«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫТАЙҘЫҠЫН АШАЙҺЫҢМЫ? ҮҘЕБЕҘ ҮҪТЕРӘЙЕК!
+  - 

Быйыл яҙ ниндәйҙер аңлашылмаған киҙеү йөрөнө: грипп тиһәң, грипп та түгел һымаҡ, ОРВИ-ға ла оҡшамаған. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә марттың тәүге аҙнаһында ОРВИ һәм грипп менән ауырыусылар 677 мең кеше тәшкил итһә, тажзәхмәт тә беҙҙең менән һаман хушлашырға ашыҡмай, әлеге осор эсендә ул 23 меңдән ашыу кешелә асыҡланған. Былар, әлбиттә, яҡынса һандар, сөнки быйылғы сир төрҙәре еңелсәрәк үткәнлектән, бөтөн сирлеләр ҙә поликлиникаларҙа оҙон-оҙаҡ сират көтөп ултырырға теләмәй, өйҙә ҡул аҫтында булған халыҡ дауалау сараларын ҡулланыуҙы артығыраҡ күрә.

"Ҡул аҫтындағы саралар" тигәндән, шифалы үләндәр, ҡиммәтерәк булһа ла лимон, имбир һатыуҙа һәр саҡ бар, ә бына һарымһаҡтың йүнлеһен һатып алыу мөмкин түгел, тиерлек. Сауҙа кәштәләрендәге бөтә булған һарымһаҡ Ҡытайҙан килтерелгән. Көҙ көнө шул грипп-фәләнде күҙҙә тотоп, баҡсасы әбейҙәрҙән һатып алған һарымһаҡты яҙға тиклем һаҡлау мөмкин дә түгел. Яҙ килеүен һиҙеп, улар шыта башлай, ә шытмағаны ҡороп кибә һәм буш ҡабыҡҡа әүерелә. Ошоноң менән бәйле һорау тыуа: ни өсөн һарымһаҡты яратып ҡулланған Рәсәй халҡы уны үҙе сәсеп үҫтермәй? Беҙҙең магазиндарҙағы һарымһаҡтың 80 проценты - Ҡытайҙан килтерелгән. Унан ҡала Мысыр менән Үзбәкстан ебәрә беҙгә был йәшелсәне. Ниңә һуң беҙ ошоғаса уңдырышлы Рәсәй ерендә үҫкән һарымһаҡтан күпкә ҡайтыш, химия менән ашландырылған сит ил продукцияһын һатып алырға мәжбүрбеҙ? Донъяла етештерелгән һарымһаҡтың ҡап яртыһын, әйткәндәй, Ҡытай етештерә һәм ул Рәсәй баҙарын тулыһынса баҫып алған. Мәскәү дәүләт университетының үҫемлектәр кафедраһы мөдире урынбаҫары Владимир Мурашев раҫлауынса, Ҡытай һарымһағы яһалмаға оҡшаш: уның иммунитет өсөн дә файҙаһы юҡ, бактерияларға ҡаршы үҙенсәлектәре менән дә ул маҡтана алмай, шуға күрә лә 2018 йылда уҡ, ковид башланмаҫ борон уҡ әле, АиФ аҙналығы, аҡса әрәм итеп, Ҡытай һарымһағын һатып алмауығыҙ хәйерле, тип яҙып сыҡҡаны хәтерҙә ҡалған.
Әлбиттә, баҡсаһы бар кеше беҙҙә һарымһаҡты үҙенә етерлек итеп сәсә, уңышын йыйып алғас, артығын сығарып та һата, ләкин был теге йә был урындағы айырым баҙар күренештәре генә. Ҡайһы бер фермер хужалыҡтары ла үҫтерә уны, ләкин был ғына тотош ил ҡулланыусыһына барып етә алмай. Был үтә лә файҙалы һәм кәрәкле продукцияға булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү мәсьәләһе икенсерәк масштабтарҙы күҙҙә тота. Мәҫәлән, заманында даны таралған Иглин һуғаны кеүек, һарымһаҡ үҫтереү буйынса ла бер нисә район махсуслаша алыр ине, моғайын. Өҫтәүенә, табыш алыуҙы аҡлар өсөн картуф һәм башҡа төр йәшелсә лә үҫтерә алыр ине улар. Әйткәндәй, әлеге Иглин һуғанын яңынан тергеҙеү буйынса ун йылдан ашыу инде хәҙер һүҙ бутҡаһы бешерелә. Үткән быуатта был йәшелсә тулыһынса үҙебеҙҙе тәьмин итеүҙән тыш, сит илдәргә лә ебәрелгән. Ләкин быуат ахырындағы төшөнкөлөк һәм көрсөк менән бәйле, был эш, тотош йәшелсәселек тармағы менән бергә юҡҡа сыҡты. Колхоз-совхоздар, завод-фабрикалар кеүек үк.
Бөгөн ошо файҙалы продукция үҫтереүҙе яйға һалып, тармаҡты тергеҙеп ебәрергә тырышҡан фермер хужалыҡтары бар икән, бәхеткә. Мәҫәлән, "Томск һарымһағы" тип аталған Ауыл хужалығы кооперативы Рәсәй һарымһағын тергеҙеү һәм Ҡытай продукцияһын баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыу буйынса эште башлап ҡына тора икән, ләкин улар ғына бөтөн ил ҡулланыусыһын тәьмин итә алмай, сөнки был йәшелсәне тәмләткес итеп файҙаланыусы эшкәртеүсе предприятиелар күмәртәләп һатып алып бөтә. Шуға ла Башҡортостан ҡулланыусыһы "Томск һарымһағы" хаҡында төшөндә лә күргәне юҡ. Себер һынлы Себерҙә һарымһаҡ үҫтерергә йөрьәт иткәндәр барҙа, уңайлы климатлы, уңдырышлы тупраҡлы Башҡортостанда табылмаҫ инеме ни ауыл хужалығы уңғандары?..

Фирүзә ИШБИРҘИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 106

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru