«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВ ҺӘМ СУФЫЙСЫЛЫҠ
+  - 

Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институтында "Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфыйсылыҡ мәҙәниәте" тигән коллектив монографияның исем туйы булды.

Ошо ғилми баҫмала Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Махачҡала һәм Силәбе ҡалаларының университеттарында һәм ғилми ойошмаларында мосолман мәҙәниәтен, философияһын, әҙәбиәтен һәм тарихын өйрәнеүсе ғалимдарҙың мәҡәләләре донъя күрҙе. Авторҙар - 2023 йылдың май айында бөйөк башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияла сығыш яһаған тикшеренеүселәр. Был сарала Ибн Сина Фонды президенты (Мәскәү) Хәмид Хадавимогаддам, РФА Философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Андрей Лукашев, башҡа ғалимдар, мәҡәлә авторҙары һәм монографияның мөхәррирҙәре, дини һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, педагогтар һәм студенттар ҡатнашты.
Зәйнулла Рәсүлев XIX быуат аҙағында - XX быуат башында башҡорттар араһынан сыҡҡан иң күренекле Ислам ғилеме белгесе, мәғрифәтсе, педагог, Нәҡшбәндиә тәриҡәте суфыйҙарының рухи етәксеһе булараҡ танылыу ала. Әлбиттә, баҫмала уның тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә арналған мәҡәләләрҙән тыш, ошо дәүерҙәге башҡорт донъяһының рухи торошон, суфыйсылыҡ тәғлимәтенең башҡорт халҡының традицион мәҙәниәтенә йоғонтоһон, Рәсәйҙә Ислам диненең тарихи-мәҙәни яҙмышын, күренекле ориенталист Василий Бартольд "Башҡорт халҡының рухи короле" тип нарыҡлаған Зәйнулла Рәсүлевтың бай рухи мираҫын өйрәнеү мәсьәләләрен сағылдырған ғилми хеҙмәттәр ҙә урын алған.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты директоры Әминә Уразова, баҫманың исем туйын асып, ошолай тине: "Шәйех Зәйнулла Рәсүлев шәхесенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның йоғонтоһо беҙҙең төбәк мосолмандарына ғына түгел, Себер, Алыҫ Көнсығыш, Урал һәм Волга буйы диндарҙарына ла барып етә. Зәйнулла Рәсүлев эшмәкәрлеген дауам итеүселәрҙән Ризаитдин Фәхретдиновты, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты, Шәйехзада Бабичты һәм башҡа бик күптәрҙе атарға була. Бөгөн, донъяла деструктив дини ғәмәлдәр таралған бер мәлдә, ғалимдарға, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә Исламдағы суфыйсылыҡ традициялары хаҡында һүҙ алып барыу мөһим". Ғалимә суфыйсылыҡтың кешеләргә бер-береһен аңлай алыу мөмкинлеген биреүсе, уларҙы берләштереүсе фактор булыуына баҫым яһаны.
Сараның хөрмәтле ҡунағы, Ибн Сина Фонды президенты Хәмид Хадавимогаддам да суфыйсылыҡ традицияларын өйрәнеүҙе мөһим мәсьәләләрҙең береһе тип билдәләне: "Былтыр шәйех Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған конференцияла ҡатнашыу беҙгә уникаль мөмкинлек бирҙе. Ошо айҡанлы һеҙҙе монографияның баҫылып сығыуы менән ҡотларға теләйем. Иранда суфыйсылыҡтың ҙур тарихы бар, һәм бөгөн күп кенә тикшеренеүселәр уны өйрәнә. Башҡортостанда суфыйсылыҡты ғилми өйрәнеү уларҙы ҡыҙыҡһындыра. Беҙ Рәсәй һәм Иран тикшеренеүселәре хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә шатланып булышлыҡ итәсәкбеҙ, бигерәк тә шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың мираҫын өйрәнеү буйынса. Бөгөн, Өфө университеты ректоры менән осрашҡан саҡта, ошо мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Ошондай хеҙмәттәшлектең бер йүнәлеше - Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында иранистика үҙәген асыу. Тиҙҙән ул эшләй башлар тигән өмөттәмен".
Хәмид Хадавимогаддам университетҡа уникаль бүләк тапшырҙы - ул билдәле ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан юлъяҙмаларының һаҡланып ҡалған берҙән-бер данаһының теүәл күсермәһен һәм уның фарсы телендәге тәржемәһен алып килгән. Был Фаҙлан ҡулъяҙмаһының Рәсәйҙәге берҙән-бер тулы күсермәһе, ул X быуат технологияһына ярашлы ҡулдан эшләнгән ҡағыҙға күсерелгән һәм ошо заманда ҡулланылған ҡара менән яҙылған.
Монографияның яуаплы мөхәррире, Өфө фән һәм технологиялар университеты Тарих һәм дәүләт идараһы институтының әйҙәүсе белгесе Искәндәр Сәйетбатталов баҫманы әҙерләүҙә төрлө йүнәлештә тикшеренеүҙәр алып барған белгестәр - тарихсылар, филологтар, философтар, этнографтар, архив белгестәре ҡатнашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Монографияла Зәйнулла Рәсүлевтың биографияһы буйынса яңы материалдар, уның төрлө фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, мәҫәлән, Мифтахетдин Аҡмулла менән бәйләнештәре, мосолман мистицизмы вәкилдәренең, суфыйҙарҙың Граждандар һуғышы осоронда һәм Совет власының тәүге йылдарында ижтимағи әүҙемлеге хаҡында мәғлүмәттәр бар. Бында шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың ниндәй дини тәғлимәт әһеле булыуы хаҡында бик ҡыҙыҡлы тема сағылдырылған. Суфыйҙар - башҡа кешеләрҙе үҙҙәре өлгөһөндә хаҡ юлға сығарыусылар. Әммә Зәйнулла Рәсүлев йәнә яҙыусы булараҡ та билдәле, тикшеренеүселәр уның бар текстарын да өйрәнеп, мәғәнәләрен асып бөтмәгән әле", - тип билдәләне ғалим.
Мәскәү ҡунағы Андрей Лукашев баш ҡала һәм Башҡортостан ғалимдарының суфыйсылыҡты өйрәнеү өлкәһендәге ғилми хеҙмәттәшлеген билдәләп үтте. "Башинформ" агентлығына биргән интервьюһында ул Ибн Сина Фонды булышлығында Башҡортостандағы суфыйсылыҡ мәсьәләләре сағылдырылған ике китап баҫылып сығыуын иғтибарға алды. "РФА-ның Философия институтында минең коллегам, бик шәп ғалим - Илшат Насыров эшләй, ул Зәйнулла Рәсүлев ижадын өйрәнеүсе төп белгес. Мин уның аша Рәсүлевтың ижады менән таныштым һәм уның идеяларын үҙемдең суфыйсылыҡҡа арналған мәҡәләләремдә ҡулландым. Минең байтаҡ ҡына коллегаларым Зәйнулла Рәсүлевты, Рәсәй суфыйсылығы классиктарының береһе булараҡ, юғары баһалай һәм уның мираҫын өйрәнә", - тине Андрей Лукашев.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 150

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru