«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕФОНЫН ОНОТТОРОРЛОҠ НИНДӘЙ СПЕКТАКЛЬ УЙЛАП ТАБЫРҒА?
+  - 


Быйылғы май айының йәмен тағы ла арттырыр бик күп мәҙәни саралар баш ҡала халҡын көн һайын яңы бер мауыҡтырғыс сәйәхәткә әйҙәп, өйөрөлттө генә. Шулар араһында 16-23 май көндәрендә үткән "Туғанлыҡ" Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале лә бар. Ул өфөләргә Рәсәйҙең генә түгел, Ҡаҙағстан, Абхазия, Ҡырғыҙстан театрҙарының сихри донъяһына байҡау яһарға, ижади үҫешен баһаларға ярҙам итте.

Биш йылға туҡталып торған "Туғанлыҡ" фестивале, ниһайәт, кире тергеҙелде һәм 1991 йылдан алған матур йолаларына тағы ла йәм өҫтәп, офоҡтарын киңәйтте: хәҙер фестиваль төрки телле театрҙарҙы ғына түгел, ә барлыҡ милли театрҙарҙы берләштерә. Фестивалдең шарттарын шулай үҙгәртеүҙәренә ойоштороусылар ғына түгел, тамашасылар ҙа шатланып туя алманы. Сөнки был сара иң яҡшы спектаклдәрҙе сәхнәлә уйнау ғына булманы, ә матур бер тел һәм рух байрамына әүерелде: баш ҡала сәхнәләрендә ҡаҙаҡ, тыва, мари, сыуаш, татар, урыҫ, башҡорт, ҡумыҡ, абхаз, ҡалмыҡ, ҡырғыҙ, осетин телдәре яңғыраны. Барлығы 15 спектакль күрһәтелеп, шуларҙың икәүһе - М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Н. Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған "Ҡыҙыл паша" менән А. Пушкин исемендәге Псков академия драма театрының (Рәсәй милли драма театрының филиалы) М. Булгаковтың әҫәре буйынса "Морфий" спектаклдәре конкурстан тыш уйналды. Шулай уҡ күптән түгел премьераһы үткән "Бөйрәкәй" спектакле төндә күрһәтелде.
Фестивалдең конкурс өлөшөн В. Кок-оола исемендәге Тыва милли музыкаль-драма театры асып ебәрҙе. Улар Өфө тамашасыһына һәм ҡунаҡтарға Федерико Лорканың "Бернарда Альба йорто" спектаклен тәҡдим итте. Тамашасылар Әлмәт татар дәүләт драма театрының Муса Йәлилдең либреттоһына таянып ижад ителгән "Алтынсәс. Мираҫ" һәм Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының "Көл" спектаклдәрен айырыуса йылы ҡабул итте. Ә бына С. Чанба исемендәге Абхазия дәүләт драма театры бөйөк рус яҙыусыһы Федор Достоевскийҙың "Ярлы кешеләр" романы буйынса ҡуйылған "Ловелас" спектаклен уйнаһа, Ҡалмыҡстандан килгән Б. Басангов исемендәге Милли драма театры Александр Грибоедовтың "Горе от ума" шиғри комедияһына мөрәжәғәт иткән. Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәрҙәре лә актуаллеген юғалтмай: А. Салауатов исемендәге Дағстан дәүләт ҡумыҡ музыкаль-драма театры артистары "Диңгеҙ буйын иңләй ала эт" һәм К. Жантошев исемендәге Ысыҡкүл өлкә музыкаль драма театры "Аҡ пароход" спектаклдәрен алып килгән. Әйткәндәй, һуңғыһы фестивалдең иң юғары баһаһына лайыҡ булды һәм спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев "Иң яҡшы режиссер эше" тигән номинацияла билдәләнде. Шулай уҡ был спектаклдә Бекей ролен оҫта башҡарған Света Әбдеҡәдирова "Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында бүләкләнде. "Ысыҡкүл театрының спектакле геройҙарҙың көсө, ғәйрәте, эскерһеҙлеге, асыҡ йөҙҙәре менән арбаны. Был спектаклде 28 йәшлек режиссер Уланмырҙа Ҡарыпбаев студенттары менән сәхнәләштергән. Шуға ла унан йәшлек көсө, халыҡсанлыҡ урғып тора. Уны ҡарағанда тамашасының күңелһеҙләнеп, телефонына үрелергә бер генә лә минут ваҡыты булманы. Ә йөрәк гел генә һулҡылдап торҙо, спектакль күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылды" , - тине "Аҡ пароход" тураһында һөйләп З. Исмәғилев исемендәге ӨДСИ доценты, театр тәнҡитсеһе Айһылыу Сәғитова.
"Иң яҡшы ир-егет роле" С. Сәйфуллин исемендәге Ҡарағанда өлкә академия ҡаҙаҡ драма театрының актеры Бауржан Нурмагамбетовҡа бирелде. Ә бына "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" һәм "Иң яҡшы икенсе пландағы ир-егет роле" номинацияларын В. Тхапсаев исемендәге Төньяҡ Осетия дәүләт академия театрының "Король Лир"ҙа уйнаған актерҙары Әминә Агкацева менән Аслан Тигиев яуланы. Әйткәндәй, уларҙың Уильям Шекспир тарафынан 17-се быуатта уҡ ижад ителгән трагедияһы заманса яңғыраш алып, тамашасыға айырым кешенең генә түгел, тотош дәүләттең ҡотолғоһоҙ үҙгәрештәргә дусар булғандағы "кисерештәрен" сағылдырҙы. "Улар был әҫәрҙе икенсе жанрға әйләндергән һымаҡ: гүйә Шекспир трагедия түгел, ә тарихи хроника ижад иткән. Йәғни, баҫым айырым кешеләр һәм уларҙың күңел үҫешенә, трагик геройға, уның трагик ғәйебенә яһалмай һәм беҙ үҙебеҙҙе уға тиңләп, спектакль аҙағында катарсис кисерә алмайбыҙ. Был Лирҙың трагедияһы ла, ғаләм трагедияһы ла түгел, ә дәүләтселек трагедияһы, катастрофа", - ти был турала философия фәндәре докторы, сәнғәтте өйрәнеү кандидаты, профессор һәм белгестәр советы ағзаһы Галина Вербицкая.
Башҡортостан театрҙарының данын яҡлау Салауат башҡорт драма театры иңенә ятты. Улар фестивалгә Мостай Кәрим повесы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән "Ярлыҡау" спектаклен тәҡдим иткәйне. Коллектив "Милли классиканың заманса сиселеше" номинацияһында билдәләнде.
Барлыҡ тамашасыларҙы хайран иткән спектаклдәр араһында иң ялҡынлы алҡыштар Ғ. Мөсирәпов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия балалар һәм үҫмерҙәр театры актерҙарына бағышланды, тиһәк тә хата булмаҫ. Сөнки Алматы ҡалаһынан килгән театрҙың Ильяс Йәнсоғоров поэмаһы буйынса режиссер Фәрхәт Молдағәли сәхнәләштергән "Ҡола айғыр" драмаһы барыһын да тәржемәһеҙ ҙә арбаны. Төп герой Аҡан Серэ һәм уның елдәй елер Ҡола айғырының яҙмышы береһен дә битараф ҡалдыра ла алмай ине, сөнки улар - үткән быуатта бер ғәйепһеҙгә хөкөм ителгән миллионлаған сәйәси золом ҡорбандарын һәм уларҙың яҡындарын кәүҙәләндергән образдар. Бәйгелә еңеүгә яҡынлашып килгән Ҡола айғырҙы халыҡ араһында торған берәү атып йыҡҡас, һауанан ҡойолоп төшкән йөҙләгән ҡыҙыл дағалар залдағы һәр кемгә халҡының шулай ҡапыл ауған терәктәрен, арҙаҡлы шәхестәрен хәтерҙәренә төшөрҙө. Был ижади коллектив үҙенең йөрәктәрҙе өҙгөс йыр-моңо, төрлө тәбиғәт тауыштарын оҫта яңғыратыуы һәм спектаклде музыкаль, визуаль яҡтан матур биҙәүе менән дә арбаны.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында ҡылынған яман эштәр, аяныслы яҙмыштар темаһы фестивалдә бер тапҡыр ғына яңғыраманы. Мәҫәлән, М. Шкетан исемендәге Мари милли драма театры "Йыван Кырла. Путевка в жизнь" спектакль-киноһында шулай уҡ үҙҙәренең билдәле шәхесе, тәүге тауышлы совет киноһында төп ролде башҡарған мари кешеһе Кирилл Иванов яҙмышына мөрәжәғәт иткән. Сценарий авторы һәм режиссер Степан Пектеев бик үҙенсәлекле алым ҡулланған: сәхнәләге һәр күренеш кино таҫмаһындағы кеүек күҙ алдынан үтә. Уның эшен фестивалдең жюри ағзалары ла юғары баһаланы һәм "Иң яҡшы режиссер эше" номинацияһында билдәләне.
М. Сеспель исемендәге Сыуаш дәүләт йәш тамашасы театры "Кәкүктең күҙ йәштәре" тигән спектакль алып килде. Михаил Юхма романы буйынса Михаил Башкиров инсценировкаһында режиссер Борис Манджиев сәхнәләштергән әҫәрҙә илһөйәрлек, телһөйәрлек, мөхәббәт, һуғыш ҡыйған яҙмыштар темалары асыҡ сағыла. Тамашасы ағай-эненең бер-береһенә ҡорал күтәреп сығыуы, милләт-ара никахтарҙың эҙемтәләре, тыуған иленә ҡайта алмаған кешенең яҙмышы тураһында актерҙар менән бергә уйланды. Кешенең бәхете һәм бәхетһеҙлеге нигҙендә ниҙәр ятыуын төшөндө.
- Фестиваль уңышлы барып сыҡты, унан сағыу тәьҫораттар алдыҡ. Сөнки афиша бик етди, ул милли театр нимә менән йәшәүен генә түгел, Рәсәй һәм донъя театрының бөгөнгөһөн дә сағылдыра. Таланттар күп булыуы һоҡландырҙы. Һәр коллективта тәүбәгә килгән кеүек яңғыраған тарихтар бар, актерҙарҙың һәм режиссерҙарҙың ҡыҙыҡлы, матур эше, фекере күҙәтелә. Иҫ киткес күренештәр уйлап тапҡан йәш актерҙарҙың күплеге хайран итте. Биш йыл үткәндән һуң тергеҙелгән "Туғанлыҡ" бөтөнләй яңы кимәлгә күтәрелеүен күреп шатландым. Киләсәктә тағы ла ҡатнашырға насип булыр, тигән өмөттә ҡалам, - тине фестивалдең белгестәр советы ағзаһы, Мәскәүҙән театр тәнҡитсеһе, педагог Екатерина Морозова.
Фестивалгә йомғаҡтар яһаған кисәлә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәбрикләне һәм һәр театрҙың етәкселегенә Рәхмәт хаттары тапшырҙы, республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы өс йылға бер тапҡыр үткәрелеп торасаҡ киләһе осрашыуҙарҙы көтөп аласағы тураһында әйтте. "Туғанлыҡ" фестиваленең белгестәр советы етәксеһе, М. Ғафури исемендәге БАДТ-ның баш режиссеры Айрат Абушахманов та саранан ҡәнәғәт ҡалыуы, һәр ҡатнашыусы театрҙың юғары кимәлдә сығыш яһауын һәм бөгөнгө милли театрҙарҙың ижады донъя театрҙары менән ауаздаш булыуын билдәләне.



Һүҙ аҙағында философия фәндәре докторы, сәнғәтте өйрәнеү кандидаты, профессор һәм белгестәр советы ағзаһы Галина Вербицкаяның заман театрына нимә йоғонто яһауы тураһындағы фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ: "Заман театрына визуаль цивилизация ҙур йоғонто яһай. Рәссам да хәҙер рәссам түгел, ә видеограф. Сценография түгел, ә спектаклдең визуаль сиселеше. Ни өсөн шулай һуң? Сөнки вербаль цивилизация урынына визуаль цивилизация килде. Йәғни, кеше һүҙгә, ишеткәненә түгел, күҙе менән күргәнгә иғтибар итә. Был яҡшы ла, насар ҙа түгел, әммә факт. Һәм ул кешегә ентекләп күҙәтергә, тәрән фекер йөрөтөргә, ҡайһылыр урында тын ҡалып уйланырға ҡамасаулай. Һәр тамашасы ҡулында телефон, шунда уҡ фото-видео төшөрәләр. Кеше телефондарын һәм социаль селтәрҙәрен оноторлоҡ спектаклде нисек уйлап табырға? Бына ниндәй һорау тора бөгөн театрҙар алдында", - ти Галина Яковлевна.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 163

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru