«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨХӘББӘТКӘ ЯҢЫ ҠАРАШ
+  - 

Баш ҡалабыҙҙың театр донъяһында тағы ла бер матур яңылыҡ - М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә "Мөхәббәт хаҡы" тигән яңы спектакль күрһәтелде. Уны Валентин Афониндың "Шекспирға репетиция яһайбыҙ" тигән пьесаһы буйынса театрҙың башҡорт труппаһы баш режиссеры Рөстәм Хәкимов сәхнәләштерҙе.

Спектаклдә һүҙ Уильям Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта" әҫәрен сәхнәләштерергә йыйынған театр бүлеге студенттары тураһында бара. Улар ошо трагедияла һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы, хис-тойғоларҙы сәхнәлә генә түгел, ә үҙ тормоштарында ла кисерә. XIV быуатта йәшәгән геройҙар менән XXI быуат кешеһенең айырмалары һәм оҡшаш яҡтары ниндәй? Замандаш геройҙарыбыҙ яҙмыштарын үҙ ҡулдарына алырмы, әллә мәңгелек мөхәббәт тарихтары менән халыҡ хәтерендә ҡалған парҙың юлын ҡабатлармы? Бына ниндәй һорауҙар тыуҙыра спектакль тәүге минуттарҙан уҡ. "Шекспирҙың әҫәре барыһына ла таныш, унда ике ырыу дошманлаша һәм был ике йәш йөрәкте бәхетһеҙ итә. Ошо пьесаны уйнарға йыйынған театр факультеты студенттары Асҡар, Динә, Йондоҙ Шекспир геройҙарының кисерештәре, уй-теләктәре менән яна. Күреүегеҙсә, Валентин Афониндың төп нөсхәләге геройҙарының исемдәрен башҡортсаға үҙгәрттек, шулай уҡ Өфө урамдары атамалары ла яңғырай. Был тамашасыны ошо хәл-ваҡиғаларға яҡыныраҡ итә. Спектакль буйынса эш башлауыбыҙға 2 ай тирәһе ваҡыт үтте. Валентин Афониндың пьесаһы мине йәштәр темаһына арналыуы, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртыуы менән йәлеп итте. Үҙ-үҙең булып ҡала белеү мөһимлеген, йәмғиәттәге ниндәйҙер ҡаршылыҡлы ҡағиҙәләрҙе емерергә ҡурҡмау, мөхәббәт барыһын да еңеүсе көс булыуын театрыбыҙ тамашасыһына ла еткергебеҙ килде", - тине спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Рөстәм Хәкимов.
Журналистар менән осрашыу ваҡытында ҡуйыусы рәссамдар Екатерина Сомова һәм Денис Черепанов (яҡтылыҡ буйынса ла ул эшләгән), төп ролдәрҙе башҡарыусы актерҙарҙан Динислам Сафин, Гөлсәсәк Зарипова, Венер Камалов, Рәмзил Сәлмәнов та һөйләшеүҙә ҡатнашты. Спектаклдең сәхнә биҙәлеше бик үҙенсәлекле: тамашасыға Шекспир үҙе быуаттар аша замандаштарыбыҙ артынан күҙәтеп торғандай тойола. Ҡуйыусы рәссамдар Екатерина Сомова һәм Денис Черепанов әйтеүенсә, бында боронғо һәм бөгөнгө берләшә, сәхнә уртаһындағы шаҡмаҡ портал ошо ике донъяға илткән ишекте сағылдыра. Ошо ишек аша "Мөхәббәт хаҡы" спектакле кешелекте борсоған мәңгелек һорауҙарға яуаптар эҙләшә. Уны тамаша ҡылған йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн дә бик күп серҙәр сиселер, спектаклдән тормошҡа ҡараштарҙы үҙгәртерлек фәһем алыныр һәм саф мөхәббәт хисенең көсөнә инаныстар артыр, тип өмөт итә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының ижади коллективы. "Мин Ромеоны уйнаған Асҡар тигән студент егет ролен башҡарам. Геройым кеүек үк, театр факультетында уҡыған кеше булараҡ, шулай уҡ ҡыҙҙар һәм атай-әсәйҙәр менән мөнәсәбәттәребеҙ ҡайһы осраҡтарҙа оҡшаш булып китеүен күрәм. Шуға Асҡарҙың кисерештәрен аңлайым, яҡын ҡабул итәм. Әммә сәхнәлә үҙемде түгел, ниндәйҙер икенсе образ тыуҙырыу маҡсатын алдыма ҡуйҙым һәм әле лә эҙләнеүҙәремде дауам итәм", - ти актер Динислам Сафин. Әйткәндәй, 30 майҙа тәүге тапҡыр тамашасы хөкөмөнә сығарылған "Мөхәббәт хаҡы" спектаклен күреп өлгөрмәгәндәр өсөн матур яңылыҡ: театрҙың киләһе ижад миҙгеле сентябрь айында тап ошо әҫәр менән асыласаҡ.

Айгөл ҒАБДИНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 79

Киске Өфө
 
Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru