«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХ НЫҠЛЫҒЫ ҠОРАЛДАН КӨСЛӨРӘК
+  - 

Үткән аҙнаның 5-8 июнь көндәре илебеҙҙең Төньяҡ баш ҡалаһында 27-се халыҡ-ара Петербург иҡтисад форумы булып үтте. Һәр ваҡыттағыса, быйыл да уның эшендә бик күп сит ил вәкилдәре - донъяның 139 иленән 21,3 мең кеше ҡатнашты. Иң ҙур делегация - 192 кеше - Ҡытайҙан килгәйне.Унан ҡала Ғәрәп Әмирлектәренән - 105, Зимбабвенан 80 делегат ҡатнашты. Форум барған дүрт көн эсендә 6,43 триллион һумға торошло 982 килешеү төҙөлгән.

Форумда ҡатнашыусылар, әлбиттә, РФ Президенты Владимир Путиндың пленар ултырыштағы сығышын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Һәм, ысынлап та, Рәсәй Президенты иҡтисад өлкәһендә өлгәшелгәндәр менән бергә киләсәккә йүнәлештәр ҙә билдәләне. Мәҫәлән, иҡтисад күләме буйынса Рәсәй Япония менән Германияны ҡыуып үтте, тине ул, ләкин тотороҡлолоҡто һаҡлау өсөн киләсәктә ҙур көс һалырға тура киләсәк. Президент хәрби өлкәлә лә технологик яңырыу кәрәклегенә баҫым яһап, уның юғары кимәлен һаҡлау бурысын ҡуйҙы. Санкциялар һәм ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, Рәсәй донъя сауҙаһының төп ҡатнашсыһы булып ҡала, тине Президент һәм тауар әйләнешенең дүрттән өс өлөшө дуҫ илдәргә тура килеүен әйтте. Ил етәксеһе Арктика һәм Төньяҡ диңгеҙ юлы мәсьәләһенә лә ҡағылып, был өлкәләрҙе үҫтереү маҡсатында Рәсәй Дәүләт Советында махсус комиссия булдырыласаҡ, тине. Социаль өлкә һәм мәшғүллек мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. В.Путин Рәсәйҙәге вуздар, колледждар һәм техникумдарҙың эше ошо уҡыу йорттарын тамамлап сығыусыларға ихтыяж һәм уларҙың эш хаҡына ҡарап баһаланасаҡ, тип белдерҙе.
Владимир Владимирович күптән көтөлгән мәсьәлә - эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялауға асыҡлыҡ индереп, уның 2025 йылдың 1 февраленән ғәмәлгә ашырыласағын һөйөнсөләне. Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләменең медиан хеҙмәт хаҡына бәйле буласағы һәм киләһе йылдан был күрһәткестең 48 процент тәшкил итеп, 22 мең һумға етәсәге һәм артабан был нисбәттең үҫә барасағы хаҡында һөйләне. Ә быйыл июлдән ташламалы ғаилә ипотекаһының өҫтәлмә программаһы эшләй башлаясағы ла мәғлүм булды.
Төбәк үҫеше мәсьәләһенә ҡағылышлы, Рәсәйҙең төбәктәргә элек бирелгән бюджет кредиттарының өстән ике өлөшө ғәмәлдән сығарылып, был аҡсаны төбәктәр үҫешенә: транспорт, авария хәлендәге йорттарҙан күсеү, юлдар төҙөлөшө һәм халыҡ тормошон яҡшыртыуҙың башҡа өлкәләренә ҡайтарыу пландары хаҡында ла изге хәбәр еткерелде. Шул ыңғайҙан Рәсәйҙәге ҡайһы бер эре компанияларҙың баш офистарын төбәктәргә күсереү идеяһы иғтибарға лайыҡ тип табылыуы һәм был хаҡта ныҡлабыраҡ уйлау кәрәклеге белдерелде.
Сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә Владимир Путин Рәсәйҙең БРИКС илдәре менән хеҙмәттәшлегендә ҙур мөмкинлектәр күреүен һәм был берләшмәгә башҡа илдәрҙең дә ҡушылыуын хупланы.
Махсус хәрби операция хаҡында ла һүҙ булды, әлбиттә. Быйыл 160 меңдән ашыу кеше МХО-ла ҡатнашыу өсөн контрактҡа ҡул ҡуйған. Еңеү яулау өсөн ядро ҡоралы түгел, ә теләһә ниндәй төр ҡоралды алыштыра алырлыҡ рус характеры кәрәк, тине В.Путин. Рәсәй етәксеһе кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ядро һуғышы ихтималлығы тураһында һүҙ алып бармаҫҡа саҡырҙы. Украина власы узурпацияға бирелгән, ләкин Мәскәү билдәле шарттар нигеҙендә тыныс килешеүҙәргә барырға әҙер, тине Владимир Путин.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.24 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 
Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru