«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТ ЮЛАЕВТЫҢ ҠУЛҒА АЛЫНЫУЫ
+  - 


Инга Михайловна Гвоздикова - совет дәүере һәм Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре кандидаты. РФА Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. РФА Археография комиссияһы Көньяҡ Урал бүлексәһенең ғилми секретары. XVIII быуаттың икенсе - XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандың ижтимағи- иҡтисади үҫешенә, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына, Салауат Юлаевтың тормошо һәм эшмәкәрлегенә, Ырымбур казак ғәскәре һәм Урал казактары ғәскәренә арналған 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

Түбәнге Волга буйында, Ҡара Яр (Черный Яр) янында Е.И. Пугачевтың төп ғәскәре еңелеүгә дусар булып, ул үҙе ҡулға алынғас, каратель ғәскәрҙәре командованиеһы Пугачев бригадиры Салауат Юлаев етәкселегендәге Башҡортостандағы ихтилалды баҫтырыуға иғтибарын йүнәлтә. 1774 йылдың көҙөнә Өфө провинцияһында полковник Н.Н. Кожин, подполковник С.Л. Наумов (генерал-майор Л.Д. Мансуров бригадаһынан) етәкселек иткән карателдәр, генерал-майор Ф. Ю. Фрейман бригадаһының регуляр пехота һәм атлы полктары, шулай уҡ казак отрядтары; Исәт провинцияһында - генерал-майорҙар А.Д. Скалон һәм С.К. Станиславский (генерал-поручик И.А. Деколонг корпусынан) хәрәкәт итә.
Ставкаһы 1774 йылдың сентябренән 1775 йылдың аҙағына тиклем Өфөлә булған генерал Фрейман Башҡортостандағы ихтилал хәрәкәтен баҫтырыуҙа иң әүҙем эш итеүселәрҙән була. Бынан 1774 йылдың сентябрендә подполковник И.К. Рылеев етәкселегендә ебәрелгән каратель командаһы Салауат Юлаевтың ғәскәре менән алышта еңә, әммә уны тулыһынса тар-мар итә алмай. Ике айҙан һуң, шул уҡ йылдың ноябрендә, Өфөнән подполковник Н.Я. Аршеневский етәкселегендә 23-сө еңел ялан командаһы көнсығыш Башҡортостан тарафтарына юлға сыға. Ул ваҡытында Быҙаулыҡ, Татищев ҡәлғәһе һәм Һамар ҡаласығы янында Пугачев ғәскәрҙәренә ҡаршы бик тәүәккәл эш итә. Аршеневскийға властар ихтилалсылырҙы ахырынаса баҫтырыу бурысын йөкмәтә: был саҡта Салауат етәкселегендә туғыҙ олоҫ башҡорттары баш һалмаған була.
Шул уҡ ваҡытта каратель отрядтарының ҡайһы бер командирҙары һәм хөкүмәт чиновниктары Салауат көрәште артабан дауам итеүҙән үҙе теләп баш тартыр тип уйлай. 1774 йылдың 22 ноябрендә Башҡортостанға губернатор Рейнсдорп ебәргән коллегия советнигы И.Л. Тимашев та Салауаттың баш һалыуын көтә: ул үҙе властарға буйһонорға ант иткән 33 башҡорт һәм яһаҡ старшиналарына, 12 старшина ярҙамсыһына һәм 29 йөҙ башына (сотникҡа) ошоно раҫлаусы билет-документ тапшырыуы менән ныҡ ғорурлана, улар араһында Пугачев генералы һәм 6 полковник була. Йәшерен комиссиялар начальнигы П.С. Потемкин да Салауаттың үҙ ирке менән бирелеүенә ышана, ул 21 ноябрҙә П.И. Панинға ошондай хәбәр ебәрә: "самый главный бунтовщик, Салават, поехал явиться к господину Тимашеву, от котораго препровожден будет в Казань". Әммә был ялған мәғлүмәт була, сөнки Салауат баш һалырға йыйынмай. Был хаҡта ихтилалдан ситләшкән һәм халыҡ мәнфәғәттәренә хыянат итеү юлы менән властар алдындағы ғәйептәрен юйыуға өмөт иткән урындағы старшиналар бик яҡшы белә.
Салауат отряды хәрәкәт итеүсе тараф тип иҫәпләнгән Әй йылғаһына табан барған Аршеневский отрядына мишәр старшинаһы Мөҡсин Әбделсәләмовтың атлы командаһы ҡушыла. Ул урындағы юғары пост биләгән старшиналар вәкиле була, ә улар Пугачев ихтилалы башланған мәлдән үк үҙҙәре туплаған бай мөлкәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм башҡорт, мишәр, татар кешеләре өҫтөнән билдәле власҡа эйә булыу яғын ҡайыра. Быға тиклем шул уҡ Мөҡсин, каратель ғәскәрҙәрендә йөрөп, 1755 йылғы башҡорт ихтилалында ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләүҙә ҡатнаша, старшина Һөләймән Деваев менән үҙҙәре ҡулға алған ихтилал етәксеһе Батыршаны Петербургҡа алып бара. Мөҡсин 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында хөкүмәт ғәскәрҙәренең каратель операцияларында әүҙем ҡатнаша, Башҡортостанда, Кама һәм Волга буйында баш күтәргән халыҡҡа айырым бер уҫаллыҡ менән ҡаршы сыға. Подполковник Михельсон деташаменты составында ул Ҡаҙанға тиклем барып етә, унда уға П.С. Потемкин, Башҡортостанға ҡайтып, ҡылған енәйәти ғәмәлдәре өсөн баш күтәреүселәрҙе тәүбәгә килергә саҡырырға бойора. Ул өс ай буйына, башҡорт старшинаһы Шәриф Кейеков менән икәүләп йөрөп, әлегә тиклем ихтилалдан ваз кисмәгәндәрҙе йә ҡурҡытып, йә өгөтләп, каратель ғәскәрҙәре командирҙарына баш һалып барырға мәжбүр итә. Мөҡсин Әбделсәләмов Потемкинға үҙенең "уңышлы" эшмәкәрлеге хаҡында хәбәр итеп тора. Урындағы халыҡты яҡшы белгән Мөҡсингә баш күтәреүселәрҙең отрядтары һәм уларҙың башлығы Салауат Юлаев хаҡындағы мәғлүмәтте табыу еңел була. Моғайын, тап ана шул Мөҡсин 18 һәм 22 сентябрҙә Елдәк ҡәлғәһе янында подполковник Рылеев командаһы менән алыштарҙағы ҙур юғалтыуҙарҙан һуң Салауат Юлаевтың Эҫем һәм Әй йылғалары арауығына китеүен хәбәр иткәндер. Быны ике айҙан һуң Мөҡсин Әбделсәләмовтың үҙенең отряды менән яңынан каратель ғәскәрҙәренә ҡушылырға ҡарар итеүе лә раҫлай. Баш күтәреүселәр үҙ ваҡытында карателдәргә хеҙмәт итеүсе старшинаның йортон һәм мөлкәтен юҡ итә, ул шул арҡала ихтилалсыларға айырыуса нәфрәтле була. Мөҡсин Аршеневский отрядына ҡушылып ҡына ҡалмай, карателдәргә Салауаттың һуңғы отрядының ҡайһы тирәлә булыуы хаҡында мәғлүмәт биреүе лә бик мөмкин.
Аршеневский 24 ноябрҙә Шәрип ауылынан поручик В. Лесковскийҙы Салауатты эҙләргә ебәрә, ә Мөҡсин Әбделсәләмовтың атлы отряды авангардта бара. Ошо ваҡыттағы ваҡиғаларҙан ситкә китеберәк, каратель командаһы етәксеһе В. Лесковский хаҡында мәғлүмәт биреп үтәйек. Уның хәрби хеҙмәттә булыуы хаҡындағы яңыраҡ табылған мәғлүмәттәргә ярашлы, 43 йәшенә тиклем бары поручик дәрәжәһенән ары үҫә алмаған офицер, поляк конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан булыуына ҡарамаҫтан, көҫәгән данға ирешә алмай. Тап шуға күрә ул Пугачев ихтилалын баҫтырыу барышында алға сығырға ниәт итә. Мәҫәлән, генерал П.Д. Мансуров 1774 йылдың 14 февралендә ғәскәр баш командующийы А.И. Бибиковҡа карателдәрҙең Быҙаулыҡ ҡәлғәһенә һөжүм иткән сағында ошо поручиктың бик әүҙем эш итеүе хаҡында яҙа. Ҡәлғәләге баш күтәреүселәр һөжүмгә барыусыларҙы туптарҙан көслө утҡа тота, әммә Лесковскийҙың отряды ҡәлғәгә бәреп инә һәм хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡәлғәне ҡулға төшөрөү мөмкинлеген бирә. 17 февралдә Мансуров Бибиковҡа тағы ла Лесковский хаҡында хәбәр итеп, уның Быҙаулыҡ янында яраланыуын белгертә. Бер ай үтеүгә, Татищев ҡәлғәһе янындағы алышта ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, поручик баш командующий наградаһына лайыҡ булмай. 1774 йылдың көҙөндә Лесковскийға үҙенең фиҙаҡәрлеген күрһәтеү өсөн тағы ла бер мөмкинлек килеп сыға. 25 ноябрҙә карателдәр Салауатты дүрт яугиры менән Миндәш ауылы янындағы урманда тотоп ала. Был осраҡта ла Мөҡсиндең 1755 йылдан бирле ихтилалсыларҙы эҙәрлекләү тәжрибәһе файҙаланыла. Карателдәрҙең командирҙары баш күтәреүселәр янына тәүҙә властарға тоғро булған башҡорт йә иһә мишәр командаларын, йәнәһе, улаға ҡушылырға тигән алдаҡ хәбәр менән ебәрә лә, аҙаҡтан, ҡапылдан уратып алып, уларҙы юҡ итә һәм ҡулға ала. Күрәһең, Салауат һәм уның яуҙаштары ниндәйҙер отрядтың үҙҙәренә ярҙамға килеүенә ышанғандыр, юғиһә, улар Мөҡсин командаһын яҡынлатмаҫтар ине. Пугачев хәрәкәте тарихынан билдәле булыуынса, башҡорттар карателдәргә күпләп әсиргә төшмәгән, башлыса, яралылар ғына улар ҡулына эләккән: башҡорт яугирҙары әсирлеккә төшөүҙән үлемде артыҡ күргән. Каратель ғәскәре башлығы И.И. Михельсон, нәфрәтләнеп, шулай тип яҙған: "Живых я злодеев едва мог получить два человека из забежавших в озеро; каждой из сих варваров кричал, что лутче хочет умереть, нежели здаться".
Күп кенә йылдар үткәс, ике тапҡыр - 1791 һәм 1793 йылдарҙа, офицер чинына дәғүә итеп, Мөҡсин Әбдесәләмов Екатерина II исеменә ебәрелгән ғаризаһында бына нисек яҙған: "...главнаго злодейскаго наперсника - башкирца Салаватку Юлаева, поймав, представил властям", ә уның энеһе, йөҙ башы Ямғур ҙа, шулай уҡ ҡәтғи рәүештә ошо хаҡта үҙенең Салауатты тотоуы хаҡында хәбәр итә: "...при поимке злодейскаго сообщника башкирца ...Салаватки Юлаева, которой мною и пойман".
Мөҡсин һәм Ямғур тарафынан тотолған Салауатты урманға килеп еткән поручик Лесковский командаһына тапшыралар, поручик ошо хаҡта үҙенең командирына хәбәр итә. Аршеневский быға шул тиклем ҡыуана, әсиргә алынғандарҙың үҙенә килтерелеүен көтөп тә тормайынса, бер нисә сәғәттән отряды менән ваҡиғалар барған урынға килеп етеп, Ҡалмаҡлар ауылында урынлаша. Бында Салауат Юлаевтан тәүге мәртәбә һорау алалар. Шулай итеп, уның ихтилалда ҡатнашыуы буйынса 339 көн барған тәфтиш һәм хөкөм итеү процесы башлана.

Инга ГВОЗДИКОВА.
"Салават Юлаев. Исследование документальных источников" китабынан.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.24 | Ҡаралған: 129

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru