«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ САЛАУАТ ТУРАҺЫНДА КУРС ЭШЕ ЯҘҒАН
+  - 

Өфөбөҙҙә төрлө мәҙәни, спорт, әҙәби һәм башҡа саралар йыш булып тора. Әле бына яңы ғына матур итеп "Китап байрамы" үтеп китте. Меңәрләгән китап һөйөүселәрҙе йыйған был матур сараға бик күпләп ҡунаҡтар килде. Оҙаҡламай 450 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк Өфөбөҙ тураһында улар үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Шуларҙың береһе билдәле яҙыусы Дарья Донцова.

- Мин Өфөлә беренсе тапҡыр һәм уның матурлығы күҙҙең яуын ала. Рәсәй буйлап күп йөрөргә тура килә. Ошондай ваҡытта күп кенә ҡалаларҙың ҡаралмағанлығы, хужа ҡулы етмәгәнлеге күҙгә ташлана. Урамдарҙың бысраҡ булыуы, ҡайһы бер күп ҡатлы йорттарҙың балкондары емерелеп тороуы һәм башҡа күренештәр уларға бер ҙә йәм өҫтәмәй. Ә Өфө үҙенең төҙөклөгө, бөтөнлөгө менән күп ҡалаларҙан айырылып тора.
Ҡалала иң һоҡланған күренеш - Салауат проспектында төҙөлөп ятҡан мәсет. Мин ундай матурлыҡты бер ерҙә лә күргәнем булманы. Мәсетте видеоға төшөрөп, үҙемдең социаль селтәрҙәремә һалдым, сөнки бындай матурлыҡты барыһы ла күрергә тейеш, тип уйлайым.
Өфөлә тағы күҙгә ташланып торған күренеш - балаларҙың күп булыуы. Бер бәпестәрен ҡулдарына, икенсеһен коляскаға ултыртҡан, ә яндарында тағы бер бала йүгереп уйнаған ғаиләләрҙең дә күп булыуын күреү шатлыҡлы тойғоларға сорнаны мине. Өфө кешеләренең йөҙҙәрендә йылмайыу балҡый, күҙҙәрендә осҡондар уйнай. Бөтә был күренештәр, тимәк, Өфөлә барыһы ла яҡшы, тигәнде аңлата, - тине ул үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Әйткәндәй, Дарья Донцова Өфөлә беренсе тапҡыр булһа ла, Башҡортостан менән күптән бәйләнештә, тип әйтергә була. Ул студент йылдарында, башҡорт халҡының милли геройы, быйыл 270 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында курс эше яҙған булған.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.06.24 | Ҡаралған: 61

Киске Өфө
 
Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru