәргә китә, ә кемдер үҙе йәшәгән бүлмәлә иҙән йыуырға, сүп-сар ташларға ваҡыт таба. Үҙаллы әҙерлек ваҡытында өйгә эштәрҙе әҙерләйбеҙ. Иптәштәр менән саф һауаға сығырға ла ваҡыт бар. Ә инде киске сәғәт 10-да йоҡларға ятабыҙ. Бында уҡып ҡына ҡалмайһың, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйһең дә, дуҫтар табаһың.
Артур: Миңә башта ошо көн тәртибенә өйрәнеп китеүе ауырыраҡ булды. Әсәй наҙлап уятмай, тәрбиәселәр әйткәненә буйһоноп карауатыңдан тораһың. Шулай ҙа өйрәнеп киттем яңы шарттарға. Мин спорт яратам, былтыр ваҡыт күберәк ҡала ине һәм ГТО нормаларын тапшырып, алтын миҙал алғайным. Быйыл иғтибарымды уҡыуға күберәк бүләм.
Айтуған: Уйнарға ла тәғәйен ваҡытыбыҙ бар. Кискеһен тышта футбол ҡумтаһында туп тибәбеҙ, йәки баскетбол, волейбол буйынса тренировкаға барырға була. Кемдәр теләй, шахмат һәм шашка түңәрәктәренә йөрөй. Робот техникаһы, программалаштырыу, уҡ атыу буйынса "Мәргән уҡсы" түңәрәктәрендә лә ваҡыт күңелле уҙа. Пансиондың һәр ҡатында теннис өҫтәлдәре тора. Телефонды ҡулға алырға ваҡыт та юҡ.
Ғәлим: Дәрестәрҙән һуң мин саф һауала йөрөргә, турникта төрлө күнекмәләр яһарға, футбол уйнарға яратам. Телефондарҙы кискеһен, барлыҡ мөһим эштәребеҙ тамамланғас ҡына кире таратып бирәләр. Унда ла уйнарға ваҡыт табыла, ләкин мин файҙалыһын - "Өң" ("Берлога") тигәнде генә уйнайым. Унда үҙең программалаштырыу талап ителә.
Айназ: Эйе, был "Өң" милли киберфизика майҙансығын 2023 йылдан алып Башҡортостанда ла бойомға ашыралар һәм беҙҙең белем усағы нигеҙендә түңәрәк эшләй. Республикала уның буйынса төрлө турнирҙар үтеп тора, яңыраҡ ҡына Өфөлә сираттағы ярышта командабыҙ менән икенсе урын яулап ҡайттыҡ. Унда Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм башҡа район-ҡалаларҙан уҡыусылар килде. "Өң" уйынында һиңә умарталыҡ бирелә, шуны ҡырмыҫҡа, айыу, һағыҙаҡтарҙан һаҡлау өсөн ярҙамсыларҙы үҙең программалаштырырға тейешһең. Мәскәүҙә ВДНХ-ла үткән Бөтә донъя йәштәр фестивалендә, Сочи ҡалаһындағы бер сарала ла республикабыҙҙы танытып ҡайттыҡ. Бына пинжәгемдең яғаһындағы тамғаларҙа ла шул уйын геройҙары. Был бик файҙалы уйын, ул балаларҙы техник киләсәккә әҙерләй, робот техникаһына, программалаштырыу серҙәренә төшөндөрә.
Артур: Компьютер йәки телефонда уйнауҙың файҙаһы юҡ. Мәҫәлән, олимпиадаға оҙаҡ әҙерләнеп, еңеү яулағандан үҙеңде бәхетле тойоу өсөн тырышлыҡ кәрәк булһа, компьютер уйынында "сысҡан"ға баҫҡыслап ҡына ултырып, еңеүҙән шатлыҡ кисереү әллә ниндәй ҡаҙаныш түгел. Күпселек уйындар шуға ҡоролған: баш мейеңде эшләтеү кәрәк түгел, етмәһә, күҙҙәрҙең күреү һәләте лә боҙола. Шулай булғас, насар йоғонто яһаған нәмә менән булышыу кәрәкмәй инде.

Тик егеттәр генә уҡыған белем усағында һеҙгә ниндәй тәрбиә бирәләр? Ысын ир-егет ниндәй булырға тейеш?

Артур:
Беҙҙең тәрбиәселәр барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар, уҡытыусылар араһында ла улар күберәк. Шулай ҙа үҙебеҙҙе ысын ир-егет итеп тоябыҙ. Егет кешенең яңы һөнәр үҙләштерергә теләге һәм дисциплинаһы булырға тейеш. Сөнки яҡшы өлгәшеү өсөн ошо сифаттар бик мөһим. Ә инде сәләмәт тормош һәм спорт һөйөү тураһында әйтеп тә тормайым, был - мотлаҡ. Лицейҙа беҙҙе хеҙмәт яратырға, эште "ҡыҙҙарҙыҡы" йәки "егеттәрҙеке"нә бүлмәй генә урын-еренә еткереп башҡарырға өйрәтәләр. Был тормошобоҙҙа һәр саҡ кәрәк буласаҡ, сөнки ялҡауланмаҫҡа өйрәнәһең бит.
Ғәлим: Уянғас та урыныбыҙҙы матур, бөхтә итеп йыйыштырып ҡуябыҙ. Ашханала ла шулай һәр кем үҙе артынан йыйып сығырға, бүлмәлә иҙән йыуырға, сүп-сар сығарырға ла, башҡа эштәргә лә өйрәтәләр. Бер бүлмәлә өс кеше йәшәйбеҙ һәм сиратлап дежурҙа булабыҙ. Тәрбиәселәр көн һайын бүлмәләрҙең торошон баһалай, йә маҡтайҙар, йә эшкә өйрәтәләр. Был беҙҙе, буласаҡ ир-егеттәрҙе, тырышлыҡҡа өйрәтә. Ә, ғөмүмән, егет кеше ҡатын-ҡыҙҙарға урын бирергә, үҙенең өҫ-башын тәртиптә тоторға, көслө һәм белемле булырға тейеш. Ҙур үҫкәс, улын тәрбиәләргә, ағас ултыртырға һәм өй төҙөргә лә бурыслы.
Айтуған: Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Шуға, ҡыҙҙар-малайҙар эшенә бүлешеп тороу юҡ бында, нимә әйтәләр, шуны эшләп тә ҡуяһың. Эшкә шулай мәктәп йәшенән өйрәнеү, хеҙмәт тәрбиәһе алыу артабан тормошта бик кәрәк буласаҡ.
Айназ: Директорыбыҙ әйтмешләй, егет кешенең тышҡы ҡиәфәте, тәрбиәһе һәм аң-белеме мөһим.

Һеҙҙең белем усағында башҡорт теленә лә ҙур иғтибар бүленә бит инде. Туған телебеҙҙең киләсәге ниндәй буласаҡ тип уйлайһығыҙ?

Айназ:
Бәләкәй саҡта ололар әйткәнде тиҙ генә һеңдереп, иҫтә ҡалдыраһың. Шуға беҙ әле башҡорт телендә һөйләшәбеҙ, уны ҡәҙерләйбеҙ икән, балаларыбыҙ ҙа уны беләсәк һәм телебеҙ һаҡланып ҡаласаҡ. Туған телебеҙҙе үҫтерер өсөн башҡорт йәнһүрәттәрен, телефондар өсөн башҡортса уйындар, ҡушымталар күберәк эшләргә кәрәк. Ғөмүмән, башҡорт телен таныулыраҡ итергә тырышырға кәрәк. Мәҫәлән, тирә-яҡтағы алтаҡталарға, юл күрһәтмәләренә башҡортса яҙыуҙарҙы өҫтәргә була. Кешеләр күреп йөрөр һәм хәтерҙәрендә ҡалдырып, башҡортса аңлай башлар, бәлки.
Айтуған: Атай-әсәйем өйҙә гел башҡортса һөйләште, шуға мин ҡала малайы булһам да, туған телемде беләм. Әлбиттә, бәләкәйерәк саҡта башҡортса яҡшыраҡ һөйләшә торғайным, хәҙер ҡайсаҡ урыҫ һүҙҙәрен дә ҡыҫтырып ебәрәм. Беҙ бында туған телебеҙҙе тәрәндән өйрәнәбеҙ, туған мөхитебеҙҙә уҡыйбыҙ. Башҡорттар үҙ туған телен камил белергә тейеш, тип уйлайым. Әлбиттә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында барыһы ла урамда үҙ-ара русса аралаша, бәлки, башҡортса һөйләшергә оялаларҙыр...
Ғәлим: Беҙҙең ауылда барыһы ла башҡортса һөйләшә, шуға мин бала саҡтан туған телемдә уҡырға-яҙырға өйрәндем. Башҡорт теленән оялырға кәрәкмәй, ул һинең туған телең һәм атай-әсәйең һөйләшкән тел бит. Русса белмәйһең, тип көлһәләр көлһөндәр, әммә үҙ телеңдә һөйләш. Беҙҙең лицей-интернатта уҡыған төрлө милләт балалары ла бейеү түңәрәгенә йөрөй һәм барыһын да уҡытыусыбыҙ башҡортса бейергә, башҡорт һүҙҙәренә өйрәтә. Ә бит башҡорт теле уҡытылмаған йәки аҙнаһына бер сәғәт кенә уҡытылған мәктәптәр ҙә бар. Унда башҡорт балалары, әлбиттә, туған телен яҡшы өйрәнә алмай.
Артур: Беҙ бында башҡорт телен дауам итеп һәм башлап өйрәнеүселәр төркөмдәренә бүленеп уҡыйбыҙ. Сөнки башҡорт лицей-интернаты тип йөрөтөлһә лә, бында икенсе милләт вәкилдәре лә уҡый. Башҡортостаныбыҙ күп милләтле республика һәм балаларҙың башҡорт телен белмәүе милләт-ара никахтарға, тиҙ үҫешкән заман технологияларына ла бәйле. Ауылдарҙа ла хәҙер балалар телефон һәм телевизорҙы күп ҡарап, башҡортса һөйләшеп бармай. Ата-әсәләре уларҙы ошо йәһәттән контролдә тотмай һәм туған телен оноттора. Бында уйланырға урын барҙыр.

Бер нисә йылдан лицей-интернатты, юғары уҡыу йортон да тамамларһығыҙ. Ниндәй һөнәр кешеһе булырға теләйһегеҙ һәм йәмғиәткә кемдәр кәрәк буласаҡ? Һөнәрҙәр өлкәһе нисек үҙгәрәсәк?

Артур:
Мин үҙемде табип йәки иҡтисад өлкәһендәге белгес итеп күрергә теләйем. Был һөнәрҙәр һәр ваҡыт йәмғиәткә кәрәк буласаҡ. Киләсәктә ябай эшселәргә ҡытлыҡ кисерәсәкбеҙ, тип уйлайым. Эшсе һөнәрҙәренә уҡыған оҫта ҡуллылар әле лә һанаулы ғына, яҡын киләсәктә тағы ла күберәк талап ителәсәктәр.
Айназ: Беҙҙең лицей-интернатта химия-физика, химия-биология, физика-математика йүнәлештәре буйынса тәрәнәйтеп белем бирәләр. Мин физика-математика йүнәлешендә уҡыйым һәм киләсәктә инженер һөнәрен үҙләштерергә ниәтләйем. Робот техникаһы, микросхема, микроконтроллер менән эшләй белеү бик ҡыҙыҡһындыра. Әйткәндәй, бөгөн йәмғиәтебеҙгә нәҡ программистар, робот техникаһы менән эшләй белеүселәр талап ителә. Ләкин был тенденция оҙаҡ дауам итмәйәсәк һәм 5-6 йылдан мәңгелек һөнәрҙәр - уҡытыусы, врачтар һәм башҡа шундай һөнәр кешеләре кәрәк буласаҡ барыбер. Шулай ҙа киләсәктә илебеҙ ҙур үҫеш кисерер һәм күп кенә эштәрҙе роботтар ярҙамында башҡарырбыҙ, тип уйлайым. Мәҫәлән, таксистар кәрәк булмаҫҡа мөмкин - әле үк үҙйөрөшлө автомобилдәр бар, әйбер йәки ашарға ташыусылар урынына пилотһыҙ осоу аппараттары, дрондар менән идара итеп кенә эшләрҙәр, бәлки. Бындай техника менән идара итә белгән, боҙолғанда төҙәтә алған белгестәр генә талап ителәсәк, ләкин улар күп булмаясаҡ. Беҙҙең ысынбарлыҡ шулай үҙгәрә алырына ышанам мин.
Айтуған: Юҡҡа сығасаҡ һөнәрҙәр араһында бухгалтер, урам һепереүсе лә булыуы ихтимал. Сөнки әле үк бухгалтерҙың эшен компьютерҙағы махсус программалар иҫәпләй, эш хаҡын да теүәл һанап бирә, отчеттар яҙа. Ә инде урам һепереүгә килгәндә, бында ла махсус машиналар төҙөлә. Мин үҙем, Артур кеүек, медицина өлкәһенә тартылам. Кешеләрҙе дауаларға, ярҙам итергә теләйем һәм хирург һөнәрен үҙләштерергә хыялланам. Кешенең һаулығы һағында торған белгестәр һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ.
Ғәлим: Мин химия-физика йүнәлешендә уҡыйым. Химия фәнен 8-се класта ғына уҡытырға тейеш булһалар ҙа, мин уны быйыл уҡ өйрәнә башланым. Әле һөнәр һайламаһам да, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡырға хыялланам, уны тамамлағас, шунда ректор булып ҡалғым килер ине...

Барлыҡ эштәребеҙҙе роботтарға тапшырып ҡуйһаҡ, нисек булыр икән?

Айтуған:
Көнкүрешебеҙ еңеләйер, әммә насар эҙемтәһе лә булмай ҡалмаҫ: кеше ялҡауланасаҡ. Әле үк офиста йәки өйҙә тик кенә ултырып эшләүселәр күп, был һаулыҡҡа ла зыян килтерә.
Айназ: Роботтар һәм башҡа төрлө заман техникаһы программаға ҡоролған һәм улар дөрөҫ эшләһен өсөн кешеләр ҡарап торорға тейеш була. Һәр урында ла кешене тулыһынса алмаштыра алмаясаҡтар инде ул.
Артур: Бындай үҫеш кешене тағы ла нығыраҡ ялҡауға әйләндереүе лә бар. Сөнки әле үк төрлө гаждеттар арҡаһында кешеләр баш мейеһен эшләтмәй башланы. Мәҫәлән, калькулятор булғас, үҙе һанап тормай. Йәки ниндәйҙер мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдырыу кәрәкмәй: интернет ҡул аҫтында. Бына шул ҡурҡыныс кеше өсөн.

Ә берәй ваҡыт интернет юҡһа сыҡһа, кешелек ни ҡылыр?

Айназ:
Күп кеше эшһеҙ ҡалыр. Сөнки блогерҙар, фрилансерҙар, ситтән тороп эшләгәндәр байтаҡ. Ә блогерҙар һәм фрилансерҙарҙың күбеһе махсус белемһеҙ ҙә бит.
Айтуған: Китап уҡып өйрәнгән кеше өсөн генә бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Бында беҙҙең китапхана бик бай һәм башҡорт, рус, инглиз телдәрендә китаптар бар. Ҡыҙыҡлы ғилми әҙәбиәт тә етерлек.

Тиҙҙән июнь айы, ысын йәй башлана һәм уның беренсе көнөндә - Балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Һеҙҙе нимәнән яҡларға һәм һаҡларға кәрәк?

Айназ:
Бөгөн бәләкәй балаларҙы телефон, компьютерҙағы насар йоғонто яһаған уйындарҙан араларға кәрәк. Улар атыш, үлтерешкә ҡоролған йәки башҡа төрлө мәғәнәһеҙ, файҙаһыҙ уйындар уйнамаһын. Был йәһәттән атай-әсәйҙәр тарафынан да, мәктәптә лә контроль булыуы яҡшы. Бында беҙҙең телефондарҙы йыялар һәм көнө буйы уларҙы ҡулға ла алмайбыҙ, тик кискеһен бер нисә сәғәткә генә ҡулланырға рөхсәт ителә. Унда ла әле тышта уйнап, башҡа эш менән шөғөлләнеп, онотоп ҡалабыҙ һәм был бик яҡшы.
Артур: Балаларҙың хоҡуҡтарын яҡларға кәрәк, минеңсә. Өлкәндәр "Һин бала ғына әле" тип, балаларҙың фекерҙәренә, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай. Тағы ла насар эштәргә өйрәткән, насар хәлдәргә юлыҡтырған өлкәндәр ҙә була, бына шуларҙан балаларҙы һаҡлау мөһим.
Айтуған: Әлбиттә, Артур әйткәнсә, балаларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Әммә үҙҙәрен әллә кем итеп тойған һәм өлкәндәрҙе тыңламаған балалар ҙа бар, улай һауалы булыу ярамай. Беҙ барыбыҙ ҙа бер төрлө һәм эргә-тирәләгеләргә ярҙамсыл булыу, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә мәрхәмәтлек күрһәтеү мөһим. Ә атай-әсәй беҙҙе ярата һәм бөтә нәмәнән дә ҡурсый инде ул, хатта ҡайһы саҡта һин бик үк хаҡлы булмаһаң да башҡаларҙан ҡыйырһыттырмай.
Ғәлим: Мин әле үҙем бәләкәй, шуға был һорауға яуапты бик белеп етмәйем. Шулай ҙа атай-әсәйҙәр балаһының ҡайһы бер теләктәренә ҡолаҡ һалһын ине, тим: ниндәй һөнәр һайлағыһы, ниндәй түңәрәккә йөрөгөһө, йәки сәсен нисек ҡырҡтырғыһы килә - уның ошондай фекерҙәре һанланырға тейештер ул. Мине былай ирекһеҙләмәй атай-әсәйем. Бында мин үҙем теләп бейеүгә һәм ҡурайға йөрөйөм, ата-әсәйем маҡтап, күтәрмәләп кенә тора. Шулай булырға тейештер.

Егеттәр, ә илһөйәрлек һеҙҙең өсөн нимәне аңлата?

Айтуған:
Тыуған илде яратыу, туған телеңде белеү һәм уларға зыян иткән һәр нәмәнән яҡлау. Ватан өсөн барыһын да эшләргә тырышыу.
Ғәлим: Туған телеңде яҡлау, маҡтау, белеү һәм унан оялмау ҙа илһөйәрлектең бер сифаты. Тағы ла минең ҡартатайым, атайым һәм бөтә ағайҙарым да армияла хеҙмәт итте, мин дә Ватан алдында үҙ бурысымды үтәйәсәкмен. Шул да илһөйәрлек ул.
Айназ: Беҙҙә хәҙер аҙна һайын дүшәмбе көн иртәнсәк Рәсәй һәм Башҡортостандың гимндары уйнатыла, флагтарҙы күтәрәбеҙ. Аҙна аҙағында флагты төшөрөп ҡуйырға ла йыйылабыҙ. "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү" тигән дәрестәрҙә төрлө иҫтәлекле даталарға арналған мауыҡтырғыс дәрестәр үтәбеҙ, өлкәндәрҙең һөйләгәнен тыңлайбыҙ. Был яңылыҡтарҙы ыңғай ҡабул иттек һәм илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн бик кәрәк икәнен дә тоябыҙ. Үҙ республикаң һәм Рәсәй менән ғорурланырға, уның тарихын яҡшы белергә өйрәтәләр. Сит илдәрҙә йөрөгәндә туған илеңде һәм халҡыңды башҡаларға матур яҡтан таныта алыу ҙа - илһөйәрлек.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем, үҙҙәре ҡыҙыҡһынған өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән һәм тырыш был балалар менән тағы бик күп темаларға һөйләшергә булыр ине. Шулай ҙа егеттәрҙең һәр һүҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернатында балаларға рухи һәм донъяуи белемдәр биреүҙе берҙәй хәстәрләүҙәрен сағылдырҙы. Бында һәр уҡыусы шулай телһөйәр, илһөйәр һәм алдынғы ҡарашлы, ә уларҙың ата-әсәләре - халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләгән замандаштарыбыҙ, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр - үҙ һөнәренең оҫтаһы, хәстәрлекле икәнен күрҙек.

Камила ҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 

Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru