«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘГЕМДЕ БИЛӘГӘН ҠАЛА
+  - 


(Эссе)

"Өфө һөйләй. Өфө ваҡыты менән иртәнге сәғәт ете..." Өйөбөҙҙөң түр яғында, комод өҫтөндә бик матур итеп эшләнгән серле ҡумта эсенән миңә һис таныш булмаған апай йә иһә ағай яғымлы тауыш менән тап беҙгә өндәшкән кеүек. Миңә 5 йәш кенә, шулай ҙа был ҡумтаның радио тип аталғанын беләм. Уҡырға өйрәнгәс, шул радионың "Родина-47" тип аталғанын да белдем. Өйөбөҙҙәге иң затлы әйбер ҙә шул булғандыр. Уның түңәрәк борғостарын тегеләй-былай әйләндереп, ҡабыҙып-һүндереп тә, көйләп тә була. Рус, татар, башҡа ниндәйҙер ят телдәрҙә лә һөйләй ала ине шул ғәжәп ҡумта. Өфө тигән һүҙ минең аңыма ана шул радио аша килеп инде лә, һоҡланғыс бер мөғжизә кеүек, үҙаллы йәшәй башланы...
Өфө концерт бирә: "Грузинский сәй сәйнүктә, өҫтәлдә башҡорт балы", йә иһә "Их, Өфө ҡалаһы, йәмле Иҙел буйында, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һин булырһың уйымда" һәм башҡа матурҙарҙан матурыраҡ йырҙар, баян моңдары, Елизавета Крылованың фортепьянола уйнауы...
Өфө спектакль тапшыра: "Ҡара йөҙҙәр" - исеме ниндәй зәһәр бит әле, артистар ҙа шундай шомло үә хәсрәт-һағышлы тауыш менән уйнай, әммә бергәләшеп тыңлағас, ҡурҡмайбыҙ.
Кис етеүгә инәйемә инәләм: радионы ҡабыҙ әле, балалар өсөн тапшырыу башлана! Атайым беҙгә радиоға ҡағылырға ҡушмай, ватып ҡуймаһындар, тип уйлағандыр. Ә тапшырыу шундай күңелле, "Шат йондоҙҙар" тип атала. Өфө радиоһы беҙҙе өр-яңы, беҙ белмәгән-күрмәгән донъяға алып сыға - шул үҙе генә лә мөғжизә түгелме ни!
Өфө ҡалаһы күңелемә ана шундай мөғжизәле бер күренеш булып ингәс, унда йәшәгән кешеләрҙән дә бәхетлерәктәр юҡтыр, тип уйлай инем.
1960 йылда күрше ауылда 6-сы класта уҡыған ағайыбыҙ фажиғәле рәүештә үлеп ҡалғас, атайыбыҙ ана шул Өфөгә ҡаттан-ҡат барып йөрөп, ауылыбыҙға мәктәп юллау маҡсатында ул саҡтағы мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина менән биш-алты тапҡыр осрашҡан, Юғары Совет депутаты, халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаштың өйөндә булған. Мәктәп бинаһы бер йәй эсендә һалынып та бөттө.
Шуныһы ҡыҙыҡ, мин Мәсәғүт педучилищеһының 4-се курсында уҡыған сағымда Мәскәүгә экскурсияға барҙым, ә Өфөлә һис бер булғаным юҡ. Ҡулыбыҙға диплом алғас, училище мине һәм Дыуан районында тыуып үҫкән Александра Сухневаны Мәскәү дәүләт пединститутына уҡырға ебәрергә булды. Министрлыҡтан юллама алыр өсөн Өфө ҡалаһына килдек. 1972 йылдың июль айы, көндәр аяҙ, ҡояшлы, Өфө ялт итеп тора. Ҡайҙа ҡарама, йәшеллек, сәскә газондары ла ҡалаға йәм өҫтәй. Баш ҡалабыҙ беҙҙе - ҡап-ҡара сәсле, бәләкәй буйлы башҡорт егетен һәм һонтор рус ҡыҙы Сашаны бик ихлас ҡабул иткәндәй тойолдо. Өфөлә тәү тапҡырбыҙ, ҡайҙа, нисек барырға белмәйбеҙ. Киоскынан Өфөнөң туристик картаһын һатып алдым, уны әлегә тиклем бер ҡиммәтле ҡомартҡылай күреп һаҡлайым. Хаҡы 29 тин, тиражы иҫ китмәле - 300 000 дана! Шулай күп булһа ла, һатылып бөткән ул.
Беҙҙең юлламаға имза ҡуя торған министр урынбаҫары дүшәмбе генә була тигәс, аптырабыраҡ ҡалдыҡ. Ул саҡта "Башҡортостан пионеры" гәзитендә эшләгән яҡташыбыҙ, шағир Тимер ағай Йосоповты күреп китәйек тип, редакцияға йүнәлдек. Тимер Йосоп улы беҙҙең сығарылыш тантанаһында ҡатнашҡайны. Ул, бик алсаҡ кеше, беҙҙе үҙенең фатирына алып ҡайтты, Дамира еңгәбеҙ билмән менән һыйланы.
Мәскәүҙә уҡыған 5 йыл дауамында баш ҡалабыҙға килеп-китеп йөрөлдө, әммә Өфө ул саҡта минең күңелем түренә үтеп инмәгәйне әле. Өйләнешкәс,1980 йылдың август айында ҡатыным менән Өфөлә Нижегородка биҫтәһендә фатирҙа торған ҡайнағаға ҡунаҡҡа килдек. Хәләл ефетем менән кинотеатрҙарға һинд фильмдарын ҡарарға йөрөйбөҙ, аяҡтарыбыҙ талып бөткәнсе урамдарҙы ҡыҙырабыҙ. Август айында Өфө һоҡланып туймаҫлыҡ бер гүзәл урынға әйләнә: аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып тора, ҡайҙа ҡарама - ҡып-ҡыҙыл миләш тәлгәштәре, тегеләй-былай үтеп йөрөүсе кешеләр ҙә ҡәҙимгенән матурыраҡ булып күренә. Урам тулы йәштәр - институттарҙа ҡабул итеү имтихандары бара. "Ҡара әле бынау ҡыҙҙарға, ҡалай сибәрҙәр!" - тим ҡатыныма. "Улай булғас, ниңә мине алдың?" - тип көлә хәләлем. Шул саҡ бик моңло тауышлы Йәсәүи ҡайнағамдың беҙҙең туйыбыҙҙа ҡаттан-ҡат башҡарған йыры иҫкә төшә:
"Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?
Беләм, дуҫҡайым, беләм серҙәрен:
Мин һинең менән йөрөйөм урамда,
Миңә йылмая һинең күҙҙәрең.
Ҡараһаң миңә,
Йылмайһаң миңә,
Һин дә бик матур,
Өфө лә матур,
Бик матур донъя!"
1980 йылда, Башҡорт дәүләт педагогия институтының психология кафедраһына эшкә килгәс, Өфө кешеһе булып киттем. Пропискам юҡ, паспортымды төп корпусҡа теркәнеләр. Тәүге йылда яр буйындағы Архирейка тип аталған биҫтәләге бик боронғо, ике ҡатлы ағас йортҡа фатирға индек. Яҙын тирә-яҡ йәшеллекә күмелә, тәҙрәнән Ағиҙел аръяғы күренеп тора, хатта өй янындағы ҡыуаҡлыҡта һандуғастар һайрай - шундай күңелле! Иртәләрен теплоход ҡысҡырған тауышҡа уянып китәһең, тиҙ генә тора һалып, колонкаға һыуға йүгерәһең. Шулай итеп, бер йыл эсендә Өфөгә шул тиклем ерегелде, ул тыуған ҡалама әйлән-де. Артабан 13 йыл Аксаков урамындағы ятаҡта йәшәлде, бер-бер артлы тыуған малайҙарыбыҙ менән, көн һайын тигәндәй, Өфөнөң үҙәк урамдарында икешәр сәғәт йөрөп ҡайтабыҙ. Ғафури урамында йәшәгән Әхмәт ағай Сөләймәнов йыш осрай. Ул, йылмая биреберәк, беҙгә өндәшә: "Вәлиәхмәт тағы ла бәпкәләрен көтөргә алып сыҡҡан", - ти. Ҡатыным менән беҙ ҙә көлөшкән булабыҙ. "Өфө ҡалай матур!" - тип, һоҡланып туйманыҡ шулай.
Өфө - дуҫлыҡ ҡалаһы. Халыҡтар Дуҫлығы монументы булған өсөн генә түгел. Бында аралашыу даирәһе шул тиклем киң - тик бер йыл дауамында ғына әллә күпме кеше менән осрашаһың, фекер алышаһың, ә уларҙың бәғзеләре һинең яҡын дуҫыңа әйләнә. Араларында өлкәндәре лә, йәшерәктәре лә булды. Кем генә булманы дуҫтар араһында: философтар, тарихсылар, филологтар, яҙыусылар һәм шағирҙар, журналистар, уҡытыусылар һәм табиптар...
Беҙ йәш саҡта "Белем" йәмғиәте институт уҡытыусыларын төрлө предприятиеларға, ойошмаларға, мәктәптәргә, мәҙәниәт һарайҙарына лекция уҡырға саҡыра ине. Кафедра мөдире Вадим ағай Сафин, башлыса, лекция уҡырға мине ебәрер булды. Эштән һуң арытҡан булһа ла, һис ҡарышманым, психология буйынса әллә күпме популяр сығыштарым күптәрҙең иҫендә ҡалғандыр, тим. Әле булһа ла ошо ағайға рәхмәтлемен: тап Өфө мине сыняһау лектор итте.
Ваҡыты еткәс, йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә йәлеп ителдем. Ошо өлкәлә иң ҙур уңышым - данлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу юлдары буйлап автосәйәхәт ойошторҙом, Өфөнән Берлинғаса йөрөп ҡайтылды, тиҫтәләгән туғандар ҡәберлектәренә сәскәләр һалынды, Башҡортостан тупрағы һибелде... Баш ҡалабыҙҙың Һупайлы биҫтәһе халҡы бән фәҡирегеҙҙе депутат итеп күтәрҙе, был эштә лә һынатманым, халыҡ мәнфәғәте өсөн, еребеҙ, телебеҙ хаҡына егелеп эшләнем. Ә бына журналист булып китермен тигән уйҙың башыма инеп сыҡҡаны ла булманы, ә "Киске Өфө" гәзитендә эшләү мине ысын халыҡ мәғрифәтселеге юлына алып сыҡты.
Яҙмыштарыбыҙ ҡушҡанса, Өфөбөҙ-ҙән айырыла алманыҡ: быйыл ҡала кешеһе булғаныбыҙға 44 йыл булып китте. Ошо арауыҡта күп ҡалаларҙа булырға тура килде, әммә Рәсәйҙә, донъя илдәрендә ниндәй генә төҙөк үә бар яҡтан комфортлы ҡалалар булмаһын, барыбер үҙебеҙҙең Өфөбөҙ күркәмерәк тойола. Баш ҡалабыҙ күптән йөрәктәребеҙҙе биләгән, ул беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың йәме бит!
Ағиҙелдең бейек һәм текә ярына, Салауат һәйкәле янына килгән сағымда күңелемдә әлеге йыр сыңлап торғандай:
"Тауҙан тауҙарға ҡояш күсенә,
Һиңә лә миңә балҡый шикелле.
Салауат батыр ҡорос атында
Һине лә мине һаҡлай шикелле.
Ниндәй ҡалалар ерҙә күрмәнем,
Булманы минең ҡайҙа йөрөгәнем.
Өфө тиһәләр, һине һағынам,
Өфө тиһәләр, яна йөрәгем".
Эйе, ихлас әйтәмен: Өфө ҡалаһын үҙһенмәгән, уны яратмаған, сит-ят ерҙәрҙә йөрөгәнендә уны һағынмаған кеше таш бәғерлелер ул. Ә беҙ, ауыҙ тултырып, бар донъяға яңғыратып, ҡысҡырып әйтергә хаҡлыбыҙ: "Гүзәлдәрҙән-гүзәл Өфөбөҙ! Һин - Башҡорт иленең йөҙөк ҡашы! Беҙ һине яратабыҙ!"

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.06.24 | Ҡаралған: 82

Киске Өфө
 

Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru