«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЮНЬ АЙЫНДА...
+  - 

Июнь айы - емеш һәм емеш-еләк үҫентеләренең әүҙем үҫкән осоро, уларға тап ошо осорҙа күпләп һыу ҡойорға һәм туҡлыҡлы, бигерәк тә азотлы һәм калийлы матдәләр менән туҡландырырға кәрәк.

Шулай ҙа һәр баҡсасы өсөн иң ябай һәм ҡул аҫтында булған ысул - ул органик ашлама. Бының өсөн бер өлөш тиҙәк һәм өс өлөш һыуҙы болғатырға һәм бер нисә көн әсетеп, тағы ла һыу менән аралаштырып, үҫемлектәргә ҡойоп сығырға кәрәк. Әсетелгән үлән бигерәк файҙалы буласаҡ, бының өсөн шулай уҡ бер өлөш үлән һәм өс өлөш һыу кәрәк.
Был ай сүп үләндәре менән көрәшеү мәле лә. Ваҡытында утап, сүп үләндәрен юл, канау ситтәренә һалығыҙ. Ул сереп, үҙенсәлекле ашламаға әүереләсәк.
Ҡоротҡостар менән көрәшеү өсөн баҡсалағы ағастарға һәм ҡыуаҡтарға һабын, ылыҫ йәки тәмәке болғатылған һыу һибеп сығығыҙ. Гәрсис, әсе әрем, менъяпраҡ, еҙ төймә, томаттың ботаҡтарын төнәтеп һибеү ҙә файҙа бирәсәк. Зарар килтереүсе күбәләктәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн ағас ботаҡтарына төбөнә бер аҙ кеүәҫ, крахмал шәрбәте (патока) һалынған банкалар элегеҙ. Һәр иртә һайын ҡурай еләге һәм еләктәрҙең аҫтына туҡыма түшәп, ҡыуаҡтарҙы һелкетеп сығығыҙ һәм ҡоротҡостарҙы йыйып алығыҙ. Ҡурай еләгенең ҡоротҡостарҙан зыян күргән һарғайған ботаҡтарын ҡырҡып алып, яндырығыҙ. Июндә емеш ағастарының емештәре ҡойола, был туҡтатып булмаған тәбиғи биологик процесс. Уларҙы йыйып алып торорға онотмағыҙ.
Июнь башында айыу баланы (жимолость) емеш бирә башлай. Уңыштың 75 проценты өлгөрөп еткәс, уларҙы йыя башларға була, сөнки саҡ ҡына һуңлаһағыҙ, был эште һеҙҙең өсөн турғайҙар һәм барҡылдаҡтар башҡарып ҡуйыуы ихтимал. Еләк ҡыуаҡтарының кәрәкмәгән мыйыҡтарын ҡырҡығыҙ, тамыр йәйҙерә торғандарын ергә күмеп, һыу һибегеҙ. Ер ҡоро булһа, еләктәргә һыу һибергә кәрәк, ә бына ул мыйыҡ ебәргәндә һәм уңыш өлгөргән осорҙа һыу һибергә ярамай.
Июндә ер өҫтөндәге өлөшө туңып, зыян күргән алмағас күп итеп йәшел үҫентеләр ебәрә башлай. Уларҙы төбөнән ҡырҡып ташлағыҙ. Июнь аҙағында крыжовник, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағатты үрсетә башлайҙар. Бының өсөн ҡыуаҡтан ботаҡтар киҫеп алаһың һәм тамыр үҫешен әүҙемләштерә торған шыйыҡсаларға, мәҫәлән, гетероауксинға 8-12 сәғәткә ҡуйып торорға. Аҙаҡтан уларҙы парниктарҙа тамыр йәйҙерәләр. Торф, ҡом өҫтәлгән тупраҡ яҡшыраҡ буласаҡ. Ботаҡтарҙы 1,5-2 см тәрәнлектә ултыртырға. Температура 18-20 градустан артмаһын, унан юғары күтәрелә башлаһа, мотлаҡ ышыҡ булдырырға кәрәк. Ботаҡтарҙы парникта тамыр йәйгәнсе тоторға.

Айбикә ЯҠУПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru