«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫҒЫҘ!
+  - 

Утыҙ биш йыл ғүмеремде башҡорт матбуғатына арнаған кеше мин. Йыл һайын гәзит-журналдарға яҙылыу осоро етһә, халыҡҡа мөрәжәғәт итәбеҙ, ваҡытлы баҫмаларға яҙылырға, алдырып уҡырға өндәйбеҙ. Ялҡытып та бөтәбеҙҙер, бәлки. "Ватандаш"тың баш мөхәррире булараҡ, журнал тураһында һөйләй башлаһам, "Эйе, беләбеҙ, атайым менән әсәйем алдыра торғайны", - тиҙәр. "Ә үҙегеҙ нишләп алдырмайһығыҙ?" - тип һорайым да, "Хәҙер ни, интернет булғас", - тигән һымаҡ яуаптар алам. Эх, шул интернет! Милли матбуғатты алыштыра аламы һуң инде ул!..

Бер күренеш гел күҙ алдымда. Көнө буйы почта килерен көтөп, ҡапҡа тышындағы йәшникте алмашлап ҡарай-ҡарай йөрөйбөҙ. Ә кискеһен урындыҡҡа ултырып алып, атайым "Совет Башҡортостаны"н уҡый, әсәйем район гәзитен ҡулына ала, ағайым берәй журнал ҡараштыра, миндә - "Башҡортостан пионеры". Хәйер, миңә генә түгел, күптәргә таныш һәм яҡын ошо күренеш. Элек бит матбуғат уҡымаған кеше, гәзит-журнал алдырмаған ғаилә булманы. Өйҙәге һәр кемдең яратып көтөп алған гәзите йә журналы бар ине. Почтальон бер ҡосаҡ баҫма килтереп киткәс, бөтә ғаилә бергәләшеп ултырып уҡый: шунда уҡ яңылыҡтар менән бүлешеү, фекер уртаҡлашыу, йәғни ғаиләнең йәнле аралашыуы башлана. Өлкәндәрҙең белергә, аң-белемен арттырырға тырышыуы балаларға матур үрнәк була торғайны ул заманда.
Мәктәптә иһә уҡытыусылар һәр уҡыусының пионер баҫмаларына яҙылыуын күҙ уңынан ысҡындырманы. 1-се класҡа уҡырға барғас, уҡытыусыбыҙ Лена Ҡаһарман ҡыҙының дәрестә: "Балалар, хәҙер уҡыусы булдығыҙ. Ә һеҙҙең өсөн "Башҡортостан пионеры" тигән гәзит сыға. Уға яҙылырға һәм уҡырға кәрәк", - тигәнен һис тә онотмайым. Тимәк, гәзит уҡыу уҡыусы өсөн дәрескә әҙерләнеү, китап уҡыу, тәртипле булыу, бөхтә кейенеп йөрөү кеүек ҡағиҙәләр рәтендә торған. Ата-әсәләр ҙә гәзиткә яҙҙырыуҙы балаһына портфель, форма һатып алып биреү кеүек бурыс итеп күргән.
Бына ошолар барыһы бергә матбуғат уҡыу мәҙәниәтен хасил итә ине. Шуға ла халыҡтың аң-белем кимәле лә, әхлағы ла юғары ине. Бөгөн "Атайым менән әсәйем йығылып ятып гәзит уҡыны", - тип һағынып иҫкә алыусылар өлкән быуындың ипле, тыйнаҡ булыуына һоҡлана. Ә ни өсөн улар шундай булған һуң? Сөнки улар классик әҙәбиәт, сифатлы матбуғат өлгөһөндә тәрбиәләнгән.
Һуңғы 30 йыл эсендә ваҡытлы матбуғат уҡыу ғәҙәте юҡҡа сыҡты. Гәзит-журнал алдырыусылар кәмегәндән-кәмей. Хатта социаль селтәрҙәрҙә "Мин гәзит йәки журнал уҡымайым", "Яҙылып та тормайым", тип яҙыусылар, шуны шәплек күреүселәр ҙә булғылай. Үҙҙәрен ниндәй рухи байлыҡтан мәхрүм иткәндәрен аңламай инде ундайҙар.
Һүҙ ҙә юҡ, интернетта хәҙер бөтә нәмә лә бар. Ләкин ундағы мәғлүмәт милли матбуғатты алыштыра алмай. Шулай була торған булһа, донъяла электрон техника етештереүҙә алдынғы урында торған Японияла гәзиттәр күптән инде юҡҡа сығып, электрон баҫмалар ғына ҡалған булыр ине. Әммә гәзиттәрҙең дөйөм тиражы буйынса был ил донъяла 1-се урында тора - 72,7 млн дана. Япондарҙың 76,2 проценты көн һайын гәзит-журнал уҡый! Уларҙың 64,3 проценты баҫма матбуғатты иң ышаныслы һәм абруйлы мәғлүмәт сығанағы тип һанай, 50,5 проценты үҙенең белемен күтәреү өсөн уҡый, 48,8 проценты фекер һәм ҡараш формалаштырырға ярҙам итә тип иҫәпләй. Илдә гәзит-журналдарҙың 93,2 проценты подписка аша тарала, ә "Асахи", "Ёмиури", "Майнити" тигән баҫмалар хатта көнөнә икешәр тапҡыр сыға, уларҙың иртәнге һәм киске сығарылыштары бар. Унда хатта "Асахи кешеһе" тигән төшөнсә барлыҡҡа килгән. "Асахи" гәзитен уҡыған һәм заманса ҡарашта торған интеллектуалдарҙы шулай тип атап йөрөтәләр икән. Уларҙың күбеһе - йәштәр.
Мәғлүмәт технологиялары туҡтауһыҙ үҙгәреп, камиллашып тора, улар ярҙамында ябай аҡыл менән аңлап та етмәҫлек эштәр башҡарыла. Әммә мәғлүмәт технологияларын белеү - аҡылды, өҫтөн-мөҫтөн генә уйлау фекер тәрәнлеген алмаштыра алмай. Фекерләй белеү мәҙәниәте элек-электән ташҡа баҫылған һүҙ менән, яҙма тел менән бәйле булған. Гәзит-журналдарҙың тиражы кәмеүе ул журналистарҙың, нәшерселәрҙең генә проблемаһы түгел. Милли һәм кешелек мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшөн юғалтыу ул.
Интернет биргән мәғлүмәт менән генә "туҡланыу" осоро ла бер заман үтеп китер, беҙҙә лә "Асахи кешеләре" барлыҡҡа килер. Яңы быуындар аҡыллыраҡ булыр һәм бөгөн беҙҙең баҫмаларҙа яҙылғандарҙы эҙләп табыр, уҡыр, өйрәнер. Ташҡа баҫылған юйылмай ул. Шундай өмөт менән сығарабыҙ башҡорт телендәге гәзит-журналдарыбыҙҙы. Шундай ышаныс менән уҡыусыларыбыҙға йәнә мөрәжәғәт итәбеҙ: 2024 йылдың 2-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Алдырығыҙ, уҡығыҙ!

Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА,
"Ватандаш" журналының баш мөхәррире,
филология фәндәре кандидаты,
Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 99

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru