«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯРАТҠАН УҠЫТЫУСЫЛАРЫБЫҘҘЫ ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТ АЛМАШТЫРА АЛМАЯСАҠ
+  - 


Ауылдарҙың нисек йәшәгәнен белгең килһә, уларҙағы белем усағының торошона иғтибар ит, тиҙәр. Ҡаланың да хәлен ошо күрһәткес буйынса самалап була торғандыр. Быға Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Яҙгөл ХӘЙРУЛЛИНА, Азалия ИБӘТУЛЛИНА, Данир ДӘҮЛӘТБАЕВ, Ғәзинур ҠӘҘЕРҒОЛОВ менән әңгәмәбеҙ бер миҫал булыр. Был һөйләшеүҙе һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Тәү сиратта үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле, балалар.

Азалия:
Минең тамырҙарым Ғафури районында. Ғаиләбеҙ менән Ишембай ҡалаһына йәшәргә күскәс, икенсе кластан ошо гимназия-интернатта белем алам. Тәүҙә өйрәнеп китеүе ауырыраҡ та булғайны, сөнки бында кешеләр икенсерәк, ауылдағы һымаҡ түгел, һәр береһенә үҙенсә юл табырға кәрәк. Шулай ҙа яйлап күнектем, йыр-бейеүгә йөрөй башланым. Баланың яҡты киләсәген тәьмин итеү өсөн бында мөмкинлектәр, шарттар айырыуса күп, шуға нәҡ ошо гимназияла уҡыуым менән бәхетлемен. Быйыл мин 11-се класты тамамлайым. Әлеге көндә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырам һәм вокал буйынса шөғөлләнеүемде дауам итәм. Сөнки З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға инергә теләйем. Өлгәшемә килгәндә, тик "бишле"гә генә уҡыным, төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаштым.
Яҙгөл: Ә.З. Вәлиди исмендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында мин 3-сө кластан уҡыйым, хәҙер инде 8-се класты тамамланым. Шулай уҡ ҡалаға ғаиләбеҙ менән күсеп килдек, Ишембай районы Кинйәкәй ауылынанбыҙ. Башланғыс кластарҙа уҡығанда конкурс-фәләндәрҙә бик әүҙем ҡатнашып барманым, ә бына 5-се класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым, һәләтемде күреп, мине төрлө олимпиада һәм конкурстарға йөрөтә башланы. Бишенсе класта уҡығанда "Гагарин кубогы"нда, башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала ҡатнаштым, үҫә төшкәс, фәнни-ғәмәли конференцияларҙан ситтә ҡалғаным юҡ. Йыл һайын үткәрелгән Н. Мусин уҡыуҙары, Ж. Кейекбаев уҡыуҙары, Кесе фәндәр академияһында ла әүҙемлек күрһәтәм. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын тулыһынса ятлап, былтыр Бөрйән районында үткән төбәк-ара бәйгелә икенсе урынға лайыҡ булғайным, быйыл да ҡатнашырға әҙерләнәм. Майҙа Стәрлетамаҡта муниципаль этапта еңеү яуланым инде, хәҙер йәйгеһен Өфөлә ойоштороласаҡ ярышты түҙемһеҙлек менән көтәм. Быйылғы уҡыу йылында башҡорт теленән тыш, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренә лә күберәк иғтибар бирә башланым. Йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле, астрономия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этаптарында үҙ көсөмдө һынап ҡараным һәм барыһында ла призер булдым. Бына шулай барыһына ла өлгөрөргә тура килә, был, бер яҡтан, еңел түгел, әммә ҡыҙыҡ.
Данир: Мин туғыҙынсы класта белем алам һәм барыһы ла еңел бирелә, тип әйтә алам. Уҡыуҙа ла һынатмайым, спортта ла алдынғылар рәтендәмен. Гимназия-интернатта уҡыуы бик оҡшай, һәр тәнәфестә өҫтәл теннисы уйнайбыҙ. Ә инде олимпиадаларға килгәндә, икенсе кластан уҡ ҡатнаша башланым. Быйыл ғилми-ғәмәли конференцияла икенсе урын алдым, экология буйынса республика олимпиадаһында призер булдым. Класташтар менән өҫтәл теннисы буйынса ҡалала беренсе урын яулап һөйөндөк. Үҙем биология, химия, экология, физик культура дәрестәрен айырыуса яратам һәм Төп дәүләт имтиханын да ошо предметтарҙан тапшырҙым.
Ғәзинур: Мин әле 5-се класта уҡыйым. Был гимназия-интернатта уҡыуы бик күңелле. Беренсе кластан уҡ "Аҡтайлаҡ" уҡ атырға өйрәнеү түңәрәгенә йөрөй башлағайным, 3-сө кластан ҡурайҙа ла шөғөлләнәм. "Уғатар" бәйгеһендә беренсе урын да алдым. Тағы ла тасуири итеп яттан шиғыр һөйләү конкурстарында яратып ҡатнашам, еңеүҙәрем дә бар. Ә үҙемә биология, география, рус теле дәрестәре бик оҡшай. Башҡорт теле дәрестәрен дә яратам.

Һеҙҙең, балаларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн был белем усағында ниндәй шарттар булдырылған?

Яҙгөл:
Беренсенән, бик талапсан, көслө уҡытыусылар эшләй бында. Беҙҙең барлыҡ уҡытыусыларыбыҙ ҙа теләге булған бала менән ихлас шөғөлләнергә, олимпиада һәм төрлө ярыштарға әҙерләргә генә тора. Икенсенән, һәр кемдең күңеленә ятҡан йүнәлештәрҙә һәләттәрен үҫтереү мөминлеге бирелгән - түңәрәктәр бихисап.
Азалия: Сығарылыш уҡыусыһы булғас, күңелемә бер аҙ моңһоу ҙа әле. Сөнки уҡытыусыларҙы бик яратам, улар һәр уҡыусының күңеленә юл таба белә, беҙ уларҙың ауыҙына ҡарап ҡына тыңлап ултыра торғайныҡ. Айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллина биргән тормош һабаҡтарын һағынырмын инде. Сөнки ул балаларҙың ижади һәләттәрен дә аса белә, тормошҡа икенсе ҡараш уятырға этәргән төрлө һабаҡтарын да бирә. Беҙҙең гимназияла уҡыған барлыҡ балаларҙың да тәртипле булыуы ла уҡытыусыларҙың хеҙмәте икәнен аңлайым. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн төрлө саралар бик йыш үткәрелә бында һәм шул рәүешле алға ынтылыш та уяталар, күтәрмәләп торалар. Интернатта йәшәгән тиҫтерҙәребеҙ ҙә булдырылған шарттар менән ҡәнәғәт икәнен беләм.
Данир: Мин ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнәм һәм күптән түгел халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау буйынса үткәрелгән бер Рәсәй кимәлендәге конкурста икенсе дәрәжәләге лауреат булдыҡ. Уҡыу йылы аҙағы булһа ла, театр түңәрәгенә йөрөй башланым һәм әле спектакль сәхнәләштереп ятабыҙ. Гимназия-интернат замандан да ҡалышмаҫҡа тырыша: робот техникаһы кеүек бөгөн актуаль йүнәлештә лә түңәрәк эшләй. Ғөмүмән, илдә IТ-технологиялар өлкәһендәге үҫеш, белгестәргә ҡытлыҡ уларҙы мәктәптәрҙә үк маҡсатлы тәрбиәләргә этәрә.

Ә һеҙҙең көн тәртибе ниндәй? Ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрәһегеҙме?

Азалия:
Ваҡытты дөрөҫ бүлмәйенсә һис булмай, шунһыҙ бер ҡайҙа ла өлгөрөү мөмкин түгел. Минең ваҡытымды файҙаһыҙ үткәрергә бер генә минутым да юҡ, хатта телефонға ла ваҡыт табылмай. Сөнки дәрестәрҙән сыҡҡас, Йәштәр һарайына йырларға, үҙебеҙҙең музыкаль төркөм менән репетициялар үткәрергә йүнәләм. Беҙ көйҙәр ижад итәбеҙ, мин йырлайым. Шулай уҡ быға тиклем Ишембай ҡалаһы телевидениеһында ойошторолған "25-се кадр" тигән түңәрәккә лә йөрөгәйнем, унда минең һымаҡ йәштәр яңылыҡтар төшөрөргә, урамда ҡала халҡынан фекерҙәр йыйырға өйрәндек. Үҙем ижад иткән йырға беренсе клибымды ла шунда төшөргәйнек. Мин шулай бик тынғыһыҙ кеше.
Данир: Бында саҡта дәрестәр араһында дуҫтар менән теннис уйнайым, ҡайсаҡ дәрестәрҙән һуң ҡалып та уйнап ҡайтабыҙ. Ә бына өйгә ҡайтҡас, ваҡытты нисек үткәреүгә ҡағылышлы аныҡ ҡына пландар ҡормайым, шуға бөтә эштәрҙе лә эшләп өлгөрмәгән саҡтарым да булғылай. Шулай ҙа көнөнә 1 сәғәт булһа ла гитарала уйнарға, спорт менән шөғөлләнергә тырышам һәм ҡалған ваҡытымды уҡыуға бағышлайым. Компьютер менән телефонға ла ваҡыт табыла, шунһыҙ булмай. Уйындарҙан бигерәк, Ютуб каналындағы файҙалы видеояҙмаларҙы ҡарарға яратам: унда химия, тарих буйынса бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күп. Бына яңыраҡ ҡына Бөйөк Ватан һуғышы тураһында теүәл һәм схемалы ғына итеп эшләнгән картаны өйрәнеп ултырҙым. Көн шулай үтә лә китә инде.
Яҙгөл: Быйыл мин түңәрәктәргә йөрөмәйем, сөнки бик яратып йөрөгән телестудия түңәрәге быйыл эшләмәне. Шуға, дәрестәрҙән ҡайтҡас, өйгә эштәрҙе башҡарам, олимпиадаларға әҙерләнәм, китаптар уҡыйым, "Урал батыр" эпосын ҡабатлап торам. Интернеттан документаль һәм художестволы фильмдар, олимпиадаға әҙерләнгәндә файҙалы видеолар һәм яҙмалар ҡарап алам. Әммә уҡыуҙа ла, ялда ла сама белергә кәрәк, тип уйлайым.
Ғәзинур: Беҙҙең "Аҡтайлаҡ" түңәрәгенә уҡ атырға унға яҡын уҡыусы йөрөй. Был шөғөлөм миңә айырыуса оҡшай, 15 метр алыҫлыҡтағы сәпкә лә тейҙерә алам. Уҡ атыу - ул көс бирә. Шайморатов класында уҡығас, тағы ла сафта йөрөү, атыу әҙерлеге, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте кеүек дәрестәрҙе лә уҡыйбыҙ. Унда автоматты һүтеп йыйырға, атырға ла өйрәнәбеҙ. Мин автоматты 2 минут эсендә һүтеп йыям, ә иң етеҙҙәр быны 20-30 секундта ла эшләй алалар. Уҡыуҙан һәм түңәрәктәрҙән буш саҡта телефонда яратҡан уйындарымды уйнап алам, Ютубта төрлө роликтар ҡарайым. Бер ҙә өлгәшкә, дәрес әҙерләргә йоғонтоһо юҡ был мауығыуҙарҙың, ударникмын.

Гимназия-интернатта хеҙмәт тәрбиәһе лә бирәләрме?

Яҙгөл:
Көн һайын кластан бер уҡыусы дежур була һәм дәрестәр араһында таҡтаны һөртөп әҙерләп ҡуйырға тейешбеҙ. Ҡайһы саҡ гөлдәргә һыу һибәбеҙ. Каникулдарҙан алда класс бүлмәһендә саңдарҙы һөртөп, йыйыштырыу ғәҙәте лә бар. Яҙын-көҙөн гимназияның эргә-тирәһен йыйыштырыу, сәскәләр сәсеү кеүек ҡулдан килгән эшкә лә ҡушалар. Бындай тәрбиәнең булыуы һис тә насар түгел, өйрәнгәнебеҙ киләсәктә үҙебеҙгә кәрәк буласаҡ.
Данир: Эшләй белгән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡ, шуға мәктәптә беҙҙе эшкә өйрәтеүҙәре яҡшы инде ул. Тағы ла гимназия коридорҙарында аҙна һайын бер класс тәнәфестә дежур була, улар тәртип һаҡлай.
Ғәзинур: 6-сы кластан беҙ ҙә гимназия буйлап шулай тәртип һаҡлай башлаясаҡбыҙ. Ә әлегә бында бик эшләтеп бармайҙар, уның ҡарауы, өйҙә ата-әсәйемә ярҙам итәм: иҙән йәки һауыт-һаба йыуышам.

Йәйге каникулдың беренсе көнө Балаларҙы яҡлау көнө булды. Һеҙгә хәүеф тыуҙырған нәмәләр бармы?

Данир:
Бер мәҙәк видеола күрһәтелгәнсә, 1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнө, сөнки 31 май уҡыу йылын йомғаҡлап, билдәләрҙе иғлан итәләр. Был шаяртыу ғына, әлбиттә, тик "бишле"гә генә өлгәшкәс, миңә был сәбәптән ҡурҡырға тура килгәне юҡ. Азалия: Ә минең бар, сөнки әсәйем тик "бишле"ләр генә алып ҡайт тип һорай. Шуға ла мин 1-се кластан алып тик "бишле"гә уҡыйым. Бындай яуаплылыҡты күтәреүе бик ауыр һәм уҡыуға күп көс һалырға кәрәк. Ә күңелем сәнғәт һөйгән ижад кешеһе булараҡ, мин ҡайһы бер осраҡтарҙа иғтибарымды уҡыуҙан саҡ ҡына ситкә йүнәлтеп, шиғыр яҙғым йәки йыр ижад иткем дә килә. Шуға тик "бишле"гә генә уҡырға талап итеү кәрәкмәйҙер ул, тип тә уйлайым. Кешенең ғүмере был талаптан ғына тормай бит, һәләттәреңде төрлө яҡлап үҫтереү ҙә мөһим. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан эшкә ваҡытын күберәк бүлергә тейеш. Шуныһы ҡыуандыра, ата-әсәйем мине сәхнәлә күреп, һәләтем барлығын танып, йырсы булыу теләгемде ҡабул итте. Балаларҙы яҡлау көнөнә килгәндә, урамдарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында балаларға ҡарата насар уйлы кешеләрҙән аралау мөһим. Балаға кәнфит бирәм тип алдаштырып, йәки артынан эҙәрлекләп килгән өлкәндәр ҙә булғылай бит...
Яҙгөл: Эйе, яуызлыҡтан яҡлау кәрәк балаларҙы. Ҡалала үҫкәс, яҡындарым һәр ваҡыт киҫәтеп кенә тора мине, моғайын, башҡа тиҫтерҙәремдең ата-әсәләре лә шулай итәлер. Ишембайҙа мин кеше күп булған урамдарҙан ғына йөрөргә тырышам һәм шуға ҡурҡмайым былай.
Данир: Ҡыҙғанысҡа күрә. Ишембай бик үк хәүефһеҙ ҡала түгел шул. Айырыуса юлдарҙа һаҡ булырға кәрәк: машина менән тапатып китеүҙәре лә ихтимал. Авариялар йыш була.

Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары булараҡ, туған телебеҙ яҙмышы тураһында ла уйланғанығыҙ барҙыр. Уны һаҡлау һәм үҫтереү өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Яҙгөл:
Башҡорт телен белеү ғаиләнән киләлер, тип уйлайым. Атай-әсәй башҡортса һөйләшә икән, бала ла һөйләшәсәк. Ә үҙҙәре һөйләшмәгән атай-әсәй балаһына нимә генә тип әйтеп, күпме генә нәсихәт уҡымаһын - һөҙөмтә булмаясаҡ. Мине ғәжәпләндергән һәм уйландырғаны бына нимә: "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы кеүек сараларҙа сәхнәлә матур итеп башҡортса һөйләшеп торған тиҫтерҙәремдең унан төшкәс үк русса аралаша башлауы. Бына шундай күренештәр булмаһын ине ул, туған телебеҙҙе беләбеҙ икән, үҙ-ара ла башҡортса һөйләшергә кәрәк.
Азалия: Телгә һөйөү кешелә моң аша ла уянырға мөмкин. Шуға мин күберәк башҡорт йырҙарын башҡарырға, айырыуса рухты күтәргәндәрен йырларға тырышам. Йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн төрлө ҡыҙыҡлы акциялар үткәрергә лә мөмкин. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙә күргәйнем, бер ҡыҙ Өфө урамдары буйлап бер ҡап туңдырма тотоп йөрөй һәм үткән кешеләргә мөрәжәғәт итеп, рус һүҙҙәренең башҡортсаға тәржемәһен әйтеүҙәрен һорай. Белһәләр, туңдырма бүләк итә. Ҡыҙыҡ та инде, кемдер үҙенең башҡорт телен белеүе менән ғорурлана ла ала.
Данир: Шулай уҡ ҡыҙыҡлы фильмдар төшөрөргә, телефон һәм компьютер уйындары уйлап сығарырға ла кәрәк. Беҙҙең быуынға шулар ҡыҙыҡ.

Яҡын киләсәккә күҙ ташлап, бер нисә йылдан ниндәй һөнәр кешеләре кәрәк булыуын да фаразлап ҡарайыҡ әле.

Азалия:
Программалаусы һәм психолог һөнәрлеләр талап ителер, моғайын. Сөнки кешеләр күп ваҡытын социаль селтәрҙәрҙә уҙғара, үҙҙәрен яңғыҙ тоя һәм күңелен бушатыр яҡын кешеләре булмағанлыҡтан да, башҡалар менән үҙен сағыштырып күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәнлектән дә, башҡа бик күп сәбәптәрҙән дә психологтарға мөрәжәғәт итәсәк. Үҙем йырсы булырға теләһәм дә, психолог һөнәренең дә актуаллеген аңлайым, был йүнәлеш тә ылыҡтыра мине. Яҙгөл: Табип һөнәре һәр саҡ актуаль инде ул, хәҙер айырыуса теш табиптары араһында яҡшы белгестәр етмәй. Программалаусылар, төҙөүселәр, инженерҙар, техник һөнәр эйәләре лә кәрәк булыр. Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, минең был йүнәлештәрҙең береһенә лә ҡыҙыҡһыныуым юҡ. Ниндәйҙер кимәлдә сәйәсәт, хоҡуҡ, сәнғәт һәм журналистика өлкәләренә тартылам. Әйткәндәй, бер нисә йыл элек уҡытыусыбыҙ беҙҙән: "Киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар булырмы?" - тип һорағайны, 28 кеше араһынан береһе лә ҡулын күтәрмәне. Был күп кластарҙа күҙәтелгән хәл, шулай булғас, уҡытыусылар ҙа кәрәк буласаҡ...
Данир: Оҙаҡламай нефть һәм газ өлкәһенә бәйле һөнәр кешеләренә эш табыуы ауырлашыуы ихтимал, сөнки былар мәңге бөтмәҫ байлыҡтар түгел. Ә кешелеккә һәм Ер шарына бөгөн үк экологтар кәрәк. Көндән-көн беҙ йәшәгән планетаның торошо насарая, тәбиғәт үҙгәрештәр кисерә. Беҙҙең республикала ла борсоуға һалырлыҡ экология мәсьәләләре бар. Мәҫәлән, күрше Салауат ҡалаһының һауаһы бысраныуы, яман еҫ булыуы тәбиғәткә генә түгел, ундағы халыҡтың һаулығына ла йоғонто яһауы ихтимал. Үҙем инде табип һөнәрен һайларға ниәтләйем.
Ғәзинур: Мин дә табип булырға тейешмен, үҙем һайланым был һөнәрҙе. Беренсе кластан уҡ шуға әҙерләнәм һәм 3-сө кластан алып химия, биология буйынса өҫтәмә рәүештә шөғөлләнәм. Травматолог булғым килә. Сөнки аяғымды һындырғайным һәм башҡаларға ярҙам иткем килде.

Бәлки, киләсәк быуындарҙы яһалма интеллект уҡытыр?

Азалия:
Әле Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнәм һәм онлайн уҡыйым. Был бик ауыр, тура бәйләнеш юҡ. Ә уҡытыусы - ул бөтә күңелен балаларға һалып, күҙҙәренә ҡарап белем биреүсе, мәғлүмәтте ауыҙҙарына сәйнәп ҡаптырыусы. Шулай булғас, яһалма интеллект алмаштыра алырмы икән беҙҙең яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙы?
Данир: Яңыраҡ Илон Маск кеше мейеһенә чип ҡуйҙы, бәлки, яҡын киләсәктә кеше башына флешка тығып ҡына белем алыр? Булмаҫ, тимә. Миңә былай онлайнмы, йәки дистанцияла уҡыу оҡшамай, сөнки дисциплина юҡ, тиемме. Бына мәктәптә ултырырға кәрәк икән, ултыраһың да уҡыйһың. Ә өйҙә ятып торғо ла килеп китә, унда инде уҡыу ҡайғыһы ла ҡалмай.
Яҙгөл: Яһалма интеллект, бәлки, яҡшыраҡ та уҡытыр, төплөрәк белем бирер, әммә уның бер ниндәй йылыһы, наҙы юҡ. Уны тыңлайһың да ҡайтып китәһең инде, ул һине әлеңге уҡытыусыларыбыҙ кеүек шаяртып, йәки күтәрмәләп, аңламағаныңды ҡабаттан аңлатып та тормаҫ. Шунан кеше лә роботҡа әйләнеүе ихтимал. Ҡайһы саҡта әсәйебеҙ кеүек яҡын күргән уҡытыусыны бер ниндәй ҙә яһалмалар алмаштыра алмаясаҡ.
Ғәзинур: Робот уҡытһа, миңә ҡыҙыҡ булыр ине ул.

Илһөйәрлекте нисек тәрбиәләргә?

Азалия:
Һәр белем усағында хәҙер дәүләт флагын күтәрергә йыйылыу, гимн тыңлау ғәҙәти хәл кеүек ҡабул ителә. Был яңылыҡты беҙ бик тыныс ҡабул итек. Мин былтыр йыл буйына ошо линейкаларҙа алып барыусы булғас, айырыуса күңелемә яҡын хәтирәләр ҡалдырҙы. Гимназистарҙа рух, илгә ҡарата һөйөү уятҡан яҡшы күренештәрҙең береһе был.
Яҙгөл: "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү" сәғәттәре лә бик тиҙ генә көндәлек тормошобоҙға инде лә китте. Дүшәмбе иртә менән ауыр дәрестәр уҡып улырғансы, уҡытыусыбыҙ һөйләгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тыңлап, ял итеп, уянып етеп, дәрестәргә таралабыҙ. Билдәле даталарға, шәхестәргә арналған мауыҡтырғыс лекциялар тыңланыҡ быйыл да.
Данир: Ә минеңсә, был дәрес ҡайһы саҡта ваҡытты бушҡа уҙғарыуға тиң. Уның урынына берәй спорт сәғәтеме булһа, хатта теннис уйнаһаҡ та файҙалы булыр ине. Ә йәштәр генә түгел, бөтә кешеләр илһөйәр булһын өсөн уларға яҡшы, уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән эштәр атҡарылырға тейеш илдә. Мәҫәлән, соҡорло юлдар яңыртылырға, юғары белем алырға теләгәндәргә етерлек бюджет урындары булдырырға, яңы эш башлаған йәш белгескә хеҙмәт шарттарын һәм эш хаҡын яҡшыртырға һәм башҡа шундай социаль-иҡтисади мәсьәләләр дөрөҫ хәл ителергә тейеш.

Йәйге каникулдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?

Яҙгөл:
Быйылғы каникулда иң төп ниәтем - ул тәү сиратта "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнашыу өсөн Өфөгә барып ҡайтыу. Каникулдарҙың ҡалған осорон ял итергә, киләһе уҡыу йылына көс тупларға, үҙемә оҡшаған китаптарҙы уҡырға һәм Төп дәүләт имтиханына әҙерләнә башларға кәрәк. Ауылға, өләсәй янына ҡайтып килергә лә теләйем.
Данир: Каникулдың 1-2 аҙнаһын ял итеп үткәргәс, спорт менән шөғөлләнеүемде дауам итергә, химия һәм биология фәндәренән өҫтәмә уҡырға тотонорға кәрәк булыр. Биология буйынса уҡыу лагерына ла йөрөйәсәкмен, уны үҙебеҙҙең гимназияла ойошторалар. Аҙаҡ, йәй урталары етһә, ауылда бесән башлана һәм мин дә бесән күбәләшәм.
Ғәзинур: Мин ауылға барам, унда беҙ яңы мунса һалабыҙ. Шунда ярҙам итергә, баҡсала ла эшләргә кәрәк булыр. Иң мөһиме, каникулдарҙа ял итергә, Һәләүек йылғаһында һыу инергә теләйем.
Азалия: Минең быйылғы каникулдарым имтихандар тапшырыу, уларҙың һөҙөмтәлә-рен көтөү һәм үҙем теләгән юғары уҡыу йортона уҡырға инеү кеүек тулҡынландырғыс минуттарҙан торасаҡ инде. Тағы ла әсәй менән ҡул эштәребеҙҙе һатырға төрлө һабантуйҙарға, байрамдарға йөрөргә лә өлгөрөрбөҙ, моғайын. Миңә быйыл йәй 18 йәш тә тула. Шуға йәйҙе бик түҙемһеҙләнеп көтөп алдым, матур үтер, тип өмөтләнәм.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары бына шулай уҡыуҙарында ла, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған башҡа эштәрҙә лә бик әүҙемдәр. Был уларҙың киләсәктә әүҙем гражданлыҡ ҡарашы булған шәхестәр булып үҫеп етеүҙәренең бер күрһәткеселер, һис шикһеҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, әле үк уларҙың тел төбөнән үҙҙәрен уратҡан һәр нәмәгә үҙ фекерҙәре булыуы, бер күренешкә лә битараф ҡалмауҙары һиҙелеп тора. Шундай алмаш тәрбиәләрлек белем усағы булған ҡаланың да киләсәге яҡты.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 117

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru