«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫНЫСЛЫҠ ШУЛАЙ ЯУЛАНА
+  - 

Планетабыҙ, тамуҡ ҡаҙанылай, ҡайнай ҙа ҡайнай, уның ҡыҙыуына Ҡояш үҙе хатта сыҙай алмай: өтә, киптерә, ҡура ғына бөтөн тирә-йүнде; әле бында, әле тегендә хәүефле йәшен уҡтары уйнай, хатта көтөү-көтөү малдарҙы ҡыра һуға; боҙ ҡатыш ҡойма ямғырҙар ҙа хатта һыуындыра алмай Ер ярһыуын. Белгестәр, климат үҙгәрә, тиҙәр, әммә уларҙы уртаса донъя температураһының юғарыға һикереүе түгел, бәлки, был күренештең күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә барыуы хафаландыра. Ҡояш активлығы эҙемтәләрен кемдәрҙер тәбиғәттә генә түгел, халыҡ-ара хәлдәрҙә лә хатта, ҡапма-ҡаршылыҡлы мәнфәғәттәр нигеҙендә һәм сәйәсәттә лә күрә.

Һәм, ысынлап та, сәйәси хәлдәр ҡыҙыулығының тәбиғәт катаклизмдары менән бәйләнеше бөгөнгө донъя торошо калейдоскобында айырыуса асыҡ күренә. АҠШ бөтөн кешелек алдында асыҡтан-асыҡ ике йөҙлөлөк күрһәтә: 17 июндә НАТО-ның генераль секретары Йенс Столтенберг, күҙ ҙә йоммай, ядро ҡоралын хәрби әҙерлек хәленә килтереү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Был хәбәрен ул донъялағы ядро ҡеүәтенә эйә ихтимал булған ике дошманы - Ҡытай менән Рәсәйгә ҡарата йүнәлтте. Бынан алдараҡ та әле Аҡ йорт АҠШ-тың үҙ ядро арсеналын артабан үҫтереүгә ниәтләнеүен белдергәйне инде. Шуныһы ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡ та: үҙҙәренең был яуыз уйлы пландарын "аҡлау" өсөн НАТО секретары еңел һылтау уйлап тапҡан: йәнәһе лә, улар был аҙымға "Рәсәй тарафынан үҫә барған янауҙар арҡаһында" мәжбүр буласаҡтар икән. Әйткәндәй, Тыныслыҡ мәсьәләләрен өйрәнеүсе Стокгольм халыҡ-ара институты (SIPRI) мәғлүмәттәре буйынса донъя ядро державалары үҙ арсеналдарын әүҙем рәүештә яңырта һәм камиллаштыра бара. Һуңғы бер йыл эсендә генә туғыҙ ядро державаһы - шуларҙың рәсми бишәүһе (Британия, Ҡытай, Рәсәй, АҠШ, Франция) һәм рәсми булмаған дүртәүһе (Израиль, Һиндостан, КХДР, Пакистан) яңы ядро ҡоралланыуҙар башланы. Донъя запасында барлығы 12 121 ядро боеголовкаһы иҫәпләнһә, шуларҙың 9 585-е резервта тора. Ә инде 3 904 боеголовка юғары хәрби әҙерлек хәлендә, йәғни ракеталар һәм самолеттарҙа булыуы ихтимал. Донъя ядро ҡоралының 90 процентҡа яҡыны Рәсәй менән АҠШ өлөшөнә тура килә...
Үткән аҙнаның халыҡ-ара шаңдау алған тағы бер ваҡиғаһы - уйынсалап әйткәндә, "Рәсәйҙе Рәсәйҙең үҙенән башҡа өйләндерергә маташыу" һымағыраҡ килеп сыҡты. 15-16 июндә Швейцарияның Бюргеншток курортында Украина мәсьәләһе буйынса "тыныслыҡ конференцияһы" булып үтте. Унда 92 ил вәкиленең ҡатнашыуын, йәнәһе лә, ошо сараның уңышы тип күрһәтергә тырышһалар ҙа, икенсе яҡтан, был саммитҡа саҡырылмаған Рәсәйҙе "ситтән тороп" яманлаған йомғаҡлау декларацияһына 15 илдең ҡул ҡуйыуҙан баш тартыуы асылда конференцияны юҡҡа тигеҙләне.
Тағы бер тапҡыр ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡ та хәл килеп тыуҙы: Рәсәй ҡатнашлығынан тыш үткәрелгән был сараның мәғәнәһе булмаясағы алдан уҡ билдәле ине инде. Һәм шулай килеп сыҡты ла: сәйәсәт буйынса эксперттар Украина саммитын дипломатик еңелеү, хатта ки "милитаристик шоу" тип атаны. Ә бит Рәсәй Президентының тыныслыҡ планы донъяға күптән билдәле: был шарттарҙы ул айырым-асыҡ 14 июндә РФ Сит ил эштәре министрлығы етәкселеге менән осрашыуында тағы бер ҡабатланы. Иң тәүҙә Луганск менән Донецк республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре территорияларынан Украина ғәскәрен тулыһынса сығарыу шарты, тине ул. Башҡа төр шарттарға Украинаның нейтраль, блоктан тыш һәм ядро ҡоралһыҙ статусы; Украинаны демилитаризациялау һәм денацификациялау; халыҡ-ара килешеүҙәрҙә Ҡырымды, Севастополде, ДНР, ЛНР, Херсон һәм Запорожье өлкәләре статустарын Рәсәй төбәктәре булараҡ теркәү; Рәсәйгә ҡаршы бөтөн көнбайыш санкцияларын юҡҡа сығарыу. Владимир Путин Украинаның ошо шарттар менән килешеүе минутында уҡ утты туҡтатыуға бойороҡ бирәсәге һәм һөйләшеүҙәрҙең башланасағы хаҡында белдерҙе. Тыныслыҡ күп һүҙ бутҡаһы менән түгел, ә фәҡәт бына ошолай яулана .

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 76

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru