«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘЗИЗДӘРЕБЕҘҘЕ ТЕЛЕФОН СИРЕНӘН ҺАҠЛАЙЫҠ!
+  - 


Кәрәҙле телефон аша тормошобоҙға үтеп ингән интернет тигән нәмә күптәребеҙҙе әкренләп кенә түгел, хатта тиҙләп "ҡулға ала" башлаған һымаҡ. Парк эскәмйәләрендә бер-береһе менән һөйләшмәй, һәр ҡайһыһы телефонға текләп ултырыусы егет һәм ҡыҙҙарҙы, хатта олораҡ йәштәрҙәге кешеләрҙе лә, тротуарҙарҙа бер ҡулы менән коляска этеп, икенсе ҡулында гаджет тотоп уҡып барыусы йәш әсәләрҙе күрергә күнегеп тә киттек инде. Телефонһыҙ балалар ҙа урамда юҡ тиерлек…

Һуңғы йылдар смартфон эйәләрендә "номофобия" тип аталған сирҙең әүҙем таралыуы хаҡында хәбәр йөрөй. Ябай итеп әйткәндә, уны "телефон сире" тип кенә атарға ла булалыр. Үҙеңдең тойғоларың өҫтөнән контроль юғалтыуға килтерә торған ауырыу ул. Шуға һабышҡан әҙәм балаһы, бер аҙ ғына ваҡыт экрандан айырылһа, бөтөнләйгә элемтәһеҙ, ярҙамһыҙ булып ҡалыуҙан ҡурҡа башлай. Берәй мөһим хәбәр, ваҡиға хаҡында ишетмәй ҡуйырмын тип, ундайҙар бәҙрәфкә ингәндә лә телефонын иҙәнгә һалып ҡарап ултыра икән. Икенселәр, виртуаль донъяға шул тиклем ныҡ бирелеп, хатта смартфонһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәү хәленә лә барып етә, Аллаһ һаҡлаһын! Өсөнсөләр, янында ғына яҡындары ла булыуға ҡарамаҫтан, үҙен япа-яңғыҙ тоя, дүртенселәр әлеге аппаратындағы "друзья" һәм "подписчиктар"ҙы иң яҡын кешеләренә (ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары) ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк күрә башлай. Күпселек осраҡта бындай бәләгә әле үҙаңы үҫешеп, нығынып етмәгән үҫмер йәштәгеләр бирешеүсән…
Һуңғы йылдары мәктәп балаларына интернетлы телефондарҙың зыяны хаҡында ата-әсәләрҙең, һәр төрлө матбуғат баҫмалары авторҙарының борсолоуын йыш ҡына ишетәбеҙ. Ата-әсәнең күпселеге, бәлки, шул номофобия сире хаҡында ишеткәне лә юҡтыр, тик ни өсөн улар балаһын ана шул телефондан ҡыҙғана? Сөнки уларҙы үҫеп килгән ғәзизенең әхлаҡ мәсьәләһе нығыраҡ борсой. Әлеге интернет селтәренә инеп китһәң, унда нимәләр генә юҡ! Файҙалы мәғлүмәттәрҙән тыш, баш китерлектәре лә баштан ашҡан унда. Шундағы теләһә ниндәй нәмәләрҙе күрһәтеүҙәр нисек оло кешенең йөрәген өйкәмәһен? Мине лә, ҡәҙерле туғандар, номофобиянан тыш, телефондың ана шул яғы уйландыра әле…
Ирекһеҙҙән, үҙемдең бала сағымды, йәшлек дәүерен күҙ алдымдан үткәрәм. Оло кешеләр әле булһа онотмағандыр, ауыл клубына алып килгән ҡайһы бер фильм афишаһының аҫтында "кроме детей до 16 лет" тип яҙа торғайнылар. Шул яҙыуҙы күреп, шунда уҡ кәйеф төшә: тимәк, был киноға беҙ инә алмаясаҡбыҙ… Балалар өсөн тыйылған шул саҡтағы фильмдарҙы иҫләп, хәҙерге менән сағыштырһаҡ, улар бөтөнләйгә пүстәк кенә булған да баһа! Егет менән ҡыҙ ҡосаҡлашып, үбешә башлаған мәлдә кинәт кенә кадр алмашыныу мәлен генә күрһәткәндәр икән. Беҙҙе хатта "Обыкновенный фашизм" тип аталған документаль фильмға ла индермәгәндәре хәтеремдә. Һуғыш тураһында кино ҡарарға яратҡан шуҡ малайҙар, клубтың нигеҙ буйына баҫып, пәрҙәнең асыҡ урыны аша шул фильмды күҙәтә башланыҡ: унда фашист концлагерҙарында үлтерелеп, шәрә килеш ергә теҙеп һалынған әсир мәйеттәренең фотоһүрәттәре булған икән. Шуны күргәс, ысынлап та, ғәйәт ҡыйын булып китә ине. "Оят" тигән төшөнсә ул осор беҙҙең аңыбыҙға ныҡ ҡына һеңдерелгән булһа кәрәк. Хатта ботаника уҡытыусыһынан сәскәләрҙең "пестик" һәм "тычинка"һы булыуы, үҫемлектәрҙең үрсеүендәге уларҙың роле хаҡында ишетеп, оялғайным…
Өйөбөҙгә иң тәүге телевизорҙы һатып алып ҡуйғас, беҙҙең менән кино ҡарап ултырған атайым менән әсәйемде әле булһа иҫләп, көлөшөп алабыҙ. Экранда берәй пар ҡосаҡлаша башлаһа: "Әстәғфируллаһ, ҡалай бер юҡ нәмәне күрһәтәләр бит әле!" - тип һөйләнә-һөйләнә, йәһәт кенә алғы өйгә сығып китә торғайнылар. "Джентльмены удачи" кинокомедияһында актер Крамаров "еңелсә кейенгән" ҡатын-ҡыҙ статуяһының журнал битендәге фотоһүрәтен лупа менән ҡарап ултырған кадрын күрһәк тә әллә нисек булып китә торғайны. Хәйер, һәр әҙәм балаһы өсөн тап ана шундай оялыу хистәре тәбиғиҙер инде ул...
Ә бына туҡһанынсы йылдар илдә "үҙгәртеп ҡороу" тигән нәмә башланғас, беҙҙең аңыбыҙҙа буйтым формалашҡан шундай яҡты хистәрҙе, гүйә, ағыуларға тотондолар. "Гласность", "плюрализм" тигән нәмәләр илебеҙҙә киң йәйелеп киткәс, гәзиттәрҙә йә телетапшырыуҙарҙа булһынмы, саманан тыш иркенләп хәбәрләшеүҙәр күбәйҙе ("демократия" мәсьәләһендә, кемдер әйтмешләй, "таяҡты артыҡ бөгә" башланылар). Цензура тигән нәмә бөтөнләйгә юғалды, ахырыһы. Өйҙә ғаилә менән телевизор ҡарау ҙа күпкә ауырлаша төштө. Берәй кино ҡарап ултырғанда уны "бик шәп араҡы", йә берәй "юғары сифатлы контрацептив" хаҡындағы реклама паузаһы өҙә. Уныһы - ярты бәлә, ә бына "ҡайнар мөхәббәт" эпизодтарын күрһәтә башлаһалар сәстәр үрә тора. Хатта ҡайһы берҙә асыҡ ҡына итеп урыҫса һүгенеп тә ебәргеләйҙәр. Ярай әле, өйҙә балалар булмаһа… Шундай кадрҙар башланыу менән балаларҙы төпкө бүлмәгә ҡыуып сығарып, хатта телевизорҙы ла һүндереп торорға мәжбүр булаһың. Балаларыбыҙ ҙа был хәлгә күнегә башланы ахырҙа. Экранда ир менән ҡатын бер-береһенә яҡынлаша башлағанын күреү менән 5-6 йәшлек улыбыҙ Азат, беҙҙең әйткәнде лә көтөп тормаҫтан, балалар бүлмәһенә "туп-туп" баҫып, йүгереп инеп китә торғайны. Бер аҙҙан бүлмәһәнән сыҡмай ғына беҙгә тауыш бирә: "Бөттөләрме?.."
Эйе, ололар өсөн балаларыбыҙ алдында шундай ныҡ уңайһыҙлыҡ кисергән ваҡыттар ҙа булды шул. Хәҙер балаларыбыҙ инде үҙҙәре бала тәрбиәләй. Бөгөнгө көн телетапшырыуҙарҙа теләһә ни күрһәтеү закон тарафынан тыйылды ул тыйылыуға. Әммә… Бөгөн һәр баланың ҡулында әлеге лә баяғы интернетлы "һыйпафон". Ә бит шул телефондарҙа аҙым һайын: "Уберите детей от экранов", - тип башланған видеолар килеп сығып тора! Бындай яҙыу үҙе үк "Ҡарағаҙ әле, балалар, хәҙер һеҙгә бер ҡыҙыҡ нәмәкәй күрһәтәбеҙ", тип саҡырып торған һымаҡ. Шундай иҫкәртеүҙәрҙе юрамал ҡуялар, ахырыһы… Шуға ҡарамаҫтан, балаларыбыҙҙың ҡулына телефон биреп ҡуйырға мәжбүрбеҙ. Сөнки хәҙер мәктәптәге уҡыу процесы ла шуға бәйләнгән. Телефон тотоп ултырған сабыйыңдың янына минут һайын килеп, уны тикшереп тороп та булмай. Шулай уҡ уларға смартфон ҡарауҙың зыяны хаҡында иртәнән кискә тиклем лекция уҡып торһаҡ та, был эшебеҙҙең бер ниндәй ыңғай нәтижә бирмәүе лә көн кеүек асыҡ. Әйтәйек, шоколад, печенье, кәнфиттәр, торт, пирожный һымаҡ һәр төрлө тәм-том тулып торған өҫтәл тирәләй балаларҙы теҙеп ултыртып, уларға шул углеводтарҙың шәкәр диабетына, һимереүгә килтереүе хаҡында өгөт-нәсихәт уҡый башлаһаҡ, берәй бала беҙҙе дөрөҫ аңлар инеме икән…
"Нишләргә һуң?" тигән һорау килеп тыуа. Ныҡлы инаныуымса, балаларыбыҙҙың иғтибарын ана шул теләһә нимәнән айырып алыу ниәте менән уларҙың ҡулынан телефонын тартып алырға маташыу һис кенә лә ярамай! Минеңсә, ғәзиздәребеҙҙе башҡа нәмә менән ҡыҙыҡтырыу ысулын табыу кәрәк. Күп кенә ҡасабаларҙа ошо юҫыҡта төрлө саралар ойоштороуҙары хаҡында ишетеп һөйөнәм. Өйҙә, мәктәп шарттарында, шулай уҡ тышта, саф һауала төрлө ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс уйындар, аҙнаһына бер "телефонһыҙ көн"дәр уйлап сығарыу, ауылдарҙа урам-ара спорт ярыштары уҙғарыу, әлбиттә, файҙа бирер һымаҡ. Әле мәктәп дәрестәрендә телефонды тыйыу хаҡында закон да ҡабул ителде. Был да - яҡшыға…
Шулай ҙа йәш быуынды тәрбиәләү өсөн иң беренсе нәүбәттә балаларҙың йөрәген иманға күндерергә ынтылыу, һәр төрлө донъяуи ғилемдәрҙән тыш, ғәзиздәребеҙгә дини белем биреүгә лә әһәмиәт итеү кәрәк, тип һанайым. Уларҙың барыһынан да хәҙрәттәр әҙерләүҙе күҙ уңында тотмайым. Әммә балаларыбыҙға ошо юҫыҡта боронғо ата-бабаларыбыҙ һәммәһе бәләкәй сағынан уҡ белгән ябай ғына дини ҡағиҙәләрҙе, нимә гонаһ, сауап, хәләл, хәрәм кеүек терминдарҙың асылын өйрәтеү кәрәк. Ысынында, улар халҡыбыҙҙың айырылмаҫ әҙәп йолаһына ла әйләнгән бит инде. Был уларҙың мәктәптәге уҡыу процесына һис кенә лә зыян итмәйәсәк, тик файҙаға ғына буласаҡ, ин шәә Аллаһ. Әйткәндәй, беҙҙең Сибай ҡалаһының "Тәҡүә" мәсетендә имам-хәтип Әғләмитдин Ғәзизов хәҙрәт етәкселегендә йәй һайын балалар өсөн лагерҙар ойошторола. Унда малайҙар һәм ҡыҙҙар ана шул "иң әүәл кәрәк" фән менән танышалар ҙа инде.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.24 | Ҡаралған: 73

Киске Өфө
 

Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru