«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛ ЙӨРӨҮ ҠИММӘТЛӘНДЕ
+  - 

Баш ҡалабыҙ июнь айында ла әүҙем мәҙәни тормош менән "йәшәүен" дауам итә. Яңы айҙың беренсе көнө Балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы ойошторолған бихисап сараларға бай булғайны. Улар халыҡ телендә һәм "Бәйләнештә" социаль селтәре хәбәрҙәрендә төрлө баһа алды, әлбиттә.

Мәҫәлән, Рәсәйҙәге билдәле тапшырыуҙар алып барыусы һәм йырсы Ольга Бузова сәхнәгә ярым-шәрә күтәрелгән. Бындай "эҫе бөйөрөк" кеүек тиҙ тарала торған хәбәр һәр сығанаҡта баҫылып, бар халыҡ "Аһ!" итеп тә өлгөрмәне, баш ҡалабыҙҙа тағы бер ваҡиға күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы: 3 июндән алып Өфөләге маршрут автобустарында юл хаҡы арттырылды. Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарына ярашлы, Өфөлә "Башавтотранс" автобустарында йөрөү хәҙер ҡулаҡса һәм банк картаһы менән түләгәндә - 41 һум, "Алға" картаһын ҡулланғанда - 34 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта алдан ҡаралған ташламалар үҙ көсөндә ҡала: "Бәхетле сәғәт" акцияһы дауам итә. Шәхси ташыусыларҙың автобустарында ла юл хаҡы 41 һум буласаҡ. Хатта 207-се маршрут автобусына ултырыусыларҙан 45 һум аласаҡтар. Әйткәндәй, ҡайһы бер йүнәлештәрҙәге автобустар юл хаҡын алдан уҡ күтәреп ҡуйған, мәҫәлән, 266-сы маршрут автобустары 3 июнь көнө үк яңы иҫәпкә күсте. Шулай уҡ Өфөлә электр транспорттарында (трамвай һәм троллейбуста) юл хаҡтарын күтәреү мәсьәләһе лә тикшерелә.
Бындай үҙгәрештәр тураһында алдан хәбәр ителеп, халыҡҡа мәғлүмәт еткерелһә лә, төрлө күңел асыу саралары "өйөрмәһендә" ҡалған өфөләрҙең күбеһенә хаҡтар ҡапыл күтәрелгән кеүек тойолғандыр. Халыҡтан килгән хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалһаң, күбеһе маршрут автобустарының хеҙмәтләндереү сифатына, йыш йөрөмәүенә, ҡайһы бер йүнәлештәрҙә транспорт етешмәүенә зарлана. Кемдәрҙер баш ҡалала йәшәү ҡиммәтләнһә лә, эш хаҡтары элеккесә һаҡланыуын да билдәләй. Әммә был - мәжбүри сара, тип билдәләйҙәр Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан һәм юл хаҡы артыуына илткән бер нисә сәбәпте килтерәләр. Шуның береһе - 2023 йылда ил буйынса инфляция 7,42 процент тәшкил итеүе һәм 2022 йылдан алып дизель яғыулығына хаҡтар - 20, ә газға 12 процент тирәһе артыуы. Шулай уҡ автобустар өсөн запас частарҙың хаҡы ике йыл эсендә 80 процентҡа ҡәҙәр күтәрелгән, автошиналар - 50 процентҡа. Шул уҡ ваҡытта Өфөләге "Алға" картаһы буйынса юл йөрөү илдәге миллионлы башҡа ҡалаларҙың ошондай уҡ карталары менән ҡулланыуға ҡарағанда осһоҙораҡ, тип билдәләнә. Бынан тыш, БР Транспорт министрлығында "Башавтотранс" автопаркы автобустарының ҡулланылыу ваҡыты уртаса 5 йыл тәшкил итеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Ә бит 2024 йылдың май айына ҡарата яңы автобустар һаны - 75 процент. Күрше төбәктәрҙә был күрһәткес түбәнерәк...
Бына шулай, шаулай-шаулай Бузованың кейемен тикшергән арала үҙебеҙҙе ыштанһыҙ ҡалдырырға торалар, йәмәғәт.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.24 | Ҡаралған: 89

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru